Шундай әйтем йәшәй халыҡта. Тулы варианты ошолай: "Урыҫ байыһа, өй һала, башҡорт байыһа, бисә ала". Был әйтем әлеге заманға әллә ни тура ла килмәҫ, әммә ундағы фәлсәфә һәм шул фәлсәфәгә ярашлы ир-ат психологияһы йәшәй әле. Күтәрелгән, уңышҡа өлгәшкән, байыған, билдәлелек яулаған ирҙәрҙең ҡатын алмаштырыу, ҡатын яңыртыу йолаһы йәшәй. Ошо мәсьәләне тикшереп ҡарайыҡ әле.
Ниндәй ул уңышлы ир? Уңышлы була торған ир - ул бала саҡтан, тимәк, йәштән көслө характерлы, тырыш, талапсан, маҡсатына ҡарай яҙлыҡмай бара белә торған кеше. Ул йомшаҡ, бәләсел, характерһыҙ, ҡурҡаҡ була алмай. Уңышҡа өлгәшәсәк ир юлындағыларҙы артыҡ аяп тормаҫ, үтә йомартланмаҫ та, уғата һаран да булмаҫ. Был сифаттары унан ана шул күпкә өлгәшер шәхес яһай ҙа инде.
Бизнеста, спортта, шәхси эшҡыуарлыҡта йәки сәнғәт, сәйәсәт һәм башҡа өлкәләрҙә яҡшы үҫешеп китә алған, байыған, дәрәжә яулаған, дан алған ирҙәргә был уңыштар буштан ғына килмәй. Улар ошоларға эйә булыу өсөн нимәләрҙәндер үҙҙәрен мәхрүм итеп, ниндәйҙер сикләүҙәргә түҙеп, системалы эш алып барыуға, хатта тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итеүгә дусар булып йәшәй. Уңышлы ирҙәр - улар ысынында егәрле, идеялы, энергиялы кешеләр.
Уңышҡа бер көндә генә өлгәшмәйҙәр, шулай бит? Уңыш артында тиҫтәләгән йылдарҙы үҙ эсенә алған тотош ғүмер ята. Ғәҙәттә, үҙ көсө менән байыған, дан алған ирҙәр, капиталының килем килтерә башлаған һәм аҙыраҡ тын алып, уңлы-һуллы ҡарай ала башлаған мәлендә инде 45-50 йәштәрҙәге ир уҙамандарына әйләнгән була. Һәм, әлбиттә, уларҙың йәштән өйләнгән, студент саҡтарында йәрәшкән, мөхәббәт менән ҡауышҡан ҡатындары бар. Уңышлы буласаҡ ирҙәр йәшләй өйләнә. Был уларҙың альфа самец булыуҙарын, иртә өлгөрөүҙәрен, ҡатын-ҡыҙҙы яулай белеүҙәрен һәм тоҡом ҡалдырырға тырышыуҙарын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта уңышлы ирҙәр артында аҡыллы ҡатындар тороуын да оноторға ярамай. Көнө-төнө аҡса табам, мал үрсетәм тип сапҡан иргә рухи көс биреп, уның теләктәрен ҡәнәғәтләндереп, күңелен үҫтереп, ҡайһылары хатта ҡуша йөрөп утты-һыуҙы бергә кисеп тә, ғаилә усағын дөрләтеп тота улар. Өйөндә, ғаиләһендә тыныслыҡ, йылы ҡараш, матур мөғәмәлә булғанда ғына ирҙәрҙә хеҙмәткә һәм башҡа нәмәгә дәрт уяна, илһам урғый, көсө була. Тимәк, уңышлы ирҙәрҙең үҫеү һәм тамыр нығытыу тупрағы - ул яҡшы ҡатын. Һәм улар был яҡшы ҡатынды үҙҙәре ҡарап, һайлап алған. Уңышҡа өлгәшәсәк ир-егеттәрҙә ҡатын-ҡыҙға ҡарата талап та юғары. Улар буласаҡ ҡатынын матурҙан, егәрленән, аҡыллынан һайларға ынтыла. Был уларҙың аңына шулай һалынған. Үҙҙәре альфа булғас, шундай уҡ көслө, сәләмәт, энергетикаһы тура килгән һәм үҙе һоҡланған ҡыҙҙы ғына тиң күрә ундайҙар.
Тау үренә үрләгән ирҙең йәшәйеше тынғыһыҙ һәм ул ауырлыҡты ғаиләһенә лә төшөрмәй тормай. Уның кәйефһеҙ, асыулы, арыған, көйгән сағы күберәк. Һәм таяҡтың ауыр башы ҡатынына төшә. Ире яғынан килгән бөтөн негативты ҡабул итеп торған, үҙенә һеңдергән һәм кире ҡаға алмаған ҡатын физик һәм рухи яҡтан тиҙ туҙа, шәхес булараҡ ҡаҡшай башлай. Ире эскесе түгел, эштәре яҡшы бара, барын табып тора, ҡатынын кейендерә, шәп йортта йәшәтә, ялтыр машинала йөрөтә икән, ни эшләп ул ҡатын иренә зарланһын инде? Эске ҡыйралышын, баҫымдан, кәмһетеүҙәрҙән миктәгәнен тойһа ла, ул быларҙы тышҡа сығармаясаҡ. Ғәҙәттә, йүнһеҙ ирҙәрҙең ҡатындары зарлана, ирҙәрен яманлап, күңелдәрен бушатып ала. Ә уңышлы ир ҡатындары тешен ҡыҫып, китмәй, айырылмай, шул күнегелгән, туҡтауһыҙ әйләнгән бер үҙәк булып йәшәүен дауам итә. Һәм бер ваҡыт килеп шул үҙәк арый. Ул инде ирен илһамландыра, дәртләндерә алмай башлай. Шул ваҡыт ир ҙә ҡатынына иғтибар итә. Һәм ҡасандыр уны һоҡландырған сибәр, уңған ҡыҙ урынына арыуыҡ олоғайған, йонсоған, бәлки, һимергән йәки ауырыуға һабышҡан ханымды күрә. Уңыш юлында көрәшкән ирҙең ҡатыны бер нисек тә гөл һымаҡ ҡына булып ҡала алмай. Ул бит шул уңыштың эске яғын, башҡаларға күренмәгән мораль көрәшен үҙе аша үткәргән йән. Иренең уңыштары ҡатынының рухи, эмоциональ һәм ҡатын-ҡыҙҙа ғына була торған энергетикаһы аша килгән. Ул үҙен иренең уңышына ҡорбан иткән, тиергә лә була.
Шулай итеп, ире урта йәштәргә етеп, уңыштың түбәһенә менеп еткәндә (етеп барғанда), ҡатын үҙ функцияһын үтәй алмай башлай һәм шул энергетикаға мохтаж булған һөйгәне был ролгә икенсе фигураны күҙләргә мәжбүр була. Һәм, күп тә уйлап тормай, ул ҡатынын йәшерәк йәргә алмаштырып та ҡуя. Был аҙымды яһау, әлбиттә, ниндәйҙер хистәр, конфликт һәм башҡа артыҡ күңелле булмаған күренештәр аша башҡарыла. Шулай ҙа, күп осраҡта, ул аҙым яһала - ир ҡатынын йәшерәккә, матурыраҡҡа, ҡараулыраҡҡа, сәләмәтерәккә алмаштыра. 45-50 йәштәрҙә ир-егет тулыһынса үҙаллылыҡ алған, уның артында ниндәйҙер капитал бар һәм был матдилыҡ уға һис шикһеҙ ныҡлы ышаныс, һауалылыҡ һәм хатта тәкәбберлек бирә. Барыһын да үҙе хәл итеп өйрәнгән ир был мәсьәләне лә эш алымы кеүек кенә итеп башҡарып ҡуя. Ябай ҡарашҡа был ирҙең байып, уңышҡа өлгәшеп, шашып, ҡатын йәшәртеүе булып күренһә лә, асылда, был яулаусы, еңеүсе, буйһондороусы ир-егеттең энергетика сығанағын алмаштырыуы ғына ул. Вампир кеүек, бер йәндең көсөн, илһамын һурып алып бөтөп, уның урынына яңыһын булдырыуы. Нисек кенә ҡырағай һәм вәхшилек булып күренмәһен, был көслө характерлы ирҙәрҙең тәбиғәте.
Әлбиттә, иллегә еткәндә барыһы ла ҡартая, туҙа һәм башҡалар, әммә уңышлы ир ҡатындары елкәһе күберәкте күтәрә икән. Унан һуң, тағы берәү ҙә тота килеп ҡатынын, ҡартайған, тип ташлап ҡуймай. Күптәр ҡуша тиң ҡартайып йәшәй бирә. Ә уңышлы ирҙәрҙең етмеш проценты, үҙҙәренең тәбиғәттән һалынған альфалыҡ холоҡтарына барып, рухи һәм физик яҡтан ҡәнәғәтләндерә алмай башлаған, энергияһы кәмегән ҡатынды янында тотҡолары килмәй. Бының өсөн уларҙа алда әйтелгән ҡатылыҡ та, талапсанлыҡ та, ниндәйҙер кимәлдә ҡанһыҙлыҡ та етерлек.
Шулай итеп, уңышлы ир ҡатынына үҙен ҡарап, аяп йәшәүҙән алда энергияһын самалап тотона белеп, йәшлеген, матурлығын һаҡларға тырышырға кәңәш бирер. Иренән бер аҙым алда барып, киләсәкте күҙаллап торорға ҡушыр. Һәм, иң беренсе сиратта, үҙенең ирҙең уңдырышлы тупрағы ғына түгел, ә ҡатын-ҡыҙ ҙа икәнен онотмаҫҡа, энергияны, көстө ҡатын-ҡыҙға хас булған инештәрҙән ала белергә кәңәш итер. Хатта ире кәңәш итмәгәндә лә уңышлы ирҙең ҡатыны быларҙы белергә тейеш.
Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА