«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТТА ЛА, ТӘРТӘЛӘ ЛӘ...
+  - 


Күптән түгел баш ҡалалағы ер аҫты үткәүелдәренең береһендә өйҙә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә һәләк булған ҡатындарҙың фотолары ҡуйылған галерея барлыҡҡа килде. Был - тормош ысынбарлығының бер күрһәткесе. Бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә иҙелеп, әммә түҙеп йәшәй, тиергә мөмкин. Күптәре өйҙәге сүпте тышҡа сығармайым тип, теш ҡыҫа, бәғзеләре иһә барыр, морон төртөп һыйыныр ере булмағанлыҡтан, башын баҫып йәшәй бирә. Шул уҡ ваҡытта республикала ауыр хәл-торошта ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам хеҙмәттәре лә уңышлы эшләп килә. Редакциябыҙ ҡунағы, баш ҡалалағы "Ғаилә" ресурс үҙәгенең шундай бүлек мөдире Венера ҒАФАРОВА менән бөгөн ошо темаға һөйләшәбеҙ.

Тәүҙә үк шуны асыҡлап үтәйек: тормошта ауыр хәл-торошта ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлегенең бурыстары ниҙә?

- Өфө ҡалаһының "Ғаилә" ресурс үҙәгендә ғаиләлә йәберләүҙәргә дусар ителгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтелә. Бында улар ике айға тиклем йәшәү урыны менән тәьмин ителә, психологик, юридик ярҙам күрһәтелә.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың шундай хәлгә төшөүендә кем ғәйепле: ир-атмы, әллә үҙҙәреме? Ни тиһәң дә, ғәйеп бер яҡлы ғына булмай...

- Ысынлап та, ғаиләләге проблема бер ваҡытта ла бер яҡлы ғына булмай. Атта ла, тәртәлә лә, тиҙәр бит. Ғәмәлдә ошондай хәлгә төшкән ғаиләләрҙә кем ғәйепле икәнен асыҡлар өсөн беҙ тәүҙә уларҙы консультацияға саҡырабыҙ. Башта ҡатын-ҡыҙҙы тыңлайбыҙ, ул үҙ күҙлегенән сығып һөйләй. Әлбиттә, ул ирен, үҙебеҙсә йәшәргә бирмәйҙәр, тормошобоҙға ҡыҫылалар, тип, уның атай-әсәйен ғәйепләргә мөмкин. Ләкин бына ошо үҙәктә 3-4 ай эшләгәс: "Туҡта, мин бит әле ҡатын-ҡыҙҙы ғына тыңлайым, ир кешене лә саҡырып тыңларға кәрәк", - тигән фекергә килдем һәм көслө затты ла әңгәмәләшергә саҡыра башланым. Асыҡланыуынса, ир-ат та ярҙамға бик мохтаж булып сыҡты. Уларға беҙ психолог консультацияһы тәҡдим итәбеҙ һәм беҙҙә ғаилә медиацияһы тигән хеҙмәт тә бар.

Ошо эшләү дәүерегеҙҙә бүлексәлә күпме ҡатын-ҡыҙ булып китте һәм улар буйынса анализ эшләндеме: улар ниндәй төркөмгә ҡарай, ҡабат-ҡабат эләгеүселәр бармы?

- Асылғандан алып үҙәктә булған ҡатын-ҡыҙҙар статистикаһына күҙ һалһаҡ, улар артыуға табан бара. 2016 йылда барлығы 10 ҡатын-ҡыҙҙы һәм 8 баланы ҡабул итһәк (6 ҡатын өйҙә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә беҙгә килеп эләккәйне), былтыр беҙгә килеп эләгеүсе 68 ҡатын-ҡыҙҙың 39-ы ғаиләлә көс ҡулланыуҙан ҡасыусылар булды. Быйыл пандемия һәм ҡурсаланыу шарттарында йәшәүгә ҡарамаҫтан, 45 ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән 28-е ғаиләлә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә беҙгә мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәт итеүселәр категорияһы төрлө, шулай ҙа тәү сиратта ғаиләлә йәберләүгә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итергә тырышабыҙ. Гражданлыҡ никахында йәшәүселәр ҙә бар. Балалары тыуғас, уларҙы тәрбиәләргә һәм ҡарарға финанс мөмкинлектәре, йәшәргә урындары булмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә. Ҡабат, йәғни икешәр тапҡыр мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, Өфө янындағы ауылдарҙың береһенән бер ҡатын беҙгә өс тапҡыр килде. Иренең шул тиклем йәберләүенә ҡарамаҫтан, ул ҡабат-ҡабат өйөнә ҡайтты. Психологтар ҡатын-ҡыҙҙың бындай тәртибен "бәйлелек" тип атай. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ йыйған донъяһын, йортон ҡыҙғанып, үҙе тураһында уйламай.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: беҙҙең хеҙмәт БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған өс бүлектә эшләй, ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлеге республикала иң ҙуры, Өфөлә урынлашҡан һәм 20 койка-урындан тора. Тағы ла бындай бүлектәр Белорет ҡалаһында (4 койка-урын) һәм Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында (2 койка-урын) бар. Бынан тыш, 8 зонала район-ара үҙәктәр, һәр бер муниципаль районда, ҡалала 69 ғаилә бүлеге бар. Беҙ йыш ҡына радионан, телевидениенан сығыш яһайбыҙ, киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр аша шундай хеҙмәт барлығы хаҡында белдереп торабыҙ.

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың ир-егеттәрҙән бөркөт яһар энергияһы ҡайҙа? Бәлки, уны тәғәйенләнеше буйынса түгел, икенсе мәнфәғәттә тотоноуға сарыф итеү һөҙөмтәһендә үҙебеҙ үк зыян күрәбеҙҙер?

- Тулыһынса килешәм. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән дә көслөрәк булып китте әле ул? Бында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ҡатын-ҡыҙҙың ир-егеттән ҡалышмай белемгә ынтылыуы, етәксе урындарҙа эшләүе, ғаиләгә уның ваҡыты, энергияһы әҙ ҡалыуы сәбәпле, бәлки, ысынлап та, үҙебеҙ ҙә зыян күрәбеҙҙер. Ирҙең алдынан алып, алдынан төшөп, сабырһыҙланып эшләүебеҙ, күпселек мәсьәләләрҙе ғаиләлә лә ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең хәл итергә тырышыуы, бәлки, ир-егетте ситкә этәрәлер, тип уйлайым. Киреһенсә, ир-егеттең алдынан төшмәй, уларға күберәк мөмкинлектәр бирергә, яуаплылыҡ өҫтәргә кәрәктер. Бының, әлбиттә, ниндәйҙер билдәле рецептары юҡ, әммә һәр ҡатын-ҡыҙға ошо серҙе үҙе таба алыу һәләте бирелгән.

"Ғаилә" ресурс үҙәгенең һеҙҙең бүлек күрһәткән ярҙамы - ул ваҡытлыса ғына ярҙам. Ошо ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙ үҙгәреп, тормошҡа яңы ҡараш булдырып, уй-фекерен тулыһынса үҙгәртеп өлгөрәме?

- Әлбиттә, беҙ ваҡытлыса ғына ярҙам күрһәтәбеҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә бер төрлө, индивидуаль. Уларҙың ҡайһы берҙәре ошо арала тормошҡа ҡарашын үҙгәртә, яңы ҡараш булдырып, йәбергә дусар булмай йәшәргә үҙенә-үҙе маҡсат ҡуя. Яңы тормош башлаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бик күп. Шул уҡ ваҡытта ҡабаттан ғаиләһенә, ҡул күтәргән иренә ҡайтып, тағы ла шул уҡ тормош һаҙлығына батыусылар ҙа юҡ түгел. Шуны ла билдәләп китер инем, беҙҙең үҙәк психологтары менән һөйләшкәндән һуң тормошҡа ҡарашын үҙгәрткән ирҙәр ҙә бар. Улар хаталарын аңлап, бынамын тигән итеп йәшәп тә китәләр. Тағы ла шул: ҡатын-ҡыҙ беҙҙең бүлектән сыҡҡанда ул йәшәгән муниципаль райондың йәки ҡаланың ғаилә хеҙмәтенә хат ебәрелә һәм социаль хеҙмәттәр уларҙы уларҙы ғаилә хеҙмәтенә иҫәпкә алалар. Бында "Иҫәптә тора" тигән һүҙҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, ғаилә хеҙмәттәре - улар яза биреү йәки контролдә тотоу өсөн түгел, киреһенсә, ғаиләгә ярҙам итер өсөн булдырылған.

Ниндәй генә проблема килеп тыуһа ла, уның башын ғаиләгә бәйләйбеҙ. Шул күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, бөгөн ҡатынына ҡул күтәргән, гүзәл затты йәберләгән ир-атты ла бит әсәләр тәрбиәләгән. Тимәк, йәмғиәттә ғаилә институтына иғтибар бер яҡлы ғына алып барыла, йәғни матур, татыу ғаиләләрҙе күрһәтәбеҙ, күккә күтәрәбеҙ, ә имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, бигерәк тә ауылдарҙа, тейешле кимәлгә ҡуйылмаған...

- Эйе, проблеманы йәшереп ҡалдырыу менән ул бөтмәй, ә уны хәл итеү юлдарын, уның сығанағын эҙләргә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ауыл биләмәләре советтарында эш төркөмдәре булдырыла. Уларға ауыл советы, ғаилә хеҙмәте белгестәре инә һәм һәр бер имен булмаған, матди яҡтан етеш булмаған ғаиләләрҙе иҫәпкә алыу буйынса ҙур эш алып барыла. Бәлки, ғаиләләр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, өйөндәге хәлде тышҡа сығарырға ҡурҡалыр йәки оялалыр, әммә ғаилә хеҙмәттәренә улар ышанып мөрәжәғәт итергә һәм был органдың тик ярҙам итеү өсөн булдырылыуын аңларға тейеш.
Ғөмүмән, ғаиләлә көс ҡулланыуҙың сәбәптәре төрлөсә. Бәлки, генетика ла йоғонто яһайҙыр. Минеңсә, әгәр ҙә әсәһе ғаиләлә йәбергә дусар булған икән, мәҫәлән, ҡыҙ бала ошо ғаилә моделен үҙ ғаиләһенә күсерә. Ирекһеҙ рәүештә үҙенә лә шундай йәберләүсе ир таба. Был төпкө аң кимәлендә башҡарыла, йәғни бала сағынан уҡ үҙенә шундай программа һала. Шундай ғаиләлә малай кеше тәрбиәләнһә, ул атаһының ҡылығын, тәртибен, холҡон үҙ ғаиләһенә күсерә. Йәғни ғаиләлә атай менән әсәй үҙен нисек тота - шул уҡ ғаилә моделе уларҙың балаларына ла күсә. Ҡайһы бер осраҡта киреһенсә булыуы ла мөмкин. Тимәк, балалар аңға һалынған ғаилә программаһын үҙгәртә алған һәм был бик яҡшы.

Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, башты бороусы муйын. Ошо вазифаһын юғалтҡан гүзәл затҡа ҡабаттан ихтирам, иғтибар, мөхәббәт яулау өсөн ниндәй булырға кәрәк?

- Беҙҙең йәмғиәттә матур ғаиләләр бик күп. Ошо ихтирам, иғтибар, мөхәббәтте ғаиләлә ике кеше булдыра. Ике кеше меңдәр, миллиондар араһынан табышып, ғаилә ҡорған икән, улар икеһе лә берҙәй яуаплы. Әгәр балалар артабан да үҙ ғаиләләрендә шундай уҡ аралашыуҙы дауам итһен тиһәң, ғаилә ҡорғанда уҡ ике кеше үҙ-үҙенә ошо яуаплылыҡ алғанын тойорға, аңларға тейеш. Шуға бала табыуға ла еңел генә ҡарарға ярамай. Тағы шуны өҫтәп әйтер инем: халыҡ йолаларынан, традицияларынан йыраҡ китмәҫкә ине ул. Элек һәр бер ауылда тиерлек, ғаилә ҡорған кешегә иң ихтирамлы, иң матур, лайыҡлы ғаиләләрҙән морондоҡ атай-инәй билдәләгәндәр. Улар ир-егеттең дә, ҡыҙҙың да нәҫел-нәсәбенән булмаған. Әгәр ҙә ғаиләлә һауыт-һаба шылтырай ҡалһа, улар үҙ ата-әсәләренә йүгермәгән, морондоҡ атай-инәйҙәренә мөрәжәғәт иткән. Шулай итеп, ике яҡтың да туғандарын үҙ араларына ҡыҫтырмай ғына проблемаларҙы йырып сыҡҡандар. Бөгөн республикала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы бик әүҙем эшләп килә, улар ошо морондоҡ атай-инәй булдырыу йолаһын да ҡабаттан тергеҙеп ебәрһә, өлгөлө ғаиләләр йәштәргә үҙҙәренең нәсихәтен биреп, ауыр мәлдәрендә таяныс булып торор ине, тигән фекерҙе лә еткереп ҡуяйым әле. Ғәҙәттә, ағинәйҙәр бындай идеяларҙы бик тиҙ тотоп алыусан бит. Ғөмүмән, ғаиләләрҙең нигеҙен нығытҡан, матур балалар тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән йолалар күп бит беҙҙең башҡортта. Шулар ҡабат ҡайтһын ине тормошобоҙға...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.20 | Ҡаралған: 497

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru