Кеше иҫәбе буйынса әллә ни ҙурҙарҙан булмаған балыҡсы ырыуы башҡорттары халҡыбыҙҙың батша чиновниктарының яуыз ғәмәлдәренә, ер-һыуҙарҙы законһыҙ тартып алыуға, йәбер-золомға ҡаршы көрәшендә әүҙем ҡатнаша. Ауылдарыбыҙ тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған күренекле тарихсы Ә.З. Әсфәндиәров ошо хаҡта былай тип яҙа: "Балыҡсы олоҫо - халыҡ азатлығы өсөн ҡурҡыу белмәҫ көрәшселәр төйәге".
Себер ханлығын тергеҙеү, хатта айырым Башҡорт ханлығын булдырыу маҡсатында тоҡанып киткән 1162-1164 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында балыҡсылар шибанидтар нәҫеленән булған Күсем хандың бүләһе булған Көсөк хан яғында сығыш яһай. Батша карателдәре ихтилалды аяуһыҙ баҫтыра. 1164 йылда Өфө воеводаһы А.М. Волконский үҙенең баш күтәреүселәргә ебәрелгән мөрәжәғәтендә бына ни тип яҙа: "…товарищ наш стольник и воевода князь Дмитрий Андреевич Волконский вас, Айских волостей и Балыхчинских, за ваши неправды повоевал, побил и в полон поимал многих и разорил, и то вам разоренье от себя учинилось, от вашего воровского заводу и умыслу".
1675 йылда Өфө дворянины Д.Артемьев Себер даруғаһының башҡорт олоҫтарында Хасбулат Черкасский командаһында Ҡырым походында ҡатнашыу өсөн хәрби хеҙмәткә кешеләр йыйып йөрөй. Балыҡсы олоҫонан походҡа барырға теләк белдереүсе башҡорттарҙан списокҡа теркәлеүселәр ("башкирцы Беляк Илиметев, Бек-Батырь Кузлагильдин, Шах-Рыммет Сукрунбаев") Д. Артемьевҡа былай тип белдергән: "... "мы де на ево великого государя службы ехать готовы, куды ево государьское повеление будет". Күрәһең, батша чиновниктарына тоғро хеҙмәт итергә вәғәҙә биреүсе башҡорттар "иң яҡшы заттарҙан", йәғни старшина йә тархан чиндарында булғандыр. Ошо осорға ҡараған документтарҙың береһендә Беләк Илимбәтов һәм Салйоғот олоҫо башҡорто Байбулды Елекбаев хаҡында ошондай мәғлүмәт бар: "украдкою ездили в Москву бити челомо службе…" Әлбиттә, батшалар алып барған һуғыштарҙа ҡатнашыусылар танылыу табып, чиновниктарҙан үҙҙәре теләгән привилегияларға эйә була алған.
Император Петр I батшалыҡ иткән заманда, атап әйткәндә, иң һөҙөмтәле тип иҫәпләнгән 1704 - 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында Себер даруғаһы башҡорттары араһында балыҡсылар ҙа Өфө өйәҙендә хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы әүҙем хәрәкәт итә. Улар хатта күрше Ҡаҙан һәм Көнгөр өйәҙҙәренә һөжүм итә. Ошо ваҡытта Көнгәр өйәҙенән ебәрелгән бер документта былай әйтелә: "... на Сибирской дороге в Уфимском уезде стоят тех башкирских татар с 8 тысяч и больше и в панцирях и в кольчугах и в уезде же человек по 100 и по 200 и чинят разорение".
Батша карателдәренең аяуһыҙлығы һәм ҡанһыҙлығы менән башҡа бер башҡорт ихтилалдарынан айырылып торған 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт күтәрелешендә балыҡсы ырыуы башҡорттары ла иҫ китмәле геноцидҡа дусар ителә.
1736 йылдың ғинуар баштарында полковник А.И. Тевкелев етәкселегендәге каратель командаһы Себер даруғаһы олоҫтарында баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу маҡсатында ихтилалсыларҙы ғына түгел, барса тыныс халыҡты ла аяуһыҙ рәүештә ҡыра башлай. Ошо яуызлыҡтың бығаса күрелмәгән эпизоды - Һөйәнтүҙ трагедияһы Рәсәй тарихы биттәренә мәңгелек киҫәтеү булып теркәлеп ҡалған. Бында беҙ хаинлыҡ һәм кешелекһеҙлектең иҫ китмәле бер өлгөһөн күрәбеҙ.
Балыҡсы олоҫо Һөйәнтүҙ ауылы башҡорто Ялтыр Дөсәев һәм мулла Абдулла Һарткилдин карателдәргә бына ниндәй мәғлүмәт бирә: "она деревня Сиянтюсь и всей Балыхчинской волости башкирцы намерены были, чтоб идти на лыжах и на конях, соединяясь з бунтующими ворами Юсупом и Тюлькучуром, напасть сзади и команду полковника Тевкелева разбить, как оная команда выйдет из леса". Ошо хәбәрҙе алыу менән Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылын ҡамап ала, унан бер йән эйәһен дә сығармайынса, ҡырағай кешеләргә генә хас булған вәхшилек ҡыла. Ул ваҡытта А.И. Тевкелев отрядының бухгалтеры вазифаһын үтәгән чиновник, буласаҡ тарихсы П.И.Рычков, был ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күреп, ошондай мәғлүмәт ҡалдыра: "…близ тысячи человек с женами и детьми их во оной деревне перестреляно и от драгун штыками, а от верных башкирцев и мещеряков копьями переколото; сверх того сто пять человек собраны были в один амбар и тут огнем сожжены". Үҙ заманының белемле һәм мәҙәниәтле шәхесе булып иҫәпләнгән П.И. Рычков, ошо массовый үлтереште һалҡын ҡанлылыҡ менән, бер ниндәй сирҡаныуһыҙ һәм эске кисерешһеҙ күҙәтеп тороп, ошондай уҡ битарафлыҡ менән үҙенең әҫәрендә лә бәйән итә: "…при чем всего удивительнее, что многие из тех воров, будучи в огне, имевшиеся в амбаре копья со многими хульными и бранными словами на стоящих тут драгун выбрасывали и нескольких там поранили... И таким образом вся оная деревня Сеянтусы и жители с их женами и детьми от мала до велика через одну ночь огнем и оружием погублены, а жилища их в пепел обращены".
Яуыз Тевкелевтың отряды төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының йөҙәрләгән ауылын үртәп юҡ итә, бик күп халыҡты үлтертеп, ҡалғандарын иҫ китмәле бөлгөнлөккә төшөрә. Ошо золом ауазы, халҡыбыҙҙың мәңгелек ҡарғышы булып, йыр юлдарына күсә:
"Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.
Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта".
Әлбиттә, бындай яуызлыҡ яуапһыҙ ҡалмай, ихтилал көсәйә генә төшә. 1736 йылдың июлендә Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә башҡорттар Көнгөр өйәҙенең Красноярский ҡәлғәһенә һөжүм итә. Ҡәлғәне һаҡлаусы полковник Мартаков отряды тар-мар ителеп, ҡасып китергә мәжбүр була. Ихтилалсылар ҡулына байтаҡ ҡына ҡорал һәм амуниция эләгә. Ошо ваҡиға буйынса төҙөлгән бер документта түбәндәге мәғлүмәт теркәлгән: "... с вором Тюлкучерою из Балакчинской волости у Красноярской крепости было с 300 человек, а взятое под Красным Яром у многих платье и обувь имеетца…"
Баш күтәреүселәр ҡәлғәгә һөжүм итеүҙәрен ошолай аңлатҡан: "...мы войну держим с мурзою Тевкелевым, что он наперво вырубил Балакчинскую волость, и затем де мы ходили искать мурзу и на Красный Яр, токмо де сказали нам языки, что он за 7 дней ушел".
Себер даруғаһы башҡорттары 1737 йылда ла баш һалырға теләмәй, уларҙың дөйөм һаны 6 300 кешегә етә. Тарихи сығанаҡтарҙың береһендә ихтилал етәкселәренең исемдәре лә аталып китә: "отдаленные зауральские Сибирской дороги и айские бунтовщики башкирцы, главные воры: Куваканской волости Пепень-мулла, Кудейской Елдаш-мулла, вор Толкучюра, Мурзаларской вор Мату, Айлинской Чюраши Кудряс, Сартланской Юсупкул, Дуванской Мандар с товарищи, и с ними ездят Гайнинской и Балыкчинской волостей".
Балыҡсы олоҫоноң старшина Чекай етәкселегендәге 700 кешеһе айырым хәрәкәт итә, улар Ҡариҙел һәм Эҫем йылғалары буйындағы ауылдарға һөжүм ойоштора: "за Сюянтюс, чтоб переправиться за Уфу реку, и ехать для разорения достольных мещерских деревень, а 500 пошли по Симу реке под Уфу, по Киргину и по Лабову и по протчим русским жилищам…" Икенсе бер документта билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында карателдәр ҡулына эләкмәй ҡалған Һөйәнтүҙ ауылы кешеләре лә аталып китә: "А их Балыкчинской волости зачинщиками были живущей в деревне Ченаевой башкирец Чекай Уразбахтин да оной деревни Сиянтус Ишмекей Каланчин, да брат ево, Ишмекеев, Алдар Каланчин же, Иссякай Татлымбетев".
1773-1775 йылдарҙа Емельян Пугачев етәкселегендәге граждандар һуғышында (ул историографияла Крәҫтәндәр һуғышы тип йөрөтөлә) ҡатнашҡан Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов һәм башҡа тиҫтәләрсә Пугачев полковниктары араһында балыҡсы ырыуы вәкилдәре лә була. Уларҙың иң билдәлеһе - хәҙерге Ҡариҙел районының Итҡусты ауылы уҙаманы, Балыҡсы олоҫо старшинаһы Сөләймән Итҡустин була. Ул 1774 йылдың 22 апрелендә Бөрө ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Тимкино ауылы эргәһендәге һуғышта һәләк була. Ошо хаҡта подполковник И. Михельсон ошондай рапорт ебәрә: "…отряженный мной господин майор Тютчев… получил известие о пришедшей злодейской толпе башкирцев и разных иноверцев из Балакчинской волости под предводительством старшины Сулеймана Иткустина более тысячи человек".
Шулай уҡ Көнгөр өйәҙенән полк старшинаһы, Сарсбаш ауылы кешеһе Ҡунаҡбай Йомаевтың (Джумаев) полковниктар Мәүлет Аитов һәм Ҡәнзәфәр Усаев менән Ачит ҡәлғәһе гарнизонын баҫып алыуҙары хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, балыҡсы ырыуы башҡорттарының башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыу тарихы үҙе үк ошо ырыуҙың бөгөнгө вариҫтары өсөн үҙҙәренең милли берҙәйлеген дөрөҫ билдәләүҙә иң мөһим дәлилдәрҙең береһелер, тип раҫларға була.
Генетик тикшеренеүҙәр балыҡсы ырыуы башҡорттарында, башҡа төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ырыуҙарына хас булғанса, R1a-M198 гаплотөркөмөнөң өҫтөнлөк итеүен асыҡланы.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 46-47-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА