Теге аҙнала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә тағы бер яңы, рухлы, көслө спектакль сығарылды. Билдәле актер, был тамашаның режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев менән талантлы сценарий оҫтаһы Зөһрә Бураҡаева легендар геройыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов хаҡында документаль кино-спектакль, йәғни театрлаштырыу алымы менән яңы жанр тыуҙырыуға өлгәшкән. Был, ысынлап та, театр өсөн яңы йүнәлеш, тамашасылар өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Драма әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерелгәндә төрлө тарихи документтарға, фотоархивтарға таянып, яңы технологиялар ҡулланып, халҡыбыҙҙың башҡа ҡаһарман шәхестәре хаҡында ла документаль спектаклдәрҙе сәхнәләштереүгә мөмкинлек асыусы яҡшы тәжрибә булды был. Беҙгә, һуңғы йылдарҙа "Бабич", "Беренсе Республика" кеүек кино циклдарын ҡарап, "яман өйрәнгән" кешеләргә, был танһыҡ булып ҡалды. Ғөмүмән, минең күңелгә нимәләр хуш килде һуң?
Декорация
Мин үҙем минимализм, хайтек яратҡанға күрәме, миңә был бәләкәй сәхнәләге тамаша бик тә оҡшаны. Ҡара кабинет, иркен сәхнә, кәрәк ваҡытта подуим, сәхнә, өҫтәл, ултырғыс, трибуна була алған трансформер деталдәр һәм экран. Был минимализм тамашасы иғтибарын тик актерҙар уйынына ғына йүнәлтеп, һине шул осорға алып китеп, кавалерия дивизияһы яугирҙары араһында йөрөтә. Иркен сәхнә тамашаның хореографик күренештәренә киң мөмкинлек бирә.
Театрҙың ҙур сәхнәһе ремонтта булыу сәбәпле, был тарихи тамаша бәләкәй сәхнәлә уйналды, шуның менән дә бик отошло булды. Тамашаның һәр бер эпизоды экранда йә тарихи фото, йә документаль кино формаһында сағылыш табып, тамашасыны шул дәүерҙәр ҡамауында ҡалдырып, аҙағына саҡлы ул ваҡиғаларҙың тере шаһиты итеп тотто.
Хореография
Ҡаһарман геройҙар, яугирҙар, ирҙәр хаҡындағы был тарихҡа Рәис Низаметдинов ҡуйған бейеүҙәр бик отошло тап килде. Ир хореографтың ҡулы ныҡ һиҙелде. Ҡайһы бер мәлдә спектакль ҙур бер хореографик композицияға ла әйләнеп китте. Егеттәрҙең һәр бейеүенән атлы яугирға ғына хас булған рух, саялыҡ бөркөлөп торһа, ҡыҙҙар бейеүенән беҙҙең халыҡҡа ғына хас нәзәкәтлек, нескәлек һиҙелде. Беҙҙең театрға күптән кәрәк ине ул шундай бейеү һалыусы. Ул хатта легендар комдив Шайморатовты ла бейетте. Асылда, генералдың бейеүе дөрөҫлөккә тап киләлер, сөнки генерал да кеше, ул да бейергә, көлөргә, шаярырға, йырларға хаҡлы. Һуғыш бит атыш, бәрелеш, үлемдән генә тормаған, унда ла үҙенсә тормош ҡайнаған. Рәис Низаметдинов бейеүҙәре беҙгә ошо хәҡиҡәткә төшөнөргә ярҙам итте. Почтальондар күренеше айырыуса тетрәндергес булды - тылдағы апай-инәйҙәрҙе бәхетле лә, ҡара-ҡайғыла ла иткән һөнәр эйәләренең кисерештәрен режиссер менән хореограф бер бейеүҙә генә оҫта итеп асып һалды. Рәис Жәүит улы милли бейеүҙе, фольклорҙы, тарихты төптән белгән күп ҡырлы ижадсы, уның театр сәхнәһенә килеп инеүе оҙаҡҡалыр, тип өмөтләнәм. Был беҙҙең театр өсөн ҙур плюс!
Шиғырҙар, йырҙар, көйҙәр...
Бында мин тағы ла Зөһрә Бураҡаеваға ҙур ғына "Афарин!" тип әйтер инем. Спектаклдә көнкүрешебеҙҙән, әҙәбиәтебеҙҙән төшөп ҡалып барған Рәшит Ниғмәти ижады ҙур урын ала. Диалогтарҙа, төрлө эпизодтарҙа "Һинең кәләшеңдең хаттары", "Үлтер, улым, фашисты" кеүек үлемһеҙ шиғырҙарҙы беҙҙең актерҙар үҙәккә үткәрерлек итеп, бөтә тамашасыны илатҡансы уҡыны. Юҡһа, спектаклдәрҙә нәфис һүҙгә ҡытлыҡ ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара бит. Тамаша Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы башҡорт совет әҙәбиәтенең ниндәй рухлы пропагандистик көскә эйә булыуын, үҫешкәнен күрһәтә. Ҡыҙыл атлыларға фронтовик-шағир Константин Симоновтың килеүе, русса шиғырҙарын уҡыуын һүрәтләү ҙә тамашаны байытты.
Спектакль көйҙәргә, йырҙарға ла бай булды. Мин сюжеттың төп мотивы Заһир Исмәғилевтың көйҙәренә ҡоролор тип көткәйнем, ләкин композитор Урал Иҙелбаев тамашаның шатлығын да, ҡайғыһын да, һөйөүен дә, ҡаһарманлығын да үҙ көйҙәре аша тамашасыға еткереүгә өлгәште. Урал, ғөмүмән, бик күп героик драмаларға көй яҙған мәшһүр композитор, был юлы ла халыҡсанлыҡтан ситкә тайпылманы. Спектакль ҡурай моңо менән башланып, ҡурай моңо менән оҙатыла барҙы. Беҙ күҙ йәштәре аша бер нисә тапҡыр Ҡадир Даян шиғырына яҙылған "Шайморатов генерал" йырын да бергәләп йырланыҡ. Дөйөмләп әйткәндә, йырҙан, көйҙән һис арытманы...
Актерҙар уйыны
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙарының барыһына ла - "Афарин!" Башҡа һүҙем юҡ. Сөнки улар ҙур сәхнәгә әҙерләнгән тамашаны бәләкәй сәхнәлә, тамашасының танауы алдында ғына уйнаны. Баштараҡ бының, әлбиттә, актерҙарға ниндәйҙер психологик дискомфорт тыуҙырғаны һиҙелде, әммә беҙҙең актерҙар уны лайыҡлы йырып сыҡты. Театр сәхнәһендә Шайморатов генерал образы минең күңелдә Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Хөрмәтулла Үтәшев уйыны аша уйылып ҡалған. Мөһабәт кәүҙәле, дәү баһадир ине ул саҡта генерал. Әммә беҙ, тарихсылар, тормошта Шайморатовтың урта буйлы, теремек, етеҙ, зирәк, сабыр холоҡло кеше булыуын беләбеҙ. Бөгөнгө был тарихи тамашала Хөрмәт ағай үҙе режиссер. Шуға мин "Кем генерал булыр икән?" тип көткәйнем. Минеңсә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров был образды бынамын тигән итеп уйнауға өлгәште. Артур хәрби, кадровый офицерҙың кешелек һыҙаттарын асып бирә алды. Яугир комдив үҙенең кисерештәре аша тамашасы алдына һуғышты күрә алмаған оло йөрәкле кеше булып килеп баҫты. Беҙ Шайморатовты һуғыш ғәрәсәте аҫтында йөрөгән талапсан, ҡаты тәртип яратҡан хәрби итеп күҙ алдына килтерәбеҙ, әммә был тамашала Артур Кәбиров уны "кешелекле Шайморатов" булараҡ һынландырҙы. Ул йырланы, көлдө, бейене, хатта гармунда уйнап, Бәҙәр Йосопованы бейетте.
Артур Кәбировтан башҡа тағы ла бик күп актерҙарҙың уйынын билдәләп үтергә мөмкин булыр ине. Әммә уның өсөн көн дә, төн дә етмәҫ. Шулай ҙа, Шайморатовты үлемгә этәргән ҡәбәхәт генерал Борисовты уйнаған Фирғәт Ғариповтың эпизодик ролен телгә алмай булмаҫ. Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы яҙмаларҙан уҡып, ветерандар хәтирәләрен тыңлап, беҙ был генералдың Шайморатовтың һәм бик күп башҡорт яугирҙарының һәләк булыуы сәбәпсеһе икәнен беләбеҙ. Шуға ла, Ғарипов ошо ролдә сәхнәгә сыҡҡас, минең йүгереп барып шул "Борисовтың" томшоғона елләге килде. Ғөмүмән, актерҙарҙың был тарихи кино-спектаклде халыҡҡа еткереү өсөн ныҡ көс түккәне күренә. Сөнки был документаль спектакль һәм уның һәр сюжеты бер хронологик тәртиптә, тарихи ваҡиғаға ҡоролған. Бында илке-һалҡылыҡҡа урын юҡ. Бына экранда фото, бына документ, бына сюжет... Хронографтар Руслан Хайсаров, Алһыу Ғәлина, Гөлмирә Исмәғилевалар шул дәүерҙең шомон, аянысын, ышанысын, өмөтөн беҙгә еткерһә, Бәҙәр Йосопованы уйнаған Зиләрә Юлтаева, нарком Хөрмәтулла Үтәшев беҙҙе башҡорт атлы дивизияһы йәшәгән мөхиттән сығарманы. Тағы ла комдивтың әсәһен уйнаған Сара Буранбаеваны, тылдағы ҡатын Айһылыу Йомағолованы, аҡһаҡал Әхәт Хөсәйеновты, иҫән-һау ҡайтҡан Сөләймәнде уйнаған Фәнис Рәхмәтовты һәм барлыҡ актерҙары ла рәхәтләнеп маҡтарға булыр ине. Хәйер, бөтәһен дә яҙып бөтә алмайым, спектаклде үҙегеҙ мотлаҡ барып ҡарағыҙ.
Спектакль - уртаҡ хеҙмәт емеше
Спектакль, эйе, коллектив хеҙмәт емеше, нисек кенә булмаһын, уны тамашасы хөкөмөнә сығарған кешеләрҙә рух берҙәмлеге һиҙелә. Был режиссер эшендә лә, сценарист яҙмаһында ла, хореограф бейеүендә лә, композитор көйөндә лә сағыла. Режиссерҙың иң ҙур тырышлығы - тамашаның милли рухында. Һәр актер ул рухты миңә еткерә алды, миндә ғорурлыҡ тойғоларын асып, ошо юлдарҙы яҙырға дәрт уятты. Яңы спектакль - театр тәнҡитселәре икмәге. Шуға минең режиссерға, ваҡ-төйәккә бәйләнеп, итәк аҫтынан яу сығарып, аҡыллы кеше булып, театраль терминдар ташлап ултырғым килмәй. Шайморатов генерал хаҡындағы спектаклде эшләүселәр, ул дәүерҙең фажиғәһен асҡан бер генә мөһим деталде лә ситтә ҡалдырманы, тип кенә әйтә алам. Ирҙәрен оҙатырға йәйәүләп Дим станцияһына барған апайҙар ҡаһарманлығы ла, яуҙан яралы батырҙы алып сыҡҡан Ҡашҡа башҡорт аты ла - береһе лә онотолманы. Был йәһәттән тарихсы-консультант Салауат Хәмиҙуллинға рәхмәт. Шул уҡ ваҡытта бейеү, йыр менән бер рәттән, юмор ҙа бик ҙур урын алды, милли мәрәкә, халыҡсан төрттөрөүҙәр, башҡорттоң сәсәнлек йор һүҙлелеге спектаклде байытты ғына. Үҙ халҡы булмышына битараф булмаған ижадсылар ғына шундай ҡаһарман рухлы хеҙмәт емеше тыуҙыра алалыр тим мин.
Бына ошондай башҡорт характерын асҡан спектаклдәр кәрәк беҙгә, тамашасыға. Юҡһа, беҙҙе ҡатмарлы "Антигона" һымаҡ корпоратив спектаклдар менән йонсотаһығыҙ. Әлеге спектакль башҡортҡа сүллектә һыуһаған юлсыға бер тамсы танһыҡ һыуҙай кәрәк. Сөнки милләткә бөгөнгө көндә башҡортто рухландырған, илһамландырған еңеүҙәр етмәй. Ижади еңеүҙәр етмәй. Ә был спектакль - бер бәләкәй генә еңеү! Күп йылдар буйы ғәҙелһеҙлеккә, махсус рәүештә онотолоуға дусар ителгән Геройҙың башҡорт халҡына ҡайтарылыуы, уға герой исеме бирелеүе - ҙур еңеү! Шайморатов һаман да беҙҙе әйҙәп, "Ат уйнатып алдан бара..."
Премьераға мотлаҡ барығыҙ! Онлайн тормошҡа өйрәнеп барған осорҙа был офлайн тарихи документаль спектакль мотлаҡ рәүештә һеҙҙең милли иммунитетығыҙҙы күтәрер, рухи сатурацияғыҙҙы яҡшыртыр, башҡортлоҡ антиматдәгеҙҙе арттырыр, еңеүҙәргә сарсаған йәнегеҙгә антивирус булып ятыр, битарафлығығыҙға антибиотик булыр, ижади микрофлорағыҙҙы яҡшыртыр, һеҙҙе камил инсан итер!
Заһир ҠОТЛОСУРИН.
КИРЕ СЫҒЫРҒА