«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРОҒОР ҺЫЙЫР, ТИМЕ? ХАЛЫҠСАН ҺӨЙЛӘШ ШУЛАЙ БУЛА!
+  - 


Заманалар үҙгәреүе, телдең күберәк әҙәби һөйләшкә күсә барыуы, алмашҡа килгән яңы быуындарҙың тел нескәлектәрен, байлығын, һутлылығын тулыһынса тоймауы һәм башҡа күп төрлө сәбәптәр арҡаһында телебеҙ ярлылана, һайыға, ҡата бара һымаҡ. Ауылда ололар менән генә боронғоса ихлас һөйләшеп булалыр бөгөн. Ә йәштәр менән бит һүҙ һайлап ҡына аралашаһың, улар һин әйткәндең барыһын да аңлармы, ниндәйҙер һүҙҙәрҙе ҡабул итерме-юҡмы, мәғәнәһе барып етерме, тип кенә.

Башҡорт телендә китаптарға ла инмәгән (бармай тип иҫәпләнгән), күптәр телмәрҙә ҡулланмаған, хатта тыйылған да һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, әйтемдәр бар. Телдә уларҙы агрессив фразеологизмдарға индерәләр, ахыры. Асылда, улар яҡшылап тикшерелмәгән дә, әммә һөйләш телмәренең бер ҡыҙыҡлы ҡатламын тәшкил итә. Мин бәләкәй саҡта ауылда оло инәйҙәр бындай һүҙҙәрҙе рәхәтләнеп ҡулланалар һәм берәү ҙә уларҙы бының өсөн шелтәләмәй ине. Сөнки был һүҙҙәр ҡарғау өсөн генә түгел, ә күп осраҡта эстәге тойғоларҙы сығарып бирер, әйтергә теләгәнде сәсрәтеп әйтер һәм кәрәк урынына еткерер өсөн ҡулланыла ине. Бына, ошондай һөйләшеүҙәрҙе ишетергә була ине:
- Ҡороғор һыйыр көтөүҙән айырылып ҡалған тағын.
- Бирәнләнеп йөрөй микән, айыу тартҡыр?
- Көтөүсеһе лә шул, күҙе сыҡҡыр нәмә, малды теүәлләп ҡарап алып ҡайтмай.
- Э-эй, әйтерең, ней атанан тыуған һуң ул? Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашай.
Бына шундай һеңдерә әйтеп һөйләшелгән, әйтем-мәҡәлдәр менән байытылған була торғайны инәйҙәр һөйләше. Урыҫ мөхитендә үҫкән әсәйемдең һөйләшеүе халыҡсан телмәрҙән алыҫ булғас, ауылдағы инәйҙәр-өләсәйҙәр араһындағы ошондай һөйләште ауыҙымды асып тыңларға яраттым. Бер инәйҙең малдарынмы, балаларынмы, "тума, бирән, түпәһе уйылғыр" тип әрләгәнен ишетеп, үҙемдең дә өйҙә балаларҙы тәрбиәләгәндә ҡулланып маташҡанымды хәтерләйем. Был тупаҫ тапҡыр фразеологизмдар менән байытылған һөйләшкә эйә булғандар тыңлаусыларын да ауыҙына ҡаратып ҡуя беләләр. Был үҙенә күрә телмәр үҫешенең бер кимәле, тел байлығының сикһеҙ белемен аңда һаҡлай белеү, тип иҫәпләйем мин.
Башҡорт телендәге боронғо һөйләш телен һәм уның бөгәрле-ҡатламлы эстәлекле һүҙ мәғәнәләрен яҡшы белгән кеше ине ҡәйнәм. Ябай ғына һауынсы ҡатындың телмәре шул тиклем бай булыуын уның олатаһы һәм өләсәһе ҡулында тәрбиәләнеп үҫеүе менән дә, шул ерлектә тел нескәлектәре нығыраҡ һаҡланыуы менән дә, шәхестең үҙенең аң кимәле яҡшы үҫешкән булыуы менән дә аңлатырға булалыр. Тел байлығын үҙләштерә һәм телмәрҙә дөрөҫ, урынлы файҙалана белеү - ул шул аҡыл билгеһе бит инде.
Берәй оло кеше тураһында яратмайыраҡ һөйләһәләр: "Ярай, күпһенмәгеҙ, уның да ғүмере арҡыры ағасҡа бәйләп ҡуйылмаған, йәшәгән тиклем йәшәмәҫ", - тип ҡуя. Берәй ирҙе һөйләһәләр: "Иргә ышанма, Иҙелгә таянма, ир -ир булып йөрөһөн, һин бисә булып донъя көт", - тиһенме, йәки бер туғандар һүҙгә килешһә: "Ағай-эне талашҡан, атҡа менһә ярашҡан, ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ. Бар, туғаныңдың тупһаһына баҫ, сәләм биреп ишеген ас - ярашырһығыҙ", - тип, йәш ҡатындарға: "Иргә бикә кәрәкмәй, иркә кәрәк", - тип кәңәш бирә. Үҙеңдәге аҙҙы икенсе берәү һораһа: "Хәйерсене теләнсе талаған, ти", - тип көлә йә: "Бүлгән һайын күбәйермен, тигән, ти", - тип булған әйберен бүлешә. Бер хәлгә аптыраһа: "Уйлап уйым, буйлап буйым етмәне", тыңламай һуғылған балаға: "Тибеләм тигән ҡолон инәһенең ҡойороғона төртөлөр", ир артынан йүгергән ҡатындарҙы: "Ирҙе һөйҙөрәм тип мирҙы көлдөргән, ти" - тип бер һөйләм менән генә сәпәй ҙә ҡуя. Көн тәртибе тотмағандарҙы: "Иртәнге сәйен төш эсеп, төшкө тамағын кис ашап йәшәгәндәр"- ти, ялҡауҙарҙы: "Арҡырыны буй һалмаған әҙәмдәргә ни минауат" - тип ебәрә. Ир-егеттең ҡылығын маҡтау йә шелтәләүен дә ымлыҡтарҙы алыштырып ҡына ла белдерә ала: "Һай, ирең; э-эй, ирең; йә-ә, ирең; ай, ирең". Мал араһында йөрөгәнендә малдарын орошоуын да, яратыуын да, һоҡланыуын да агрессив фразеологизмдар аша сағылдыра: "Ҡороғор һыйыр, ҡалайтып торған була, суҡынған нәмә булды бит был, күҙе аҡшайған мал булғыры, ҡәһәр һуҡҡырҙы һайғау бөткәнсе яраһы бар..." Ә үҙе шул тиклем мал йәнле, уларға бармаҡ осо менән дә һуҡмаған, малды оҫта тәрбиәләй белгән ҡатын булды. Тимәк, бындай телмәр һәр осраҡта ла уй йәки ҡылыҡ ҡаралығын аңлатмай, ә тойғоларҙы сығарыуҙың бер төрө булып та килә.
Күҙ алдында ятҡан нәмәне тапмай йөрөгәндә "күҙең сыҡҡанмы", аңламағандарға "тауыҡ баш" тиһәләр ҙә аптырамайбыҙ. Оҙаҡ уйнап ҡайтҡан балаларҙы "аяғыңды өҙөп ултыртам, аяғыңды һындыра һуғам", һорамай алғанда "ҡулыңды өҙәм", ярамағанды һөйләгәндә "телеңде ҡырҡып алам" тип тә әрләйбеҙ, тыңлама, иғтибар итмә, тигәндә "сыс ҡолағына", "төкөр ауыҙына", теләһә ни эшлә тигәнде "суҡын" тип тә әйтәбеҙ. Был һүҙҙәрҙе туранан-тура ҡабул итмәҫкә икәнде телде дөрөҫ аңлаған кеше белә, әммә уны бөгөнгө быуын йәштәренә ҡулланып булыуы икеле. Үпкәләп китеүҙәре лә бар. Бер миҫалда йәш ҡыҙ менән һөйләшкәндә "Хәйерсегә ел ҡаршы инде" тип хәсрәтен бүлешәйем, тиһәм, "Ни эшләп мин хәйерсе булайым?" тип ҡылтайып ҡалды. Был бит ошондай уңышһыҙ эштәр тураһында һөйләгәндә әйтелә торған әйтем, тип, саҡ тынысландырҙым. Телдән төшөп ҡалып бөтөп барған фразеологизмдарҙы, уларҙың агрессивтарын да ҡайҙан белһен инде улар? Беҙҙең Бөрйән яҡтарында халыҡ тупаҫыраҡ итеп, әммә һутлы һәм һеңдерә әйтеп һөйләшә. Был айырмалы рәүештә бер ерлек үҙенсәлеге тип уйлайым. Мәҫәлән, өй таҙалап сыҡҡанды "йыйыштырҙым" ғына тимәйҙәр, ә "һыпырып таҙалап сыҡтым", әрләгәнде "һыҙыраһынан әрләнем", һыйыр һауғанды "дыһырҙатып һауып алдым", ныҡ йоҡлағанды "иҫһеҙ йоҡлағанмын", белмәгәнде "шыпа белмәй ҡалғанмын", ныҡ илағанды "соҙорап илап ҡалды", үткен кешене "сәсрәп тора", ныҡ тыйғанды "түпәһен төйөп ултырттым", ныҡ әйткәнде "һенәһен ҡатырғансы әйттем" тиҙәр. Бик күп улар, барыһын да һанап сығып булмайҙыр.
Күрше инәйҙең ейәндәре йәйҙәрен күмәк булып йыйыла ла, бәләкәй балалар араһында талаш-тартыш сығып китһә, "Ҡырҡ ата балаһын тыңлатып буламы" тип орошоп йөрөгән була торғайны. Ҡыҙ балаларынан тыуған ейәндәре менән ир балаларынан тыуған ейәндәрен дә бер әйтем менән генә айырып билдәләй: "Инә туғанлығы табын артында, ир туғанлығы ҡан тартымда". Был нимәне аңлата ул, тип һорайым, әлбиттә. "Ҡыҙ балаларымдан килгән ейәндәрем ҡалай ғына ҡәҙерле булһалар ҙа, табыным түрендә ултырһалар ҙа, икенсе ҡан балалары, улдарымдан тыуған ейәндәрем, артыҡ иркәләтеп торолмаһа ла, шәжәрә ағасының ботаҡтары, улар бер ҡанды дауам иттереүселәр", тип тағатып бирә әйтемен инәй. Унан, бөтөн эшен ҡуйып, шул ейәндәрен һыу буйына йәки боҙ шыуырға алып барғанда ла, "Бала батшаны еңгән", "Баллар ней, бер яҡтан йәннәт, икенсе яҡтан бәйнәт" йәки "Буран көндө буҡ ҡыҫтаған, ти" тип һуҡранып китеп бара торғайны. Һәр әйткәне ҡандай ҙа тәрән мәғәнәгә, фәлсәфәгә эйә үҙенең, шулай бит? Әткәндәй, бер журналистың яҙмаларында "Аҡҡа төшкәнсе, буҡҡа төш" тигән әйтемде йомшартып "Ҡағыҙға төшкәнсе, бысраҡҡа төш" тигән халыҡ" тип яҙғанын уҡығайным. Йәнәһе, халыҡ әйткәнсә итеп яҙһаң, мәҙәниәтһеҙлек булып килеп сығасаҡ, ҡағыҙҙа улай ярамай. Юҡ шул, туғаным, халыҡ улай "культур-мультурлап" тормаған, тупаҫыраҡ, әммә тапҡыр итеп әйткән дә ҡуйған. Ул шуның өсөн дә халыҡ.
Агрессив фразеологизмдар менән тупаҫ яңғырашлы әйтемдәр араһында айырма бар, әлбиттә, әммә мин бында уларҙың бер функцияны - халыҡсан тел байлығын булдырыуын күҙ уңында тотам. Яңғырашта ысынлап тупаҫ һәм ҡаты, хатта дин күҙлегенән тыйылған (ҡарғышлы) булғанда ла, был һүҙ байлығы беҙҙең халыҡ телендә булған, йәшәгән һәм уларҙы "оҡшамай", "мәҙәниәтһеҙлек" тип кенә юйып ташлап булмай. Уларҙы хатта үҙгәртергә, шымартырға һәм мәҙәниләштерергә лә ярамай, минеңсә. Бөгөн бит әҙәби телдә һөйләшә белгәндәр (Аллаға шөкөр) күп тә, халыҡсан телде һаҡлаусылар һирәк. Бына ошо хаҡта ине һүҙем. Ошо һөйләшеүҙе, йә, кем дауам итә?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.20 | Ҡаралған: 547

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru