Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан ауылдарҙа, хатта ҡалаларҙа ла һуғым һуйыу, оҙон ҡышҡа ризыҡ хәстәрләү кеүек матур мәшәҡәттәр менән геү килде халыҡ. Башҡа халыҡтарҙа нисектер, әммә беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә был йола мотлаҡ атҡарыла торған йәшәйеш ҡағиҙәһенә әйләнгән. Һуғым осоро - етеш тормош, именлек, бәрәкәт, ҡот билдәһе, тигән боронғолар. Ниндәй ғаилә нисек ғәмәлгә ашырҙы икән был йоланы, Яңы йыл табыны ниндәй ризыҡтар менән биҙәлде икән? Ошондай ҡыҙыҡһыныу менән республиканың көньяғына төбәнек һорауыбыҙҙы.
Фирүзә ТҮЛӘБАЕВА, Күгәрсен районы Үрге Санъяп ауылы: Был матур йола беҙҙең ғаиләлә йыл да еренә еткереп атҡарыла, әлбиттә. Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауылда йәшәүселәр ҡышты йәй үк хәстәрләй башлай. Быйыл йыл ҡоро килһә лә, баҡсабыҙ ишелеп уңды. Помидор, ҡыяр, боростан ҡышҡылыҡҡа төрлө әҙерләмәләр күп эшләнек. Балалар ҡайтһа, йәмле йәйҙең йәме итеп, өҫтәлгә сығарып ултыртабыҙ. Емеш-еләктән тыш, һөҙмәһен, ҡоротон, аҡ май, һары май кеүек һөт ризыҡтарын да туңдырып ҡуябыҙ. Эремсектең ағын да, ҡыҙылын да әҙерләйбеҙ. Ҡышын былай ашауға ла, төрлө бәлеш-ләүәштәргә эслек итеү өсөн дә ярап ҡала.
Ҡош-ҡорт, мал итен, уларҙың эс-бауырын да эшкәртеп, туңдырғыста һаҡлайбыҙ. Ҡышҡа етерлек итеп тултырма тултырабыҙ. Беҙҙең яҡта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һуғым һуйғас, кисен бер-береһенә йөрөп, күп итеп билмән яһарға ғәҙәтләнгән. Уны туңдырып, көн һыуыҡта ҙур кәстрүлдә соланға ултыртабыҙ, йә туңдырғысҡа урынлаштырабыҙ. Ҡапыл ғына ҡунаҡ килеп төшһә, ҡул аҫтында әҙер ризығың бар, тигәндәй. Үҙебеҙгә лә ярап ҡала.
Малдың баш-тояғынан ҡойҡа яһайбыҙ. Ауыл кешеһенең эше йәйен дә, ҡышын да бөтөрлөк түгел инде ул, ял бик эләгеп бармай. Икенсе яҡтан, магазин-кибеттәргә килгән ризыҡты бар тип тә белмәйбеҙ, үҙебеҙҙең хәләл ризыҡ менән һыйланабыҙ, ҡалала йәшәгән балаларға, туғандарға күстәнәскә ебәреп торабыҙ.
Яңы йыл табыны ни тиклем бай булһа, йыл буйы бәрәкәт оҙатып йөрөй, тигән ырым йәшәй халыҡта. Шуға был байрамды лайыҡлы ҡаршы алырға, йыл хужаһын ҡыуандырырға тырышабыҙ. Бында ла өҫтәлде тик үҙебеҙ әҙерләгән милли ризыҡтар, баҡсабыҙҙа үҫкән йәшелсә, емеш-еләк менән биҙәйбеҙ. Йыл һайын йә ҡаҡланған, йә алма, ҡара емеш тултырылған ҡаҙ менән һыйлайым ғаиләмде. Тәмле лә, әҙерләүе ҡатмарлы ла түгел.
Гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашайым әле рецебым менән. Ҡаҙҙы һуйып эшкәрткәс тә ҡаҡлаһаң, Яңы йылға әҙер була. Бының өсөн ҡаҙҙы таҙа һыу менән яҡшылап йыуаһың да, һыуын һарҡытып, ҡороғансы таҫтамал менән һөртәһең. Аҙаҡ уны тоҙ менән ышҡыйһың. Ҡанат аҫтарын, эсен дә ныҡлап ыуаһың. Һыуы-һүле ағып тормаһын. Һуңынан кәстрүлгә бер кило тирәһе, артығыраҡ булһа ла ярай, тоҙ һалып, ҡаҙҙы күмеп ҡуяһың. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, ышҡып, тоҙонан таҙартаһың һәм элеп ҡуяһың. 20-30 көндән ашарға ярай. Бындай ысул менән ҡаҡланған ҡаҙ бик оҙаҡ һаҡланырға мөмкин.
Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНА, Көйөргәҙе районы Яңы Муса ауылы: Эйе, ауыл халҡы йәй етеү менән ҡышҡа әҙерләнә башлай. Сәскән-урғаны ла, аҫраған ҡош-ҡорто, малы - барыһы ла оҙон ҡыш буйы ғаилә менән бергәләп ашарға насип булһын тип туплана. Ҡаҙ өмәләре, һуғым аштары гөрләп үтте ауылда. Элекке кеүек, хәҙер халыҡ һалҡын көндәр килеп, ер туңаҙығанын көтөп тормай. Кейек ҡаҙҙар йылы яҡҡа китергә йыйынып, һауала өйөрөлә башлау менән беҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ихаталағы ҡош-ҡортон урынлаштырыу хәстәрлеген күрә лә башлай. Борон ғына ул һыуытҡыс шкафтар, һандыҡтар, камералар булмағанда һыуыҡ төшкәнен көтә инек. Был, билдәле инде, ҡош-ҡортто, малды һуйыу менән туңдырып ҡалыу ниәтендә эшләнә ине. Хәҙер йәтеш: көн йылы торғанда уҡ рәхәтләнеп ҡаҙ-өйрәкте тышта йолҡоп, эшкәртеп, туңдырғыстарға тултырып ҡуяһың. Быйыл да был күңелле эште күптән теүәлләп ҡуйҙыҡ.
Беҙҙә ҡош-ҡорт тотмаған кеше бик һирәк. Олоһо ла, йәше лә береһенән-береһе уҙҙырып, сәмләнеп, күп итеп аҫрайҙар. Уларҙы тотоу өсөн ауыл да бик уңайлы. Ҡаҙ-өйрәккә ни, аҙыҡҡа ҡарағанда, күберәк йылғала йөҙөргә кәрәк бит инде - уныһы иһә эргәлә генә. Тик һуңғы йылдарҙа уның ике яҡ ярын шырлыҡ баҫып алып бара, шуныһы ғына ҡаҙ-өйрәк аҫраусыларҙы борсоуға һала. Ҡырҡып та, бысып та алып бөтмәҫлек нәмә шул. Бәпкәләр бәләкәйерәк сағында ҡарауһыҙ һыуға төшөрөүе ҡурҡыныс булып тора. Өҫтәүенә, ни сәбәптәндер, ҡондоҙҙар ауылға яҡынайҙы. Улар ярҙың ике яғынан да ағастарҙы кимереп, йылғаны бер нисә урындан быуып ҡуя. Ҡош-ҡортҡа тейеүенән шикләнмәйбеҙ ҙә ул. Йылға һайығайып ҡалды. Әлегә ҡош-ҡорт йөҙөрлөк урындар бар әле, ҙурая биргәс, көн оҙонона шунда йөҙәләр.
Сепейҙе беҙҙә кемдер иртә яҙҙан уҡ ала ла, бер аҙ үҫкәнен көтөп, өйөндә, аласығында тота, икенселәр йәй башында көндәр йылына биргәс кенә алып ҡайта. Беҙ ҙә бер аҙ үлән йәшәргәс кенә алабыҙ ҙа, шунда уҡ урамға ла ебәрәбеҙ. Һуңыраҡ алһаң, бик ауырымайҙар ҙа һымаҡ. Шулай ҙа тәүҙә бала һымаҡ ҡарарға кәрәк инде. Ҡараһаң, тәрбиәләһәң генә "мал" була улар.
Һәр ауылдың үҙенә генә хас йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте бар. Ҡаҙ өмәләренә лә ҡағыла был үҙенсәлек. Ҡайһы бер яҡтарҙа ҡулалмаш йәки бер-береһенә ярҙам итеп эшләйҙәр ҙә, йәғни, килеп, ҡош-ҡортто эшкәртергә булышалар ҙа, эш бөткәс тә таралышалар. Ә беҙҙә был ғәмәл боронғоса үтә. Күрше-тирә, туғандар менән алдан уҡ көн билдәләп ҡуябыҙ ҙа, бер көн - берәүҙә, икенсеһендә - икенсе күршебеҙҙә, шулай көн һайын йәки көн аша эшләйбеҙ. Аҙна-ун көнгә һуҙылып китә был күңелле мәшәҡәтебеҙ. Йыл һайын көтөп алабыҙ уны. Кәрәкле әйберҙәр, һауыт-һаба, бау кистән әҙерләп ҡуйыла, өмәгә саҡырылған ҡатын-ҡыҙ иртән иртүк килеп етә. Ҡаҙҙарҙы тотошоп, бәйләшеп биреүҙән башлап, бөтә эш йолаға ярашлы атҡарыла. Һәр ҡошто йолҡорға алған һайын "Бер башың икәүгә етһен!" йәғни, "Икенсе йыл тағы ла күберәк булһын!" тип теләктәр әйтеп эшләйһең. Кисен ирҙәре, балалары менән ашҡа киләләр. Хужалар уларҙы мунса яғып, табын әҙерләп ҡаршы ала. Ҡоштарҙы үҫтергән кешеләрҙе маҡтай-маҡтай, уларҙы иҫән-һау ашарға яҙһын тип, теләктәрен теләй-теләй, йырлап-бейеп бик күңелле ултыралар.
Һуғым һуйыу йолаһы ла теүәл үтәлә беҙҙә. Элекке кеүек, эске менән үтмәй хәҙер улар. Халыҡтың йылдан-йыл был насар ғәҙәттәренән арына барыуы айырыуса ҡыуаныслы. Оло мал һуйғас, шулай уҡ күмәкләп, һыйыр эсәгенән тултырма тултырабыҙ, йылҡыныҡынан ҡаҙы, күмәкләп билмән яһайбыҙ. Өлкәндәрҙән үҙебеҙ өйрәнәбеҙ, йәштәргә өйрәтәбеҙ.
Ҡышҡылыҡҡа йыл да итте турағыс аша үткәреп, билмән, тефтель, кәтлит кеүек нәмәләрҙе алдан әҙерләп, туңдырып ҡуям. Балалар ҡайтып төшһә йә көтмәгәндә туғандар килеп тулһа ла, тиҙ генә бешереп, өҫтәлгә ҡуйырға бигерәк йәтеш. Быйыл тултырманы ла тултырып ҡуйҙыҡ әле. Халҡыбыҙҙың был милли ризығы йыл һайын беҙҙең Яңы йыл табынын биҙәй.
Көнсығыш календары буйынса киләһе йыл - Һыйыр (Үгеҙ) йылы. Шулай булғас, өҫтәлдә һыйыр малы итенән ризыҡ булырға тейеш түгел тиҙәр. Мин йондоҙнамәгә ышанып етмәйем. Шуға күрә яҡындарымды быйыл да үҙебеҙҙең таҙа һарайҙа, сифатлы аҙыҡ ашап ҡына һимертелгән хәләл малыбыҙҙың итенән бешерелгән милли аҙыҡтар, үҙ баҡсабыҙҙа үҫкән емеш-еләктән эшләнгән, бешерелгән компоттар, бәлештәр менән һыйлаясаҡмын.
Тултырманы һәр төбәктә төрлөсә эшләйҙәр. Малдың үпкә-бауырынан да, баш итенән дә әҙерләйҙәр. Мин үҙемсә тултырам. Үпкә, бауыр, йөрәкте ит турағыс аша үткәреп, уға күп кенә итеп фарш ҡушам. Балалар бәләкәй саҡта үпкә-бауырҙан ғына булһа, ашамай ине. Тамаҡтарын һыйлайым тип, ит һалырға ғәҙәтләнеп киттем. Һуңынан үҙемә лә шулай тәмлерәк булып тойолдо ла, хәҙер һәр ваҡыт шулай эшләйем.
Әҙер иҙмәгә самалап тоҙ, ҡара борос, туралған һарымһаҡ, бер аҙ бүрттерелгән дөгө ярмаһы һалып, яҡшылап бутайым да, бер яҡ осо еп менән ныҡ итеп бәйләнгән эсәккә тултырам. Тығыҙ итеп һалмағыҙ, Бешкәндә ярылып китмәһен өсөн уны артыҡ тығыҙ итергә ярамай, бик үк бушаҡ та булмаһын, юғиһә, киҫәктәргә бүлгәндә эсе тараласаҡ. Тултырып бөткәс, эсәктең ике осон да ныҡ итеп бәйләп ҡуяһың инде.
Бешергән ваҡытта тултырманы мотлаҡ ҡайнар һыуға һалығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ярылмаһын өсөн, бер нисә урындан энә менән тишегеҙ. Артыҡ оҙаҡ бешермәйем, үпкә-бауыр ҙа, туралған ит тә тиҙ бешә, 1 сәғәт тигәндә уны ипләп кенә һыуҙан алам. Алғас та киҫкеләй башламайым. Бер аҙ үҙенең боҫонда тәмләнеп ултырырға бирәм дә, өҫтәлгә алып сығып, ҡунаҡтар алдында ҡырҡып, йәшел тәмләткес менән биҙәп, һәр кемдең алдына тәрилкә менән бирәм.
Нәфиә һәм Зәки ШӘРӘФЕТДИНОВТАР, Мәләүез ҡалаһы: Быйыл бик үҙенсәлекле йыл булды. Һағайып көтөп алған кәбисә йылы ла тамамлана. Боронғоларҙың һынамыштары буйынса, йыл ауыр булырға тейеш ине. Ысынлап та, башҡа йылдарҙан айырмалы ҡатмарлы ғына булды ул республика халҡы өсөн. Йәйен эҫе көндәр, ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты. Өҫтәүенә, тажзәхмәт таралыуына бәйле көндәлек тормошобоҙ тәртибе үҙгәрҙе. Бигерәк тә ҡалала, фатирҙа йәшәгәндәр өсөн ауырға тура килде.
Беҙ үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Шуға күрә яҙғы үҙҡурсаланыу режимында йәшәү улай уҡ ҡыйынға тура килмәне, һиҙмәнек тә, тип әйтергә лә мөмкин. Баҡсала эшләнек, йыл һайын һуғымға тип үгеҙ аҫрайбыҙ, шуны тәрбиәләнек, иш янына ҡуш тиеп, бройлер тауығын да алғайныҡ. Йәй буйы ейән-ейәнсәрҙәр менән ихатала мәж килдек.
Ғүмеребеҙҙең байтаҡ өлөшө Ейәнсура районында үтте. Хаҡлы ялға сығыр саҡта ғына ҡалаға күсеп килдек. Ерегеп китә алмай бер булдыҡ тәүҙә. Фатирҙы йортҡа алмаштырып, эргәһенә ҙур булмаған һарай төҙөп, һөт кәзәһе тота башлағайныҡ. Боронғолар, кәзәне маҡта ла һыйырҙы һау, тип, белмәй әйтмәгән икән. Һыйыр алғас ҡына тормошобоҙға йәм инде. Көтөү менән бәйле проблемалар була торғайны, әммә үҙең һауған һөт, яңы ҡаймаҡ менән сәй эсеү - үҙе бер ғүмер бит ул. Йыл һайын башмағын һуйып, ауылдағыса күрше-тирәне, дуҫтарҙы, туғандарҙы һуғым ашына йыябыҙ. Быйыл да, йыл ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, был байрамды, күп кеше йыймай ғына, дөрөҫөрәге, кем һуйырға, эсәген йыуышырға килгән, шуларҙы саҡырып, йоланы тулыһынса үтәп, үткәреп ебәрҙек.
Мал салғандағы бар йоланы күҙәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, бысаҡты теләгән бер кешегә бирмәйбеҙ. "Ҡулы татлы" тигән исеме сыҡҡан кеше генә был эште атҡара. Ир-егет тиреһен һыҙырып, ит бүлгән арала, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, эсәген йыуабыҙ. Бында ла оҫталыҡ, таһыллыҡ кәрәк. Йыуа белмәгән йәки йыуырға теләмәгән кешегә үпкә-бауырын, йөрәген биреп, ҡурҙаҡ ҡурырға индереп ебәрәбеҙ. Яңы ғына һуйылған малдыҡы бигерәк тәмле була. Һуғым һуйғас, иң беренсе муйын итен алып бешерергә һалабыҙ, алай-былай иткәнсе, йомшаҡ ҡына булып бешеп тә сыға. Быйыл өмәселәрем тултырмаһын тултырып, туҡ эсәк-ҡарынын, деликатес тип әйтәбеҙ беҙ уны, бешекләп ҡайтып китте. Унан ҡыш буйы аҙлап бөйөрөк бешереп ашайбыҙ.
Элекке һымаҡ, табынға иҫерткес эсемлек ҡуймайбыҙ. Геркулестан буҙа ҡойорға ла өйрәнеп алдым. Уны даими рәүештә түгел, танһыҡҡа ғына эшләйем. Үҙебеҙҙең тәмле-татлы милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләйбеҙ. Һуғым ашында мотлаҡ өҫтәлдә бишбармаҡ була. Һалманы ҙур шаҡмаҡтарға бүлеп, ҡайнар һурпала ғына бешереп, ҙур тәрилкәгә һөҙәбеҙ ҙә, өҫтөнә уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә бүленгән итте һалабыҙ. Уның өҫтөнә түңәрәкләп киҫелгән һуған, йәшел тәмләткес һибәбеҙ. Һурпаһын бәләкәй тәрилкәлә йәки кәсәлә ҡорот менән генә бирәбеҙ, туҡмас һалмайбыҙ.
Йәшерәк саҡта ҡышҡылыҡҡа тип аҙыҡ-түлек туплағанда мотлаҡ Яңы йыл табынын күҙаллай торғайныҡ, ә хәҙер йәй башынан ошо һуғым ашы тураһында уйлайбыҙ. Был көндә йәй әҙерләнгән ҡайнатманың, йәшелсә салаттарының иң тәмлеһе өҫтәлгә сығып ултыра.
Хәҙер күптәр, бешереүе оҙаҡ тип, магазиндан әҙер бауырһаҡ, сәк-сәк ала. Һирәк бешерһәң генә мәшәҡәтле һымаҡ ул. Йыш тотонһаң, оҫтараһың. Мин үҙем бик ҡыҫҡа ваҡытта әллә күпме өлгөртәм. Һыуытҡыста туңдырып иретелгән 5 йомортҡаны (күп кеше булһа, 10 йомортҡа) блендерҙа оҙаҡ ҡына әйләндерәм. Элегерәк ҡул менән туҡығанда ағын, һарыһын айырым туҡый инем. Шулай иткәндә, ҡамыр айырым матур була торғайны. Был масса күҙләнеп, күпереп торорға тейеш. Уға бысаҡ осонда ғына тоҙ, он һалып, тиҙ-тиҙ хәрәкәттәр менән ныҡ итеп баҫығыҙ. Йомшаҡ ҡына булырға тейеш ҡамыр. Ваҡытығыҙ булһа, уны бер аҙ "ял" итергә һалып тороғоҙ. Самалы булһа, шунда уҡ йәйеп, үҙегеҙ теләгән ҙурлыҡта киҫеп бешерегеҙ. Бауырһаҡ ярылмаһын өсөн ҡаҙанығыҙҙағы майҙы бер аҙ һыуытып алығыҙ. Ҡайһы бер кеше һыуытыр өсөн һыу өҫтәй. Әммә ул бик хәүефле. Бер шулай ҡабаланған ваҡытта һыу һалғайным, түбәгә тиклем май сәсрәне. Бауырһаҡты мин балламайым. Теләгән кеше сәй эскәндә бал ҡушып ашай. Бер бешергәндә сәк-сәк, бауырһаҡты күп итеп бешереп ҡуям, ул оҙаҡ һаҡлана, тәме үҙгәрмәй.
Ғөмүмән, беҙ бөтә нәмәне алдан йәтешләп, әҙерләп ҡуйырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Быйыл һуғымдың ике артҡы ботон тулыһынса ит турағыс аша үткәреп, ярымфабрикаттар эшләп ҡуйҙыҡ. Яңы йылға, һуңынан ашарға ла тип, 18 килограмм билмән, 10-ар килолап барҙыр, манты, голубцы, кәтлит яһап, туңдырып ҡуйҙыҡ. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр килеүенә тиҙ генә әҙерләргә хәтәр уңайлы. Бешеренеп ваҡыт үткәрмәйбеҙ, күберәк аралашабыҙ. Картуф, һуған туңһа, тәме, төҫө үҙгәрә, шуға күрә мантыға, кәтлиткә был йәшелсәләрҙе күп һалмайбыҙ, ҡайһы берҙә бөтөнләй өҫтәмәйбеҙ. Улар урынына күп итеп ҡара борос һибәм, мантыға бер аҙ дөгө өҫтәргә лә була. Майлы ит булһа, һеңеп, тәмле генә булып бешә. Оҙаҡ һаҡлана торған булһа, билмәндең дә, мантының да ҡамырын ҡалын итмәҫкә кәрәк.
Шул ҡәҙәр аҙыҡты ҡасан ашап бөтөрәләр икән, тип аптыраусылар булыр. Беҙҙең йорт юл ыңғайында ғына ултыра. Балаларҙан тыш, яҡташтар, туғандар тегеләй үтһәләр ҙә инәләр, былай үтһәләр ҙә. Беҙҙең ишек һәр кемгә асыҡ. Ҡунаҡ менән бәрәкәт килә бит. Бынауы коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле ҡайһы берҙә һуғылмай үтеп китһәләр, яманһыу булып ҡала хатта. Алла бирһә, Яңы йыл беҙҙең барыбыҙға ла яңы ҡыуаныстар, яңы уңыштар ғына алып килһен инде. Һәр кемдең үҙенә тип әҙерләгән ризығы үҙенә, яҡындарына, ҡунаҡтарына насип булһын! Матур йылдар килһен, һәр кемебеҙҙең ниәте, хыялы бойомға ашһын!
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА