Бер кисәлә...
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо айҡанлы тотош республикала һәм милләттәштәр күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл дауамында башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторолдо. Тематик йылға йомғаҡлау 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә, Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ла үтте.
Сара Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышынан башланды. Кәңәшмәлә Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип үткәрергә тәҡдим итте. Артабан сара "Тамыр" телеканалы әҙерләгән концерт һәм Ҡоролтай уҙғарған бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы менән дауам итте. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлап, тамырҙарҙы, тарихты һәм туған телдәрҙе онотмаҫҡа саҡырҙы. Был юҫыҡта алып барылған эштәрҙең Башҡорт теле йылы менән генә тамамланмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән бәйге еңеүселәре дипломдар һәм статуэткалар менән билдәләнде. Улар иң әүҙем ҡала һәм район хакимиәттәре һәм ҡоролтайҙарына, Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмаларына, хатаһыҙ ҡала һәм райондарға, башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыуҙы ойоштороусыларға, иң яҡшы 10 дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарына, Ҡоролтай эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртыусы журналистарға тапшырылды. Сара Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде.
Оҫталар табылды...
Ошо уҡ кисәлә БР Мәҙәниәт министрлығы I "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен тантаналы рәүештә ҡотланы. Гран-приға "Мәргән уҡсы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды.
Еңеүсегә төп награда - 300 мең һумлыҡ сертификатты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Конкурста Юлай Рәфҡәт улы "Башҡорт милли костюмы - реконструкция" номинацияһында улус старшинаһы образын күрһәтте. Һыбайлы костюмын автор музей архивтары документтары буйынса тергеҙгән. "Заманса авторлыҡ костюмы" номинацияһында беренсе урынға Роза Юлдашбаева лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы), "Башҡорт милли биҙәүестәре" номинацияһында - Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), "Башҡорт милли костюмы - реконструкция" номинацияһында - Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), "Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары" номинацияһында - Гөлдәр Шабиева (Салауат районы) еңеүсе тип табылды. Уларға 100-әр мең һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Ҡоролтайҙар баһаланды
Республика район һәм ҡалаларында башҡорт теленә булған иғтибар урындағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле.
Шуға ла Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһағанда муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә әүҙем эшләгән ҡоролтайҙарҙың эше баһаланыуы аңлашыла ла. Һөҙөмтәлә ҡалалар араһында беренсе урынды Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы, икенсене - Стәрлетамаҡ, өсөнсөнө - Өфө ҡалаһы яуланы. Башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән иң яҡшы райондар һәм унда эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары исемлегенә дүрт район инде. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм башҡорттары ҡоролтайына - I, Миәкә районына - II, Борай һәм Асҡын райондарына III урын бирелде.
Күркәм бәйгеләр
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткәйне. Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстарҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡаралған, ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк.
Мәҫәлән, "Әсәм теле - сәсән теле" конкурсына 60-тан ашыу эш килгән. Һөҙөмтәлә "Башҡорт теле - туған телем" номинацияһында Салауат районынан Светлана Вәлиева, "Башҡорт теле - дәүләт теле" номинацияһында Өфө ҡалаһы 52-се лицейҙан Маргарита Гейт еңеүсе тип табылды. Светлана Вәлиева Ф.Туғыҙбаеваның "Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто..." шиғырын, Гейт Маргарита К.Кинйәбулатованың "Туған телем" шиғырын яттан һөйләне. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Р. Ғарипов, З. Биишева, М. Ғафури, К. Кинйәбулатова, З. Ханнанова ижадына мөрәжәғәт иткән.
Ә бына йүнселдәр өсөн "Тырыш!" конкурсында ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырылғайны. Ойоштороусылар 9 ғариза ҡабул иткән. Балтас районынан мебель оҫтаһы Садыҡов Рәфис еңеүсе тип табылған.
Йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелгән "Матур донъя" видеояҙмалар конкурсында 21 кеше ҡатнашҡан. Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы иң юғары баһаға лайыҡ булды.
Шиғыр һөйләнеләр...
Башҡортостанда шиғыр һөйләүселәрҙең "Башҡорт шағирҙарының шиғырҙары туған телдә" республика онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа башҡорт, урыҫ, сыуаш, удмурт, мари, татар телдәрендә барлығы 163 видеояҙма ҡабул ителгән.
Ярышта республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм Канаданан да ҡатнашыусылар булған. Шиғри һүҙ һөйләүсе оҫталар йышыраҡ Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева һәм Мостай Кәрим ижадына мөрәжәғәт иткән. Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-приҙы Миләүшә Әбүбәкирова яуланы. "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында 25 йәштән өлкәндәр араһында Гөлфирә Зөлҡәрнәева еңеүсе тип табылды. Ә бына "Ғаилә традицияларын һаҡлаған өсөн" номинацияһында Килмөхәмәтовтар һәм Вәлиевтарҙың ғаиләләре, "Сит илдә традицияларҙы һаҡлаған һәм тапшырған өсөн" номинацияһында Канаданан Сәрүәр Хәмзина еңеүсе булды. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында танышырға мөмкин.
Стипендиаттар аталды
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт теле көнөнә һәм шағир иҫтәлегенә арнап, тантаналы саралар, эшлекле һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Ошо сараларҙы йомғаҡлау байрамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт халҡының мәғрифәтсе шағиры һәйкәленә сәскәләр һалды һәм М. Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған студенттарҙы ҡотланы.
Быйылғы 2020-2021 уҡыу йылында махсус стипендияға республиканың юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының 15 студенты лайыҡ булды. Шулай уҡ университеттың педагогия коллективы республикала төҙөләсәк Евразия фәнни-белем биреү үҙәге нигеҙендә тормошҡа ашырырға теләгән проекттарын да күрһәтте. Ауыл хужалығы, нанотехнологиялар, генетика, уҡытыусы кадрҙар әҙерләү йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, улар Үҙәк менән берлектә башҡорт телен уҡытыуҙың халыҡ-ара системаһы проектын булдырырға иҫәпләй. Был сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарға башҡорт теленең һөйләү һәм яҙма телдәрен башлап өйрәнергә, Башҡортостан Республикаһының тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре менән танышырға ярҙам итәсәк.
Бикбай уҡыуҙары
Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуға 84 йыл һәм Башҡорт теле көнөнә арнап, "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Сараны БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, БР Яҙыусылар союзы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы ойошторҙо. Конференцияла республиканың төрлө мәғариф учреждениеларынан 400 уҡыусы һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Уларҙың эштәре "Башҡорт балаһы мин..." һәм "Шағир - милләтенең йөрәге" номинациялары буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә айырым баһаланды, һәр йәш категорияһында айырым еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Ҡатнашыусылар араһында айырыуса Баймаҡ, Бөрйән, Шаран, Ишембай, Салауат, Бүздәк, Хәйбулла райондары һәм Күмертау, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Туймазы, Өфө ҡалалары, Ырымбур өлкәһе уҡыусылары һәм педагогтары юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
Башҡорт ғаиләләре
Өфө ҡалаһының 140-сы Башҡорт гимназияһы Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Башҡорт ғаиләһе" конкурсы ойошторҙо.
Конкурста Өфө ҡалаһының төрлө райондарынан бәйге положениеһы талаптарына яуап бирерҙәй 14 ғаилә ҡатнашты. Ә талаптар ысынлап та бик етди ине: башҡорт ғаиләһендә туған телде, тарихты, шәжәрәне яҡшы белергә, башҡортса йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә, бер-береһе менән әңгәмә ҡора белергә лә тейештәр. Ошоларҙы үҙ ғаиләһендә төп шарт, ҡағиҙә итеп алған, икешәр-өсәр бала үҫтергән Кәримовтар, Дилмөхәмәтовтар, Рафиҡовтар, Мәхмүтовтар, Йәнтуриндар, Хәсәновтар, Сафиндар, Хәйруллиндар, Нуриевтар, Фазыловтар, Хәбибуллиндар ғаиләләре һоҡландырҙы. Улар, әлбиттә, башҡорт ғаиләһенең ысын өлгөһө, милләтте дауам итеү, тиңдәр араһында тиң итеү ҡанунын тормошҡа ашырыусылар. Был ғаиләләрҙе беҙ артабан республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә милләтте күтәрмәләүселәр сафында күрәсәкбеҙ әле, тигән ышаныс бар.
Бишек - ҙур донъяға ишек...
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы "Әсә йөрәге" төбәк ойошмаһы менән берлектә "Бишек" бәйгеһе ойошторҙо. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙә, туған телебеҙҙе үҫтереүҙә был проекттың әһәмиәте ҙур, тип баһаланды.
Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, туған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала рухына һеңдергән атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алған. Конкурста еңеүселәр "Бала башҡарған бишек йыры", "Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры", "Бишек эшләү оҫтаһы" номинацияларында билдәләнде. Баһалама комиссияһы ағзалары сараның бәләкәс балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади хыялын үҫтереүҙә, милли рух тәрбиәләүҙәге ролен баһаланы. "Бишек"те киләһе йылда бөтә Рәсәй кимәленә сығарырға тәҡдим иттеләр. "Бишек" бәйгеһенең йомғаҡлау сығарылышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 30 декабрҙә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА