Башҡа ерҙәрҙә нисектер, белмәйем, әммә беҙҙең яҡтарҙа үҙенең балаһынан башҡаны "кеше балаһы" тип кенә әйтәләр. Бәғзе ваҡыт, ярым шаяртып, кейәү, килендәрҙе лә шулай тип атап ебәрәләр. Бөгөнгө һүҙем тап шул "кеше балалары" хаҡында.
Кейәү менән ҡайны араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ алып барғандарын әллә ни ишеткәнем юҡ. Ғәҙәттә, был ике ир-ат үҙ-ара уртаҡ тел табыусан һәм күпселек осраҡта бер-береһенә "һыйып", яраҡлашып йәшәүсән. Ә бына ҡәйнә-кейәү, айырыуса, ҡәйнә-килен араһында ҡытыршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар йыш ҡына сығып торғанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ул хаҡта һәр төрлө мәҙәктәр ҙә күп. Бер әбей, көтмәгәндә, ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән кейәүенә килеп төшкән, имеш. Кейәүенең "Оҙаҡҡа килдеңме, ҡәйнәм?" тигән һорауына ҡәйнә кеше: "Һеҙҙе ялҡытҡанса булам әле", - тип яуаплаған. "Нишләп улай тиҙ, ҡәйнәм? Сәй эсеп тә тормайһыңмы ни?.." - ти икән "хәстәрлекле" кейәү ишек төбөндә өҫ кейемен һалып торған әбейгә…
"Яҡшы ҡәйнә" тигәндәй, бынан бер нисә йыл элек гәзиттәребеҙҙең береһендә "Ҡәйнәләр өлгөһө" тип аталған бер мәҡәләм донъя күргәйне. Үҙемдең ҡәйнәм - Раҡия Арыҫланова хаҡында ине ул. Ул инде туҡһандың берен ҡыуып барған тыл ветераны, әле булһа Баймаҡ районы Байым ауылында йәшәп ята. Йәш саҡтан уҡ барлыҡ кейәүҙәрен һәм килендәрен, әлеге әйтмешләй, "кеше балаларын" үҙенең ҡыҙҙары һәм улдарынан кәм күрмәгән, уларҙы һәр саҡ хөрмәт иткән был ҡәйнә хәҙерге ныҡ ҡына олоғайған көнөндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Сығышы менән Күгиҙел ауылынан булған Вәсилә исемле уңған килене менән Миһран улы ҙур ихтирам менән ҡәҙерләп ҡарай уны. Башҡа балалары ла уның янынан өҙөлмәй (8 бала ҡарап үҫтергән ҡәйнәмдең 21 ейән-ейәнсәре, 35 бүлә-бүләсәре бар). Әбейебеҙ яңғыҙлыҡтан ыҙа сикмәй инде. Йәй етһә, ихатаһы тулы бала-сағаларына ҡарап һөйөнөп туя алмай ул…
Бөгөнгө һүҙем дә фәҡәт тормошобоҙҙағы ыңғай күренештәр, донъябыҙҙы йәмләүсе гүзәл кешеләр хаҡында. Тағы бер изге күңелле ҡәйнә һәм шундай уҡ яҡшы әлеге "кеше балалары" - килендәр тураһында бәйән итергә ниәтем. Атайым вафат булғанда әсәйемә алтмыш туғыҙ йәш ине. Бәғзе күрше-тирәнең: "Яңғыҙың ауылда йәшәй бир әле. Килен ҡулына китергә ашыҡма, әле әллә ни ҡарт та түгелһең бит", - тип өгөтләүенә лә ҡарамаҫтан, шул йылды уҡ, бөтә булған мал-тыуарын, йорт-ҡураһын һатып, әсәйем Сибайҙа йәшәгән Юлай ағайым менән Йондоҙ еңгәмә күсеп сыҡты ла китте. Әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә еңгәмдең: "Ҡәйнәм, ауылда яңғыҙыңа ауыр булыр, фатирыбыҙ иркен, дүрт бүлмәле бит. Беҙ һине үҙебеҙгә күсереп алабыҙ", - тип ихлас күңелдән өгөтләүе тәьҫир иткәндер. "Өйөм, малым", тип тә йәбешеп ятманы әсәйем, иң мөһиме - ҡалаға күскәне өсөн бер ҡасан да үкенмәне. "Аллаға шөкөр", тип һәр саҡ шатланып ҡына ултырыр ине. Үҙенә бүлеп бирелгән кескәй бүлмәһендә намаҙ ғына уҡып, бала-сағаларына изге теләктәр теләп, Аллаға зекерҙәр әйтеп ултырғаны күҙ алдымда ҡалған. Һәр саҡ алсаҡ йөҙлө ағайым менән еңгәмә тулыһынса үҙен ышанып тапшырған әсәйем бер ҡасан да үҙенең иҫкәрмәләре, кәңәштәре менән балаларының эшенә ҡыҫылманы. Йәшәү шарттары менән дә һәр саҡ ҡәнәғәт булыр ине. Берәй кейем-маҙар һатып алып бирһәләр, улым тип түгел, ә "киленем әпирҙе", тип балаларса шатлана торғайны ул.
Тиҫтә йылдан ашыу ағайымдарҙа йәшәгәндән һуң, ғаиләбеҙҙә иң кесе булған Йәлил ҡустымдың хәләл ефете - Мөнирә киленебеҙ: "Ҡәйнәмде беҙҙең дә ҡарағыбыҙ килә, беҙгә лә килеп торһон", - тип, уны үҙҙәренә күсереп алып ҡайтыу теләген белдерҙе. Юлай ағайым менән еңгәм ризалашҡас, әсәйем ҡустыбыҙ йортона күсеп барҙы. Үҙенең эштәге дәрәжәһе - фән докторы, профессор булыуына ҡарамаҫтан, Мөнирә киленебеҙ әсәйемде хәстәрләүгә бар көсөн һалды, үҙ әсәһе һымаҡ яҡын күрҙе. Киленебеҙҙән бер ваҡытта ла зарланыу һүҙен ишетмәнек. Әсәйемдән күп кенә Ҡөрьән аяттарын да өйрәнеп алды ул. Аллаһ Тәғәлә ихтыяры менән киленебеҙҙең намаҙға баҫыуына ла, бәлки, намаҙкәр әсәйем сәбәпсе булғандыр. Әсәйебеҙ ҡартлыҡ менән сирләп киткәс тә, һуңғы көндәренә тиклем Мөнирә килен уны, ысын мәғәнәһендә, сабый бала һымаҡ итеп, күтәреп алып килеп өҫтәл артына ултыртып, ҡалаҡ тотоп ашатҡанын үҙ күҙҙәрем менән күрә торғайным. Бына шундай, беҙгә башҡа ғаиләләрҙән килгән изге күңелле "кеше балалары" - килендәр хаҡында нисек һөйләмәй ҡалдырыу мөмкин? Ғәзиз әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән өсөн был ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата уларҙың хәләл ефеттәренең ихтирамы һәм һөйөүе нисек тәрән булыуын, әлбиттә, күҙаллауы ҡыйын түгел...
Ғаиләбеҙҙә Ғәлиә исемле берҙән-бер апайыбыҙ ҙа бар. Әсәйебеҙ һәр йәй уның янына ауылға барып, айҙар буйы ҡунаҡта булып ҡайта ине. Апайым менән Рәүил еҙнәмдән дә тик яҡшылыҡтар ғына күрҙе ул. Юлай ағайым йә ҡустым уны Сибайға алып ҡайтырға тип килһә: "Ҡәйнәм, ҡайҙа ҡабаланаң? Беҙҙә тағы бер аҙ тора биреп ҡайтһаң ни була?"- тип еҙнәм дә йылы һүҙҙәрен еткерә торғайны. Әсәйемдең бына шундай бәхетле ҡартлыҡ кисереүендә үҙенең балаларының - шәхсән апайымдың, ағайым менән ҡустымдың роле хаҡында, әлбиттә, әйтеп тораһы ла юҡ, әммә был турала ("үҙебеҙҙекеләр" хаҡында) яҙып торманым. Бөгөнгө көндә Йондоҙ еңгәм менән Мөнирә киленебеҙ ҡәйнәләрен - беҙҙең әсәйебеҙҙе иң яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Шундай ҡәйнәләр һәм килендәр күберәк булһа, һәр ерҙә тормош та еңелерәк булыр ине, моғайын. Әсәйемде ҡәҙерләп ҡараған бына ошо "кеше балалары"ның ҡартайған көнөндә үҙҙәренең дә изгелекле бағыусылары булыуын Аллаһ Тәғәлә насип итһен, тип һорайым.
Халҡыбыҙҙа "Ни сәсһәң - шуны урырһың" тигән әйтем йөрөй. Әҙәпле булыу йәштәрҙән генә түгел, ә оло кешеләрҙән дә талап ителә. Үҙҙәре шәберәк саҡтарында кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә үҙенең улын (ҡыҙын) "ҡыҙғанып", йәштәрҙең араһына "һикереп төшөп", беҙҙең яҡта әйтмешләй, "тертәңләп", килендәре йә кейәүҙәренә ҡырын-мырын һүҙҙәр әйткеләп йөрөгән ҡәйнәләр ҙә күп. Ә инде ҡасандыр ауыр һүҙҙән "күңеле ҡалған" килендәр, үҙҙәре бер аҙ "йыуанайып" алғас, ғәҙәттә, ҡәйнәләренең әлеге "шәп, иғтибарлы" ваҡыттарын иҫләүсән. Килен кеше күҙлегенән ҡарағанда бигүк ғәҙел булмаған, йәш саҡтарында ишеткән ана шул насар һүҙҙәр тиҙ генә онотола һалмайҙыр шул. Шағирыбыҙ Аҡмулла олатай әйтмешләй, "Яман һүҙҙең күңелдән даты (туты) китмәҫ…" Күп кенә килендәрҙең ҡартайған ҡәйнәһен үҙ йортона яҡынлатҡыһы килмәүенең төп сәбәптәренең береһе тап бына ошондалыр. Ә ҡайһы бер ҡәйнәләр, хатта ныҡ ҡына ҡартайғас та, үҙҙәре балаларының ҡарамағында йәшәүенә ҡарамаҫтан, инде һәүетемсә олоғайып барған улы-килене араһына ҡыҫылып йә уларҙан үҙенең пенсия аҡсаһын ҡыҙғанып ултырыусан. Бындай ҡарт кешеләрҙең килен-кейәүҙәренә генә түгел, үҙ балаларына һыйып тороуы ла - икеле…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА