«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӨРМӘТ ҮТӘШЕВТЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында "Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы" исемле китап-альбом донъя күрҙе. Төҙөүселәре - Динара Ҡәйүмова һәм Зөлфиә Ҡарабаева.

Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Үтәшевтарҙың тыуған яғы - Хәйбулла районында китаптың исем туйы була. Уны Өфөнөң китап магазиндарында һатып алырға мөмкин. Динара Ҡәйүмова һөйләүенсә, китап "Сәхнә генералы - Хөрмәтулла Үтәшев", "Халыҡ һөйөүе - мәңгелек", "Тыуған бишек - киң донъяға ишек", "Ата-әсәйем мөхите" исемле бүлектәрҙән тора. "Фактуралы, оҙон буйлы Хөрмәтулла Үтәшев героик-романтик амплуалағы ролдәр менән дә (сөнки улар еңел бирелә һәм актер уларҙы шәп башҡара) сикләнеп ҡала алыр ине, әммә артист үҙен киң диапазонлы оҫта итеп танытты. Эпик пландағы киң күләмле ролдәрҙән тыш, ул сағыу, комик һәм эксцентрик, хатта гротеск жанрындағы ролдәр тыуҙырҙы: Салауат, Степан Разин, Сыңғыҙхан, Кемаль Ата Төрк, Эдип һәм Гарпагон, Юлғотло, Нөгөш… Ошо төрлө жанрҙағы, төрлө стилдәге һәм төрлө эстетик тәбиғәтле ролдәрҙә лә Хөрмәтулла Үтәшев үҙен иркен тоя. Тәү сиратта, Үтәшевтең ҡуш йөрәкле булыуы, ҡыйыулығы, сәхнәлә уйнарға көслө теләге һәм ҡәҙимге ҡалыптарҙы ҡурҡыу белмәйенсә боҙоуы ғәжәпләндерә", - тип яҙа китаптағы мәҡәләһендә театр тәнҡитсеһе Галина Вербицкая.
"Тыуған бишек - киң донъяға ишек" бүлеге Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәриповтың сәләмләүе менән асылған: "Заманында майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, майҙан ғына түгел, ялан батыры ла булған Ғаззали Үтәшев - сиҙәм ерҙәрендә иген сәсеп-урып, Тыуған еренә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән. Ғаззали батыр үҙенең аҡылы, тормошҡа ҡарашы, тәжрибәһе менән яҡташтары араһында абруй ҡаҙана, ихтирамға лайыҡ була. Үҙенән һуң лайыҡлы балалар ҡалдыра. Ғаззали батырҙың улы - республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә танылыу тапҡан Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев - районыбыҙҙың ғорурлығы".
Китаптың өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәре Хөрмәтулла Ғаззали улының хәтерләүҙәренә ҡоролған: бала саҡтың сағыу иҫтәлектәре, мәктәп һәм студент йылдары, әрме хеҙмәте, театр донъяһына аяҡ баҫыу, ижад юлы, етәксе һәм уҡытыусылыҡ эше… Был хәтирәләр барыһы ла халыҡсан, ябай тел менән яҙылған, китапты уҡыусылар үҙҙәрен мауыҡтырғыс ваҡиғалар уртаһында йөрөгәндәй хис итә.Һуңғы бүлектә авторҙың бер туған апаһы Фәриғә Күсәкованың иҫтәлектәре һәм шиғырҙары, Рәүеф Собханғоловтың Ғаззали батыр тураһында мәҡәләһе баҫылған.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 545

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru