Мин унынсы синыфты тамамлаған йылда, экзамендарҙың балы етмәү сәбәпле, юғары уҡыу йортона инә алмағайным. Шул арала совхозда айына һикһән һум тирәһе (ул саҡтағы яҡынса бер айлыҡ эш хаҡы) стипендия түләп, ауыл йәштәрен уҡытыу өсөн трактор курсы астылыр. Ана шул курстарҙа уҡып, тракторист-машинист тигән һөнәр алып, яҙ аҙағындараҡ бер аҙ ғына тракторҙа эшләп алдым. Төшкө ашҡа туҡталған мәлдә, "эттергес" тағылған С-100 ("Сталинец") тракторын өйгә ҡыуып алып ҡайта инем. Миңә, әле ун ете генә йәштәге малайға, ауылдаштарым, атайым менән әсәйем алдында бер аҙ ғына маҡтанып алыу теләге лә булғандыр инде.
Ҡыйлыҡтан - картуфлыҡ
Ул ғына түгел әле: берҙән-бер көндө улар өсөн бер файҙалы эш тә атҡарғым килде. Атайымдың "Картуф ере иҫкергән, икенсе урынға күсерергә кәрәк ине", тип һөйләнгән һүҙҙәрен иҫләнем. Ауылыбыҙ янында ағып ятҡан кескәй генә Ҡойолоһаҙ шишмәһе аръяғындағы сүплеккә (беҙҙең яҡта уны "ҡыйлыҡ" тип атайҙар) әллә ҡасан "күҙем ҡыҙып" йөрөй ине. Күп тиҫтә йылдар бөтә ауыл халҡы йәйен-ҡышын бар ҡый-ғыпырын ана шул ергә түгә. Ауыл сүплеген ни өсөн шулай "һағынып" иҫкә ала икән был, тип ғәжәпләнәлер бәғзеләр. Кешеләр сығарып түккән ул саҡтағы ҡыйҙың фәҡәт мал аҙбарынан сыҡҡан һалам ҡатыш тиҙәктән генә ғибарәт булыуы хаҡында оло быуын кешеләре (айырыуса ауылдыҡылар) яҡшы белә. Әлеге трактор менән баяғы ҡыйлыҡтың өҫтөндәге һаламын эттереп, ҙур ғына майҙанды тигеҙләп тә ҡуйҙым. Элек уба-уба булып ятҡан ошо ерҙең һаламдан таҙартылған урынын хәҙерге берәй баҡсасы күрһә, әллә күпме хаҡ биреп, уға сат йәбәшеп ятыр ине, моғайын. Сөнки бер аҙ ғына һорғолтораҡ төҫтә булған тиреҫле был ер, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "май кеүек" йомшаҡ ине…
Мин ерҙе һөрә башлағас, бер ҡасан да шундай ҙур машинала йөрөгәнемде күрмәгән атайым, баштараҡ бер аҙ борсолоп, яҡын-тирәмдә уралғылап йөрөнө лә, атын егеп, кинәт кенә әллә ҡайҙа юҡ булды. Кискә, мин эштән ҡайтыуға, ни күрәм: атайым әлеге тигеҙләнгән майҙан тирәләп урмандан киҫеп алып ҡайтҡан уҫаҡ бағаналары ултыртып, уратып алған. Иртәгәһен, йәш тал сыбыҡтары алып килеп, ситән үрә лә башланы. Хәҙер ауылдарҙа нисектер, әммә ул саҡта (етмешенсе йылдар башында) халыҡ баҡса биләмәләрен иркенләп, үҙе теләгән урында биләй ала ине. Килеп үлсәп, тикшеренеп йөрөгән кеше лә булманы. Шул йылдан алып атайымдарҙың картуфы "ҡутарылып" уңыр булып китте...
Сүпкә алмашҡа - һыбыҙғылар
Хәҙерге мәл беҙҙең илдә генә түгел, ә бөтә донъяла әлеге ҡыйлыҡ мәсьәләһе бик киҫкен тороуы хаҡында көн дә ишетеп торабыҙ. Бар донъя уларҙан нисек ҡотолорға белмәй яр һала. Ә мин бөгөнгө сүплектәрҙе бынан ярты быуат элеккеһе менән сағыштырып алырға булдым әле. Ҡала ерендә бындай проблема нисек торғандыр, әммә ауылдарыбыҙҙағы ул саҡтағы ҡыйлыҡтар, ысын ғына мәғәнәһендә, файҙалы органик ашлама сығанағы ине бит. Ул замандарҙа ашалып бөтмәй ҡалған аҙыҡ-түлектәр ҙә булманы, тип хәтерләйем. Серемәй, тирә-яҡта сүп-сар булып ятҡан пластик әйберҙәрҙең, кәнсир банкаларының ҡалдыҡ-боҫтоҡтары бөтөнләйгә юҡ ине. Тимер-томор, әлбиттә, булманы түгел. Әммә улар булһа ла, йыл һайын Баймаҡтан бер "тимер йыйғыс" урыҫ йөк машинаһы менән килеп, тейәп алып китә торғайны. Һыбыҙғы (Баймаҡ яғында "һыҙғыртҡыс" тиҙәр), өрә торған шарҙар, тағы ниндәйҙер күҙ ҡыҙҙырғыс ваҡ-төйәк тәтәйҙәр алып килгән был урыҫҡа малай-шалай кемуҙарҙан теләһә ҡайҙа ятҡан тимер-томорҙо йыйып килтерә. Беҙҙең өйҙәге төбө тишелгән ҙур ғына боронғо еҙ самауырҙың, күмер үтегенең дә шунда иҫкергән металл һыныҡтары араһында киткәне хәтеремдә (ҡасандыр ана шул самауырҙар музей әйберенә әйләнер, тип башыбыҙға ла килмәгәндер инде). Уның ҡарауы, беҙ, малайҙар, әлеге металл һынығына алмаштырып алған тәтәйҙәребеҙ менән бер-беребеҙгә маҡтаныша-маҡтаныша уйнай инек…
Тимер йыйғыстан тыш, ауылға "алама йыйғыс", "ҡағыҙ йыйғыс"тар килгеләй торғайны. Иҫкергән сепрәк-сапраҡты, өйҙә йыйылып киткән кәрәкмәгән гәзит-мәзиттәрҙе лә әлеге уйынсыҡтарға алмаштырырға ярата торғайныҡ. Тотоноуға яраҡһыҙ сепрәк, юрған-мурған һымаҡ аламалар ул саҡта әллә ни донъя тултырып та ятмағандыр инде, әммә кәрәге ҡалмаған шундай иҫке-моҫҡо әйберҙәр барыбыр табыла ине. Башлыса мамыҡ, етен, киндер һымаҡ тәбиғи сеймалдан яһалған (һәр төрлө синтетика түгел) был әйберҙәрҙе берәй нисек ҡабаттан эшкәртеп, өр-яңы сепрәк яһайҙар икән, тиҙәр ине. Иҫке ҡағыҙҙарҙы ла тап ана шулайтып яңырталар, имеш…
Ҡыйлыҡтарҙа, әлбиттә, мал һөйәктәре лә осрай торғайны. Әммә улар оҙаҡ ятып булһа ла серей торған нәмәләр бит. Һөйәк йыйыусылар ҙа килеп сыҡҡылай башлағас, ветеринар булып эшләгән атайымдан ошо хаҡта һорашҡайным. "Һөйәкте онтап, тирмән аша үткәреп, "һөйәк оно" яһайҙар", - тип аңлатты ул миңә. Аҙыҡҡа ҡушып, колхоз-совхоз малдарына ашаталар икән уны. Шул он составында хайуандарҙың тәненә бик кәрәкле минералдар һәм витаминдар барлығы хаҡында ла белдем…
Ә хәҙерге бәләкәй генә булһа ла берәй ауылдың сүплеген күргәнегеҙ бармы? Минең быға иғтибар иткәнем бар. Ҡала еренә оҡшап барабыҙ, йәмәғәт. Һуңғы осоро тирә-яҡ мөхитте - экологияны һаҡлап алып ҡалыу хаҡында юҡҡа ғына саң ҡаҡмайҙар шул. Ауылдарыбыҙға ла яҡындағы ҡаланан әлеге "мусор" йыйғыс машиналар йөрөтә башланылар, әлхәмдүлиллаһ! Бына шул мәсьәләне хәл итергә башы еткән хөкүмәт кешеһенә мең рәхмәттәр әйтке килә. Тик ваҡытында ғына алып китеп торһондар. Ысынлап та бит, хәҙерге заман сүп-сарҙары күбәйеүенә ауыл халҡы һис кенә лә ғәйепле түгел. Заманаһы шуға ҡалғас, ни эшләйһең инде? Беҙҙең яҡта әйтмешләй, анауынса ҡый-ғыпырҙы ауылдаштарыбыҙ ҡайҙа ҡуйырға тейеш?..
Ауырлыҡ берләштергән…
Ошо хаҡта уйлана башлаһаң, һәр төрлө фәлсәфәләргә төшөп китәһең. Беҙ, ярай, яңы цивилизация башланған осорҙа үҫтек. Ә боронғо беҙҙең ата-бабаларыбыҙ пластик һауыттарһыҙ, целлофан тоҡтарһыҙ, электрһыҙ, радиоалғысһыҙ, телефонһыҙ, телевизорһыҙ, компьютерһыҙ нисек йәшәгән икән? Ә бит йәшәгән! Ағастан яһалған һауыттарға йә иһә башкүнәк, турһыҡтарға һыу, ҡымыҙ ҡойоп, ағас туҫтаҡтар, ҡалаҡтар, киндер йә иһә етен тоҡтар, ҡайын туҙынан яһалған тырыздар менән файҙаланып көн күргән халҡыбыҙ (башкүнәк - һуйылған йылҡы малының бөтәүләй генә һыҙырып алынған баш тиреһенең ауыҙын асыҡ ҡалдырып, ҡолаҡ, күҙ тишектәрен, муйын асыҡлығын бөрөп тегеп, киптереп яһалған һауыт). Тиренән тегелгән итек, тундар, киндер, етен туҡыманан күлдәктәр тегеп кейеп йәшәгән боронғо ата-бабаларыбыҙ. Һарыҡ йөнөнән яһалған кейеҙ юрғандар, ҡаҙ мамығы тултырылған яҫтыҡ һымаҡ һис кенә лә синтетика ҡатышмаған, зыянһыҙ ҡаралтыларҙа йоҡлағандар. Автомобилһеҙ ҙә йәшәгәндәр. Һыбай йә иһә арба, сана егеп, бер-береһенә ҡунаҡҡа барышып, ауыл-ара ҡатнашып ғүмер иткәндәр. Сирләп-маҙар китһәләр, дарыу үләндәре, Ҡөръән аяттары менән дауалай ҙа белгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек "кендек инәһе" һөнәрен үҙләштереп, уларҙың бала табыуҙа бер-береһенә ярҙамлаша белеүе генә үҙе ни тора! Һәр бер ғаилә һигеҙ-унлаған бала ла тәрбиәләгән. Бала-сағаларын уҡытырға ла өлгөргәндәр. Донъяуи йә дини уҡыуҙарға килгәндә лә, башҡорт халҡы борондан белемгә ынтылған халыҡ булған. Әлбиттә, һәр төрлө янғын-маҙар һымаҡ бәлә-ҡазалар борон да булып торған инде, тормош бит. Әммә берәйһенең йорт-ҡураһы янып китә йә бүтән төр бәлә-ҡаза килә икән, башҡа ғаиләләргә (хатта үҙ туғаны булмаған хәлдә лә!) "өйҙәш" булып инеүҙәр ҙә - ғәҙәти күренеш булған. Әселе-сөсөлө бындай тормош әҙәм балаларын бер-береһе менән тик яҡынлаштырған ғына. "Әселе", тигәндәй, ә бөгөнгө көндә тормош ауырлыҡтары аҙмы ни?..
Алға барабыҙ ҙа ул…
Хәҙерге дәүерҙә әкренләп тә түгел, ә ифрат тиҙ рәүештә, кешелектең көндән-көн алға барғанын күрәбеҙ. Боронғо әкиәттәрҙә лә телгә алынмаған һәр төрлө мөғжизәле фән асыштары, сәнәғәт үҫеше тәү ҡарауҙа кешеләр өсөн файҙалы ла һымаҡ. Әммә, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, быларҙың бик күптәренең кешелеккә ҡапма-ҡаршы йүнәлтелгәнен төҫмөрләүе лә ауыр түгел. "Саҡрым-саҡрым теҙелеп киткән телеграф бағанаһы. Хәҙер иҫке заман түгел - техника заманаһы", тип дәртләнеп йырлай торғайныҡ та ул ҡасандыр. Әммә ана шул хәҙерге "иҫ киткес" техника менән донъяны тултырыусы меңәрләгән заводтарҙан ағып сығып, йылға-күлдәребеҙҙе бысратҡан үлемесле ағыулы шыйыҡсаларҙы, торбаларҙан сыҡҡан газдарҙы ошоғаса нисек юҡ итергә өйрәнмәгәнбеҙ. Былар барыһы ла ғәзиз еребеҙ ҡуйынында йә атмосферабыҙҙа йыйыла килә. Борон бөтә Уралды тиерлек ҡаплап ултырған ҡара урмандарыбыҙ һирәгәйә. Минең тыуып үҫкән ауылым - Үрге Мәмбәт (Баймаҡ районында). Ауылымдың бер яғында урманлы Мәсеттау булһа, икенсе яғында - яланғас Сирағол тауы ята. Бала сағымда әсәйемдән: "Нишләп Сирағолда ла шундай матур ағастар үҫмәй икән", - тип һорағаным бар. "Әүәле һәр төбө ҙурҙан бер ат йөгөндәй була торған эре ҡайын урманы менән ҡапланған ине был тау, - тигәйне әсәйем. - Һуғыш мәлендә, унан һүңыраҡ та был ағастарҙы ҡырҡып, Баймаҡ заводына ташып бөттөләр…" Бала сағымда (үҙем бер ҡасан да күрмәгән булыуыма ҡарамаҫтан) ана шул урманды ныҡ йәлләүем әле булһа иҫемдә. Ҡасандыр беҙҙән өлкәнерәк булған ағайҙар "ат йөҙҙөрөп" йөрөгән, ҡолас буйы суртан, шамбы балыҡтарына бай булған Таналыҡ йылғаһы хәҙер бала кеше аша һикереп сығырлыҡ ҡына булып ҡалған. Яр буйындағы ағастарын киҫкеләп, йылғаны быуып, кәрәккән-кәрәкмәгән һыуһаҡлағыстар яһау бына ошо хәлгә ҡалдырғанлығы хаҡында хәҙер бөтә кеше белә. Бына шундай күренештәр бер минең районымда ғына түгел бит. Бөтә илебеҙҙә, хатта Ер шарында тәбиғәтебеҙгә шундай йыртҡыстарса ҡараш дауам итә.
Ғәйәт ныҡ үҫешә барған йәҙрә физикаһы, химия фәненең "файҙалы" емештәрен бөтә Ер шары халҡы татый. Илебеҙ фашист Германияһын тар-мар итеп бөткәнен көтөп кенә торғандай, ҡырҡ бишенсе йылдың көҙөнә ҡарай бөтә донъяны тағы хафаға һалып, Америка Ҡушма Штаттары тарафынан ҡылынған оло енәйәтте - бер-нисә секунд эсендә әллә күпме тиҫтәләгән мең япон кешеһенең ғүмерен ҡыйған Хиросима, Нагасаки фажиғәләрен бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Уның менән генә эш бөтһә икән шул… Йәҙрә ҡоралын камиллаштырыу буйынса әле булһа бөтә донъя ярыша килә. Ундай "Хиросималар" (реаль шартлатыу менән атом бомбаһын һынауҙар) СССР дәүерендә үҙебеҙҙә лә етерлек булған, тик беҙ улар хаҡында бер ни ҙә белмәгәнбеҙ…
"Атомды тыныс тормошта эшкә ектек", тип тә маҡтандыҡ ҡасандыр. Гидроэлектростанцияларға ҡарағанда күпкә ҡеүәтлерәк булған, электр тогы биреүсе бындай станцияларҙың ниндәй ҡурҡыныс һөҙөмтәгә килтереү ихтималлығын Чернобыль фажиғәһенән беләбеҙ. Шундағы һәләкәткә ҡаршы көрәшеүсе меңәрләгән кешенең "нурланыу сире"нә дусар булып, һәр төрлө яман шеш, ҡан ауырыуҙарына һабышып үлеүҙәре һәммәбеҙгә мәғлүм. Үҙебеҙҙең "кәртә артында ғына" булған Силәбе өлкәһендәге Ҡыштым ваҡиғаһы тураһында ла "эш үткәс", әлеге үҙгәртеп ҡороу, кемдер әйтмешләй, "гласность" мәлендә генә белеп ҡалдыҡ… Нисәмәлер йыл элек әлеге япон меҫкендәр тағы бер мәртәбә атом фажиғәһен кисерҙе. Фукусима аварияһы. Был юлы миллионлаған японлы үҙҙәренең "мирный" атомынан зыян күрҙе бит. Йәҙрә физикаһы "сәскә атҡан" хәҙерге дәүерҙә донъя буйынса күпме шундай "тыныс" ҡоролмалар потенциаль хәүеф сығанағы булып тора.
Алға киткән илдәрҙең йәшерен лабораторияларында әле булһа чума, туляремия, сыпной тиф һәм башҡа айырыуса хәүефле инфекция тыуҙырыусы микробтар, шулай уҡ, "зоман", "зарин", "хлорциан" кеүек төрлө көслө ағыулы химик матдәләр ҙә хәрби маҡсат менән ҡулланыуға тәғәйенләнгән "секретный" ҡорал арсеналы булып, кешелек донъяһына һөжүмгә һәр саҡ әҙер көйө һаҡлана. Донъялағы барлыҡ йәҙрә, бактериологик һәм химик ҡоралдарҙың Ер йөҙөндәге халыҡты әллә нисә мәртәбә юҡ итерлек булып йыйылып киткәнлеген дә фаразлай ғалимдар. Әлеге көндә коронавирус тип аталған йоғошло сирҙең барлыҡҡа килеүендә лә "кеше эҙе" барлығы хаҡында һүҙ йөрөй. Ҡасандыр ҡыҙылса, сәсәк, тиф һымаҡ әленән-әле сығып торған ауырыуҙарға ҡаршы әмәл тапһаҡ, был сирҙән һаман булһа дарыу таба алмайбыҙ бит, йәмәғәт. Донъя фәне ни тиклем алға китеүенә лә ҡарамаҫтан…
Шундай уйҙарҙы уйлай башлаһаң, ул ҡәҙәре фәнни асыштар эшләү кәрәкме икән, тип тә фекерләргә мәжбүр булаһың. Мәҡәләмде "Элекке сүплектәр…" тигән һүҙҙәр менән башлап ебәргәйнем. Хәҙерге көндә Ер йөҙөндә әҙәм балалары тарафынан йыйылған, әллә ҡайҙан һаҫыҡ еҫ сығарып ятҡан сүп-сар өйөмдәре менән сағыштырып ҡарайым да, элекке ҡыйлығыбыҙҙы һағынам. Ысын! Әүәлге ҡыйлыҡ тирәһенән үтеп барғанда, шулай ҙа, тәмле "ауыл еҫе" генә килә торғайны…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА