Сығнаҡ хакимы Ҡадир Бүкү-хан 1195 йылда Уран хорезмшах Текеш солтанға ҡаршы баш күтәрә. Үҙ сиратында, Текеш уға ғазауат иғлан итә һәм походҡа сыға. Был турала Джувейни шулай яҙа: "591 (1195) йылдың ҡышы еткәс, ул Сығнаҡҡа һәм шул өлкәгә Кайир-Буку-ханға һөжүм итергә тип китте. Солтан һәм уның ғәскәре Джендҡа еткәс, Кайир-Буку-хан, ошоно белеп ҡалып, теҙгендәрен кирегә борҙо һәм ҡасты. Солтан уны ҡыуа китте. Уның армияһында бер ни тиклем уранлылар бар ине, уларҙы солтандың иран теллеләр өсөн хеҙмәтендә (аджамидлә сифатында) файҙалана инеләр. Улар Каийр-Букуға ныҡ тороуын белдереп, армиялар ҡайтанан осрашҡан хәлдә солтанға хыянат итәсәктәре һәм артҡа бороласаҡтары хаҡында хәбәр ебәрҙе. Ошо хәбәр менән дәртләнеп китеүҙән ул кире боролдо, һәм ике армия 6-сы йомала алышҡа инде (1195 йылдың 7 февралендә).Солтан уранлылары армияның үҙәген ташлап китте һәм обозды таларға ташланды. Ислам армияһы тулыһынса ҡыйратылды".
Әммә Ҡадир хан да оҙаҡ тантана итә алмай. Өс йыл үтеүгә Ҡадир хандың энеһе Алп-Дерек, хан менән һүҙгә килеп, хорезмшах Текештан ярҙам һорай.
Солтан Алп-Дерекҡа ғәскәр ебәрә, ул Ҡадир ханды еңеүгә өлгәшә. Әммә уранлылар араһында буталыш көсәйеп китә, улар йыш ҡына Хорезмға һөжүм итеп тора. Асыуы ҡабарған Текеш солтан Ҡадир-Бүкү ханды ярлыҡап, азат итә, уны ҙур ғәскәре менән Алп-Дерекҡа ҡаршы ебәрә. Ҡадир хан Сығнаҡта яңынан хакимлыҡ итә башлай.
Монгол яуы алдынан сик буйы ҡалаһы Отрарҙа Хорезм наместнигы Кайир-хан Инал идара итә, ул әсәһе буйынса хорезмшах Мөхәммәттең ике туған ҡустыһы булып, Уран хандары династияһына ҡарай. Урта быуат тарихсыһы Рәшид ад-Дин дә "Кайр-хан"дың солтандың әсәһе Туркан-хатун туғандарының береһе булыуы хаҡында телгә ала. Тимәк, Кайир Инал да сығышы менән уран ҡәбиләһе кешеһе була. Әммә ул ҡеүәтле монгол хакимы Сыңғыҙ хан алдында һис ғәфү итмәҫлек ғәмәл ҡыла: Кайир хан Отрарға килгән 450 монгол сауҙагәрен һәм илсеһен тотоп алып, язалатып үлтертә. Сыңғыҙ хан хорезмшахтан ошо енәйәтте ҡылыусыны үҙенә тотоп биреүҙе талап итә. Әммә уранлылар бунтынан ҡурҡҡан солтан быны эшләүҙән баш тарта. Был ошо тарафтарҙа йәшәгән мосолмандар өсөн ҡот осҡос фажиғә менән тамамлана.
1219 йылдың сентябрендә монголдар Отрар ҡалаһына килеп етә. Ҡалала йәшәүсе халыҡ 5 ай дауамында баҫҡынсыларға ҡаршылыҡ күрһәтә. Кайир хан үҙе лә, уның яугирҙары ла йән аямай алыша. Әммә улар хыянатсы арҡаһында һәләкәткә дусар була. Рәшид ад-Дин ошо ваҡиғаны бик ентекләп яҙып ҡалдырған: "Кайр-хан ике кешеһе менән тере ҡалды. Ул элеккесә ҡаршылыҡ күрһәтте һәм алышты. Монгол ғәскәре уны ҡәлғәлә уратып алды. Ул ниндәйҙер өй башына күтәрелде һәм бирелергә теләмәне. Уның ике нәүкәре шулай уҡ үлтерелде, ә уның ҡоралы ла ҡалманы. Шул саҡта ул кирбестәр ташлай башланы һәм әүәлгесә алыша бирҙе. Монголдар уны әкренләп бар яҡтан урап алды һәм түбәнгә тартып төшөрҙө... Кайр-ханды Күк-Сарайҙа язаланылар һәм унан ары киттеләр. Һәм бөттө!"
Һуңғы хорезмшах Мөхәммәд Бохара һәм Сәмәрҡәнд дошмандан еңелеү менән үҙенең Ирандағы биләмәләренә ҡаса. Рәшид ад-Дин былай яҙа: "Уның әсәһенең уранлылар тип йөрөтөлгән туғандарынан бер төркөм төркиҙәр уның юлдаштары ине, улар уны үлтерергә теләне. Уларҙың береһе солтанға белдерҙе (ошо хаҡта). Ул төнөн тирмәнән сығып китте, йоҡлай торған урынын алыштырҙы. Иртә менән тирмәнең атылған уҡтарҙан селтәргә әйләнгән кейеҙен күрҙеләр".
Шулай итеп, ҡасандыр үтә ҡеүәтле булған солтанды, үҙенең булдыҡһыҙлығы арҡаһында монголдарҙан еңелгәс, барыһы ла ташлап китә. Монголдар тарафынан бөтөнләйгә ҡырылып бөтөрөлөүҙән ҡасып киткән уран ҡәүеменең бер өлөшө, уларға шулай уҡ ҡәрҙәш булған йылан һәм ҡайлылар кеүек үк, Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙары ерҙәренә килеп һыйына. Ваҡыттар үтеү менән уларҙың байтағы тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында һәм төньяҡ тарафтарындағы ерҙәрендә аҫабалыҡ хоҡуғына эйә була.
Әйткәндәй, башҡорт этносы тарихын яҡшы өйрәнгән күренекле ғалим Ә.-З. Вәлиди Туған үҙ нәҫеленең ҡайлы ырыуынан булыуы хаҡында яҙа: "Беҙҙең төп ырыуыбыҙ Суҡлы-Ҡай, ә беҙгә яҡын ырыуҙарҙан Санаҡлы-Ҡай, Йөрәктау-Ҡай, Таулы-Ҡай Ҡай йәиһә Ҡайлы ырыуы составына инә".
1552 йылда Иван Грозный ғәскәрҙәре Ҡаҙан ҡалаһын алғандан һуң, бәғзе бер башҡа башҡорт ырыуҙары юлбашсылары кеүек үк, уран ырыуының да күренекле вәкилдәре аҡ батша власын танырға мәжбүр була. Шул осорға ҡараған грамоталарҙың береһендә Аудыуаҡ Санбаев исемле уран ырыуы кешеһе биләгән ерҙәр хаҡында "был пожалован 64 четвертями земли (32 га тирәһе) "за Камою рекой", шулай уҡ "155 четвертями (77 га тирәһе) по обе стороны Буя (Буюн)", тип әйтелә.
1725 - 1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев йыйған мәғлүмәттәргә ярашлы, Уран олоҫондағы 800 хужалыҡта хәрби хеҙмәткә ярарлыҡ 2 400 ир-ат була, әммә ошо ерҙәрҙә йәшәүсе башҡа халыҡ вәкилдәре лә телгә алына: "чюваши, месчеряки , черемисы и водане ". Был олоҫта сыуаштар бер ҡасан да йәшәмәй, күрәһең, Ҡаҙан тарафтарынан килгәндәр сыуаш тип аталған.
1730 йылда камерир Ю.Жилин, Өфө чиновниктары С. Третьяков һәм И. Гавренев тарафынан төҙөлгән "Реестр башкирских волостей" тип исемләнгән документта уран олоҫо ла телгә алына: "волость Уранская по Бую, леса превеликия и поля есть". Был документта урандарҙың Кама буйындағы ерҙәре иҫәпкә алынмаған.
Уран олоҫо башҡорттары XVII - XVIII быуаттарҙа бер-бер артлы тоҡанып торған башҡорт ихтилалдарының барыһында ла ҡатнаша. 1704 - 1711 йылдарҙағы оҙайлы ихтилалда ҡатнашҡан абруйлы башҡорт етәкселәре (Уран олоҫонан Күгәй Кинйәбаев, Мортазипов, Байтимеров) Ҡаҙан губернаторы П.М. Апраксинға тәғәйенләнгән мөрәжәғәттәрендә батша һалымсыларының 72 яңы һалым статьяһы индереүен, мәйеттәрҙе мәсет эргәһендә ерләүҙе талап итеүҙе һәм халыҡта башҡа ошондай ризаһыҙлыҡ тыуҙырыусы сәбәптәрҙе күрһәтә. Ә бына 1735 - 1740 йылдарҙағы ҡанға батырылған ихтилал етәкселәренең береһе Уран олоҫо башҡорто Хәлил Әбдесәлимов була. Башҡорт эштәре комиссияһы экстрактында ошо хаҡта ла мәғлүмәт бар: "на реке Багазе 250, у них главный Уранской волости деревни Кустяй Халил Абдусалимов, да брат ево Искандер Мустафа Тумянеев, все оружейные".
1773 йылда Уран олоҫо старшиналары Мәкәй Йосопов, Мәхди Мәдияров һәм Абдук Чептәржәпов (йәиһә Чапдарбаев) етәкселегендәге баш күтәреүселәр отряды Камбар заводын баҫып ала. Уран башҡорттары шулай уҡ Сарапул ҡалаһын алыуҙа һәм Минзәләне ҡамауҙа ҡатнаша. Уса ҡәлғәһенә һөжүм барышында Салауат Юлаев ғәскәренә урандарҙың Ҡом ауылы башҡорто, полковник Айыт Сәйетов яугирҙары ла ҡушыла. Әсир алынған Мәхди Мәдияров үлем язаһына хөкөм ителә, әммә, ҡолаҡтары киҫтерелеп, ҡамсы менән һуҡтырылып, азат ителә. Айыт Сәйетов Ҡаҙан зинданында үлә.
Генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә уран ырыуы башҡорттарының N1c гаплотөркөмөнә ҡарауы билдәле булды. Гаплотиптары буйынса уларға иң яҡындары - йылан һәм ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары һәм тыва халҡы кешеләре.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 3-сө һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА