Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау дауам итә.
Мәғлүм булыуынса, прививка кампанияһы республикала үткән йылдың декабрь айында уҡ старт алғайны. Тәүҙә ул медицина, педагогия, социаль өлкә, полиция, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренә һәм ирекмәндәргә генә тәғәйенләнде. Вакциналау мәсьәләһе бөгөн донъяның башҡа ҡитғаларында ла иң көнүҙәктәрҙән иҫәпләнә. Был хаҡта киң мәғлүмәт сараларынан көн һайын ишетеп-күреп торабыҙ. Йәшерен-батырыны юҡ, дуҫтарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ, таныштарыбыҙ менән һөйләшеүҙәребеҙҙең дә төп темаһына әйләнде ул. Вакцинаға ҡағылышлы, дөрөҫөрәге, уны яһатыу һәм эҙемтәләре хаҡында фекерҙәр төрлө булыуына ғәжәпләнергә түгел. Ни тиһәң дә, әлегә был прививка һынау осоро үтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса уның һөҙөмтәлелеге 91,4 процент тәшкил итеүе билдәле.
Тарихтан мәғлүм булыуынса, төрлө дәүерҙә кешелеккә һынау булараҡ төрлө йоғошло сирҙәр барлыҡҡа килеп тора. Уларҙың таралыуын тик бөтә халыҡты вакциналау юлы менән генә еңгәнде, иҫкәрткәнде оноторға ярамай. Коронавирусты ла прививка яһатып ҡына туҡтатып булыуы бөтәһенә лә мәғлүм ки. Тик уны берәм-һәрәм түгел, ә дәррәү, бөтә республика, ил, планета менән үткәрергә кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн беҙгә республика халҡының кәмендә 2/3 өлөшөн вакциналау мөһим, тине. "Рәсәй 24" телеканалына биргән интервьюһында ул республикала вакциналауға әҙерлек һәм ковидҡа ҡаршы паспорт хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Иң беренсе ковидҡа ҡаршы паспорт хаҡында аңлатып үтәйек.
Был проектты февраль башында башлап ебәреү планлаштырылғайны. Уның операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы башҡара - паспорт һанлы, QR-код рәүешендә була. Уны алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетыңды теркәргә кәрәк. Проекттың асылы шунда: ковидтан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәргә, льготаларға, ташламаларға эйә була һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә индерелгән сикләүҙән азат ителә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республика 18,84 мең доза "Спутник V" вакцинаһы алды, февралдә - 50,8 мең, мартта 100,7 мең доза килтереүҙәре көтөлә. 72 медицина учреждениеһы вакцинаны һаҡлау өсөн ҡорамал менән тәьмин ителгән, улар прививка пункттары булараҡ эшләргә мөмкин. Тағы 13-ө ошондай ҡорамал һатып алып, прививка яһатырға теләүселәрҙе ҡабул итә. Прививка эшләтер алдынан кеше үҙенең участка врачына мөрәжәғәт итергә, анализ бирергә, анкета тултырырға тейеш. Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина ике этапта яһала, йәғни беренсе компонентты яһағандан һуң 21 көн үткәс, икенсеһе һалына.
Әйткәндәй, 2021 йылдың яҙына коронавирус менән ауырыу һәм вафат булыу күрһәткестәренең икеләтә кәмеүе ихтимал. Был хаҡта РИА Новости агентлығына Иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгенең статистика һәм моделләү буйынса эксперты Агаси Тавадян хәбәр итте. Шулай ҙа артабан тәбиғи яҙғы пик менән бәйле сирҙең йәнә таралыуы мөмкин булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды эксперт. Тиҙҙән хәлдең ҡапыл яҡшырыуы ихтимал, тип иҫәпләй ул. Быға, әлбиттә, бөтә халыҡҡа прививка яһай башлау булышлыҡ итеүе көн кеүек асыҡ. Вакцинация ковидты бөтөнләй юҡҡа сығарыу һәм яңы тулҡындың башланыуына юл ҡуймау өсөн мотлаҡ, тип иҫәпләй Агаси Тавадян.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
ҮЛӘКҺӘ ЕҪЕ
Ковид сирен үткәреүселәр организмдың һуңынан бер нисә ай бығаса күҙәтелмәгән, аңлашылмаған торошта булыуын, хәлһеҙлек кисереүҙәрен, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүҙәрен белдерә. Хатта ҡайһылары һауыҡҡандан һуң бер нисә ай үткәс, ҡапыл еҫтәрҙе бөтөнләй башҡа төрлө тоя башлауына аптырай. Яңыраҡ ҡына бер танышым үҙенең социаль селтәрҙәге аккаунтында: "Тәүҙә йомортҡа, балыҡ иҫкергән икән тип уйлай инем, һуңынан барлыҡ аҡһымлы ризыҡтарҙан үләкһә еҫе сығыуын аңғарып ҡалдым. Һуған ашағандан һуң бөтөн тәнемдән һуған еҫе аңҡыған кеүек. Ял көндәрендә хатта сәғәт һайын душта ҡойоноп мәшәҡәтләндем. Ковид сирен үткәреүселәр, ә һеҙҙең еҫ тойоуығыҙ үҙгәрмәнеме?" - тип мөрәжәғәт иткәйне. Бер аҙҙан ул тағы ла яңы пост өҫтәне: "Аҡылдан яҙаммы әллә тиһәм, баҡтиһәң, ысынлап та, постковид осоронда еҫ һиҙеү үҙгәреүе мөмкин икән..." Һәм ул түбәндәге мәҡәләгә һылтанма ла һалды.
"Ҡайһы бер пациенттар ковид менән сирләгәндән һуң хушбуй, ҡыҙҙырылған ит һәм көнкүреш химияһы еҫе урынына балыҡ, тәмәке һәм үләкһә еҫен тоя. Медиктар белдереүенсә, бындай симптомдар сирләгән ваҡытта тулыһынса еҫ һиҙмәгән пациенттарҙа һауыҡҡандан һуң аҙна йәки бер нисә ай үткәс барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Инфекцияның бындай эҙемтәһе тураһында быға тиклем Американың AbScent хәйриә ойошмаһы вәкилдәре белдерә. Улар дауалау ысулдарын эшләүҙә ярҙам итеү өсөн аносмия (еҫ һиҙеүҙе юғалтыу) һәм паросмия (еҫ тойоуҙың үҙгәреүе) менән ыҙалаған меңдәрсә пациенттан мәғлүмәт йыя. AbScent мәғлүмәттәре буйынса, ковид менән ауырып һауығыусылар насар балыҡ йәки көкөрт еҫенә, шулай уҡ "насар татлы еҫ"кә зарлана. Мәскәүҙән 22 йәшлек бер һылыу, мәҫәлән, сирләгән ваҡытта бер ай самаһы бөтөнләй еҫ тоймауын белдерә. Һуңынан еҫ һиҙеүе яйлап кире ҡайта, әммә һауыҡҡандан һуң өс ай үткәс, еҫтәрҙең ғәҙәттәгесә булмауын аңлай башлай. "Бер ваҡыт ҡалала китеп барғанда ҡыҙҙырылған һуған менән ацетон һәм көйөк еҫе даими эҙәрлекләүен һиҙҙем. Тәбиғәттә бындай еҫ юҡ. Баҡтиһәң, эргәмдә сейә еҫле тәмәке тарталар икән. Һуңынан был еҫ косметика ҡулланғанда ла, теш таҙартҡанда ла, көнкүреш химияһын ҡулланып фатир таҙалағанда ла барлыҡҡа килә башланы", - ти ул. Был еҫ уны бер нисә ай инде эҙәрлекләй.
Псковтан Екатерина Попова (исемдәр үҙгәртелгән) менән дә шуға оҡшаш хәл була. Уны даими рәүештә тәмәке еҫе йонсота, хатта танау эсе ҡысыта, күҙҙәре йәшләнә. Ул башта дүрт төн рәттән йоҡлап китә алмай, һуңынан төн уртаһында тәмәке еҫенән уяна. "Был еҫтән күңелем уйнай, йоҡоһоҙлоҡтан ҡуҙғыусанға әйләндем, илағы килә", - ти. Был симптом менән ул үҙаллы көрәшергә була һәм дарыухананан сәй ағасы майын алып, ныҡ итеп шуны еҫкәй, төнгөлөккә карауаты эргәһенә ҡуя. Осраҡлыҡмы, әммә бер нисә көндән тәмәке еҫе юҡҡа сыға.
Екатеринбургтан Анастасияға еҫ тойоуы кире ҡайтһын өсөн биш ай көтөргә тура килә. Ул ризыҡ еҫен күтәрә алмай. "Ашарға бешерә башлаһалар, миңә кеше итен бешергән кеүек тойолдо, ҡот осҡос серек еҫе сыға ине", - ти ул. Үләкһә еҫе бигерәк тә ит бешергәндә йәки йомортҡа ҡурғанда барлыҡҡа килә. Ул үҙе В төркөмө витаминдары менән дауаланып ҡарай, әммә хәл үҙгәрмәй. Бары тик биш айҙан һуң ғына ҡәҙимге хәленә ҡайта. Ул бындай хәлдә ҡалыусыларға психологик тороштарына иғтибар итергә кәңәш бирә.
"Семейная" клиникаһының баш терапевы Александр Лаврищев был хаҡта "Газета.Ru"ҙа шундай аңлатма бирә: еҫ тойоу үҙгәрә, һәм был процесс шунда уҡ түгел, яйлап күҙәтелә башлай, сөнки коронавирус үпкә туҡымаларын ғына түгел, нервылар системаһын да зыянлай.
Шулай уҡ белгестәр билдәләүенсә, еҫ һиҙеү төрлөсә, иң күбе ярты йылда тулыһынса тергеҙелә. Был процесты тиҙләтеү өсөн еҫ һиҙеү рецепторҙарын төрлө эфир майҙары менән дөрөҫ стимуляциялау, бер үк ваҡытта күреү һәм менталь механизмдарҙы эшкә егеп, нимә еҫкәгәнегеҙҙе күҙ алдына килтереп башҡарырға кәрәк. Яҡшы ЛОР-белгескә мөрәжәғәт итеү ҙә урынлы, ул еҫ һиҙеү нервыһының елһенеүен бөтөрөргә ярҙам итәсәк.
КИРЕ СЫҒЫРҒА