Тарих ике мең дә туғыҙынсы йылда Өфө эргәһендә ауылдар ҡалҡып сыға башланы. Иң беренсе булып Өфө районы территорияһында XIX быуатта нигеҙ һалынып, бер урамдан ғына торған Шамонин ауылында әүҙем төҙөлөш эштәре башланды. Хатта бер ниндәй уңайлыҡтары булмаһа ла, ошо ҡышты уҡ ятаҡ тормошонан ялҡып, үҙҙәренең иркен мөйөшө булыуға ҡыуанған ғаиләләр өй туйланы. Икенсе йылына инде өй туйлауҙар һаны ла артты, яйлап ауылға йән инә башланы. Бөгөн Шамонин - өс меңдән ашыу әүҙем, дәртле, төрлө милләт вәкиле йәшәгән ҙур ауыл. Унда дөйөм белем биреү мәктәбе, поликлиника, ике балалар баҡсаһы бар. Ауылға ингән ерҙә үк күкрәк киреп әле халыҡтан йыйылған аҡсаға һалына башлаған, шуға ла төҙөлөшө яйыраҡ барған мәсет ҡаршы ала. Башланған эш - бөткән эш, тигән кеүек, Алла бойорһа, тиҙҙән ул да ишектәрен асыр.
Яңы ергә ерегеп, йорт-ҡаралтыһын бер аҙ бөтәйткәс, йәштәр тағы ла бәпес алып ҡайтырға ашыҡты, ә ололар иһә уларға өгөт-нәсихәттәрен биреп, үҙҙәренең холоҡ-фиғеле менән өлгө булырға тырышты, яйлап ауыл халҡы бер күскә туплана, төрлө саралар ойоштора, үҙҙәрен һынап ҡарай һәм көсөн күрһәтә башланы. Хатта 2011 йылда республикала барлыҡҡа килгән "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәтен, һуңынан "Айыҡ ауыл" конкурсын башлаусылар ҙа Шамонин ауылы егеттәре булды. Бер ни тиклем өҙөклөк кисерһә лә, был конкурс бөгөн яңы һулыш алды һәм тотош республикаға таралды, шул иҫәптән ун йылдан һуң тағы ла Шамонин еренә урап ҡайтты. Эйе, идея барлыҡҡа килгәндән һуң тап 10 йыл үткәс, ауыл республика конкурсында ҡатнашты.
Бында әлегә мәҙәниәт йорто булмағанлыҡтан, был миссияны мәктәп үтәй һәм ниндәй генә сара булмаһын, һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы ала, бер ыңғай балалар күңеленә лә орлоҡ һала. "Айыҡ ауыл" конкурсының күрһәтмә сығышы 13 февралдә үтте. Сараны баһаларға килеүсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, БДБҠ Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, БДБҠ Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов һәм Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаровты боронғоса итеп ауыл "ҡапҡаһы" янында егеүле аттарҙа ҡаршы алдылар. Мәртәбәле ҡунаҡтарға "тимер ат"тарын ҡалдырып, егеүле саналарға һәм тырантастарға күсеп ултырырға тура килде. Ул ғына ла түгел, ауыл урамдары буйлап аттарҙа елдереп, йәш ғаиләләрҙең тормош-көнкүреше менән таныштырҙылар, сөнки мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр үҙ күҙең менән күреүең яҡшыраҡ. Әйткәндәй, БДБҠ Башҡарма комитеты бер ыңғай ирекмәндәр ролен дә башҡарҙы - күптән түгел генә янып, йортһоҙ ҡалған Ҡәҙермаевтар ғаиләһенә ярҙам йөҙөнән бүләк тапшырҙы.
Ә был ваҡытта мәктәп ихатаһында сауҙа ғына түгел, уйын-көлкө, йыр-моң гөрләп торҙо, мәктәп бинаһы эсендә төрлө күргәҙмәләр эшләне, һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл менән мәж килде. Хөрмәтле ҡунаҡтар сәхнә эргәһенә килеп еткәнсе спортсылар үҙ һөнәрен күрһәтә башланы - быға аптырайһы ла түгел, сөнки ошо йылдар эсендә Шамонин спортсылары барлыҡ төрҙәр буйынса ла призлы урындар яулап, үҙҙәрен лайыҡлы дәғүәсе итеп танытып өлгөрҙө лә инде. Ә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Сәләмәтлек фестивале тип аталған сарала күрһәтмә сығыштар менән бер рәттән, ғаилә командаларының көс һынашыуы ла спорт менән айырым кешеләр генә түгел, тотош ғаиләләр дуҫ булыуын раҫланы.
Мәртәбәле ҡунаҡтарға сәхнә эргәһенә ҡул һуҙымы ғына араны бик оҙаҡ үтергә тура килде - аҙым һайын туҡтап китмәй сара юҡ, ул яҡта ла, был яҡта ла балаларҙың шат тауышы, ата-әсәләрҙең уларҙы дәртләндергән тауыштары яңғырай! Ә сәхнә янында республика "Байыҡ" балалар бейеү конкурсы еңеүсеһе, йыл һайын баш ҡаланың Балалар филармонияһы сәхнәһен шаулатҡан "Дарман" балалар бейеү ансамбленең йәш мәргән уҡсылары оҫталығын күрһәтте. Сер итеп кенә әйткәндә, әгәр етәксең, тренерың, әйҙәүсең Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгән, ул ғына ла түгел, үҙе үк мәргән уҡсы, халҡыбыҙҙың боронғо кейемдәрен тергеҙеү менән шөғөлләнгән Роберт Хәмиҙуллин икән - ошо территорияла йәшәгән барлыҡ балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең уҡ атып, сәхнә һелкетеп бейемәй сараһы юҡ. Хәйер, Шамонин - ул зыялы (уҡытыусылар, тәрбиәселәр, журналистар, яҙыусылар, артистар, табиптар һ.б) ғына түгел, дәртле йәштәр һәм дәртле ололар ауылы. Шуға ла "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә сәхнәләштерелгән туй йолаһы үҙе бер кескәй генә спектаклгә әүерелде: унда йәштәрҙең янып-көйөүе лә, мөхәббәттәрен белдерә алмай ғазапланыуҙары ла, бер-береһен күңелдәре менән аңлауы ла, йөрәктәрҙең ҡауышыуы ла, боронғо йола буйынса килен төшөрөү ҙә, еңгә бүләктәре таратыу ҙа, киленгә һыу юлы күрһәтеү ҙә сағылыш тапты. Ғәмәлдә лә башҡорт йәштәре, атай-олатайҙар йолаларына тоғро ҡалып, айыҡ туй - никахты һайлай. Яңы ғаилә никахтан башлана. Шуға ла ул изге ғәмәлдәрҙең береһе булып тора. Ә инде ошо көндәрҙә никахтарын үткәргән йәш ғаилә Сафроновтар менән алтын туйҙарын билдәләгән Иҙрисовтар ғаиләһенә Рус Юрмашы ауыл биләмәһе советы башлығы Артем Тимониндың бүләктәр тапшырыуы ғаилә ҡиммәттәренең һаҡланыуына һәм һаҡланасағына ишара булды.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова байрам менән тәбрикләп, "Айыҡ ауыл" проектының бөгөн ауыл халҡын берләштереүсе, бар халыҡты бергә туплаусы, йәшәү рәүешен ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итеүсе сара булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, ҡатнашыусылар дүрт категорияға бүленгән: бәләкәй - халҡы 200 кешенән кәмерәк ауылдар; 200-1000 кеше йәшәгән ауылдар; 1000-3000 кеше йәшәгән ауылдар; 3000 кешенән күберәк халыҡ йәшәгән ауылдар. Шамонин тап иң ҙур ауылдар категорияһына инә лә инде. "Сер итеп кенә әйткәндә, дүртенсе категорияла дәғүәселек бик ҙур түгел, - тине Эльвира Айытҡолова - иң ҙур дәғүәселек 200-1000 кеше йәшәгән ауылдар араһында".
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре байрамға буш ҡул менән килмәгән, улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләне. Ҡоролтайҙың "Ал да сәс нур халҡыңа" миҙалына башҡорт халҡының йолаларын, телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлауға, "Айыҡ ауыл" конкурсын әҙерләп үткәреүгә индергән өлөшө өсөн Шамонин ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйфә Вәлиева лайыҡ булды, Рәхмәт хаты менән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Роберт Хәмиҙуллин, Рәйфә Вәлиева, Наилә Сәфәрғолова, Гөлгөнә Миңлеханова, Лилиә Барлыбаева, Светлана Дәүләтбаева, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, Рус Юрмашы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Артем Тимонин бүләкләнде.
Яуап һүҙендә Вилорий Петрович конкурс һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бындағы халыҡтың алкоголь эсемлектәрен ҡулланмаҫын белдерҙе, сөнки халыҡтың спорт менән әүҙем шөғөлләнеүе хәҙер инде береһенә лә сер түгел һәм бында татыулыҡ, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм ыңғай мөхит хакимлыҡ итә.
Мәртәбәле ҡунаҡтар мәктәп бинаһында ауыл оҫталарының күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмәһе менән танышты, шашка буйынса донъя чемпиондары Айнур Шәйбәков менән Айгөл Иҙрисованың уҡыусылар менән бер үк ваҡыттағы сеанс үткәреүен ҡараны, ҡыҙҙарҙың бәйләү, кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнөүен күҙәтте, ағинәйҙәрҙең сығышын тамаша ҡылды, улар әҙерләгән ризыҡтан ауыҙ итте. Ә урамда халыҡты мәктәп уҡыусыларының "Дарман" бейеү ансамбле, республика һәм Рәсәй конкурстары лауреаттарынан алып атҡаҙанған исемдәренә эйә билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһап ҡыуандырҙы. Эйе, Шамониндың үҙенсәлеге лә шунда - ойоштороусы, сығыш яһаусы, йырсы-ҡурайсы-бейеүсе, гәзит-журналға яҙыусы эҙләп йөрөйһө түгел - барыһы ла күрше, барыһы ла ауылдаш, барыһы ла бер туғандай. Ә уңыш һәм еңеү берҙәмдәргә йылмайыусан.
Теманы дауам итеп...
Ғәлим ЯҠУПОВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: Быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсының төп үҙенсәлеге шунда - унда республика буйынса дөйөм алғанда ике меңдән ашыу ауыл ҡатнаша. Быны беҙ ҙур еңеү тип ҡабул итәбеҙ, сөнки йылдан-йыл күберәк кеше спиртлы эсемлектәрһеҙ ҙә байрам итеп була икәнлегенә өйрәнә. Шулай уҡ быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бүләкләү фондын һиҙелерлек арттырыуы ла - 40 миллион һум - көрәш сәмен арттыра, дәртләндерә. Йомғаҡ мартта яһаласаҡ, тәү сиратта, әлбиттә, ауылдың демографик хәл-торошона, демографик күрһәткестәргә иғтибар биреләсәк. Сөнки алкоголь ҡулланыуҙан баш тартыу икенсе фазаға алып сыға - тыуым арта, суицидтар һаны, алкоголь һатыу нөктәләре кәмей. Шулай уҡ йомғаҡ яһағанда башҡа критерийҙарға ла иғтибар биреләсәк: сәләмәт тормош алып барыу, интернет селтәрендә сәләмәт тормош образын пропагандалау һ.б. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау һәм башҡа министрлыҡтар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән ведомство-ара комиссия положение буйынса раҫланған критерийҙар нигеҙендә йомғаҡ яһаясаҡ. Шамониноның еңеүгә ышанысы ҙур, сөнки бында демографик йәһәттән күрһәткестәр бик юғары. Бөгөнгө байрам да алкоголһеҙ ҙә матур байрам итеп була икәнлеген күрһәтә.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары: Әлбиттә, һәр райондың, һәр ауылдың үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар. Быйыл шул тиклем әүҙем ҡатнашалар һәм комиссия ағзаларын алда инндәй ауыр эш көткәнен күҙаллайым, сөнки һәр ҡатнашыусы бик ныҡ тырыша, һәләттәрен генә түгел, айыҡ тормошто нисек алып барырға мөмкин икәнен, эскелеккә ниндәй альтернатива бар икәнен күрһәтәләр. Шамонинға килгәндә, уны республиканың кесерәйтелгән күсермәһе тип әйтергә була - бында республиканың төрлө райондарынан килгән, төрлө милләт, төрлө дин вәкилдәре йәшәй. Байрам ваҡытында ла уның күп милләтле, төрлө конфессиялы икәне, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө халыҡтың бергә тупланыу тәжрибәһе күренде һәм ҡыҙыҡлы мөхит хөкөм һөрә, сөнки яңы ғына килеп йәшәй башлағас, барыһын да юҡтан, үҙеңә башларға кәрәк. Әлбиттә, һәр кем үҙенең тыуған яғы йолаларын иҫләй, белә, әммә уларҙы бергә туплап, берләштереү өсөн дә һәләт талап ителә.
Конкурстың критерийҙарына килгәндә, унда демография күрһәткесе ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән Шамонин менән ярышырлыҡ ауыл юҡ, тип уйлайым, сөнки бында, беренсенән, йәштәр күп, икенсенән, улар күп балалы ғаиләләр. Шуға ошо критерий буйынса Шамонин ауылы алға сығыр тип ышанам. Йәштәр ауылы булһа ла, йәштәр күңел асырға ярата тиһәләр ҙә, бөгөн күп ғаиләләр килгән һәм улар айыҡ тормош алып барырға әҙерҙер, тип уйлайым. Беҙгә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә сауҙа нөктәләрендә алкоголь продукцияһын һатыу ысынлап та туҡталғанмы икәнен тикшереү өсөн рейдтар ҙа кәрәк. Был да конкурс критерийына инә. Әлбиттә, "Пятерочка" һымаҡ ҙур магазиндарҙы бер нисек тә тыйып булмай, улар федераль йүнәлештә эшләй. Ә бына бәләкәй магазиндарҙы, кибеттәрҙе контролгә алырға мөмкинлек бар һәм уны эшләргә кәрәк.
Ғөмүмән, былтырғы еңеүселәргә ҡарап ниндәй һығымта яһарға мөмкин: ҡайҙа берҙәмлек - еңеү шунда. Берҙәм халыҡты кемдер артынан этеп, һөйрәп йөрөтмәй, улар ошондай сараларҙа үҙҙәре теләп ҡатнаша, хакимиәт яғынан да яҡлау таба, дин әһелдәре лә уларға терәк була. Шундай берҙәмлек булғанда еңеүгә өмөт күпкә юғарыраҡ.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА