«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ АУЫЛДА БАҠЫР ЗАВОДЫ ЭШЛӘГӘН
+  - 


Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районының Воскресенск ауылында булып, ундағы XVIII быуаттағы тарихи ҡораманы - баҡыр иретеү заводы бинаһын ҡараны. "Заводты беҙҙең ата-бабалар төҙөгән. Уның мөһабәт архитектураһы бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған. Был ҡорама буйынса күҙаллаған пландарыбыҙ бар, һәр хәлдә, был урын киләсәктә турист Мәккәһенә әйләнергә тейеш" , - тине Радий Фәрит улы.

Эйе, бөгөн, ҡасандыр кирбестән төҙөлгән мөһабәт, ғорур стеналары ғына ҡалған, Воскресенск (Пугачев) баҡыр иретеү заводы ситтән килеүселәрҙе үҙенә саҡырып тора кеүек. Тирә-яҡ тарихына туранан-тура ҡағылышы булған был тарихи ҡомартҡы янында булған һайын уның стеналарына ҡағылһам, бында бер нисә быуат элек ошо бинаны төҙөгәндә михнәт күргән кисәге крәҫтиәндәр, бөгөн заводҡа беркетелгән эшселәрҙең, аһ-зарын тоям, ишетәм кеүек. Завод менән танышыу көтмәгәндә килеп сыҡты. СССР тип аталған ҙур илдә йәмле бер апрель иртәһендә коммунистик өмә бара ине. Тирә-йүнде йыйыштырыуға Воскресенск халҡы ла бөтә ауылы менән сыҡҡан. Урындағы бер тракторсы картуф баҡсаһы һөрә торған һабанын тағып, завод биләмәһе янынан үтеп барышлай, ҡорамалды яңылыш "эшкә" ҡуша, төрәндәр нимәгәләр эләгеп ҡала. Быға аптыраған механизатор, тракторын туҡтатып, төшөп ҡарай. Ер аҫтынан ҙур булмаған ике тимер мискә килеп сыға. Тирә-яҡта өмәлә йөрөгәндәр йүгереп килеп етә, һауыттарҙы лом менән көскә асып ҡарайҙар. Унда XVIII быуат аҙағында ҡойолған биш тинлек баҡыр аҡсалар була. Шул ваҡыт эргәләренән үтеп барған ауыл хужалығы инспекторына күрһәтәләр, уныһы, минең нумизмат икәнемде иҫенә төшөрөп, һигеҙ монетаны миңә алып килә. Аҙаҡ бөтә аҡсаны тейешле органдар йыйып алды. Һуңынан белеүемсә, Салауат Юлаевҡа тотҡонда көнөнә биш тинлек ризыҡ биргәндәр икән. Бына шулай башланып китте минең Мәләүез районы биләмәһендәге тарихи ҡомартҡыларҙың береһе менән танышыу.
Воскресенск баҡыр иретеү заводын төҙөү 1734 йылда, Иван Кириллов етәкселегендәге тау-разведка экспедицияһынан башлана. Экспедиция һөҙөмтәһе буйынса, И.Кирилловҡа аҡса бүленә һәм башҡорт ерҙәрендә буласаҡ беренсе металлургия заводы төҙөү бурысы йөкмәтелә. Төҙөлөш тамамланып, заводты эксплуатацияға ебәреп өлгөрмәй ҡалалар, ошо уҡ исемле йылғала төҙөлгән плотина, бер нисә рудник һәм заводтың ҡайһы бер ҡоролмалары 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында өлөшләтә емерелә. Ихтилал тамамланғас, 1740 йылда Кириллов урынына Татищев тәғәйенләнә. Яңы етәксе бинаны тергеҙеүҙән һәм уны производствоға ебәреүҙән баш тарта, сөнки бынан коммерция күҙлегенән ҡарағанда файҙа күрмәй - баҡыр рудаһы сеймалы заводтан алыҫ ҡына урында ҡаҙыла һәм уны бында ташыу иҡтисади яҡтан файҙалы булмай. Баҡыр иретеү заводы эшһеҙ бер нисә йыл буш тора. Ырымбур губернаторы Иван Неплюев Воскресенск металлургия заводын шәхси хужалар ҡулына күсереү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә ирешә. Сауҙагәр Иван Твердышев Воскресенск заводын тергеҙергә теләк белдерә. Заводты уға биреү тураһында Сенат указы 1744 йылда донъя күрә. Иван Борисович кейәүе И. Мясников менән бер йылдан заводты тергеҙә, ләкин элекке урында түгел, яңы ерҙә, Табынскиҙан 90 саҡырым көньяҡта, Тор йылғаһы буйында. Был төҙөлөштә сауҙагәр Табынскиҙағы элекке завод ҡорамалдарын ҡуллана, алдаҡ юл менән Тор йылғаһы буйындағы бик күп башҡорт ерҙәрен һатып ала. Ауыл баҡыр заводы исемен ала. Ул завод менән бергә төҙөлә башлай һәм ҙур үҫеш ала - беренсе торлаҡ эшселәргә тәғәйенләнә. Иван Твердышевтың эше бик уңышлы булып сыға - уның металлургия заводы Рәсәй сәнәғәтендә иң эре предприятиеларҙың береһе булып китә. Тәүге йыл заводта 15 мең бот (245,7 тонна) баҡыр етештерелә. Продукцияның ҙур өлөшө хәрби сәнәғәттә ҡулланыла, унан артиллерия ҡоралдары һәм снарядтар ҡоялар.
Завод тарихында билдәле бер ваҡиға ҙур урын алған. Ул Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы менән бәйле. 1773 йылдың 12 октябрендә баҡыр иретеү заводы Пугачев ғәскәре тарафынан баҫып алына. Предприятиеның мөһим стратегик объект икәнен иҫәпкә алып, Пугачев армияһы үҙ арсеналына үҙгәртеп ҡора. Пугачевтың көрәштәше И.Антипов етәкселегендә баҡыр урынына туп һәм уға снарядтар етештерелә башлай. Биш ай эсендә Антипов етәкселегендә 15 артиллерия ҡоралы һәм күпләп снаряд етештерелә. 1774 йылдың мартында уны Пугачев Бердск биҫтәһенә ебәрә һәм ул унда һәләк була (Воскресенск уртаһында матурлап буралған ҡойонан сыҡҡан һыуҙы ауыл халҡы Пугачев шишмәһе тип йөрөтә).
Емельян Пугачев киткәс, завод талана һәм емерелә, ә элекке хужаһы сауҙагәр Иван Твердышев вафат була. Металлургия етештереүҙе уның ҡустыһы Я. Твердышевҡа һәм кейәүе И. Мясниковҡа башҡарырға тура килә. 1783 йылда завод, хужаһы вафат булыу сәбәпле, эштән туҡтай. Мясниковтың ҡыҙҙары аталары мөлкәтен бүлешә һәм Воскресенск заводы Иван Мясниковтың ҡыҙы Дарьяға ҡала, был ваҡытта ул ябай офицер Александр Пашков ҡатыны була. Әйткәндәй, Дарья Ивановна үҙ эшселәре өсөн яңы ауыл төҙөтә. Бөгөн Ырымбур-Өфө трактында Маҡтаулы (Мәкәтәүле) йылғаһы ярында урынлашҡан Дарьино ауылы нәҡ уның исемен йөрөтә лә инде. Александр Ильич Пашков генерал-майор дәрәжәһе алып, заводтың тулы хоҡуҡлы хужаһына әүерелә. Уның вафатынан һуң Воскресенск металлургия заводын ҡустылары Николай һәм Сергей етәкләй.
1870 йылда Воскресенск баҡыр иретеү заводы Англия компанияһы етәкселегенә күсә. Был осорға инде рудниктарҙа сеймал бөтә һәм яңы етәкселек уны алыҫ ерҙәрҙән ташырға мәжбүр була. Быныһы үҙҡиммәтте ҡырҡа күтәрә. 1891 йылда инглиздәр заводты һата, ә инде биш йылдан предприятие баҡыр етештереүҙе туҡтата. 1902 йылда Рәсәйҙә сәнәғәт кризисы башлана һәм ул Воскресенск металлургия заводын да урап үтмәй. Шул уҡ йылда предприятие эшмәкәрлеген туҡтата. Бөгөн Воскресенск ауылы халҡы ике мең кешегә лә тулмай. 1937 йылда ошо исемдәге район булдырыла, ауыл район үҙәгенә әүерелә, ләкин Н.Хрущевтың күп һанлы үҙгәртеп ҡороуҙары осоронда, 1956 йылда ул юҡҡа сыға. Тәбиғәттең иң матур урындарының береһен һайлаған тораҡ пунктында йәшәүселәрҙең күпселеген әле пенсионерҙар тәшкил итә. Воскресенск ауылы бөгөн үҙенең икенсе объекты менән дә дан тота - Воскресенск картина галереяһы. Ул билдәле Рәсәй рәссамдары, В.И.Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институты ҡарамағындағы махсус художество мәктәбенең элекке тәрбиәләнеүселәре, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1941-1943 йылдарҙа, Воскресенск ауылына эвакуациаланған Мәскәү рәссамдары инициативаһы менән 1970 йылда ойошторола. Уның башында Мәскәү рәссамдары - "воскресендар" В.А. Бабицын (1926-2000) һәм Р.А. Кобозевтар (1927-1997) тора. Филиал 1971 йылдың 6 ноябрендә асыла, 1979 йылдан М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы филиалы. Музей ауылдың уртаһында Тор йылғаһы ярында, Воскресенск баҡыр иретеү заводы ҡалдыҡтары һәм XVIII быуатта төҙөлгән Воскресенск сиркәүе - федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекттары - янында, Ватандың юғары наградаларына эйә булған, билдәле хирург, оҙаҡ йылдар Воскресенск дауаханаһында эшләгән Эргард Корлейстың элекке йортонда урынлашҡан. Коллекция нигеҙен Мәскәү "воскресенск" рәссамдарының 1970 йылда биргән һынлы сәнғәт, графика һәм скульптуралағы 126 бүләге, 1941-1945 йылдарҙа ижад иткән 60 рәсемен дә ҡушып биргән 1987 йылғы 137 картинаһы тәшкил итә. Мәскәү рәссамдары-"воскресендарҙың" 349 экспонаты һаҡлана бөгөн музейҙа.

Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 421

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru