«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИҢӘ ИЖАДЫМ ДА ҠӘҘЕРЛЕ...
+  - 


Әҙәбиәт күгендә әленән-әле яңы исемдәр балҡып-күренеп ҡала. Ҡайһылары бер арауыҡ ҡына баҙлай ҙа юғалып ҡуя, ҡайһылары баштан уҡ был йыһанды биҙәр өсөн килгәнлеген аңғарта. Бына, мәҫәлән, Әлиә Саматова кеүектәр. Беҙ уның ҡыҙыҡлы хикәйәләрен төрлө баҫмаларҙа әленән-әле уҡып ҡына торабыҙ. Бөгөн ул Белорет районы Инйәр ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Тынғыһыҙ хеҙмәте араһында уҡыусыларын ҡыуандырырға ла онотмай. Әлиә Саматова менән әңгәмәбеҙ ижад хаҡында.

Башҡорт әҙәбиәтенең проза жанрында күрендең. Шулай тип ҡыйыу әйтергә булалыр. Ошо тәңгәлдә ҡанат нығытыу, ҡәләмеңде шымартыу, тағы ла үткерләү, йәғни ижади үҫеш өсөн һиңә ниндәй ярҙам кәрәк, нимәләр етмәй? Башлап яҙыусыға ниндәй мөхит йәки мөнәсәбәт булырға тейеш тип иҫәпләйһең?

- Бәләкәйҙән китап уҡып, билдәле яҙыусыларҙың ижадында үҫтем. Проза жанрына Рәшит Солтангәрәев, Зәйнәп Биишева, Ноғман Мусин әҫәрҙәре аша һөйөү уянды. Уларҙа һүрәтләнгән донъя, геройҙар, образдар, хәл-ваҡиғалар ағышы мине арбап, хатта ысынбарлыҡтан да айырып алып китә ине. Артабан дәрестәрҙә уҡыусыларым менән әҫәрҙәр анализлап, энәһенән ебенә тиклем тикшереп, бөтә нескәлектәрен өйрәнгәндә лә мин был жанрға ҡыҙыҡһыныуымды кәметә алманым. Миндә уҡыусы булыу ғына түгел, ә үҙемә лә әҫәр ижад итеп ҡарау теләге тыуҙы. Нисек итеп айырым бер тормош һүрәтләнешен ҡағыҙ битендә генә һүрәтләп-яһап була икән, тигән уй тынғы бирмәне. Һәм шул ынтылыш шауҡымында ҡәләм тирбәтә башланым.
Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә замандаш прозаиктарыбыҙҙың яңы әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ. Уларҙа күп осраҡта бөгөнгө көн, бөгөнгө геройҙар сағылыш таба. Һин уларҙы үткән быуын кешеләре һәм үткән быуын әҙәбиәте итеп түгел, ә һин күргәнде-белгәнде яҙған һәм һинең менән бер мәлдә йәшәгән шәхестәр итеп күрәһең. Һәм һин дә шулай булдыра алаһың икәненә ышаныс та ҙурыраҡ. Яңы яҙыша башлаған ижадсыларға тап бына шундай үрнәк алырҙай остаздарҙың оҫталыҡ дәрестәре булһа, шәп булыр ине, минеңсә. Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Миләүшә Ҡаһарманова, Әхмәр Үтәбай кеүек әҙиптәр беҙгә шундай дәрестәр үткәрһә ине, тип уйлайым. Әйтәйек, "Бер хикәйәнең яҙылыу тарихы" тигән дәрес (видеодәрес, онлайн -дәрес һ.б.). Башлап яҙыша башлағандарға ла, мәктәп уҡыусыларына ла яҙыусылар менән аралашыу, уларҙы күреп-белеү, осрашыуҙар етмәй.

Бөгөнгө йәш яҙыусылар араһында, шулай уҡ интернет киңлектәрендәге ижадсыларҙа ла, әҫәр төҙөү проблемаһы бар. Әйтәйек, прозаға килеүсе кеше иң беренсе хикәйәнән башлайым тип уйлай. Ә был прозалағы иң ауыр жанрҙарҙың береһе. Бына һин хикәйә яҙыуҙы нисек күҙ алдына килтерәһең һәм нисек башҡараһың? Һәм уның тап хикәйә жанрында икәнлеген нисек билдәләйһең?

- Күләме яғынан ҙур булмауға ҡарамаҫтан, хикәйә башы, хәл ителеше һәм аҙағы булған бөтөн бер ваҡиғаны һүрәтләй. Жанрҙың мөмкинлектәре шаҡтай сикләнгән булғанлыҡтан, сюжеттағы айырым эпизодтарҙы ентекләп, бөтә ваҡлыҡтарға иғтибар итеп һүрәтләү хикәйәгә хас түгел. Шул уҡ сәбәптәр һөҙөмтәһендә хикәйәләрҙең образдар системаһы ла ҡатмарлы түгел. Ғәҙәттә, уларҙа ике-өс кенә персонаж ҡатнаша, һәм яҙыусы уларҙың характерындағы бөтә ҡатмарлылыҡты түгел, ә әҫәрҙең төп идеяһын асыуға ярҙам итерҙәй эш-хәрәкәттәрен генә хикәйәләй, һүрәтләнә торған ваҡиғаның башҡарылыу оҙайлығы мәсьәләһендә лә был жанр повесть һәм романдар менән ярыша алмай: хикәйәлә күбеһенсә бер йәки бер нисә көн эсендә булып уҙған ваҡиға һүрәтләнә. Бына ошо ҡағиҙәнең теорияһын аңлайһың ул. Ә яҙыша башлағанда, әгәр алдан хикәйә системаһын, һөйләйәсәк хәл-ваҡиғалар ағымын тулайым ғына уйламағанһың икән, был жанр эсенә инеп ултырыуы ауыр. Хикәйә яҙыу өсөн бик йыйнаҡ уйлай, фекерләй һәм шуны һүрәтләй белергә кәрәк.
Кеше тормошонда шатлыҡлы йә ҡайғылы, иҫтәлекле һәм тетрәндергес ваҡиғалар була. Тап шул ваҡиғалар хикәйәлә сағылыш таба ла. Шул уҡ ваҡытта яҙғаның нимәнелер бәйән итеүгә генә ҡоролһа, уҡыусыны уйландырмаясаҡ, әйтеп бөтөлмәгән һүҙҙәр, бәйән ителмәгән уйҙар, асып бирелмәгән фекерҙәр уҡыусының фантазияһын үҫтереүгә булышлыҡ итә, минеңсә. Әлбиттә, тәрбиәүи яҡтарын да күҙ уңынан сығармайынса, йөмлө генә хикәйә яҙырға ынтылырға кәрәктер ул. Бер геройҙың яҙмышына бәйле хәл-ваҡиғаларҙы бер хикәйәлә асып биреү - ошо жанрҙың үҙенсәлеге инде. Минең ҡайһы бер хикәйәләрем бер нисә өлөштән, йәғни дауамлы килә лә сыға. Мәҫәлән, "Тел асҡысы "ның дауамдары "Тел биҫтәһе " һәм "Тел оҫтаһы". Һәм һуңғы "Уйын" хикәйәм дә өс өлөшлө килеп сыҡты. Бына ошо тәңгәлдә лә тәжрибәле яҙыусылар менән кәңәшләшә алыу форсаты кәрәк ул. Уҡып, ҡарап ҡына өйрәнеү - бер, ә берәй хикәйә оҫтаһы хикәйә ҡороу үҙенсәлектәрен, серҙәрен аңлатһа ине...
Дәрестәремдә уҡыусыларыма проблемалы һорау ҡуйған кеүек, хикәйәләремдә лә шул алым ҡулланам. Параллель образдар эҙләргә яратам. Әҙәбиәт дәрестәрендә лә шундай образдарҙы табыуға күп ваҡыт бүләм. Геройҙарҙың исемдәренә иғтибар итәм, мәғәнәһенә ҡарап ("Исемдәр китабы "нан алам) ҡушам. Мәҫәлән, повесымдағы Моталлап - эҙләүсе, көтөүсе тигәнде аңлата. Геройым ғүмере буйы әсәһен эҙләй бит...

Һине ижад итеүгә ниндәй сәбәптәр этәрә? Ижад итеү тормошоңа берәй төрлө йоғонто яһаймы? Яҙышыуҙы эш араһындағы хобби итеп кенә күрәһеңме, әллә уға төплө ҡарарға, яҙмышыңды башҡорт әҙәбиәтенә бәйләргә тигән иҫәп бармы?

- Бөтә ижадсыларҙы ла мин тулып, ташып ултырған бер көршәк кеүек күҙ алдына килтерәм. Шул иҫәптә мин дә. Тормоштағы бер нәмәгә лә битараф ҡала белмәйем, үтә хислемен: ярышҡанда еңеү өсөн, сәхнәлә уйнағанда бөтә булмышымды биреп, илағанда һығылып, шатланғанда түбәм күккә тейеп, хәстәрләгәндә бөтә йәнемде бирәм. Ҡайҙа яҙайым әле, тип түгел, түгелгән уй -фекерҙәремде унан алда тыуған идеяма төрөп,ҡағыҙға төшөрәм. Һәр яҙғаным - ҡәҙерле хазинам кеүек. Хобби түгел хәҙер, ә тормошомдоң бер мөһим өлөшөнә әйләнде. Яҙғандарымдың иң тәүге баһалаусылары - уҡытҡан уҡыусыларым. Улар алдай белмәй, әҫәрҙең авторын атамайынса уҡыйым. Шулай булғанда тәнҡит тә ғәҙел була. Уларҙың күҙҙәрендә барлыҡҡа килгән ҡараш сағылышы, әйтелгән фекерҙәре, килеп тыуған һорауҙары, ҡыҙыҡһыныуҙары йәки, киреһенсә, битараф ҡалыуҙары ла миңә күп мәғлүмәт бирә. Һуңынан инде өйрәтеүсе остаздарымдан баһа алам эштәремә һәм иң һуңында китап уҡыусыларға тәҡдим итәм. Ыңғай фекерҙәр илһам өҫтәй, ҡанатландыра, артабан эҙләнеүгә дәрт бирә. Һәр кешенең кешелеккә әйтер һүҙе бар бит, мин дә уйымдағын яҙғандарымды уҡыусыларыма алып барып еткергем килә. Әҫәрҙәремде яратып уҡыусылар булһа, ҡәләмемде ташламам, тим. Иң мөһиме, миңә әҙәбиәтебеҙ ҡәҙерле, яҙышыу оҡшай һәм бәләкәс кенә өлөшөмдө индерә алам икән, ижадтан айырылмам.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 604

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru