«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШҠЫУАР БУЛЫУ ЕҢЕЛМЕ?
+  - 


Эшҡыуарлыҡ һәр заманда ла булған һәм буласаҡ. Башҡа өлкәләге кеүек үк, эшҡыуарлыҡтың да үҙ ҡыйынлыҡтары, һорауҙары һәм хәл итәһе мәсьәләләре бихисап. Алдына эшмәкәрлегенә бәйле һәм үҙе генә хәл итә алмаҫтай мәсьәлә килеп баҫҡан саҡта эшҡыуарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Юридик һорауҙарына тулы һәм аныҡ яуаптар нисек табырға? Ошо һәм эшҡыуарлыҡҡа бәйле башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау вәкиллеге етәксеһе Флүр Минзаһит улы ӘСӘҘУЛЛИН яуап бирә.

Вәкиллиәт эшмәкәрлеге нимәгә ҡайтып ҡала?

- Беҙҙең төп бурыс - республика эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларға юридик ярҙам күрһәтеү. Башҡортостанда эшҡыуар йәки фермер булараҡ теркәлгән һәм эшмәкәрлек алып барған һәр кем үҙен борсоған һорауҙар менән беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн электрон йәки Рәсәй почтаһы аша хат ебәрергә, йә шәхсән килергә була. Шулай уҡ ҡыҙыу телефоныбыҙ ҙа эшләй. Республиканың төрлө төбәгенә сығып та эшҡыуарҙар менән йыш осрашабыҙ. Өфөнән ҡырҙа йәшәүселәр шулай уҡ урындарҙа эшләп килгән беҙҙең йәмәғәт ярҙамсыларыбыҙға ла үҙенең мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә ала. Бөтә хеҙмәттәребеҙ ҙә эшҡыуарҙар өсөн бушлай.
Былтыр беҙгә рәсми рәүештә меңдән ашыу эшҡыуар мөрәжәғәт итте, тағы ла урындарҙа һәм телефон аша бихисап һорауҙар ҡабул ителде. Шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡырҡыулашыу сәбәпле булдырылған оператив штаб бик әүҙем эшләп, ике меңдән ашыу эшҡыуар үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды.

Йыш ҡына "үҙенә эшләүсе"ләр тураһында ишетергә тура килә. Кем был категорияға инә һәм ул нимә менән отошло?

- Үҙенә эшләүсе - ташламалы махсус һалым системаһына күсеп эшләүсе физик йәки юридик шәхес. Уның өҫтөнлөктәре бихисап. Мәҫәлән, был категория эшҡыуарҙары һалым декларацияһы тултырмай, сөнки килем махсус мобиль ҡушымтала автоматик һанап барыла. Тағы ла контроль-иҫәпләү техникаһын һатып алырға кәрәкмәй, ә чек талап ителгән осраҡта шул уҡ мобиль ҡушымта аша сығарып биреү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ, "ғәҙәти" эшҡыуар һымаҡ, пенсия фондына айырым иғәнә күсереү ҙә кәрәкмәй. Был категориялағы эшҡыуарҙар рәсми теркәлеү үтмәйенсә лә эшләй ала.
"Үҙенә эшләүсе" категорияһындағы эшҡыуар дәүләт ярҙамына ла дәғүә итә ала. Йәғни уның төрлө субсидия, бюджет инвестицияларын юлларға хоҡуғы, шулай уҡ төрлө программаларға ярашлы ер биләмәһе, техника, инструмент һәм башҡа әйберҙәрҙе үҙенә ҡуртымға йәки үҙмилкенә түләп һәм түләмәй алыу мөмкинлеге бар. Түләп алған осраҡта иһә ташламаға дәғүә итә ала.

Әйҙәгеҙ, аныҡлап үтәйек. Мәҫәлән, мин өйҙә торт бешереп һатһам, "үҙемә эшләүсе" булараҡ теркәлергә һәм һалым түләргә тейеш буламмы?

- Эйе, тап шулай, сөнки һеҙ килем алаһығыҙ. Ә килемдән һалым түләргә кәрәк. Әгәр ҙә быны эшләмәһәгеҙ, законды боҙаһығыҙ, тип һанала. Ә "самозанятой" булараҡ теркәлеп, килемегеҙҙән ташламалы хаҡ менән һалым түләһәгеҙ, штрафҡа юлығыуҙан ҡурҡмайынса эшләргә була. Шул уҡ репетиторлыҡ менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыны ла, төп эшенән тыш шәхси дәрестәр биргән музыкант һәм рәссамдарҙы ла ошо миҫал күҙлегенән сығып ҡарарға була. Ошо урында, аш-һыуға ҡағылышлы тағы ла бер үҙенсәлек тураһында иҫкәрткем килә. Бешеренгән урын мотлаҡ СанПиН талаптарына тура килергә тейеш. Әгәр ҙә йортоғоҙҙа ошо талаптар үтәлмәһә, тимәк, торт йәки башҡа әйбер бешереп һатырға ярамай.

Бөтә эшҡыуарҙар ҙа ошо система буйынса эшләй алмаймы ни? Ни тиһәң дә, ташламалы һалым түләү күпкә отошлораҡ.

- Бөтә төр эшҡыуарлыҡ та был системала эшләүгә тура килмәй. Мәҫәлән, акциз йәки мотлаҡ маркировка талап итеүсе тауарҙар менән һатыу итеүсе, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә эшләүсе һәм йыллыҡ килеме 2,4 миллиондан артҡан эшҡыуар был категорияға инмәй. Шулай уҡ эшселәре булған эшҡыуар ҙа "үҙенә эшләүсе" булараҡ теркәлә алмай, сөнки ул хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө социаль страховка иғәнәләре түләргә бурыслы.

Ә урамда тороп, үҙе етештергән еләк-емеш йәки һөт аҙыҡтары һатыусылар тураһында нимә әйтерһегеҙ? Улар ҙа законһыҙ эшҡыуарлыҡ алып бара, тип һаналамы?

- Законға ярашлы, шәхси хужалыҡта етештерелгән һәм эшкәртелгән ауыл хужалығы тауары эшҡыуарлыҡҡа инмәй. Ләкин был ҡайҙа теләйһең, шунда тороп һатырға була, тигәнде аңлатмай. Бөтә сауҙа махсус билдәләнгән урындарҙа ғына алып барылырға тейеш.
Һатыуға сыҡҡанда ҡулығыҙҙа шәхси хужалыҡ тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән белешмә булырға тейеш. Ундай белешмә "хужалыҡ тураһындағы китап"ҡа таянып яҙыла (похозяйственная книга). Ошо белешмә нигеҙендә баҙар хакимиәтенән һатыуға рөхсәт ҡағыҙы алына. Әлеге шарттар теүәл үтәлгән осраҡта үҙ тауарығыҙҙы бер кемдән дә ҡурҡмайынса һата алаһығыҙ.

Үҙен "банкрот" тип иғлан итеүсе физик шәхестәр күп. Ә фирма йәки фермер хужалығы етәксеһе ошо процедураны үтә аламы?

- Эшҡыуарҙың кредиттар буйынса банк һәм башҡа кредиторҙар алдындағы, шулай уҡ һалымдар буйынса бурысы субсидар яуаплылыҡ, тип атала. Финанс көрсөккә килеп терәлгәндә, субсидар яуаплылыҡҡа тарымаҫ өсөн юридик шәхес үҙен "банкрот" итеп таныуҙы күҙаллаған процедураны башлай ала. Бының өсөн бер нисә талаптың үтәлеүе мөһим. Беренсенән, эшҡыуарҙың түләүҙәр буйынса башҡарыу ҡағыҙҙары, һалым органдарының дәғүәһе һәм талаптары күп булыуы, икенсенән, 3 ай дауамында эшселәренә тулыһынса эш хаҡы түләй алмаһа, һалым документтарында күрһәтелгән тауар запасы булмаһа, фирманы "банкрот" итеп таныу тураһында ғариза яҙырға мөмкин.

Башҡортостан балы менән дан тотҡан төбәк. Ләкин умартасыларҙы борсоған мәсьәләләр күп. Шуларҙың береһе - баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн ҡулланылған пестицидтарҙан күргән зыян. Умартасыларҙы ошо йәһәттән нисектер яҡлау закон нигеҙендә нығытылғанмы?

- Бал ҡорттарының химик матдәләр һәм пестицидтар менән ағыуланыуына юл ҡуймау өсөн ауыл хужалығы һәм шәхси фермерҙар бер нисә шартты үтәргә бурыслы. Мәҫәлән, агрохимикат ҡулланылырға тейешле баҫыуҙан 7 саҡрымдан яҡын урынлашҡан ауыл халҡы баҫыуҙа башҡарыласаҡ эштәр тураһында өс көн алдан иҫкәртелергә тейеш. Бының өсөн гәзит, радио, социаль селтәрҙәр һәм башҡа матбуғат саралары ҡулланыла. Иғланда эшкәртеләсәк ер биләмәләренең сиге күрһәтелергә, эш ваҡыты һәм ниндәй ысул менән эшкәртеләсәге тураһында белешмә булырға тейеш. Шулай уҡ ҡулланыласаҡ агрохимикаттарҙың һәм пестицидтарҙың исемдәре хаҡында ла мәғлүмәттең булыуы шарт.
Химик матдәләрҙе бөтөнләй ҡулланмайынса булмай, сөнки баҫыуҙар эшкәртелмәгән осраҡта ауыл хужалығына зыян килеүе бар. Бал ҡорттарының баҫыуҙарҙа үҫкән үҫемлектәрҙән дә бал йыйыуын иҫәпкә алғанда, ике яҡҡа ла бер-береһенә зыян килтермәҫлек итеп эш итергә өйрәнергә кәрәк. Шулай уҡ бал ҡорттарын һаҡлау өсөн ҡулланылған тағы бер үҙенсәлек - ауырыған ҡорттарҙы дауалау өсөн Рәсәй законына ярашлы рәсми теркәү үтмәгән дарыуҙарҙы ҡулланыу тыйыла.

Буласаҡ тикшереүҙәр хаҡында эшҡыуарҙы алдан иҫкәртергә тейештәрме? Тикшереүҙең һөҙөмтәләре менән риза булмаған саҡта ул ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?

- Бизнесҡа йөкләмә кәмейәсәк, сөнки ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан бәләкәй эшҡыуарлыҡты тикшереү буйынса эштәр туҡтатылып торҙо. Ләкин прокурор менән раҫланған һәм мораторийға эләкмәгән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты тикшереүҙәр тураһында оноторға ярамай.
Ағымдағы йылдың 1 июленән дәүләт һәм муниципаль контроле тураһындағы Федараль закон үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, документаль һәм сығып тикшереү ваҡыты 10 эш көнөнән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ быйыл шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм юридик шәхестәрҙе аудио һәм видеобәйләнеш аша ла тикшереүҙәре мөмкин.
31 июлдән һуң планға ярашлы тикшереүҙәрҙе контроль орган инспекция визиты менән алыштырыуҙары ла бар. Был хаҡта тикшереләсәк эшҡыуар йәки ойошма 10 көн алдан иҫкәртелергә тейеш. Әйтеп үтергә кәрәк, яңы алым бөтә төр тикшереүҙәргә лә ҡағылмай. Тикшереү һөҙөмтәләре менән килешмәгән осраҡта, эшҡыуар актты ҡулына алғандан һуң 15 көн эсендә ҡаршылығын белдереп, яҙма рәүештә тикшереүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам бар, тип әйтә алабыҙмы?

- Һис шикһеҙ, республика Хөкүмәте тарафынан төбәктә эшләүсе эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә. Төбәк етәкселеге эшҡыуарҙарға ҡарата һәр ваҡыт асыҡ йөҙ күрһәтә, яңы төр яҡлау саралары булдыра, бизнесты үҫтереүгә этәргес көс биреүсе өҫтәмә эштәр атҡара.
Шулай уҡ республикаға ситтән инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу ҙа әүҙем эшләй. Тағы ла Башҡортостанда эшҡыуарҙар һанын арттырыуҙы һәм уларҙың төбәк иҡтисадында үҙ урынын табыуын күҙаллаған программалар яҡшы эшләй.
Ләкин шул уҡ ваҡытта хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә бар. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ алып барыусыларҙы бигерәк тә һалымдарҙың юғары булыуы, тикшереүҙәрҙең йыш атҡарылыуы, кредит алыуҙағы ҡыйынлыҡтар борсоуы тураһында әйтеп үтергә кәрәк.

Шулай итеп...
Эшҡыуар булыуы еңел түгел, ти Флүр Минзаһит улы. Ләкин күңелендә ошо осҡондо йөрөтөүсе, йүнсел һәм әүҙем кешенең юлындағы бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығып, уңышҡа өлгәшәсәгенә шиге юҡ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды әңгәмәсем. Шулай уҡ киләсәккә һәр саҡ ышаныс һәм өмөт менән ҡарарға кәрәк, тип өҫтәне. Был һүҙҙәр үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға теләгән һәр кемдең ҡолағына салыныр һәм үҙ эшен асыуға этәргес көс булыр, тигән ышаныстабыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 377

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru