Икенсе көн
Өшәнеп уянды. Яҡтыртҡайны. Сағыу нурҙары соҡорға төшөп етмәһә лә, ер өҫтөндә ҡояштың донъяны иренмәй, бар күңелен биреп наҙлауы, йылытыуы аңлашыла ине. Ир кирелеп, бер кинәнес менән өҫкә ҡарап торҙо.
- Хәйерле иртә, ер өҫтө! Доброе утро, страна! Был ер шарында берәйһе бармы, эһе-һей? Нишләп бер кем эҙләмәй һуң ул? Эһе-һей, теш йыуырға ине, бит-ҡул сайҡарға ине, килтерегеҙ берәй сүмес һыу, - ирендәре кипкәнен тойҙо. - Һыу, һы-ыу, эсергә ине туйғансы.
Эйелеп биштәрен тотҡоланы, унда бер ни юҡлығын белһә лә, түңкәреп ҡараны. Кисәге буш шешәне ирененә терәп, өҫкә ҡалҡытты. Теле менән шешә башын яланы.
- Һе, бер тамсы ҡалған булған, ҡалай тәмле. Ныҡ тәмле.
Ватылып китмәһен тип, һаҡ ҡына түш кеҫәһенән телефонын килтереп сығарҙы. Тейешле нөктәһенә баҫып тоҡандырып ҡараны. Уныһы көсәнеп маташты шулай ҙа, "пип-пип" тине лә һүнде. Өҫкә күтәреп бәрергә уйланы ла кире кеҫәһенә һалды.
- Үлде-е. Беренсе булып телефон үлде, тип теркәйек. Сиратта кем? - яңынан телефонын усына алды. - Үҙе ниндәй затлы! Айфо-он, имеш. Шуны көсләп бисә кредитҡа алдырған булды. Ҡырҡ бер мең һумға. Ай ярымлыҡ эш хаҡы.
Бисәһе булып ҡыланырға тотондо. Штормовка итәген башына ҡаплап, йәғни "яулыҡ ябынып", артын уйнатҡыланы.
- Кеше араһында кәм-хур булып йәшәмәйек, интернеты ла, камераһы ла, ватсабы ла, инстаграмы ла бар. Хеҙмәттәштәрең күрһә, һоҡланасаҡ ҡына. "Заман кешеһе" тип әйтәсәк... - Нәҙек тауыш менән бисәһе булып һөйләнде. - Әйткәндер. Һоҡланғыс әйбер. Ә бөгөн ул... буш шырпы ҡабы.
Оҙаҡ ҡарап торҙо аппаратына. "Стив Джобстың, юҡ, хатта бер малай-шалайҙың да умырып тешләп ырғытҡан алмаһы был айфондан ун тапҡырға ҡәҙерлерәк әле миңә. Ҡыйбатыраҡ та. Ырғытылған алманың икенсе яғынан бер умырып ҡына ҡапҡанда, ҡалай һыуһын ҡаныр ине".
- Үлде айфон, ә мин тере. Әле, әлегә. Был күк аҫтында бер нимә лә мәңгелек түгел. Бер нимә лә! Көс бөтһә, мин дә - "пип-пип", һүнермен.
Кеҫәһенә ҡулын тығып уйға ҡалды. Бармаҡтары кеҫә төбөнән кисәге ҡаҙаҡты эҙләп тапты. Шуның менән ер стенаны тырнарға тотондо. Асығыуы, һыуһауы үҙәгенә үтте . Селәү ҙә юҡ, исмаһам. Ҡабыр ҙа йотор ине.
Стенаны оҙаҡ тырнаны. Уйлаһаң, башҡа шөғөл дә юҡ инде. Шулай тырнап, бәлки, баҫҡыс эшләп булыр. Ләкин эш ырамлы барманы - ер ҡаты, ҡаҙаҡ ҡыҫҡа ине. Оһо, әллә ерҙә дым бар инде? Усына семтем генә ер һалып ҡабып ҡараны ла... төкөрөп ебәрҙе.
- Фу, ҡалай тәмһеҙ, эт буғы тәме сыға, - оҙаҡ төкөрөндө.
"Робинзон Крузо кеүек көндәрҙе билдәләп барырға кәрәк. Ваҡыт менән дуҫ булһаң, ер шары менән бергә әйләнәһең, тигән һүҙ, - тип уйланы. Ултырған килеш кенә оҙон таяҡ һыҙып ҡуйҙы. - Тә-әк, бында мин икенсе көн, кисә нисәһе ине әле? Шәмбе ине, ун дүрте, тимәк, бөгөн - ун бише. Бер һыҙыҡ, ике һыҙыҡ", - тағы берҙе һыҙҙы.
- Ҡалай онота яҙғанмын даһа, - тип тағы аяғына баҫты. Ҡулын кеҫәһенә тығып, уйға ҡалды. Ике көндән ҡыҙының тыуған көнө. Ун бер йыл элек унан да бәхетле кеше юҡ ине. Балалар табыу йорто алдында, дөрөҫөрәге, ҡатыны ятҡан палата тәҙрәһе янында ярты көн буйы ҡулына сәскә тотоп балҡып, ҡатып торғайны. Нисектер шулай киткеһе килмәне. Ул китһә, Әминәһе, донъяға яңы ауаз һалған Сәриәһе, исемде алдан уҡ уйлап ҡуйғайнылар, менән бер ни булыр кеүек ине. Ҡатыны, бар ҡайт, әтеү мин илайым, тиһә лә, шулай уларҙың именлеген һаҡлап йылмайып, һөйөнөп тора бирҙе. Үҙһүҙле булған, ҡәһәрең. Ямғырлы көн ине. Лысма һыу булды. Эңер төшкәс кенә ҡуҙғалды. Бәхетле ине ул. Ә бөгөн? Нисек тә сығырға кәрәк бынан. Тағы һикереп ҡараны. Был юлы ҡысҡырманы, тыныс ҡына нимәгәлер тотоноп үрмәләргә тырышты. Тик тотонор ек тә, еп тә, үрмәләр көс тә, форсат та юҡ ине. Өмөтләнеп өҫкә ҡарап ҡатыуҙан башҡа сара ҡалманы.
"Их, Сәриәм, алтыным, ҡояшым минең. Өйҙә мине яратҡан берҙән-бер зат. Үлеп китһәм, һағыныр инде балам. Бер үҙе илап торор инде ҡәберем ситендә. Һәм әсәмдең күҙ йәштәре түгелер. Ул, бахырҡай, ҡайғыға түҙмәҫ, күбәләктәй генә йәне минең арттан эйәрер инде. Юлға сыҡмай тор әле, балам, тип бойоҡ ҡына күҙҙәре менән бағып ҡалғайны ла, их... Юлда ла, тормошта ла әсәйҙәр фатихаһы кәрәк шул..." - Ике күҙенән дә буй-буй булып йәштәре ағып китте. Үҙе һиҙмәнеме, әллә һиҙһә лә иғтибар биреүҙең әһәмиәте юҡ, тинеме, һөртмәне лә, йәше тын ғына аҡты ла аҡты.
- Йүгереп кенә ҡайтып кил ине, йылы ғына ҡосағыма алып ҡыҙымды һөй ине, - тине, тамағындағы төйөрҙө йотоп, аяныс тауыш менән.
"Нимә тип сығып киттем мин был юлға? Ер кәрәк берәүгә. Ниндәй етмәҫ байлыҡтыр. Фатир бар, өс бүлмәле, нимә етмәй беҙгә? Йыл да Төркиәгә барабыҙ..."
Бисәһен күҙ алдына баҫтырҙы. Уның иркәләп, уға ярарға тырышып һөйләгән хәбәрен ишеткәндәй булып, тирә-яғына ҡаранып алды. "Юҡ, беҙгә яҡын-тирәлә ер кәрәк, хәҙер ҡала ситендә йәшәү модно. Ҡала саңын еҫкәп, химия ашап ятҡансы. Үҙебеҙ үҫтерәбеҙ картуф, үҙебеҙҙең кишерҙе ашайбыҙ".
- Ашаның, ашамай ни! - Уртансы бармағын өҫкә күтәрҙе, әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. - Бына һиңә кишер!
"Байлыҡ, байлыҡ, аҡса, аҡса!.. Ул бисәнең һаман байлыҡ тип яныуы. Уф! Йыйған аҡсаһы юҡ, бөтәһе лә кредитҡа. Иртәле-кисле бил бөгәһең, ике эштә эшләп. Ни хәжәтемә был баҡса? Ер кәрәк берәүгә. Бына бер аршин ер етә. Нишләп кеше түбән төшһә генә күкте күрә башлай икән?"
Ярай, ҡояш йылы. Әбейҙәр сыуағы. Ҡояш нурҙары соҡорҙоң өҫкө өлөшөнән аҫҡараҡ та төшә бирҙе. Ир ҡулын уға табан һуҙҙы, тик "ҡояш"ҡа буйы етмәне.
Тағы эсендә бүреләр олоуы уйланырға ҡамасаулай башланы. Тәғәм ризыҡ ҡапмағанына тәүлектән ашты. Һыу эсмәгәненә лә шулай.
Кеше ашамай айҙар буйы йәшәй ала, шикелле, ә бына һыуһыҙ оҙаҡҡа бармай, тиҙәр. Тапмаһалар, ошонда кибә икән. Уф, асыҡтырҙы.
- Э-э-һей! Ишетәһегеҙме, мин асыҡты-ым!
Штормовка кеҫәһенән аҡса янсығын килтереп сығарҙы ла унан меңлек тартып алды. Ҡулы менән өҫкә һуҙҙы.
- Бына, бына аҡ-са! Мә, кемгә кәрәк, мә. Тик мине бынан сығарығыҙ ғына, бар мөлкәтемде бирергә ризамын, - тип мығырҙаны. Үҙе уйында һаман һөйләшеүендә булды. - Был соҡорҙа, ошо тотҡонлоҡта был аҡсаның бер тинлек ҡәҙере лә, кәрәге лә юҡ. Теге донъяға киткәндә һиңә байлыҡ кәрәкмәй, тигәндәрен ишеткәнем бар ине, бына ул. Иҫ киткес бай булған, ярты донъяны ҡулында тотҡан Сөләймән хаким, үҙе үлгәс, табут өҫтөндә уның буш ҡулдарын күрһәтеп ятҡырыуҙарын һораған. Йәнәһе лә, фанилыҡта күпме байлыҡ йыйһаң да, теге ысын донъяла уның һис тә кәрәге юҡ икәнен шулай аңлатҡан. Унда алып барып та булмай, барыһы ла фанилыҡта ҡала. Аңлайым мин һине хәҙер, Сөләймән хаким, бик һәйбәт аңлайым...
- Сөләймән хаким, мин һине аңлайым! - тип ҡысҡырҙы. Тик өнө үҙенән бик йыраҡ китмәгәнен аңларға теләмәне.
"Машина - кредитҡа. Телефон - кредитҡа. Бисәһенә тун менән ҡыҙына алған затлы ноутбук - кредитҡа. Кредит, кредит. Бына нимә ул кредит? Ҡулдарыңда бығау ҙа юҡ, аяҡтарыңа тышау ҙа һалмағандар, - ҡулдарын алға һуҙҙы, һыҙлаған аяғын һелкеткеләп алды, - тик һин бер ҡайҙа ла китә алмайһың, ҡаса алмайһың, оса алмайһың, сөнки һин - әсир, һин - соҡорҙа. Бына минең һымаҡ соҡорҙа. Бына ошо була ул кредит! Бөтә ил кредитта, бөтә ғәм шулай тотҡонда, ипләп кенә күҙҙе бәйләйҙәр ҙә һине әсирлеккә алалар. Кредитҡа кермәйек, бурыс алмайыҡ, тип ул бисәгә күпме тылҡыйым, юҡ. - Тағы бисәһе булып ҡыланып дауам итте: - Кешесә йәшәгең килмәйме ни һинең, ә? Бар донъя кредитҡа йәшәй, - тип ҡуйҙы.
"Тимәк, бар халыҡ минең һымаҡ соҡорҙа. Тотҡо-онда!"
- Эһе-һей, өҫтәгеләр, ер өҫтөндә йөрөүселәр, улай һөйөнмәй тороғоҙ әле, мин генә соҡорҙа түгел, һеҙ ҙә... Һеҙ ҙә бығаулы, һеҙ ҙә тышаулы, - сырт итеп төкөргән булды. Тик кипкән ирендәр, кипкән тамаҡ "сыртламаны", киреһенсә, ярылып китерҙәй булып һыҙлап-әсетеп китте. Ир нисек тә уйланырға тырышты. Уй ғына уның ҡотолоу сараһы икәнен ул төшөнә ине. Уйһыҙ ҡалһаң, йәшәүең туҡтаясаҡ. Нисек тә бирешмәҫкә кәрәк. Йә берәйһе килеп сығыр, Әминә эҙләргә сыҡҡандыр, моғайын. Бер төн ҡайтманы бит инде. Уның бындай ғәҙәте һис тә булғаны юҡ таһа. Ул бисәһенә тоғро, ваҡытында ҡайта, ҡайта алмаһа, шылтыратып әйтә ине. Өлгөлө ғаилә башлығы икәнен барыһы ла белә инде.
"Урамда һәр икенсе затлы машина кредитҡа алынған. - Нисек тә үҙенең мейеһе-зиһене менән уйнап, үҙен уятырға, асыҡҡанын оноторға тырышты. - Хөкүмәт кредит бирмәһә, фатир һиңә, мә. Уйлаһаң, шулай шул. Эш хаҡын йыйып ҡына алам тиһәң, пенсия йәшендә, бәлки, фатир ҙа алып булалыр. Кризис булып, аҡсаңдың ҡиммәте кәмемәһә! Иртәгәһе көнгә ышаныс та юҡ. Ә былай алаһың да ғүмер буйы, эйе, ғүмер буйы ипотека түләйһең. Бына фатир өсөн алған ипотеканы нисә йылдан... - устарын алдына һалып, бармаҡтарын бөкләп эстән иҫәпләп тә алды, - тә-әк, биш, һигеҙ... туғыҙ йыл ҡалды, миңә ул ваҡытта 61 йәш була. Пенсияға йыраҡ икән әле. Хәҙер ер алабыҙ, бер 950 мең һум буласаҡ ул, ете йылға. Тағы йорт, мунса һәм башҡаһын һалыр өсөн кредит алырға тура киләсәк. Инәңдең тоҙло сәйе икән... Юҡ, был соҡорҙан сыҡмағаның мең артыҡ. Эй, кешеләр, кәрәкмәй, ҡотҡармағыҙ мине. Борсолмағыҙ ҙа, мин соҡорҙа ғазап та кисермәйем, мин кредитта ғына ултырам, үҙем түләйем. Ғазаптарым булһа, үҙем күтәрермен әле. Үҙем түләйем кредит өсөн дә... гонаһтарым өсөн дә..."
- Соҡорҙан сығармағыҙ ҙа. Сыҡҡы ла килмәй! - тип биштәренә йәйелеп ултырҙы. Сыҡмайынса ла булмай, үлергә лә ярамай. Ул кредитты кем түләй һуң? Шунан фатирҙан бисәмде, әсәмде, ҡыҙымды, түләй алмайһығыҙ, тип ҡыуып сығарһалар? Юҡ, минһеҙ булмай.
- Сыҡмайым. Сыҡҡым килмәй! - тип ҡабатланы.
Шул ваҡыт эт өргән тауыш ишетелгәндәй булды. Ир урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Эһе-һей, ҡотҡарығыҙ, мин бында, мин бында. Ҡарабай, Аҡтырнаҡ, Аҡтүш, маһ-маһ! - үҙе ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла, ҡолағын өҫкә ҡаратып, тынып-тынып алды. Башҡаса тауыш ишетелмәгәс, өмөтләнеп соҡор ауыҙына мөлдөрәп оҙаҡ ҡарап торҙо ла яңынан шыуып төшөп ултырҙы. - Бәлки, һин Барбосты-ыр...
Бер баҫты, бер ултырҙы ул. Тағы үрелеп һикергеләп тә ҡараны. Баяғы ҡаҙаҡ менән тағы ла стенаны соҡоп ҡулдарын ҡанатып бөттө. Ҡараңғы төшкәнсе, өмөтөн һүндермәйенсә, күҙен өҫтән алманы.
(Дауамы. Башы 11-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА