«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАС УЛТЫРТЫЛДЫ, ЙОРТҠА НИГЕҘ ҺАЛЫНДЫ ЫСЫН ИР-ЕГЕТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙҺЕ ҠАЛДЫ
+  - 


Заман үҙе шундайға әйләндеме, әллә артыҡ асыҡлыҡ бәләһеме, йәиһә мин-минлектең көсәйә барыуымы - йәмғиәттә ниндәй генә сара ойошторолмаһын йәки уҙғарылмаһын, шунда уҡ ян-яҡтан тәнҡит һүҙҙәре яуа башлай, шунда уҡ ниндәйҙер етешһеҙлектәр соҡоп сығарыла. Республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған Ирҙәр форумы буйынса ла социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыу бәхәстәр бара, һәр кем үҙен хаҡлы һәм аҡыллы тип һанай. Сәйәси ваҡиғаларға бай йыл булараҡ, күптәр уның сәйәси кампаниялар алдынан ойошторолоуына баҫым яһай.

Кемдәр ҡатнашты?

Нисек кенә булмаһын, был форум күптән кәрәк ине, юҡһа, атайҙарҙың, ирҙәрҙең үҙ позицияларын юғалта башлауы тураһында йәмғиәттә байтаҡтан һүҙ бара, әммә һүҙ һөйләүҙән ары кителмәй. Хәл-торошто үҙгәртергә теләүсе юҡ икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк. Был юлы, шөкөр, ниндәйҙер үҙгәреш булды. Кемдәрҙеңдер скептик ҡарашына ҡарамаҫтан, форумды ойоштороусылар үҙҙәре лә билдәләп китеүенсә, ир-егеттәрҙе йыйыуы, бигерәк тә уларҙың үҙ теләге менән яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуына өлгәшеүе ауыр. Ә форумда ҡатнашыусыларҙы айырыуы, төркөмдәргә бүлеүе еңел ине. Ысынлап та, был форумға өс категория ир-егеттәр йыйылғайны. Беренсе төркөм: чиновниктар, улар, һәр ваҡыттағыса, матур һәм күп һөйләйҙәр. Икенсе төркөм: үҙ эшен яҡшы белгән профессионалдар; улар үҙ белемен һәм тәжрибәһен йәмғиәткә таратырға тырыша, әммә йәмғиәттәге күпселекте тәшкил иткән категория аңламаған телдә һөйләшә. Өсөнсө категория: провинциалдар, йәғни үҙәктән ситтә ятҡан территорияларҙан килеүселәр (хатта район үҙәгенән түгел, ә ауылдарҙан); улар урындағы проблемаларҙы барыһынан да яҡшы белә, уның сәбәптәрен аңлай, нимәлер үҙгәртергә тырышып, икенсе һәм беренсе категорияға аңлатып ҡарай, әммә улар тәү ҡарашҡа иғтибар менән тыңлаған да кеүек, ләкин ишетмәйҙәр (ҡолаҡтары ишетә, йөрәктәре ябыҡ).
Нисек кенә булмаһын, быуаттар буйы формалашҡан тормош рәүешен (ир -баш, ҡатын - муйын) тамырынан үҙгәртергә тырышыуҙың һөҙөмтәләрен бөгөн айыҡ аҡыллы кеше аңлай: йәмғиәттә ҡиммәттәр үҙгәреүе яҡшыға алып бармай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың форумға тәбрикләү һүҙендә лә ошоға баҫым яһалды: "Ирҙәр иңендә яуаплы бурыстар ята. Иҡтисади, социаль тормош, балалар тәрбиәләү, ир-егеттең, атайҙарҙың абруйын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса аңлатыу алып барырға тейешбеҙ. Малайҙарға ошо төшөнсәләрҙе бала саҡтан аңлатҡанда ғына ысын ир-егеттәр тәрбиәләй һәм быуаттар буйына тупланған мәҙәни традицияларҙы быуындан-быуынға тапшыра алабыҙ". Ир-егеттәр әүҙем түгел, тигән фекер өҫтөнлөк итһә лә, форумда ҡатнашыу өсөн 300-ҙән ашыу ғариза килгән, 51 кеше "Ил терәге" миҙалына дәғүә иткән, уҡыусылар араһында иғлан ителгән "Минең атайым" темаһына инша яҙыуҙа 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Форум статистикаһынан күренеүенсә, унда тиҫтәләп күп балалы атай ҡатнашты. Шулар араһынан Өфө ҡалаһынан уҡытыусы булып эшләгән Валерий Семеновты билдәләп китергә мөмкин. 23 балаға атай ул бөгөн: үҙҙәренең өс балаһы эргәһенә тәрбиәгә алынған 20 бала ла һыйған уларҙың өйөнә генә түгел, йөрәгенә лә. Шулай уҡ Филүс Ильясов (Саҡмағош районы), Ишкилде Фәхрийәнов (Бөрйән районы) - 11-әр бала, Денис Куликов - 10 бала (Өфө ҡалаһы), Радик Ғәбдрәхимов (Туймазы районы) - 7 бала, Хәмит Ҡыуатов (Ейәнсура районы) - 7 бала, Валерий Маязов (Ҡалтасы районы) - 7 бала, Александр Федотов (Бишбүләк районы) 6 балалы герой-атайҙар. Әйткәндәй, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та күп балалы атай - уның ғаиләһендә 6 бала үҫә.

Статистика ни ти?

Пленар ултырышта телгә алынған ир-аттарға ҡағылышлы статистика мәғлүмәттәре бер аҙ һиҫкәндерҙе лә. Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла миграция һөҙөмтәһендә халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәптәренең береһе - яҡшы тормош эҙләү. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2021 йыл башына ҡарата республикала 4 миллион 13 мең кеше йәшәгән, шуларҙың 1 миллион 881 меңе - ир-егеттәр. Республикала гендер тигеҙһеҙлеге һаҡлана. Йыл башына 1000 ир-егеткә уртаса 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Малайҙар күберәк тыуыуға ҡарамаҫтан, 0-15 йәштә был айырма 950 булһа, 16-29 йәштә - 984, 29-39 йәштә - 1032, 50-59 йәштә - 1153, 60-69 йәштә - 1379, 70 йәштән олораҡ - 2262. Эшкә яраҡлы категорияның кәмеүе лә дауам итә. Был һан йылына 31,4 меңгә барып баҫа (эшкә яраҡлы халыҡтың дөйөм һанынан 1,4 процент). Ҡалалағы эшкә яраҡлы халыҡ 16,7 меңгә кәмеһә, ауылда был күрһәткес - 14,7 мең кеше. Ҡалаларҙа 30-39 йәшлек ир-егеттәр өҫтөнлөк итһә, ауыл халҡы араһында 55-64 йәшлектәр күберәк. Бигерәк тә ауылдарҙа йәшәгән 80-84 йәшлек ирҙәргә иғтибар итергә кәрәк. Уларҙың бәғзеләре балаларының ярҙамынан ситтә ҡала, уларға шулай уҡ сифатлы медицина һәм социаль ярҙам талап ителә.
Йәмғиәттең социаль именлеге күрһәткесе булып халыҡтың ғүмер оҙайлығы күрһәткесе тора. Рәсәй субъекттарында был һан 2019 йылда 9,03 йыл булһа, Башҡортостанда - 10,7. Йәғни ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 11 йылға кәмерәк йәшәй. Уйланырға урын бармы? Бында ир-егеттәрҙең үҙ сәләмәтлегенә битараф булыуын төп урынға ҡуйырға кәрәктер, моғайын. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы, улар сирләгән хәлдә лә дауаханаға барырға атлығып тормай. Форумда шундай статистика мәғлүмәттәре менән бер рәттән, ир-егеттәргә янаған сирҙәр буйынса сығыш булһа ла зыян итмәҫ ине, моғайын. Юҡҡа ғына, сирен йәшергән - үлгән, тимәйҙәр.

Берләшеп, бергәләшеп...

Ир-егеттәр ойошмалары юҡ, тиһәк тә, Өфө ҡалаһының Күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Баязитов белдереүенсә, Өфөлә күптән Атайҙар ойошмаһы эшләп килә. Улар атай абруйын күтәреү маҡсатында балалары менән бергә спорт менән шөғөлләнһендәрме, ғаилә менән ниндәйҙер осрашыуҙар үткәрһендәрме, балаларҙың хәүефһеҙлеге буйынса саралар ойоштороу эштәрен алып барһынмы - иң мөһиме: балалар атайҙары миҫалында тәрбиәләнергә тейеш. "Был форумды бик ваҡытлы тип һанайым һәм уның әһәмиәте ҙур һәм көслө булырына ышанам. Әлбиттә, ул күптән ойошторолорға тейеш ине. Һуңғы 100 йылда ғына ҡатын-ҡыҙҙар союздары эшләп килә. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар менән бергәләшеп балалар тәрбиәләү буйынса ла, ғөмүмән, йәмғиәттә булған барлыҡ мәсьәләләрҙе, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, берләшеп хәл итеү, йөктө бер йүнәлештә һөйрәү йәһәтенән эш алып барһаҡ, көслө ойошма буласаҡбыҙ", - тип юҡҡа ғына баҫым яһаманы Сынтимер Биктимер улы. Ысынлап та, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының бергәләшеп, ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе генә алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү мөмкинлеге бирәсәк. Ни тиһәң дә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлайбыҙ тибеҙ икән, ир-егеттәрҙең - айырым, ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырым эшләүе дөрөҫ булмаҫ, сөнки ғаиләне ике енес вәкиле төҙөй һәм бөгөн ошо ике ойошманың нисек эшләп алып китеүе йәмғиәт кимәлендә ғаилә моделен дә сағылдырасаҡ: ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар бер йүнәлештә бергәләп эшләһә, тимәк, ғаиләләр ҙә шундай моделде ҡулланасаҡ.

Миҙал да бирҙеләр

Форумдың икенсе өлөшө секцияларҙа дауам итте. Сығыштар, креатив идеялар, тәҡдимдәр өсөн - эшҡыуарлыҡ һәм туризм; спорт, йәштәр эштәре; тарих, этнопроекттар һәм рухи-патриотик тәрбиә; кадрҙар резервы секциялары үҙҙәренең майҙансыҡтарын тәҡдим итте (һөҙөмтәләре менән Ирҙәр советының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә танышырға, шулай уҡ нигеҙҙә ҡабул ителгән резолюцияларға өҫтәмәләр, тәҡдимдәр индерергә мөмкин). Уларҙа бөгөн йәмғиәт алдында көн үҙәгендә торған барлыҡ киҫкен проблемалар күтәрелде.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә беренсе тапҡыр "Ил терәге" йәмәғәт миҙалы лауреаттары бүләкләнде. "Эшҡыуар ир-ат" номинацияһында - Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылы эшҡыуары, 3 бала атаһы Илнур Сабирйәнов, Белорет районы, Сәрмән ауылынан 3 бала атаһы, Урал спорт инвентаре заводының генераль директоры Азат Илһамов, Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, 4 бала атаһы Урал Таймаҫов еңеүсе булды. "Ил батыры" номинацияһында был бүләккә Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, хәрби алыш сәнғәте буйынса 40 тапҡыр халыҡ-ара ярыштар чемпионы Вил Ғабдуллин, "Етәксе атай" номинацияһында Асҡын районы дауаханаһының баш табибы, 3 бала атаһы Риф Ғәлиуллин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы, 6 бала атаһы Ғәзиз Манапов лайыҡ булды. "Герой атай" номинацияһында миҙал Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы уҡытыусыһы, 7 бала атаһы (шуларҙың өсөһө тәрбиәгә алынған) Радик Ғәбдрәхимовҡа, Баймаҡ районынан 11 бала атаһы Вәкил Боҫҡоновҡа, Бөрйән районының Брәтәк ауылынан 11 бала атаһы Ишкилде Фәхрийәновҡа, Өфө ҡалаһынан уҡытыусы, 23 бала атаһы (шуларҙың 20-һе - тәрбиәгә алынған) Валерий Семеновҡа эләкте.

Теманы дауам итеп...

Венер ҠУДАШЕВ, Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы "Батыр" Физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры:
Ирҙәр форумына райондан өс вәкил килдек. Бындай ҡорҙо һәр йыл үткәрергә кәрәк, сөнки үҙ районыбыҙ миҫалында ғына әйткәндә, етемдәр күбәйә, эскелек проблемаһы көн үҙәгендә тора, ауылдарҙа эш юҡ, ир-егеттәр төшөнкөлөккә бирелә, битарафлыҡ һаҙлығына бата бара. Бөтә республиканың алдынғы ҡарашлы ир-азаматтарын йыйған ошондай саралар булып торһа, уның урындарҙа филиалдары ойошторолоп, ир-егеттәребеҙ ҙә ең һыҙғанып йәмәғәт эштәренә тотонһа, кире күренештәр кәмер ине, минеңсә. Был ҡорға вәкил булып килеү барлыҡ ир-азаматтарға яуаплылыҡ өҫтәй. Урындарҙа йыйылыштар үткәреп, ойоштороу эштәрен башлау бурысын алып ҡайтабыҙ. Бөгөн ир-атты ойоштороуы, ҡыбырлатыуы ауыр, тигән фекер яңғыраны, әммә башҡортта, ятып ҡалғансы - атып ҡал, тигән мәҡәл барлығын да онотмайыҡ. Беҙҙең ауылға ғына килгәндә лә, төрлө күп саралар үткәреп торабыҙ, улар тап ир-азаматтарҙың бағыусылыҡ ярҙамында үтә. Ирҙәр әүҙем, әммә улар баҫалҡы, эшләгән эштәрен бик күрһәтеп тә, рекламалап та бармай.

Руслан БИККИНИН, Өфө ҡалаһы, юрист: Һуңғы 3-4 йылда йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, был форумды бик кәрәкле тип һанайым, сөнки беҙҙә ҡатын-ҡыҙ әүҙемерәк, ә ирҙәр бик күренмәй, улар ситтә ҡала. Киләсәктә ошо ир-егеттәр ҡорҙары һәр төбәктә, һәр ауылда эшләп китер тип өмөтләнәм. Пленар ултырышта ла минең фекерҙәремә ауаздаш сығыштар яңғыраны - бөтә нәмә ғаиләләге тәрбиәнән башлана. Беҙгә малайҙарҙан ысын ир-егеттәр үҫтерергә кәрәк. Улар әллә ҡайҙан барлыҡҡа килмәй, уларҙы атайҙар өлгөһө тәрбиәләй. Беҙ, үкенескә күрә, балаларҙы тәрбиәләгәндә артыҡ иркәләтәбеҙ һәм йомшаҡ итеп үҫтерәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, хәҙер ысын ирҙәр юҡ, тигәне менән дә килешергә була, әммә ул ысын ирҙәрҙе кем тәрбиәләй? Ысын ирҙәрҙе ғаиләлә, атай менән әсәй берҙәй яуаплылыҡ алып тәрбиәләй.

Илнур ЗАРИПОВ, Ҡыйғы районы Алағуз ауылы, юрист: Халыҡ хоҡуғын һаҡлау комитеты етәксеһе булып эшләйем һәм ауыл старостаһы булып торам. Был форумға килеүемдең маҡсаты - Башҡортостандың рухлы ир-азаматтары менән танышыу, яңы идеялар алыу һәм ошонда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы районға алып ҡайтып, ауылдарға таратыу, урында ошо Советтың филиалдарын ойоштороу.
Бөгөн ир-егеттәрҙең пассивлығы тураһында ла һүҙ булды, бының сәбәптәрен тарихтан эҙләргә кәрәк: башҡортто күпме аҫҡан-киҫкәндәр, динде лә ныҡ ҡыҫҡандар, шуға ла малайҙарҙы бәләкәйҙән тыйып өйрәткәндәрҙер, тием: шым, өндәшмә, хоҡуҡ даулама. Әммә ир кеше һүҙен дә ваҡытында әйтергә, бар ерҙә алдан йөрөргә һәм ҡурҡмаҫҡа тейеш.

Бикбай НАСЫРЙӘНОВ, Әбйәлил районы Мәхмүт ауылы: Бындай сара күптән кәрәк ине. Сөнки үҙ ауылым миҫалында ғына әйткәндә лә, ауылда яңғыҙаҡтар бик күп. Ғаиләне алғы планға ҡуябыҙ икән, был категория менән эшләргә лә кәрәк. Яңғыҙаҡтар үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡорһон, тигән маҡсатта 2016 йылдың октябрендә "Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ" тигән танышыу кисәләре үткәрә башланым. Ошо ваҡыт арауығында ярайһы тәжрибә тупланды, бихисап яңы ғаиләләр барлыҡҡа килде. Әлеге форумға шундай тәҡдимдәрем бар: яңғыҙы бер нисә бала тәрбиәләгән тол ирҙәр бик күп. Тол ҡатындарға ҡаралған төрлө ташламаларҙы тол ирҙәргә ҡарата ла булдырыуға өлгәшергә кәрәк; әсәләре ташлап киткән балаларын яңғыҙы ҡараған атайҙар ҙа юҡ түгел. Әсәләре балаларына алимент түләмәй һәм ярҙам итмәй. Был тәңгәлдә лә ғәҙеллек булдырылыуы мөһим, йәғни "кәкүк әсәйҙәр" шулай уҡ алимент түләргә тейеш; һәр ҡала-районда, ауыл советтарында буйҙаҡ ир-егеттәрҙең мәғлүмәт базаһын булдырырға һәм уларҙың ғаилә ҡороуына булышлыҡ итергә кәрәк. Ғаиләне беренсе урынға ҡуйып, иғтибарҙы шуға йүнәлткәндә, балалар ҙа тыуыр, ғаиләле кешенең донъяға ҡарашы ла икенсе төрлө булыр, шул саҡта ябылған балалар баҡсалары, мәктәптәр, клубтар, медпункттар ҡабат асылыр ине.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ, "Мосафир" ойошмаһы етәксеһе: Беренсе Ирҙәр форумының көн тәртибенә иң тәүҙә ир-егеттәр шөғөлләнергә тейешле кәсептәр, эшҡыуарлыҡ тураһындағы һөйләшеүҙәр сығырға тейештер ул. Мин ҙур, күп миллионлы инвесторҙар йәлеп итеү, меңәрләгән кешегә эш урындары булдырған проекттар тураһында һөйләргә йыйынмайым. Маҡсатым - аныҡ нәмәләр, аныҡ райондар тураһында һөйләү. Сөнки барыһы ла туристар, туроператорҙар, турагентлыҡтар, дәүләт мәнфәғәте, хакимиәттәр мәнфәғәте тураһында һүҙ йөрөтә, ә мин ябай райондың ябай ауыл кешеһе хаҡында уйланам.
Беҙ үҙебеҙҙең продукцияны сит илдәге һатып алыусыға ебәреү өсөн ағас ҡумталар эшләтәбеҙ. Әммә уларҙы өҫкә ағас ауып килгән Башҡортостанда түгел, урман булмаған Татарстандан һатып алабыҙ. Был ҡумталарҙы эшләү өсөн яңы инновацион нанотехнологиялар кәрәкмәй. Уларҙы беҙҙә эшләй алмайҙармы ни? Һәм ошонан һуң беҙ республикалағы эшһеҙлек тураһында ауыҙ күтәреп һөйләп торабыҙмы? Ни өсөн беҙ кәрәкле нәмәләрҙе эшләүгә ситтәргә заказ бирәбеҙ? Сөнки урындағы оҫталар менән эшләп ҡараныҡ - улар йә ваҡыт тигәнде, йә сифатты онота. Башҡортостанда эшләнгән өсөн генә беҙ ундай етешһеҙлектәргә күҙ йома алмайбыҙ, сөнки беҙҙең тауарҙар бөтә донъя буйлап тарала, уларҙы Норвегиянан, Япониянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, АҠШ-тан, Канаданан һ.б. алдыралар һәм бында башҡорт оҫталарының абруйы бизмәнгә һалынған.
Үҙ кәсебеңде башлар өсөн Өфөлә йәшәргә лә, Ҡунаҡһарай эргәһендә бина алырға ла кәрәкмәй. Теләһә ҡайһы районда, теләһә ҡайһы ауылда үҙ эшеңде асырға мөмкин, бының өсөн почта бүлексәһе булһын да, интернет тотһон. Ни өсөн интернет кәрәк, сөнки социаль селтәрҙәр һинең тауарыңды рекламалай, әллә ҡайһы төпкөл ауылда йәшәп, үҙенсәлекле ҡул эшен тәҡдим итһәң, таң атыуға "виртуаль урамыңда" әллә күпме сит ил кешеһе "йөрөп ятыуы" мөмкин. Бөгөн Башҡортостан кәсепселеге республика буйынса ғына ла 500-1000 эш урыны булдыра ала, әммә бының менән берәүҙең дә шөғөлләнгеһе килмәй.
Туризм тип һөйләйбеҙ. Учалы районының Әүешкүл күленә бер айҙа ғына 300 мең турист килә. Янғантауға - ай һайын 30 мең. Икенсе урынға - 20 мең. Был бик ҙур трафик. Республика буйынса йылына 600 мең (кемдер миллион ти, ҡайҙалыр тағы ла күберәк тип белдерәләр, уртаса 600 мең һанында туҡталам) турист килә, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ маршрутында кәм тигәндә 100 һум аҡса ҡалдыра. Әммә туристар унар меңләп ҡалдырырға ла риза, бары тик уларҙың зауығына тура килгән продукция, сувенирҙар тәҡдим итергә кәрәк. Ә беҙҙә әлегә урындағы түгел, ситтән килтерелгән сувенирҙар өҫтөнлөк итә.
Бөгөн күргәҙмәлә Сибайҙан килгән ағас оҫтаһының эшен күрҙем. Иҫ киткес! Күпмегә һатаһың, тип һорайым. Ете мең, ти. Бындай эште ете меңгә һатыу - ул енәйәт. Уны сит илдәге ҡулланыусыға ете мең долларға һатырға мөмкин. Хәҙерге заманда бренд тауарҙарына түгел, эксклюзив тауарҙарға өҫтөнлөк бирелә. Һығымта - бөгөн беҙҙең кәсепселәр тауар етештерә, уны һата һәм үҙ урынын таба белмәй.
Икенсе проблема - турист булып күп йөрөйөм, райондарҙың туристик объекттарында юл буйында, туҙан аҫтындағы таҡта өҫтөнә продукцияларын ҡуйып һатыу итәләр. Туризмды үҫтереү тураһында тиҫтәләрсә йыл һөйләйбеҙ, район хакимиәттәрендә туристарҙы хеҙмәтләндереүсе сауҙа нөктәләрен матурлап эшләп булмаймы ни? Бары тик халыҡ өсөн берәү ҙә бер нәмә лә эшләмәй, тигән фекер генә тыуа. Дәүләттең иң беренсе һорауы: дәүләт халыҡтан нимә ала ала? Әйҙәгеҙ, тәүҙә халыҡҡа нисек булһа ла аҡса эшләү мөмкинлеге бирәйек. Юҡһа, әлегә 600 мең турист килгән республикала тейешле хеҙмәтләндереү кимәле булмағанлыҡтан ғына миллиардлаған һум аҡса беҙҙе урап үтә. Башҡорт телендә бер мәҡәл бар: туғаның булһа, бай булһын, бирмәһә лә һорамаҫ. Халыҡ һалым түләр, дәүләткә нимәлер бирер алдынан тәүҙә аҡса эшләргә өйрәнһен. Бәлки, муниципалитетҡа ла, дәүләткә лә бирмәҫтәр, әммә улар дәүләттән дә һорамаҫ.

Фәнүр ШАҺИЕВ, Учалы районы, тарих уҡытыусыһы: Минеңсә, проблемаларҙы асыҡлау, маҡсаттар ҡуйыу өсөн был форум кәрәк ине. Ошоларҙы асыҡлағас, уларҙы үтәү һәм контролләү өсөн аныҡ даталар, яуаплы кешеләр билдәләргә кәрәк буласаҡ. Шулай булған осраҡта ғына форум маҡсатына өлгәшәсәк һәм уй-хыялдар тормошҡа ашасаҡ.
Әлбиттә, үҙебеҙ генә эшләй алмайбыҙ, күп нәмәгә Рәсәй кимәлендә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, ир-аттың тыуған еренән ситтә эшләүе йәки эсеүе ул бит Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең проблемаһы. Шуның өсөн эскелеккә ҡаршы көрәшкәндә лә ауыл менән генә сикләнеп ҡалырға түгел, ә дәүләт, Рәсәй кимәлендә эш алып барырға кәрәк. Башҡа проблемалар ҙа шундай ҙур масштаблы.
Тарихи йәһәттән ҡарағанда, һуңғы ваҡытта ир-аттың статусы ла үҙгәргәндер, сөнки улар өйҙә һирәк була һәм балаларын тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашмай, уларҙы үҙҙәре менән бергә эйәртеп йөрөтмәй, бергә эшләмәй. Элек, ауылда патриархаль тормош булған ваҡытта, малайҙар бәләкәйҙән, үҫмер осоронан һәр саҡ атаһының эргәһендә ярҙамлашып йөрөгән һәм атай улар өсөн өлгө булған, улар атаһына, ҡартатаһына оҡшарға тырышҡан. Хәҙерге ваҡытта тәрбиә, белем биреү процесында - балалар баҡсаһында ла, мәктәптә, өйҙә лә күпселек ҡатын-ҡыҙ менән генә аралаша балалар. Шуға күрә хәҙер балаларға ҡатын-ҡыҙҙың йоғонтоһо ҙурыраҡ. Ир балаларға ир-егет тәрбиәһе кәрәк һәм Рәсәй күләмендә традицион ғаиләнең статусы һәм абруйы күтәрелергә, традицион ғаилә ҡиммәттәре һаҡланырға тейеш. Шул ваҡытта ирҙәрҙең дә, атайҙарҙың да бәҫе күтәреләсәк.
Һабантуйҙар үткәрәбеҙ икән, уларҙа боронғо уйындар өҫтөнлөк итергә тейеш, ә беҙ күбеһенсә гер күтәреү, футбол, волейбол уйындарын күрәбеҙ. Йәштәрҙе борондан ҡалған уйындарға өйрәтергә тейешбеҙ. Элек яугир уйындары булған, егеттәрҙе яуға әҙерләгәндәр, шуның өсөн улар яндан уҡ та атҡандар, һөңгө менән дә эш иткәндәр, сыбыртҡыны ла ҡуллана белергә тейеш булғандар. "Ылаҡ" уйынын ғына алып ҡарағанда ла, уның асылы ерҙә ятҡан бәрәсте күтәреп алыу түгел, ә сабып барған ыңғайы яраланып ауған яугирҙы күтәреп алыу, йәғни уны дошман ҡулына ҡалдырмау. Беҙ Учалы районында 18-27 йәшлектәр араһында ошо егеттәр уйыны, яугир уйыны кеүек халыҡ уйындарын үткәреп ҡарағаныбыҙ булды. Киләсәктә балалар һабантуйҙарынан башлап шундай уйындарҙы күберәк үткәрергә кәрәк.

Шулай итеп...
Форумды йомғаҡлап, ҡатнашыусылар Өфөлә яңы скверға нигеҙ һалып, баш ҡаланы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе - ағастар ултыртты. Ир-егет был тормошта ағас ултыртырға, йорт һалырға, балалар үҫтерергә тейеш, тиҙәр. Республиканың Беренсе Ирҙәр форумына йыйылыусылар яңы ойошма эшен ағас ултыртыуҙан башланы. Күбеһе үҙ ҡулдары менән йорттар ҙа һалғанға оҡшаған. Алда эштәрҙең иң ҙуры һәм яуаплыһы көтә - ошо ойошманы үҫтереү һәм ысын ир-егеттәр тәрбиәләү.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 565

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru