Өфө ҡалаһындағы тәүге башҡорт мәктәбе, башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, ғалим-педагог Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан баш ҡалала матур саралар үтте. Ә беҙ уҡыусыларыбыҙға мәктәптең эстәлеген, йәғни, уның белемле һәм фекерле балаларын күрһәтергә булдыҡ. Ошо маҡсат менән үткәрелгән әңгәмәлә гимназияның 10-сы синыф уҡыусылары Камилә Ҡыуатова, Гөлназ Әхмәтйәнова, Урал Заһиҙуллин һәм Йәдкәр Ҡунафин ҡатнашты.
Балалар, атай-әсәйегеҙ һеҙгә ни өсөн тап ошо белем усағын һайлаған тип уйлайһығыҙ?
Йәдкәр Ҡунафин: Был минең туған мәктәбем, сөнки беренсе кластан ошондамын. Атай-әсәйем гимназияны эш һәм йәшәгән урынына яҡын булғанға ла, ә иң беренсе сиратта, тап башҡорт мәктәбе булғанға һайлаған. Өйҙә башҡортса аралашып өйрәнгән балаларының теле боҙолоуын теләмәгәндәр һәм үҙ мөхитендә тәрбиәләнеүен дә уйлағандар.
Камилә Ҡыуатова: Мине 20-сегә икенсе класҡа уҡырға алып киләләр. Бында элек минең туғандарымдың балалары ла уҡыған. Ҡала башҡорт балаларының башҡортса белем ала торған һәм милли-мәҙәни усаҡ та булған гимназияны, ғәҙәттә, зыялы атай-әсәйҙәр һайлай. Минең атай-әсәйем дә шундайҙарҙың береһе булып сыға.
Гөлназ Әхмәтйәнова: Гимназияла беренсе йыл ғына белем алам, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһынан килдем. Бында гуманитар йүнәлеш көслө икәнен белеп, шул юлды һайлау өсөн мәктәпте алыштырҙым. Һәм үкенмәйем. Ысынлап та, мин теләгән предметтар буйынса төплө белем бирелә, тип иҫәпләйем. Миңә оҡшай, әсәйем ҡәнәғәт.
Урал Заһиҙуллин: Мин дә был гимназияла беренсе кластан уҡыйым. Ике оло апайым да ошо гимназияны тамамлап сыҡты. Улар эҙенән мине лә күп яҡтан һыналған мәктәпкә ебәрҙеләр. Атай-әсәйемә бында беҙҙең башҡортлоҡто юғалтмай уҡый һәм тиҫтерҙәребеҙ менән аралаша алыуыбыҙ оҡшай. Улар дөрөҫ һайлау яһаған тип уйлайым.
Башҡорт гимназияһында уҡып сығыуҙың артабанғы тормошоғоҙҙа файҙаһы булырмы - нисек уйлайһығыҙ? Мәктәптән һуң ниндәй һөнәр һайламаҡсығыҙ?
Камилә Ҡыуатова: Мин телдәр буйынса, лингвистика, тәржемә юҫығында һөнәр һайламаҡсымын. Шуға ла туғыҙынсынан һуң гуманитар йүнәлеште һайланым. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле кеүек үк, инглиз теленән дә, рус теленән дә яҡшы һабаҡ бирелә.
Башҡорт гимназияһында уҡып сығыуым миңә, иң беренсе, шәхси ғорурлыҡ уята. Икенсенән, бында уҡытыу, белем биреү кимәле юғары. Сығарылыш уҡыусыларының тормошон күҙәткәндә генә лә ошондай һығымта яһарға була. Гимназияны тамамлаусылар барыһы ла юғары уҡыу йортона уҡырға инә һәм башлыса уңышлы кешеләр булып формалаша.
Гөлназ Әхмәтйәнова: 20-се гимназияға тап башҡорт телен төплө өйрәнеү өсөн килдем. М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһындағы уҡытыусым Айгөл Иршат ҡыҙы Игликова миндә туған телебеҙгә ҡарата тәрән һөйөү тәрбиәләгән булһа, артабан белемемде нығытыу өсөн бында ҡулайлыраҡ булыр, тип иҫәпләнек ғаиләбеҙҙең кәңәш ҡоронда. Киләсәктә башҡорт теле уҡытыусыһы булырға хыялланам. Һәм, әлбиттә, әлеге мәктәп базаһы минең һөнәремдең нигеҙе буласаҡ та.
Урал Заһиҙуллин: Файҙаһы әле үк бар инде: беҙ башҡортса беләбеҙ, һөйләшәбеҙ, уҡыйбыҙ. Һәм киләсәктә лә мин үҙ ғаиләмдә башҡорт теле төп тел булыуын теләр инем. Һайлаясаҡ һөнәрем айырым телдәргә бәйле түгел, шулай ҙа был гимназияның сығарылыш уҡыусыһы булыу һәр кем өсөн дә мәртәбәлер тип уйлайым.
Йәдкәр Ҡунафин: Гимназия миңә үҙ милләтем мөхитендә мөмкин тиклем оҙағыраҡ уҡыу, йәшәү мөмкинлеген бирҙе. Бында минең дуҫтарым, һабаҡташтарым. Тимәк, оло тормошта ла минең аралашып, күрешеп-осрашып йөрөй торған яҡындарым улар буласаҡ. Ә һөнәргә килгәндә, был хаҡта, мөмкин булһа, иғлан итмәй торам.
Ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар? Бөгөнгө йәш кешене нимәләр ҡыҙыҡһындыра ала?
Йәдкәр Ҡунафин: Бынан бер нисә йыл элек атайым менән "Мәргән уҡсы" ярышын ҡарарға барғайныҡ, миңә был шөғөл оҡшап ҡалды ла, атайым уҡ-ян һатып алып бирҙе. Шунан алып яндан уҡ атырға йөрөйөм. Бәләкәйерәк саҡта шулай уҡ атайым, егет кешегә ҡурай уйнай белеү мотлаҡ, тип өгөтләп, ҡурай түңәрәгенә ебәргәйне. Барғайным - ылығып киттем, яраттым ҡурайҙы. Унан гитарала ла сиртәм, ҡушылып йырлайым да.
Камилә Ҡыуатова: Бәләкәйерәк саҡтарҙа һүрәт төшөрҙөм. Хәҙер мин ныҡлап инглиз телен өйрәнәм. Был ҡыҙыҡһыныуымдың башы ла осраҡлылыҡтан башланды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Хәйрулла ҡыҙы беҙҙе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттарының бер әҫәрҙе сәхнәләштереүен ҡарарға алып барғайны. Шунда мин университетҡа ғашиҡ булып ҡайттым. Буклеттарҙы ҡарап, унда инглиз телен тәрәндән өйрәткәндәрен дә белдем һәм үҙем дә ныҡлап шөғөлләнергә керештем. Тел өйрәнеү күп ваҡытымды ала, шулай булһа ла бик оҡшай.
Гөлназ Әхмәтйәнова: Мин йыр дәрестәренә йөрөйөм. Ғаиләбеҙ менән йырлайбыҙ. Унан ҡала мин бәләкәй һәм урта класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән репетитормын. Өйгә эштәрен эшләргә, иншалар яҙырға, тәржемә итергә, төрлө тасуирлауҙарҙы аңларға ярҙам итәм. Шулай итеп, уҡытыусы булырға әҙерләнәм.
Урал Заһиҙуллин: Компьютер технологияларын өйрәнәм. Бөгөн донъя медиамайҙанда эшләй, тип әйтергә була. Шунлыҡтан компьютер технологияларын, нанотехнологияларҙы белеү зарур. Унан волейбол уйнарға яратам, спорт түңәрәгендәмен. Һигеҙ йыл каратеға йөрөнөм, әммә уны ташларға тура килде. Бына шулай әүҙем һәм артыҡ әүҙем булмаған шөғөлдәрҙе алмашлап алып барам.
Интернетҡа күпме ваҡыт бүләһегеҙ? Һеҙҙе унда нимәләр нығыраҡ ылыҡтыра?
Камилә Ҡыуатова: Унынсы класҡа тиклем телефонды ҡулымдан төшөрмәй инем. Ололар әйтһә лә, шелтәләһә лә, интернет ныҡ ҡыҙыҡ һымаҡ ине. Әлеге ваҡытта улай түгел, интернетҡа киткән ваҡытты ҡырҡа ҡыҫҡарттым, уны ял көндәрендә генә ҡарайым. Сөнки белем алырға кәрәк, минең юғары уҡыу йортона инеүемә интернеттың артыҡ ярҙамы булмаясаҡ. Ә интернетта мин башлыса кинолар, концерттар ҡарайым, йырҙар тыңлайым. Инстаграмда йәштәрҙең көләмәстәрен ҡыҙыҡ күрәм.
Урал Заһиҙуллин: Интернетта мине спорт уйындары йәлеп итә. Волейбол, хоккей, бокс ярыштарының яңы тапшырыуҙарын эҙләп табам. Ә ундағы башҡа темалар мауыҡтырмай мине. Шуға ла унда күп ваҡытым китә, тип иҫәпләмәйем.
Йәдкәр Ҡунафин: Көнөнә өс сәғәт тирәһе ваҡытым китәлер, бәлки, күберәктер. Интернетһыҙ йәшәй алмайым, тип әйтмәҫ инем, уға артыҡ иҫем китмәй. Ҡарағанда ла гитарала уйнап, башҡортса йырлағандарын тыңлайым. Башҡа артыҡ ҡыҙыҡ нәмә тапмайым...
Гөлназ Әхмәтйәнова: Инстаграмдағы башҡортса вайндарҙы, ҡыҫҡа роликтарҙы ҡарарға яратам. Төрлө йырсыларҙың яңы йырҙарын көтөп алам. Йәш йырсыларҙың тормошо тураһында тыңлайым. Интернет минең тормошомда бар һәм уға бер нисек тә күҙ йомоп булмай. Бөгөнгө йәштәрҙең аралашыу майҙаны ла интернет бит.
Бөгөнгө башҡорт йәштәре донъяһында ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ? Уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын баһалай алаһығыҙмы?
Йәдкәр Ҡунафин: Бөгөн беҙгә күп нәмәне көсләп тағалар. "Белегеҙ, уҡығыҙ, тейешһегеҙ", тигән һайын кире тойғолар уяна, минеңсә. Мәҫәлән, илһөйәрлек, телһөйәрлек кеүек изге төшөнсәләр бала саҡтан, ғаиләлә үк һинең аңыңа һеңдерелгән булырға тейеш. Шунһыҙ, йәштәрҙе ҡуҙғытыу, ярһытыу ғына була был. Милли спорттың алға китеүен ыңғай күренеш тип һанайым, башҡорт йәштәренең йәштәр сәйәсәтендә күренә башлауы ла һәйбәттер, моғайын.
Камилә Ҡыуатова: Миңә йәш йырсыларҙың бер төрлө, бер эстәлектә йырлауҙары оҡшап етмәй. Беҙҙең эстрадала үҫеш юҡ. Иҫ китеп тыңларлыҡ матур йырҙар, көйҙәр осрамай. Шулай уҡ йәштәр өсөн әҙәбиәт тә ярлы. Йәштәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылыуҙарын ыңғай күренеш тип баһалайым. Бөгөн сәләмәт булыу ысынлап та модала.
Гөлназ Әхмәтйәнова: Бөгөн йәштәр интернетта ла, башҡа урындарҙа ла ҡыйыу рәүештә башҡортса һөйләшә ала, сығыштар яһай, видеороликтар яҙҙыра һ.б. Туған телде белеү һәм үҙ телеңдә аралаша алыу шулай уҡ модаға инде, тип әйтергә була. Был бик яҡшы күренеш. Кемдәрҙер "мода"нан артта ҡалмау өсөн булһа ла өйрәнә туған телен.
Урал Заһиҙуллин: Күптән түгел "Төнгө ултырыш"ҡа барғайным, артыҡ оҡшаманы. Боронғо йырҙарға заман ритмын өҫтәп сығарған рок-әҫәрҙәр бөгөн инде яңылыҡ түгел. Ыңғайҙарҙан... Ҙур спортта башҡорт йәштәре күренә башланы, бигерәк тә бокс, грэпплинг кеүек көс алымлы спортта. Был күренеш йәштәрҙең спортҡа ылығыуын да, маҡсатлы булыуын да күрһәтә.
Нимә ул дуҫлыҡ? Нимә ул мөхәббәт? Шул турала уйланғанығыҙ бармы?
Урал Заһиҙуллин: Ысын дуҫлыҡ малайҙар араһында ғына булалыр, тип уйлайым. Ул шундай бер туғандарса бәйләнеш. Малайҙар дуҫлығы тарҡала һалып бармай, ул етди һәм тотороҡло. Ә ҡыҙҙар менән улай дуҫлашып булмай, улар тиҙ үпкәләп бара. Яратыу хисендә иһә туғанлыҡ, тиңлек тойғолары юҡ, унда яулап алыу күберәк өҫтөнлөк итә.
Камилә Ҡыуатова: Дуҫтарға бер-береһе менән ҡыҙыҡ, уларҙың уртаҡ эштәре, фекерҙәре бар, характерҙары тап килә. Ә күңелеңдә һөйөү тойғоһо тыуҙырған кешегә буласаҡ тормош юлдашың итеп ҡарайһыңдыр. Шуға ла ул бер генә кешегә ҡарата тыуалыр.
Гөлназ Әхмәтйәнова: Минеңсә, дуҫлыҡ - ул мәңгелек, ә мөхәббәт мәңгелек була алмай. Әлбиттә, айырым өлгөләр бар, әммә күпселектә яратыу була ла юғала торған тойғо. Мөхәббәтте йәшәйештә яуаплылыҡ, хөрмәт, бәйлелек кеүек ауаздаш хистәр алмаштыра. Дуҫлыҡ өсөн айырым платформа кәрәк, ә яратыуҙың үҙенең бөтөнләй икенсе төрлө шарттары була.
Йәдкәр Ҡунафин: Ҡыҙҙар менән дә дуҫ булып була. Тик ул дуҫлыҡ "товарищество" формаһында. Һин дуҫ ҡыҙыңа барыбер малай дуҫыңа ҡараған кеүек ҡарай алмайһың, бер үк мөнәсәбәттә була алмайһың. Ул ҡыҙ кеше һәм шуның менән һине иректән яҙҙыра ла ҡуя. Минең ысын дуҫтарым егеттәр, улар менән беҙ һәр саҡ асыҡ, тура, аңлайышлы итеп аралашабыҙ.
Элек мин яратыу - ул химия йәки психофизиологик реакция ғына тип уйлай торғайным. Ә хәҙер икенсе төрлө икәнен беләм, тик әйтеп аңлата алмайым...
Һиндә ниндәйҙер асыш яһаған, булмышыңды үҫтергән йәки үҙең остаз тип иҫәпләгән уҡытыусы кем ул?
Йәдкәр Ҡунафин: Химия уҡытыусыһы Сафия Ташбулат ҡыҙы Бураншина. Ул бик белемле уҡытыусы, яҡшы итеп аңлата. Намыҫлы. Химияны ныҡ яҡшы белмәһәм дә, уҡытыусыны тыңлау, уның менән аралашыу оҡшай, шуға предметын да яратам.
Камилә Ҡыуатова: Мин тарих уҡытыусыһы Рәсих Батыр улы Зәйтүновтың дәрестәрен көтөп алам. Дәрестәрен күңелле, аңлайышлы итеп үткәрә белә. Беҙ дәрестәрҙә фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Ул бик күпте белә, күп уҡыған. Мауыҡтырғыс була дәрестәре. Ә былай гимназияла бөтә уҡытыусылар ҙа юғары кимәлдәге профессионалдар.
Гөлназ Әхмәтйәнова: Мин остазым итеп башҡорт теле уҡытыусым булған Айгөл Иршат ҡыҙы Игликованы иҫәпләйем. Ул минең һөнәр һайлауыма ла булышлыҡ итте. Уҡытыусым мине шәхес булараҡ та үҫтерҙе. Мин уның кешелек сифаттарына, белем биреүенә ғашиҡ булып, башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡмын, тигән һығымтаға килдем.
Урал Заһиҙуллин: Беҙҙә бөтә уҡытыусылар ҙа көслө, һәр береһе айырым хөрмәткә лайыҡ шәхес. Әммә башҡаларҙыҡы кеүек, минең дә күңелемә хуш килгән остазым бар. Ул информатика белгесе Әҡсән Зәки улы Зәйнуллин. Уҡытыусыбыҙ йәш кеше, ике йыл элек кенә институт тамамлап килде. Шулай булһа ла, ул ысын уҡытыусы. Информатиканы бик ҡыҙыҡлы итеп аңлата, төшөндөрә белә. Дәрес тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.
Шулай итеп...
Һөйләшеү тағы ла дауам итер ине әле, йәштәрҙең тағы ла күп нәмәләр хаҡында фекерҙәре бар ине, тик уларға дәрескә китер ваҡыт етте. Әммә ошо ваҡыт эсендә лә беҙ уларҙың төплө, аҡыллы, ҡыйыу йәш быуын икәнен төшөнөп өлгөрҙөк. Бына шундай балаларҙы тәрбиәләй илгә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА