Мин кешеләр менән аралашмаһам... Үләсәкмен. Аңла мине, бисәкәй. Мин мужик, мин нимә әйтәм, тыңлап ҡына тор! Түргә атайым менән әсәйемде ултыртайыҡ. Шәкүр ағайым еңгә менән уң яҡты биләр. Әтеү, минең туғандарға бер ҙә хөрмәт күрһәткәнебеҙ юҡ. Бөгөн саҡырайыҡ, йәме. Һинең һалмаң шул тиклем тәмле бит ул. Ит һоғондорорбоҙ. Баҙарҙан үҙем майлы ғына түш итен һайлап алып ҡайтырмын. Ә һинең ҡойған ҡоймаҡтарың, бешергән ваҡ бәлештәрең телде йоторлоҡ. Һыйлайыҡ әле туғандарҙы, һыйлайыҡ, - ҡапыл тауышланып илап ебәрҙе ир. - Өҫтәлгә-ә, өҫтәлгә тултырылған тауығыңды сығарырға, зинһар, онотма инде.
Йәлләмә-ә. - Тын алып, бысраҡ еңдәре менән күҙҙәрен һөрткөләне. - О-о, тултырылған тауыҡ, ҡаҙылыҡ, быуы бөркөп торған самауыр сәйе. Башым әйләнеп китте. Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, йәме. - Тағы тамағына төйөр килеп тығылды. - Иҫән саҡтарында һыйлайыҡ, тим. Иҫән саҡтарында бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, һыйлашайыҡ әле. Теге һыуытҡыс артындағы йәшниктә йәшереп кенә тотҡан тәмле емештәреңде, йөҙөм-өрөктәреңде лә ҡуй. Әҙерәк кенә тоторбоҙ инде, улай уҡ тыйма әле, Әминә, артығын барыбер эсмәйем. - Ике бармағына "рюмка"ны эләктереп, ағаһы менән сәкәштереп алды. - Һаулыҡ өсөн, иҫәнлек өсөн тотайыҡ әле, туғандар. Башын артҡа ташлап, йәлп итеп "эсеп" ебәрҙе. - Минән бер тост. Ә нимә тип әйтергә икән һуң? Ә-һә, уйлап таптым. Бер ир ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Ҡоҙоҡта һыу булмаған. Ул бер көн ултырған, бер төн ултырған, ике көн ултырған, ике төн сыға алмай бынан, өсөнсө көн дә уны бер кем ҡотҡармай, өсөнсө төн дә һаман ул шунда интегә... Уның байлығы күп, хатта күп. Ҡунаҡ саҡырам тиһә, бар ауылды, бар туғандарын, бар дуҫтарын йыйып һыйлар байлығы бар уның. Тик ул ҡунаҡ саҡырмай. Ни эшләп? Сөнки ул соҡорҙа - шуға, сөнки ул сыға алмай. Юҡ шу-ул. Сөнки уның саҡырыр туғандары, дуҫтары юҡ. Юҡ! Нимә өсөн күтәрәйек, туғандар? Эйе, әйҙә, шул кеше соҡорҙа ҡалһын өсөн күтәрәйек! Ҡәбәхәт ул! Уға ер кәрәк. Бына һиңә ер, бер аршин ер. Был яҡҡа ла метр ярым, был яҡҡа ла метр ярым... Ҡәбәхәт ул! - Йөҙтүбән ятып, ҡоласын йәйеп соҡорҙоң киңлеген үлсәп алды. - Мин иҫерҙем инде, мин иҫерек. Ашап-эсеп ултырығыҙ әле, оялмағыҙ. Шәкүр ағайым минең, ҡәҙерлем минең, аша әле, аша, тормошта һис ҡәҙерең булмаһа ла, бөгөн булһа ла һыйланып, хөрмәт татып ултыр әле. Атайым, әсәйем бында, ана ҡалай беҙгә һөйөнөп ултырған булалар. Атайым ҡалай йәш. Әсәйем ҡартайҙы инде, бында сығып ултырырға хәл-кәр тапҡан әле. Әтеү ул эске бүлмәлә ятып ҡына тора ине. Балалар йыйылғанда сығып ултырайым, тигән булған. Әминә, мыжымай ғына әсәйемә сәй яһа әле. Ҡарағат япраҡтары, мәтрүшкә ҡушып яһа. Шәрифә һейҙеге менән эс таштырыуың етер, исмаһам, бөгөн ҡунаҡта рәхәтләнеп сәй эсһен. Ана, маңлайына тир бәреп сыҡты ҡәҙерлемдең. Сәй эсеп ултыр, әсәй. Атай, теге яратҡан йырыңды, "Буранбай"ҙы һуҙып ҡарамайһыңмы?..
Ир аптырап китте. Ҡолағына ысынлап та әкрен генә ҡурай моңо ишетелде. Атаһының тауышы ла яңғырап китте. Эйе, "Буранбай", әллә ни һуҙа алмаһа ла, ошо йырҙы йырларға яратты атаһы. Ир тултырып ҡаршы стенаға ҡараны. Өн менән уйҙары буталды. Моңға әүрәп, яйлап ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тамағы ла, күңеле лә туҡ ине шул. Тик оҙаҡ йоҡламаны.
- Ҡунаҡтар, һеҙ бындамы? Әйҙәгеҙ әле тағы берҙе! - Күҙен асты. - Һе, ҡайтҡандар икән. Хөрмәт итмәйҙәрме?
Нимә тип мине ҡәҙерләмәк кәрәк? Моя хата с краю, тип йәшәнем. Шәкүр ағайым түгел инде мин. Килмешәктәр ауылымда Әүлиә тауын эшкәртергә килгәндәр, бар ауылдаштарым ҡаршы сығып, шулар менән ҡан ҡойолғансы һуғышҡандар... Тауҙы һаҡлап ҡалғандар. Мин интернеттан был мәғлүмәтте уҡыным да, йәнем һыҙланы бер аҙ, әлбиттә, һуңынан... оноттом. Башҡорт телен яҡлап митинг булған. Интернеттан ҡараным да, йөрөйҙәр инде, тел бөтә буламы, тип тағы оноттом. Ә мин - һәйбәт ғаилә башлығы, етеш йәшәйем, эшемдә маҡтайҙар, күршеләр ярата, бик һәйбәт кеше ул, йәшәй белә Зөбәйер, тиҙәр. Бисә ҡыҙым менән вата-емерә русса һөйләшә, ҡот осҡос акцент менән, "мени ызваныт ни забуд" ти, фу, башҡорт теле кәрәкмәй һиңә, һин Мәскәүҙә уҡыясаҡһың, ти. Ә мин - ләм-мим. Әсәйем, үҙ телен онотмаһын бала, тип ыңғырашып ҡарай ҙа, уны ишеткән кеше юҡ. Башҡортса гәзит-журнал да күргән юҡ. Үҫкәндә шуларҙы уҡып, кеше булдыҡ та һуң. Үҙ ҡабырсағымда, үҙ соҡоромда йәшәп тик ятам икән дә баһа. Оло донъя, етеш тормош шул була икән тип... Бына ҡайҙа ул соҡор. Күңелдә, зиһендә икән ул соҡор!
Ҡапыл ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды.
- Атай, минең башҡортса йыр өйрәнгем килә. Атай, тим, мин бит башҡорт, папа, тим...
Ир һағайып китте.
- Сәриә?.. Ҡыҙым, һин ысынлап та бындамы әллә? - Өҫкә ҡарап алды. - Ҡыҙым. Ҡолағыма ишетелә башланы. Иҫәрләнеп кенә китмәһәм ярар ине лә.
Бер көн өләсәһе ейәнсәренә һорау бирә:
- Башҡорт теле бөтһә, нимә була, ҡыҙым?
Ир иҫәп-хисап менән ултыра ине. Эш араһында шым ғына тегеләргә ҡарап ала. Сәриә оҙаҡ уйланы. Шунан икеләнеп кенә:
- Башҡорттар бөтәме? - тип ҡуйҙы.
Шунан әсәһе, йылмайып: "Эйе, ҡыҙым, шуға башҡорт телендә һөйләшергә, башҡорт телендә уҡырға кәрәк. Әйҙә, башҡортса йырлайбыҙ, әкиәт һөйләйбеҙ", - тип рухланып китеп ейәнсәре менән өҫтәл артына ултырғайны, әлеге шул Әминәһе: "Юҡ-бар менән башын ҡатырма инде баланың, ҡәйнәм", - тип, Сәриәне икенсе бүлмәгә алып сығып китте. Шуны күреп-белеп торҙо ир, бер ни өндәшмәне. Эшенә сумған берәү. Әсәһе уға ҡараны, ниндәй һыҙланыу, ниндәй һағыш ине ул күҙҙәрҙә.
- Бына ҡайҙа соҡор, мин үҙемә күптән соҡор ҡаҙғанмын икән... - Ир ҡаҙаҡ менән ерҙе соҡорға тотондо. - Сығырға түгел, тәрәнерәк төшөргә кәрәк.
Бишенсе төн
Көн менән төнө алышынды ирҙең. Уға хәҙер күктә янған ҡояш та, күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел ине. Быялана барған күҙҙәр соҡорҙан башҡаны күрмәй ҙә инде. Хатта соҡорҙа ултырған икәнен дә онотоп китә ул.
Эт өргән тауышҡа уянды. Өҫкә баҡһа, ҡыҙыл шайыҡлы телдәрен һәлберәтеп, бер алабай тора. Ир уға оҙаҡ ҡарап ятты.
- Нисек хәлдәрең, му-ужик? - Эт шулай тип өндәшкәс, тертләп китте. Аяҡ-ҡулдарын көҙән йыйырған төҫлө булды хатта. Ҡуҙғалмай ғына:
- Кит бар бынан! Юғал күҙемдән, - тип өндәште.
- Үҙең юғал күҙемдән, йәме. - Эт арҡырылашты.
- Кешесә һөйләшә, сабакы. Кем өйрәткән тиң.
Һау-һау килеп эт өрөргә кереште.
- Ана шулай, атыу күрһәтермен үҙеңә! Эттең эт булғаны яҡшы, - тороп ултырҙы.
- Һау-һау, хәлең хөрт, мужик, - эт тағы ла өндәшкәс, ир ҡулын һелтәне.
- Кит әле бынан.
Эт өрҙө-өрҙө лә китте.
"Дә-ә, эттәр һөйләшә башланы. Бөтөнләй һантыйланып бөтмәҫ борон хушлашыу хаты яҙырға кәрәк. Тәүҙә әсәйгә яҙайым. Түшәктә ята ине. Үлеп кенә китмәһә ярар ине. Был арала юлға сыҡмай тор, тип үтенде бит инде. Тыңламаным. Мал артынан ҡыуа берәү. Ер эҙләй. Эй, әсәкәйем. Әжәлеңде көтә инең, һиңә тигән үлем улыңа килде бына. Был ҡайғыны нисек күтәрерһең инде, белмәйем".
Алдына һөйәк килеп төшкәс, ир тертләп китте. Уны тотоп әйләндереп, еҫкәп ҡараны. Шунан яларға тотондо, тешен батырҙы. Хатта өҫтә ҡойроғон болғап, өрөп маташҡан эткә лә иғтибар итмәне. Эт сыйылданы-сыйылданы ла китте.
- Һөйә-әк. Кәрәкмәй, мә, үҙеңә булһын. Бөткән әҙәм тип һанайһыңмы ни мине? Һөйәк ырғытырға... - һөйләнә-һөйләнә һөйәкте кимереүҙә булды үҙе. Ялтырап бөткән һөйәктә ит тә, ем дә юҡ икәнен ул тойманы ла. Нисектер башҡа тәм, башҡа танһыҡ еҫ уға ләззәт бирә ине. Тештәре ҡанағансы, хәле бөткәнсе ул шулай һөйәк менән эш итеүҙә булды. Тотоп ҡулдары талһа, ятып алдына ҡуйып мөйнәне.
"Ҡалай ауыр үҙе, ҡалай ҡаты. Әҙерәк майы ҡалған. Эттән дә ҡалыр икән. Нимә, туйып һикермәйһеңдер. Аҡыллы эт һөйәкте ҡара көнгә күмеп ҡуя, ә һин... Ә һин... Кеше һымаҡ... Кешеләр - эт һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙем дә аңламайым. Рәхмәт һиңә".
Шулай ҙа өҫтәге тере йәнде күреүе ысын булған икән.
- Эһе-һей! Кем бар унда? - ултырған килеш кенә өн биреп ҡараны. Тыңлап торҙо. Бер ниндәй ҙә тауыш сыҡмағас, һөйәкте тотоп ҡараны. Ысынмы, йәнәһе.
"Бер сынаяҡ сәй ҙә булһа... Һыу алып кил әле, Казбек. Исемең нисек һинең? Аҡтүшме, әллә Рексмы. Будулайҙыр ул, ҡара сиғанға оҡшап тораһың әле. Барбосмы әллә? Әхмәт ҡарттың да эте шулай кеше һымаҡ аҡыллы ине".
(Дауамы. Башы 11-16-сы һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА