Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға, совет халҡының фашистик Германия илбаҫарҙарын тар-мар итеп, Еңеү яулауына 76 йыл тула быйыл. Ошо иҫ китмәле, ҡан ҡойошло һуғыш хаҡында том-том китаптар нәшер ителгән, әҙәби әҫәрҙәр яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Йылдар үткән һайын кеше хәтере тоноҡлана бара - әммә ошо данлы үә шанлы йылдар халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаясаҡ. Шулай ҙа башҡорт халҡының, Башҡортостан халыҡтарының ошо оло Ватан яуында ҡатнашыуы хаҡында үҙ ваҡытында гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа баҫылған мәғлүмәттәрҙе ҡайтанан хәҙерге быуындарға еткереү үтә лә сауаплы булыр, тибеҙ. Халҡыбыҙҙа был хәтер яңыртыу, тип атала. 1943 йылда Өфө ҡалаһының "Башгосиздат" китап нәшриәтендә "Башҡорт атлылары" тип аталған бигүк ҙур күләмле булмаған китап нәшер ителә. Тиражы ла күп түгел - 3 мең дана. Әлбиттә, ул 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының ҡаһарманлығына арналған. Ә 1942 йылдың октябрендә Башҡортостан делегацияһының, бер эшелон бүләктәр тейәп, фронтҡа, башҡорт атлылары менән осрашыуға килеүе хаҡында күптәребеҙ хәбәрҙар түгел. Делегация ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың юл яҙмалары ла ошо китапта баҫылып сыҡҡан. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ошо күләмле очеркты тәҡдим итәбеҙ. Яҙма Арыҫлан Таймасов эшкәртеүендә бирелә.
I. ЮЛДА
Өфө көҙөнөң 15 октябрь төнө ине. Беҙ, Башҡортостан партия ойошмаһының, Башҡортостан хөкүмәтенең һәм бөтә Башҡортостан халҡының вәкилдәре, башҡорт атлы дивизияһының воиндарына, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының XXV йыллығы айҡанлы, байрам бүләктәре илтеп тапшырырға юлға сыҡтыҡ.
Совнарком председателенең урынбаҫары иптәш М. Вальшин етәкселек иткән ун бер кешелек делегация составында: Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Бәҙәр Йосопова, РСФСР Верховный Советы депутаты, инженер Мәғрифә Мәүлүтова, БАССР Верховный Советы депутаты, стахановсы Ғәтиәт Рәхмәтуллин, дәүләт тегеү фабрикаһының стахановкаһы Латифа Батталова, завод стахановкаһы Раиса Тебикина, Салауат районы Малаяз ауыл советы председателе Нажиә Ямасова, "Ҡыҙыл Башҡортостан" газетаһынан Биби Нураева, Бөрө районы колхознигы Петр Сальников һәм Туймазы районы колхозницаһы Фәүзиә Хурамшина иптәштәр бар ине.
Вагонға ултырғас та, үҙебеҙ алып бара торған бүләктәр менән таныштыҡ. Ә уйҙар шул бүләктәрҙе аласаҡ батыр егеттәргә киттеләр. Беҙ алып бара торған бүләктәр араһында: 12 тонна ҡаҡланған ит-колбаса, ун тоннаға яҡын бал, ике ярым тонна май, бер тонна ярым пряник, алты тоннанан артыҡ тауыҡ-ҡаҙ, 23 тонна тоҙло нәмәләр, өс йөҙ йәшник араҡы һәм башҡа аҙыҡтар бар ине. Ул бүләктәр бөтәһе 13 вагонға шығырым итеп тултырылғандар. Был вагондар араһында, барынан да бигерәк, тултырғансы индивидуаль бүләктәр генә тейәлгән бер вагон минең иғтибарымды үҙенә тартты. Был вагонда ни нәмә генә юҡ, тип беләһегеҙ! Бүләктәрҙең бөтәһе лә халыҡтан йыйылған. Уларҙың бөтәһендә лә халыҡтың көсө һәм ҡайнар мөхәббәте бар. Ләкин индивидуаль бүләктәр былар араһында айырым урын тота. Бында иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына йәки туйҙарҙа ғына бешерелә торған бауырһаҡтан алып, Иҙел буйында томрап үҫкән муйыл һәм Башҡортостан ҡырҙарында бешкән еләк ҡағына тиклем бар. Бындағы аштарҙы әсәләр бөтә ғүмерҙәре буйына бешергән аштарҙан тәмле итеп бешерергә тырышҡандыр. Бындағы яулыҡтарға һәм тәмәке янсыҡтарына төшөрөлгән сәскәләрҙә, биҙәктәрҙә ил ҡыҙҙарының күҙ осҡондары, перчаткаларҙа йөрәктәренең йылыһы бар.
Барынан да бигерәк ул бүләктәр үҙҙәре менән бергә боецтарға, командирҙарға һәм политработниктарға ысын күңелдән яҙылған сәләм хаттар алып бара. Фронттан тылға килгән хат ни тиклем ҡәҙерле һәм ҡиммәтле булһа, тылдан фронтҡа барған бүләк һәм хат тағы ла ҡәҙерле һәм ҡиммәтлерәк.
Миңә бер ваҡыт фронттан ҡайтҡан бер таныш командир, таныш булмаған бер әсәнән хатлы бүләк алғас, шул әсәнең хатында яҙылған әсәлек мөхәббәтен һәм ышанысын аҡлар өсөн үҙе теләп боевой бурыс алғанын һәм батырлыҡ күрһәткәнен һөйләгәйне. Вагонда барған саҡта шул хәтеремә төшкәс, мин үҙ-үҙемә: беҙ алып барған бүләктәр һәм хаттар дивизияның воиндарын батырлыҡҡа ҡанатландырасаҡ, тип уйланым.
Фронтҡа яҡыная башлағас, Ғәтиәт Рәхмәтуллин бер станцияла беҙҙең вагонға күкрәктәренә гвардия значоктары ҡаҙаған ике егетте алып инде. Улар икеһе лә Учалы районынан, береһе - Рысай ауылынан Шәңгәрәев Йыһангир, икенсеһе - Ялсығол ауылынан Багаев тигән егеттәр булып сыҡты. Улар госпиталдән сығып, икенсе тапҡыр фронтҡа китеп баралар. Беҙ уларҙы ҡунаҡ итеп һыйланыҡ. Айырылышҡан саҡта эскадрон командиры Йыһангир Шәңгәрәев:
- Башҡортостандан килгән иптәштәрҙе күргәс һәм тыуған илдең тупрағында үҫкән аҙыҡтарҙы ашағас, һағыныуҙар еңеләйеп, күңелгә рәхәт булып ҡалды. Мин үҙем генә 28 немецты үлтерҙем. Ә мин командирлыҡ иткән эскадрон бер рота немецты ҡырып бөтөрҙө. Хәҙер инде беҙ һуғыша беләбеҙ. Хәҙер беҙҙе немецтың һис бер нәмәһе өркөтә алмай, - тине.
Йыһангир Шәңгәрәев вагондан сыҡҡан саҡта бер һуған һорап алды һәм үҙенә хас бер мөләйемлек менән йылмайҙы ла:
- Таҙартылмағанын бирегеҙ. Еҫкәгән саҡта тыуған ерҙең еҫе сығып торһон һәм ерһегәндәрҙе баҫып, һағыныуҙарҙы еңеләйтерлек булһын, - тине.
Был ике лейтенанттан һуң ике полковник, бер майор һәм икенсе ранг военврач, рөхсәт һорап, беҙҙең вагонға инде. Башҡорт атлы дивизияһының боевой тормошо тураһында һәм, ғөмүмән, бик бай фронт иҫтәлектәре һөйләп барҙылар, һүҙ араһында Башҡортостан халҡының үҙ дивизияһына бер йыл эсендә өс тапҡыр шундай мул бүләк ебәргәнен белгәс, улар, бер-береһенә ҡарап, шатлыҡлы йылмайышты. Военврач, белорус М. У. Овсянников, төҫөнә серьёзлыҡ ҡиәфәте сығарҙы ла:
- Шундай ҡайғыртыусан халыҡтың улдары нисек итеп дошманға ҡаршы батыр һуғышмаһындар инде! Тыуған иленең, тыуған халҡының ошондай яҡын күреүенә боевой подвиг менән яуап бирә алмаған боецты дошман пуляһы түгел, ә изге аш хаҡы, ысын мөхәббәт хаҡы һуғып үлтерәсәк. Ләкин мин Салауат Юлаев улдарының халыҡ ышанысын аҡлаясаҡтарына аҙ ғына ла шикләнмәйем. Әгәр ҙә Белоруссия тупрағында берәй башҡорт егетенең ҡулын ҡыҫһам, үҙемде иң бәхетле кеше итеп һанар инем, - тине.
II. ШАТЛЫҠЛЫ МИНУТТАР
28 октябрь. Ҡояшлы, йылы көн. Беҙҙең эшелон "Б" станцияһына килеп туҡтаны. Делегация члендарының ҡайһы берәүҙәре, ғәҙәт буйынса, поезд туҡтау менән станцияның комендатураһына йүгерҙеләр. Ул арала булманы, бер нисә иптәш:
- Үҙебеҙҙең кешеләрҙе таптыҡ, - тип шаулашып вагонға ике боецты алып килде. Дивизиянан тәү осраған был ике егетте беҙ ҡосаҡлап уртаға алдыҡ. Дивизия штабының ҡайҙалығын белдек. Телефон менән хәбәр иттек. Шулай ҙа уларҙың килгәнен көтөргә сабырлыҡ етмәне. Дивизияның станцияға кәрәк-яраҡ алырға килгән йөк машинаһына тейәлдек тә штабҡа йүнәлдек.
Күп булһа ун километр юл киткәнбеҙҙер, оло юлдан беҙгә ҡаршы ике еңел машина килеп сыҡты. Машиналарҙың беҙҙе ҡаршыларға килеүе тураһында аҙ ғына ла шикләнмәнек. Ул ысындан да шулай булып сыҡты. Беҙҙе алып бара торған машинаның шоферы ҡаршы килгән машиналарҙы таныу менән туҡтаны. Беҙ һикерешеп ергә төштөк. Теге машиналарҙан Ә.Абдуллин һәм Д.Ариткулов иптәштәр атылып килеп сыҡтылар ҙа беҙҙе ҡосаҡлап алдылар. Шул ваҡыт юлды ситләтеп уҙып барған ике казачка уларға аңлашылмаған телдә һөйләшә торған кешеләрҙең ниндәйҙер хәрби кешеләр менән булған был шатлыҡлы осрашыу моментын күҙәтеп, аттарын туҡтатып, ҡатып ҡалдылар. Улар фәҡәт беҙ ҡуҙғалып киткәс кенә үҙҙәренә килде һәм, юлдан ситкә сыҡҡан аттарын дисциплинаға саҡырып, юлдарын дауам итте.
Беҙ икегә бүлендек. Делегаттарҙың бер өлөшө ҡаршы килеүселәр менән бергә кире станцияға ҡайтты. Штабҡа барырға теләгән бер нисә кешене иптәш Ариткулов үҙе менән бергә алып китте.
Беҙ барып еткән саҡта инде дивизияның частары төнгө маршҡа юлға ҡуҙғалып яталар ине. Беҙҙе Ариткулов иптәш генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов иптәш янына алып барҙы. Иптәш Шайморатов беҙҙе бик шатланып, оҙаҡ көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған кеүек итеп, бик йылы ҡаршыланы. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, беҙҙе әллә ҡасанғы таныш кешеләре һымаҡ итеп:
- Хуш килдегеҙ, минең һағынып көткән хөрмәтле ҡунаҡтарым һәм яҡташтарым! Беҙ бит һеҙҙең килеүегеҙҙе юлға сыҡҡан көндө үк радио аша ишеттек һәм башҡа юлдар менән дә белдек. Шуға күрә лә килтереп еткерә алмай йөҙәнек. Ләкин, зарар юҡ, һеҙҙең шулай иҫән-һау килеп етеүегеҙ өсөн беҙ бик шатбыҙ. Тик бына беҙ һеҙҙе ҡоро ҡул менән ҡаршы алып, бик ҙур оятҡа ҡалдыҡ бит әле. Сөнки хәҙер, бына ошо минутта ғына, бер ниндәй ҙә хөрмәт күрһәтергә мөмкинлегебеҙ юҡ. Ашамлыҡ тейәлгән йөктәр бөтәһе лә юлға сығып киттеләр, һеҙ, әлбиттә, бының өсөн беҙҙе ғәфү итерһегеҙ. Ә беҙ ул етешһеҙлекте юл барышында төҙәтербеҙ, - тип йылмайҙы.
Был минутта өҫтәл өҫтө ашамлыҡтар менән тулып торған саҡта ла ашау тураһында уйлау мөмкин түгел ине. Беҙ был минуттарҙа осрашыуҙың шатлыҡлы тәьҫире аҫтына күмелеп ҡалғайныҡ. Шул сәбәпле беҙ генерал-майорҙың борсолмауын үтендек һәм һүҙҙе ул тирәнән ситкә алып китергә тырыштыҡ.
Ул арала көн кисегеп ҡалды. Беҙ И. И. Гулиновтың машинаһына ултырып, беренсе тапҡыр дивизия менән бергә төнгө юлға сыҡтыҡ. Машинала барған саҡта Ғәтиәт Рәхмәтуллин менән беҙ генерал-майор тураһында булған беренсе тойғоларыбыҙҙы уртаҡлашып барҙыҡ.
Беҙҙең фекерҙәр бергә ҡушылып аҡты. Былай, тәү ҡарашҡа, һәр ваҡыт бер төҫлө, бик ҡаты тәбиғәтле һымаҡ булып тойолған генерал-майор, беренсе тапҡыр һәм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булған танышлыҡҡа ла ҡарамаҫтан, беҙҙең икебеҙҙе лә һоҡландырҙы. Уның хәрәкәтендә, һүрәттә кәрәгенән артыҡ ҡуйыртылған буяу төҫлө, ситтән ҡушылған артыҡ ҡыланыштар бөтөнләй юҡ. Һөйләшкән саҡта ул ҡатлауһыҙ һөйләшә, уйлағанын һөйләй. Үҙен ҙурайтҡыс быяла үтә күрһәтергә һәм эше тураһында маҡтанырға яратмай, һүҙгә һаран, ә уйға бик бай бер кеше булып күренде ул беҙгә тәүге осрашыуҙа.
Бер 15-20 километр юл китеү менән беҙ бер ауылға барып индек. Беҙҙе алып килгән машина, үҙен аҫраған хужаның йортона теләһә ниндәй ваҡытта икеләнмәйенсә ҡайтып йөрөй торған ат һымаҡ булып, бер өйҙөң ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡталды. Ҡапҡанан ялт итеп, генерал-майорҙың адъютанты лейтенант Сәфиуллин Мәхмүт килеп сыҡты. Иптәш Гулинов һикереп төштө лә машинаның ишеген асты һәм:
- Рәхим итегеҙ! - тине. Беҙҙе өйгә алып инделәр. Унда беҙҙе әҙерләнгән өҫтәл янында баҫып торған иптәш Шайморатов ҡаршыланы һәм өҫтәл эргәһенә саҡырҙы. Өҫтәлдә -бәләкәй табаҡҡа тултырып килтерелгән тоҙло помидор, туралған ҡаҙ, кирбес кеүек киҫелгән май, икмәк һәм башҡа нәмәләр беҙҙе үҙҙәренә тартып тора ине. Шайморатов иптәш беҙҙе һыйларға ашыҡты һәм:
- Армия тормошонда командирҙың һүҙе - закон. Хәҙер һеҙ беҙҙең кешеләр булып һаналаһығыҙ. Фронтта тартынып торорға ярамай, фронт ҡыйыулыҡ урыны: боецтарса ашағыҙ. Беҙгә ҡарамағыҙ, беҙ һеҙ килгән саҡта ғына табын янынан китеп тора инек, - тип шаярып алды. Уның был һүҙҙәре беҙҙең аппетитты күтәреп ебәрҙе. Ул арала булманы, какао ла ҡайнап өлгөрҙө. Беҙ бик тиҙ арала иптәштәр менән, әллә ҡасанғы дуҫтар, ағай-энеләр кеүек булып, үҙләшеп киттек.
Был аштың беҙҙең өсөн генә әҙерләнгәнен аңлағас һәм генерал-майорҙың, түбәнселек күрһәтеп, хөрмәт йөҙөнән беҙ ултырған өҫтәл янында баҫып торғанын күргәс, оялтҡыс булып китте һәм һикереп тороп, урындыҡты уға ултырырға тәҡдим итке килде. Беҙ бында оҙаҡ торманыҡ. Иптәш Шайморатов: "Һеҙ хәҙер беҙҙең боевой тормош шарттарына яйлашырға тейешһегеҙ. Марш ваҡытында беҙ төндә барабыҙ, көндөҙ йоҡлайбыҙ. Юл кешеһе юлда булған яҡшы", - тип тағы ла шаяртып алды.
Ике оло юлдың арҡыры киҫешкән ерендә беҙ тағы ла М. Шайморатов, Абдуллин һәм уларҙың машиналарына ултырған үҙебеҙҙең делегаттарҙың бер төркөмө менән осраштыҡ та, бергәләп юлды дауам иттек.
Төн урталары булғандыр, бер ауылға етеп туҡтаныҡ. Беҙҙе генерал-майор өсөн билдәләнгән бер өйгә урынлаштырҙылар. Ул төндө беҙ М. Шайморатов иптәш менән туғандарса һөйләшеп, уйнап-көлөп үткәрҙек. Беҙ тылды, ул беҙгә фронтты һөйләне.
Был ултырышыу ваҡытында генерал-майорҙың характеры минең күҙ алдымда тағы ла тулыраҡ һәм асығыраҡ кәүҙәләнә төштө. Был төндө беҙ иптәштәргә тыуған ерҙән алып барған күстәнәстәрҙән башлап ауыҙ иттерҙек. Композитор Хәбибулла Ибраһимовтың минең һүҙҙәргә яҙған "Илде бирмәбеҙ!" тигән музыкаһын хор менән йырлап күрһәттек. Был көй генерал-майорға бик-бик оҡшаны. Аҙаҡтан ул был көйҙө бер нисә тапҡыр һорап йырлатты. Бер ваҡыт Сәфиуллин ҡайҙандыр гармун күтәреп килеп инде. Өфөнөң Ущельеһендә үҫкән таҙа һәм сибәр егетте мин, гармунсы булһа кәрәк, тип уйланым. Тиҙерәк Ущелье мотивтарын уйнап ебәреүен көттөм.
Ләкин, һис бер уйламағанда, бөтәбеҙҙең дә ғәжәпләнеүенә ҡаршы, Мәхмүт Сәфиуллин гармунды генерал-майорға килтереп тотторҙо. Беҙ шым булдыҡ. Мин тәүҙә үҙ-үҙемә "Мин уйлағандан да шаяныраҡ кешеме икән ни һуң был иптәш?" тип һорау бирҙем. Уғаса булманы, башҡаса уйланырға өлгөрә алманым, генерал-майор хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылының урамынан гармунсы егет булып үткән саҡтағы бер көйҙө уйнап та ебәрҙе һәм беҙҙең уйҙарыбыҙҙы хәҙерге генерал-майор, элекке гармунсы егеттең лирикалы йәшлегенә алып китте.
Беҙ таң алдынан ғына йоҡларға яттыҡ. Ауыл уҡытыусыһының бер карауат, ике эскәмйә һәм бер өҫтәлдән торған йыһазы урынлашҡан бәләкәй бүлмәһендәге урындарҙы генерал-майорҙың тәҡдиме менән рациональ файҙаланыу арҡаһында беҙҙең йоҡо урындары бик уңайлы булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан дүрт кеше, аяҡ осона эскәмйә ҡуйып, карауаттың арҡырыһына теҙелешеп яттылар. Миңә үҙем кеүек оҙон бер эскәмйә тейҙе. Ғәтиәт Рәхмәтуллин, бер күтәрем бесән индереп, алғы бүлмәнең иҙәненә түшәне лә, йоҡлап та китте. Йоҡларға урын бүлешеү эшендә ғәҙелһеҙлек күрһәтеп, үҙҙәрен урынһыҙ ҡалдырыуҙарын тәнҡитләй башлағайныҡ та, барып сыҡманы, армиялағы единоначалие хоҡуғын онотоп ташлағанбыҙ икән. М. Шайморатов иптәш үҙенең командирлығынан файҙаланып, эште приказ юлы менән хәл итте лә ҡуйҙы:
- Беҙҙең ҡайҙа, нисек һәм ҡасан йоҡлауыбыҙҙы тикшереү һеҙҙең бурысығыҙға инмәй, ҡунаҡ иптәштәр, ул хәрби сер. Унан һуң, ҡунаҡ хужаның ишәге тигән мәҡәлде лә онотмағыҙ, - тип көлдөрҙө Шайморатов иптәш. Беҙ ризалашырға мәжбүр булдыҡ.
Иртән йоҡонан иң элек мин уяндым. Күҙҙе асыу менән минең башыма: "Генерал-майор ҡайҙа йоҡланы икән?" - тигән уй килеп төштө. Ләкин уны эҙләп мәшәҡәтләнергә тура килмәне. Сөнки ул минең менән йәнәшә, аҫтына бер бурка йәйеп, иҙәндә йоҡлап ята ине.
Был күренеш минең күңелгә, нисектер, ауыр кисереш тойғоһо тоҡандырҙы, һикереп торғом килде. Ҡайҙандыр йомшаҡ мамыҡ мендәр алып, уның баш аҫтына һалырға, өҫтөнә йылы юрған ябырға теләнем. Ләкин был минутта мин уның баш аҫтына үҙемдең йомшаҡ тойғомдо һалыуҙан, өҫтөнә йылы күҙ ҡараштарымды ябыуҙан башҡа бер нәмә лә эшләй алманым.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА