«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ
+  - 


-Их, шул саҡта быҙауҙарҙы бер нәмәһеҙ ҡалған күп балалы ғаиләләргә бирергә кәрәк булған... - Мөхәмәҙи, Әхмәт ағайҙар, Фәрзәнә апай әле шулай тип үкенес белдерә.
- Эй барабыҙ, эй китәбеҙ, һис барып етә алмайбыҙ. Эй Аллам, күпме ер-һыу гиҙҙек... - Осо-ҡырыйы күренмәгән юлдан ялҡып, ошолай һөйләнеп тә ҡуялар. Ай әйләнә, көн үтә, йәнә ай үтә. Юл ғазабы ысынлап та гүр ғазабы икән. Мунса төшөү төшкә генә инә. Бетләйҙәр, ҡысыналар, ҡашыналар. Ҡулдарын күлдәк эсенә тыҡһалар, беттәр эләгеп сыға. Кейемдәрен сисеп, усаҡҡа тотҡан, һелккән булалар. Ут ҡыҙыуына, ялҡынына бет ҡойолоп төшә. Иларһың да, көлөрһөң дә. Малайҙарҙың йыртылып, тетелеп бөткән кейемдәрен Әсмә әбей ямаштырып бирә. Ҡарттар сәстәрен ҡырып ташлай.
- Күрмәгәнгә күрһәтмәһен инде бындайҙы, - тип әле лә әрнеп, күҙ йәштәрен һөртә Фәрзәнә апай.
Тәү мәртәбә хәтһеҙ оҙон, оҙайлы сәфәр сыҡҡан Фәрзәнә, Әхмәт, Мөхәмәҙи туғандарын, ауылдарын юҡһына. Тик яҙмыштарына буйһонмай саралары юҡ. Уларҙы ғына түгел, хатта өлкәндәрҙе лә һағыш баҫа. Ана, Әһел ағай кистәрен моңһоу көйҙәр һуҙа:
Ағиҙелдең аръяғында
Ҡалды тыуған илгенәм, шул,
Ҡалды тыуған илгенәм...
Күҙе насар күреү арҡаһында һуғышҡа алынмаған Әһел ағай оло юл үткәндә ун алты йәшлек Фәрзәнәне кәләш итер. Йөрөп ҡайтҡас, дүрт йыл бергә йәшәрҙәр, Әлфиә исемле ҡыҙҙары тыуыр. Әле кистәрен Фәрзәнә лә күңелен йыр менән бушатып һыйыр һауа, йөрәктәрендә һөйөү ҡуҙы ҡабынырға өлгөрмәгән Мөхәмәҙи менән Әхмәттең дә иғтибарын йәлеп итә. Һөлөк һымаҡ һылыу ҡыҙ менән шаярһалар, Әһел ағай ороша.
Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер, тигәндәй, ниҙәр генә күрмәй юлсылар. Яу үткән ерҙәр ҡорт төшкән ағас һымаҡ йырғысланған. Мал-тыуар траншеяларға төшөп китә. Донъяның аҫты-өҫкә килгән, ер аҡтарылып, ил-йорт емерелеп, үртәлеп, һуғыш ҡоралдары туҙып ята. Танкылар, пушкалар, снарядтар, ҡолап төшкән самолеттар... Аяҡ аҫты тулы патрон, мылтыҡ, яу-һуғыш ҡоралы. Бөткөһөҙ ҡайғы-хәсрәт, күҙ-йәш күреп, мал ҡыуыусылар мылтыҡ, автомат-фәләнгә йоғонмай, алып ҡайтыуҙы ла хуп күрмәй. Ауылдары яндырылған, емертелгән кешеләрҙең хәлдәре үтә мөшкөл. Ҡайҙа баҡма - һуғыш касафаты. Юлдаштары көйөнһә, Ҡаф тау артына китеп барыуҙарына бошонһа, ҡарттар:
- Йыл йөрөйөк, аман йөрөйөк. Иҫән барып, һау ҡайтайыҡ. Өйҙә ятып ни белер инек? Илгә сығып ғибрәт күрҙек, һуғыш тиҙерәк бөтһөн инде. Бына ир-уҙамандар ҡайтыр, - тип күңелдәрҙе йыуата.
Бара-бара Дон тигеҙлегенә килеп сығалар. Күҙ-ҡарашҡа яҡын тойолған, хәҙер барып етәм тип ашҡынған ерҙәргә бара торғас, йән түҙемдәре бөтә. Ололар йәнә тынысландыра:
- Юл, мал яфаһы - баш бәләһе түгел, уландар. Ана, һуғыш ҡайғыһын кисергәндәргә бигерәк ауыр.
- Ҡайҙа мал ҡыуаһығыҙ? - тип һорашҡан була улар.
- Украинаға, Украинаға...
Ас, яланғас кешеләр көтөүгә һөжүм итмәй. Бары Воронеж эргәһендә генә хәүефкә һалған хәл була. Туҡталған мәлдә һалдат кейемендәге бер нисә кеше көтөүгә баҫыша, ҡулдарында бысаҡ ялтырай. Ҡарауылсы һунар мылтығынан гөпөлдәтеп һауаға ата, мал ҡыуыусылар берҙәм аяҡҡа баҫа. Баҫҡынсылар ҡаса.
Бер мәл Әхмәт менән Мөхәмәҙи һыйырҙар артынан Дондың бирьяғындағы һаҙамыҡ урынға инһә, ҡоттары осоп туҡтап ҡала. Учалыла зыяратта бала ҡулын тешләп йөрөткән эт ни генә ул! Бында кеше мәйеттәре, һөлдәләре, баштары, котелоктары ер өҫтөндә таралып ята. Дон йылғаһын пантон күпер аша сыҡҡас та аяныс күренештәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрәләр. Бер ҡая аҫтында госпиталь булған. Дошман яралыларҙы йәлләмәй атҡан. Илеңде яу баҫһа, яман икән. Күпме ҡорбан, күпме зар! Ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ер соҡоп, оя-өң яһап, ошонда йәшәп ята.
Туҙан туҙҙырып, саң борҡотоп көтөү һаман бара ла бара. Харьковҡа яҡынлашалар. Төнөн һауаны прожекторҙар телә, самолеттар геүелдәй. Ҡурҡыныс! Көндөҙөн дә шөбһәләнәләр, уҡыналар:
- Ялан тулы көтөү. Бомба ғына ташламаһалар ярар ине. Эй, Хоҙайым, ғазраилдан ярлыҡа. Балаларҙың бәхетен бир. Тыуған илебеҙгә имен-аман әйләнеп ҡайтайыҡ...
Хәтәр хәлдәр кисереп, Харьков янында торалар, һалдаттар һыйырҙарҙы күреп яҡын килә, ҡайҙан икәнде белешә. Мал ҡыуыусыларҙың Башҡортостандан булыуын ишетеп, яугир, Яйыҡ буйы егете Ишмөхәмәт Кинйәбулатов та килеп, күңеле булғансы һөйләшеп китә. Һалдаттар ҡала урамдарынан көтөүҙе сығарыша, һөт менән һыйлаған өсөн рәхмәттәр әйтә. Шулай итеп, Учалынан Украинаға йәйәүләп, туғыҙ айҙа, декабрь аҙағына, килеп етәләр.
Мөхәмәҙи, Әхмәт ағайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда, һыйырҙарҙы Харьковтан етмеш саҡрымлап ары Старо-веровка тигән ергә алып барып тапшырғандар. Уларҙы егерменән ашыу хужалыҡ вәкилдәре шунда уҡ өләшеп алған. Туғыҙ ай эсендә малдар үҫкән, ҙурайған. Көтөү башы ҙур ала һыйыр ғына баш бирмәй, тоттормай ыҙалата. Аттарҙы, арбаларҙы ла бирәләр.
Башҡорттар украин телен төшөнмәһә лә, күңел алсаҡлығы аңлаштыра. Украиндар алма менән һыйлай, ҙур ярҙам өсөн ни хөрмәт күрһәтергә белмәй. Йәнә учалылар бер хужалыҡҡа кукуруз йыйырға ярҙамлаша. Шунан рәхмәттәр әйтеп, поезға ултыртып, оҙатып ҡалалар. Тыуған яҡҡа яҡынайған һайын нығыраҡ йөрәкһенәләр. Әммә Өфөлә поезға эләгә алмай, бер нисә көн мунсала төн сығалар. Ниһәйәт, Миәскә килеп төшәләр. Инде Көньяҡ Уралда ҡыш уртаһы, ғинуар айы. Мөхәмәҙи, Әхмәт, Фәрзәнә, ағайҙары, апайҙары тубыҡтан ҡар йырып, йөҙ саҡрымды йәнә йәйәү ҡайта.
- Өйҙәгеләр мине тере килеш күреп, илашып ҡаршыланы. Үлеү хәбәребеҙ килгән булған бит. Иҫән-һау ҡайтыуымды күрергә күрше-күлән, ауылдаштар ҙа килде. Ҡырағай алма алып ҡайтҡайным Украинанан, шул күстәнәстән ауыҙ иттерҙем, - тип ауылына нисек ҡайтыуын һөйләне Мөхәмәҙи ағай.
Мең ғазап сигеп, малды Украинаға алып барып еткергән кешеләрҙе миҙал, орденға тәҡдим итеү түгел, уларға рәхмәт белдереүсе лә булмай. Киреһенсә, юлда зыянлаған өс тана-башмаҡтың хаҡын түләтә уларҙан заготскот. Һуғыштан һуң еңеү көндәрен байрам иткәндә лә был ҡаһарманлыҡты иҫкә алыусы, билдәләүсе табылмай. Мәжлес-ҡунаҡта һүҙҙән һүҙ сығып, ошо турала яҡташтарына һөйләһәләр - ышанмайҙар.
- Шул хәтле ергә анау ҡәҙәре мал менән йәйәү бара торғаның бармы... Ысынмы, әллә юҡты һөйләйһеңме? - тиҙәр.
Учалынан Украинаға мал ҡыуыусы егерме бер кешенең беҙгә өсәүһе генә иҫән булыуы билдәле... Ололар күптән мәрхүм, Мөхәмәҙи, Әхмәт, Фәрзәнә әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәттән һуң бер-ике мәртәбә генә осрашып күрешкән.
- Үткән йыл баҙарҙа: "Арыумы, синеглазҡайым" тип килеп күрешкән һин инеңме, Фәрзәнә? - тип һорай Мөхәмәҙи ағай.
- Мин инем шул. Әллә таныманыңмы?
- Ҡайҙан таныйһың? Әле лә танымай торҙоҡ. Элек бит нескә билле һылыу ҡыҙ инең. Әһел эләктереп өлгөрҙө шул элгәре, беҙ тороп ҡалдыҡ. - Фәрзәнә апайҙың йөҙөнә нур өҫтәп, ун алты йәшлек саҡтарын иҫкә төшөрөп, шаярып һөйләшә инде алтмышты уҙған ағайҙар.
Уларҙан мал ҡыуыуҙары тураһында бәйнә-бәйнә белергә тырыштым, ҡат-ҡат һораштым, ҡәнәғәтләнеү белмәй һаман төпсөнәм.
- Ул ваҡытта беҙ ун алты йәшлек кенә үҫмерҙәр инек бит. Инде ҡырҡ алты йыл үтте. Исмаһам, егерме йыл элегерәк һөйләшеп ултырғанда ла күберәк хәтерләр инек, - тип үкенес белдерҙеләр.
Уйлаһаң, улар герой исеме бирерлек ҡаһарманлыҡ эшләгән. Хәтһеҙ йылдарҙан һуң булһа ла ошо ҡаһарманлыҡты билдәләп, Фәрзәнә Йоносова-Хәмитованы, Мөхәмәҙи Буранбаевты, Әхмәт Закировты Бөйөк Ватан һуғышы, йәки Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләү намыҫ эше. Йәнә уларҙы Украинаға мал тапшырған ерҙәренә алып барып осрашыуҙар үткәреү хәйерле булыр ине.
Башҡортостандың азат ителгән өлкәләргә, Украинаға эскерһеҙ ярҙамы, халҡыбыҙ тарихының онотолмаҫҡа тейешле был үткәне "Башҡортостан тарихы буйынса очерктар" китабында (11 том), "Красная Башкирия" (1944 йыл, 24 һәм 31 май, 14 июль), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1944 йыл, 31 май һәм 4 август) газеталарынан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә бер нисә һөйләм менән генә яҡтыртылған:
- Республика байтаҡ ҡына азат ителгән өлкәләрҙең һәм ҡалаларҙың халыҡ хужалығын тергеҙеүгә ярҙам күрһәтте. Башҡортостан Украинаның Ворошиловград өлкәһенә шефлыҡ итте. 1943 йылда уға 90 вагондан ашыу промышленность ҡорамалдары һәм ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтары ебәрелде. Курск, Ворошиловград, Ленинград, Смоленск, Воронеж, Харьков өлкәләренең малсылығын тергеҙеүгә Башҡортостандың колхоз крәҫтиәндәре 1943-1944 йылдарҙа 146 мең баш мал ебәрҙе, шул иҫәптән 8736 эш аты, 15739 һыйыр малы, 21671 һарыҡ.
Ә ошо ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт, һандар ышығында күпме ваҡиғалар, хәлдәр, кеше яҙмыштары... Яйыҡ буйы улдарының һәм ҡыҙҙарының да илдең оло юлдарында эҙҙәре ҡалған. Ошо эҙҙәрҙе, йәшлекте эҙләп, ағайҙар уҙған ғүмерҙәрҙе иҫләне. Хәтирәләрҙе терелткәс, Фәрзәнә апай түҙмәне, иланы.
Уларҙың артабанғы яҙмыштары ҡалай булған һуң? Тыуған ерҙәрендә ереккәндәр. Украинанан йөрөп ҡатҡас, Фәрзәнә Учалылағы Ленин исемендәге старателдәр артеленең химзаводында эшләй, Бурансы ауылында торф сығара. Ауырлыҡтарға зарланмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәй. Ил эшендә йөрөп, хаҡлы ялға сыға, ике ҡыҙ үҫтереп кейәүгә бирә.
Мөхәмәҙи тракторсылар курсын тамамлай. Өҫтәлдәрҙә һәр саҡ икмәк булһын өсөн "Бәләкәй түбә", һуңынан "Урал" колхозында ҡырҡ йыл ғүмерен ер эшенә арнай, йәшәү мәғәнәһен, тормош йәмен ҡыуаныслы хеҙмәт емештәрендә күрә. Хеҙмәт ударнигы, социалистик ярышта еңеүсе булып таныла, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә тырышлығы, хеҙмәт батырлығы өсөн миҙалдарға лайыҡ була. Алты бала үҫтерә, өсөһө колхоз эшендә. Әхмәт ат ҡарай, ФЗО-ла уҡый, төҙөлөштә эшләй, армияла хеҙмәт итә, тракторсы һөнәренә өйрәнә, "Яйыҡ" колхозында механизатор булып эшләй. Ә уңғанлығы бәхет баҫҡысы һымаҡ алдына ята, һүрәте почет таҡтаһынан төшмәй, уңышлы хеҙмәте күкрәгендә миҙалдар булып балҡый. Биш балаһы ла үҫеп, үҙ һуҡмаҡтарынан атлай.
Ғүмерҙәре һиҙелмәй үтһә лә, заяға үтмәгән. Улар өсөн тыуған ер - иң ҡәҙерлеһе, туған тупраҡ - иң йылыһы. Ил-йорт йәмен арттырһындар, туған тупрағынан һыуынмаһындар ине уландар ҙа.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
"Ғүмер артында - ғүмер" китабынан.
(Аҙағы. Башы 18-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 362

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru