«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ"
+  - 


"Киске Өфө"нөң 18-19-сы һандарында журналист Сәлимйән Бәҙретдиновтың "Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт" тигән яҙмаларын уҡығас, тылдағылар ҙа һуғыш яланындағылар кеүек үк михнәттең әсеһен етерлек татыған икән шул, тип тетрәнелде. Ә ул ваҡиғалар тураһында тере шаһиттар менән аралашҡандар ошо хәтирәләрҙе яҙып ебәрҙе. Уларҙы гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

УЛ БЕҘҘЕҢ ҠАРТАТАЙЫБЫҘ

Сәлимйән Бәҙретдиновтың "Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт" тигән мәҡәләһендә бәйән ителгән Украинаға мал ҡыуыусылар башлыҡтарының береһе Ғөбәйҙулла Кәлимуллин минең иремдең ҡартатаһы. Ошо арала оло ҡайнымдың беҙгә килеп еткән архивын барланыҡ. Һәр төрлө яҙмалар һаҡланған йәшник беҙгә Гөлфәриҙә әбейебеҙҙән аманат булып күскәйне.

Яҙмаларҙан күренеүенсә лә, ишеткән-белгәнебеҙ буйынса ла, Ғөбәйҙулла Кәлимуллин 1891 йылдың 12 июлендә Илсе ауылында тыуа. Һуғыштан алда Гөләйҙә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора. Дүрт балаға: Гөлфәриҙәгә, Шәрифуллаға, Рәйсәгә, Харисҡа ғүмер бирәләр. Ирем Рауилдың атаһы Харисҡа ике генә йәш булғанда әсәләре үлеп китә. Ғөбәйҙулла ҡартатай байтаҡ ҡына ваҡыт балаларҙы үҙе ҡарай. Һуңыраҡ Сабира исемле ҡатынға өйләнә. Заманына күрә уҡымышлы кеше була, руссаһын да яҡшы ғына белә. Беҙҙә бик боронғо китаптар һаҡлана. Улар ҙа ҡартатайҙыҡы булманымы икән, тип уйлайбыҙ. Ауыл хакимиәте башлығы ла, төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе лә булып эшләй. Ҡул аҫтында эшләүселәргә хеҙмәт хаҡы яҙылған табель ҡағыҙҙары ла, аттарға дубыр (конюшня) төҙөтөү тураһындағы яҙмалары ла һаҡланған йәшниктә. Ҡартатайыбыҙ Ғөбәйҙулла заманында Илсе ауылының тарихын да яҙған булған. Үкенес, ауылдың бер намыҫһыҙ кешеһенән ҡабат әйләнеп ҡайтмай яҙма. Берәйһендә һаҡланмаймы икән ул? Табылһа, күпме мәғлүмәткә эйә булыр ине илселәр.
1939 йылда хәрби билет бирелә ҡартатайға. Һуғышҡа алынмай, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуы тураһында хәрби билетында ла яҙмалар бар, медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан бирелгән справка ла һаҡлана. Әммә һуғыш барған саҡта бер ни тиклем ваҡыт хеҙмәт армияһында була.
Тағы шуға иғтибар иттек: һөйләүселәр менән ҡағыҙҙағы даталар бер ни тиклем тура килмәй. "Ҡырҡ алты йыл үткән бит инде. Алдараҡ булһа, бәлки, күберәк тә хәтерләр инек. Онотолоп та бара инде", - ти Сәлимйән Бәҙретдиновҡа мәғлүмәт биреүселәр үҙҙәре лә. Йылдар үтә килә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар ҡатламы аҫтында теүәл ваҡыт онотолғандыр ҙа, бәлки. Бына ҡартатайға бирелгән тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ һаҡланған. Уны Башҡорт АССР-ның хәрби комиссариаты 1944 йылдың 24 апрелендә, Украинаға ебәрер алдынан әҙерләп бирә. Командировка танытмаһы ла бар. Заготскот етәксеһе Ясаковтың ҡултамғаһы ҡуйылған. 1944 йылдың 30 майындағы 70-се һанлы бойороҡҡа ярашлы, 1 июндә ҡулдарына бирелгән. Командировка ваҡыты 125 көн булып, 1944 йылдың 10 октябренә тиклем, тип билдәләнгән. Ҡартатай гуртоправ, йәғни көтөү башлығы итеп ҡуйыла. Бөтмөрлөгө, йыйнаҡлығы, кәрәк саҡта талапсан да булыуы, тел белеүе лә оло юлға етәксе итеп һайланыуға сәбәп булғандыр. Кәрәклеһен теркәп барыу ғәҙәте лә һәр кемдә лә булмай бит ул. Иң мөһиме, ҡулдарына Һарытау өлкәһендә бирелгән маршрут ҡағыҙы ла һаҡланған. Унда инеү һәм сығыу пункттары итеп өлкәнең ун өс районы күрһәтелгән. Аҫтында ошондай иҫкәрмә лә бар:
1. Өлкәнең һәр районында маршрут тураһында тулы һәм өҫтәмә мәғлүмәт инеү пунктындағы контроль тикшереү посы һәм Райземотдел тарафынан бирелә.
2. Маршруттан ситләшеү мал ҡыуыуҙағы (перегона скота) башҡа тәртип боҙоуҙар кеүек үк суд тикшереүенә тапшырыласаҡ .
3. Артабанғы мал ҡыуыу маршруттары: Украинаның Тамбов, Воронеж, Курск өлкәләре.
Ауыр оҙон юл үтеп, командировка ҡағыҙында күрһәтелгән дүрт ай урынына һигеҙ айға һуҙылған юл ғазабынан иҫән-һау ҡайтып еткәндәрҙән өс баш малды түләтеүҙәренә иҫ-аҡылыбыҙ китә бөгөн. Ә ул, баҡһаң, маршрут ҡағыҙының иҫкәрмәһенең икенсе пунктында, юлға сыҡҡанда уҡ иҫкәртелгән булған икән шул. Мал ҡыуыусыларҙың һәр ҡайһыһы артабан да илгә хеҙмәт итеп йәшәй. Юл аҙабы ла онотола төшкәндер. Улар өсөн иң ҙур ҡыуаныс, иң ҙур бүләк һәм иң мөһиме - тыуған ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу булғандыр. Был фиҙаҡәрлек өсөн түштәренә орден- миҙалдар таҡмаһалар ҙа, беҙ онотмайыҡ уларҙы, яҡташтар!

Зилә КӘЛИМУЛЛИНА.
Учалы районы Илсе ауылы.


ӘСӘЙЕМ ҺӨЙЛӘГӘНДӘР

Беҙ күргәнде балалар күрмәһен инде, тип, йыш ҡабатлай торғайны әсәйем, Әсмә Ҡаранаева. Ул Мәләүез районы Иҫке Муса ауылынан, тыл ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы осорон һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙы былай тип хәтерләй торғайны:

"Украинаны немец баҫҡынсыларынан азат итеү менән беҙгә, 15-16 йәшлек йәш-елкенсәккә, шул тарафҡа мал оҙатыу бурысын йөкмәттеләр. Райондың төрлө ауылдарынан бер урынға тана малы йыйыла ла, беҙ өлкән йәштәге бер ағай менән юлға сығабыҙ. Ул ағай юлдың апаруҡ өлөшөн атҡа егелгән, беҙҙең кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тейәлгән арбала үтә. Кейем тигәнем шул сабата инде. Бер яҡҡа ғына биш йөҙ саҡрым самаһы ер үтергә кәрәк. Йәйәү барғас, сабата тиҙ туҙа, уны тиҙ генә алыштырмаҫҡа тырышаһың, арзан булһа ла сабатаны экономиялайһың инде, йәнәһе.
Йылы йәй көндәрендә төндәрен дала уртаһында беҙ, ергә иҫке-моҫҡо әйбер түшәп, арба аҫтына ятабыҙ, ағайыбыҙ арбала йоҡлай. Көслө ел-дауыл да, көндөҙгө эҫе ҡояш та әллә ни ҡурҡытмай, ә бына дала бүреләренең һөжүме йәнгә тейә ине. Үҙебеҙ ҙә уларҙан ҡурҡабыҙ, шул уҡ ваҡытта йөҙәрләгән баш малды ла һаҡларға кәрәк бит. Юғалған башмаҡ-тана өсөн һорау бигерәк ҡаты булды. Юлда берәй ҡазаға осрап үлеп ҡалған малдарҙың башын арбаға тейәп, отчет өсөн алып ҡайта торғайныҡ. Көтөүҙе Ырымбур өлкәһе сигендә ятҡан Орск ҡалаһына тиклем ҡыуып алып барабыҙ, урындағыларға тапшырабыҙ, ары улар ҡыуалап китә. Ә беҙ тиҙерәк тыуған яҡҡа ашығабыҙ. Унда һуғыш һәм унан һуңғы осорҙағы аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрһә лә, тыуған яҡ, әсәй, кескәй туғандар көтә бит. Ни әйтһәң дә, тыуған йорт йылыһы үҙенә әйҙәй.
Ҡайтып, бер аҙ ял итеүгә, икенсе көтөү йыйыла, тағы юлға сығаһың. Бигерәк тә малдарҙы ҡышҡы осорҙа ҡыуалау хәтерҙә ныҡ ҡалған. Беҙҙә көндәр һыуыҡ торһа, өйгә инеп, утын менән йылытылған усаҡта йылынырға була, ә дала яғында ауылдар һирәк, мейескә лә тик тиҙәк яғалар. Сит кешеләр өйҙәренә теләр-теләмәҫ кенә индерә.
Бына шулай, мең михнәттәр күргән алыҫ Украина халҡына ярҙам итеүҙе изге бурысыбыҙ тип һананыҡ, шуға күрә эҫеһенә лә, һыуығына ла түҙҙек, быға бер генә лә үкенмәйем. Заманы шулай ине. Беҙ күргәнде хәҙерге йәштәргә күрергә яҙмаһын..."

Әмир ХӘЛИТОВ.
Көйөргәҙе районы.


МИН ҮҘЕМ ӘҢГӘМӘЛӘШТЕМ

Мин 20 йылдан ашыу Учалы радиоһында хәбәрсе булып эшләнем, Башҡортостан "Юлдаш" радиоһы менән дә хеҙмәттәшлек иттем. Ун йыл элек Сәлимйән Бәҙретдиновтың яҙмаларында һүрәтләнгән ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы өс кеше - Учалы ҡалаһынан Фәрзәнә Хәмитова, Ураҙ ауылынан Мөхәмәҙи Буранбаев, Илтабандан Әхмәт Закиров менән ҡорған әңгәмәм радионан тапшырылғайны. Был мал ҡыуған апай-ағайҙар гүр эйәһе инде хәҙер. Миндә һаҡланып ҡалған ошо әңгәмәне "Киске Өфө"гәзите уҡыусылары иғтибарына ла тәҡдим итергә булдым.

Мөхәмәҙи Буранбаев: 1944 йылдың яҙында мине идараға саҡырып алдылар ҙа, азат ителгән илгә мал ҡыуып барырға кәрәк, бараһыңмы, тип һоранылар. Бармай ҡалайтаһың, барам, тинем. Шулай итеп, 5 апрелдә 450 баш малды өс төркөмгә бүлделәр ҙә, сығып киттек йәйәүләп Украинаға.

Автор: Был йылды яҙ иртә килһә лә, үҙәндәрҙә ҡар ята, үлән үҫмәгән була әле. Тәүҙә Белоретҡа тиклем бесән тейәлгән арба оҙатып бара уларҙы. Урал тауҙары аша артылып, малҡайҙарға Волга һәм Дон йылғаларын йөҙөп сығырға тура килә.

Фәрзәнә Хәмитова:
Мал аяғы менән ҙур ара үтеп булмай, күп булһа, 15 километр үтә инек. Урал йылғаһын биш мәртәбә йөҙөп сыҡтыҡ, малҡайҙар ҙа шәп йөҙә икән. Йылғаларҙы йөҙөп сыға торғас, һыйырҙар ныҡ ябыҡты, ашарға үлән юҡ, мал ҡайҙа етте шунда саба, ҡайһы берҙәре һуҡырайҙы, уларын Башҡортостанда булғанда колхоз-совхозға тапшырып китә инек.
Юлда күрә киләбеҙ: бөтә нәмә ҡыйралған, ватылған. Һуғыш китеп бара, уның артынан беҙ китеп барабыҙ...

Автор: Юлсыларға тегеп бирелгән күн сарыҡ Белоретҡа тиклем дә түҙмәй. Ҡыуғынсыларға ял юҡ, мал тарала, ҡаса, Белоретҡа тиклем килгәнсе кире ҡайтыу яғына йүгерә. Шулай ҙа кеше генә түгел, мал да үҙ яҙмышына күнә икән.

Мөхәмәҙи Буранбаев:
Көндөҙөн мал ҡыуабыҙ, кисен туҡтағас, ҡарауыллайбыҙ. Һәр көтөүгә етешәр кеше. Арабыҙҙа өс ҡатын-ҡыҙ булды. Күберәк беҙҙең кеүек малайҙарға йүгерергә тура килде инде. Урман аша Маҡар районына килеп еткәнсе этләндек.
Маҡарҙа ярты арба сабата һатып алдыҡ. Юлға сыҡҡанда күндән сарыҡ тегеп биргәйнеләр, тик ул Белоретҡа еткәнсе лә түҙмәне. Улар ысыҡҡа йәйелеп китте, усаҡҡа киптерергә ҡуйғайныҡ, ялҡында ҡатты ла ҡуйҙы. Апайым резина сарыҡ теккәйне, уны "ҡара көнгә" тип, тоҡсайға һалып ҡуйҙым.

Автор: Юлсыларға йылы аш тураһында хыялланырға ғына ҡала. Һигеҙ ай буйына һөт, эремсек, ҡатыҡ менән туҡланырға тура килә уларға.

Фәрзәнә Хәмитова:
Райондан бер кило ит биргәйнеләр юлға сыҡҡанда, башҡа бер нәмә лә юҡ. Һөт-ҡатыҡ ҡына үҙебеҙҙеке булды. Әсмә исемле апайыбыҙ ҡатыҡ ойота, эремсек эшләй торғайны.
Мөхәмәҙи Буранбаев: Колхоз идараһынан өсәр кило һоло оно биргән булдылар, шунан йәймә бешергән булдыҡ. Бер сабата өс көнгә етә ине, шуға күрә күберәк ялан аяҡ барырға тура килде. Көн-төн буйы ямғыр яуған ваҡыттар ҙа булды. Бер ышыҡ юҡ, беребеҙҙә лә плащ һымаҡ нәмә булманы. Әле бына аптырайым: ныҡлыҡты беҙгә Хоҙай Тәғәлә биргәндер инде. Шул тиклем ыҙаланып барҙыҡ, эт күрмәгәнде күрҙек. Волгаға килеп еткәс, бар тирә-яҡ емереклек кенә ине.

Автор: Көн дә саң-туҙан артынан барған юлсылар тыуған яҡтарына ҡасан ҡайтырҙарын да белмәй. Маҡсаттары - үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты үтәү. Һәләк булғандар, тигән хәбәр ҙә тарала Учалы ерендә.

Фәрзәнә Хәмитова:
Беҙ ул көндө паромда Волга аша сығырға тейеш инек. Бер һуҡыр башмағыбыҙ әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы. Ике көн эҙләнек, ә паромда беҙҙе "Учалылар!" тип ҡысҡырып эҙләйҙәр икән. Шунан беҙҙең урынға шулай уҡ Башҡортостандан һарыҡ ҡыуып китеп барғандарҙы урынлаштыралар. Волганан сығып барғанда паром ярыла ла, һыу төбөнә китәләр.

Автор: Һарыҡтар ғына түгел, кешеләр ҙә батып үлә был мәхшәрҙә. "Учалылар Волганы сыҡҡанда һәләк булды" тигән телеграмма Учалыға китә. Юлсыларға тағы өс көн үҙ сиратын көтөргә тура килә. Паром бәләкәй булғанлыҡтан, 50-шәрләп кенә сығаралар малдарҙы. Бары бер Кәзәкәй ҡушаматлы һыйыр ғына һыуға һикерә. Ярға сыҡҡас, өс көн малдарҙы ашатып, ял иттереп, артабан юлды дауам итәләр. Ә алда прожекторҙар уты, самолет гөрөлдәүе күңелгә шом өҫтәй. Әммә артҡа юл юҡ. Алда - Украина!

Фәрзәнә Хәмитова:
Украина халҡы беҙҙе ҡаршы алырға күмәкләп сыҡҡайны. Беҙҙең ҡыҙыл флагта "Азат ителгән районға" тип яҙылғайны. Шунан танып алғандарҙыр инде.
Әхмәт Закиров: Украинала ҡар яумаған ине әле. Ҡара һыуыҡ. Һыйырҙарҙы тапшырһаҡ та, таратып бөткәндәрен көтөргә тура килде. Малды таратып бөткәс, украин халҡы менән өс көн буйы баҫыуҙа эшләнек.
Мөхәмәҙи Буранбаев: Биҙрә менән кукуруз йыйыштыҡ. Шунан һуң поезға билет алып, һалам түшәлгән дөйөм вагонда ҡайттыҡ. Ашарға бер көнлөк ҡоро паек бирҙеләр. Шулай итеп, Өфөгә килеп төштөк.

Автор: Тимер юлы вагонында тыуған яҡҡа ҡайта учалылар. Баш ҡалаға килеп еткәс, артабан нисек ҡайтыу мәсьәләһе килеп баҫа. Урыҫ телен белмәү сәбәпле ҡаңғырып ҡала улар.

Әхмәт Закиров:
Фәрзәнә лә, Мөхәмәҙи ҙә - беребеҙ ҙә урыҫса белмәй. Артабан ҡайтырға билет юҡ. Дөрөҫөрәге, билет бар, уны алырға вокзалға инһәк, беҙҙе, сарыҡ, фуфайка кейгән кешеләрҙе, ҡыуа ла сығаралар. Мунсала ҡунып йөрөйбөҙ. Беҙҙең арттан берәү ҡарап йөрөгән икән. Иртән сыҡһаҡ, беҙҙе саҡырып алды ла, беҙҙең нишләп йөрөүебеҙҙе һорашты. Украинанан мал ҡыуып ҡайтып килеүебеҙҙе нисек етте шулай аңлаттыҡ. Ул беҙгә заготскотҡа барырға кәңәш бирҙе. Шунан һуң ғына беҙгә билет алып биреп, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Мөхәмәҙи Буранбаев: Беҙҙе күрергә тип бөтә ауыл халҡы йыйылды. Колхоз идараһында әйтеүҙәренсә, уларға беҙҙең үлеү тураһында хәбәр килгән, хат-маҙар булмағас, илашып, төңөлөп бөткән булғандар. Ә шулай ҙа 450 баш малдан юғалған 3-әүҙең хаҡын беҙҙән матур ғына итеп түләттеләр. Беҙгә командировка аҡсаһы тейеш ине, көнөнә 12 тәңкә, туғыҙ айға ҡабатлаһаң, күп кенә сумма йыйылғандыр инде, әммә бер тин дә түләмәнеләр...

Гәүһәр МОЗАФАРОВА.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 497

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru