«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР КЕМДЕ ЯРАТА?
+  - 

Ҡатын-ҡыҙ ниндәй була? Йәш һәм йәш түгел. Тәүгеләре тормош көтөргә йәр эҙләһә, икенселәре күп йылдар инде - кейәүҙә. Йәштәр үҙҙәренән өлкәнерәктәрҙең тотороҡло тормошо өсөн көнләшеп ҡараһа, Бальзак йәшендәгеләр, киреһенсә, матур күлдәген кейеп, һөйгән егете менән осрашыуға ашыҡҡан ҡыҙ ваҡытын һағына...

Һуңғы ваҡытта йыш ҡына йәш парҙарҙың мөхәббәте оҙаҡҡа һуҙылмай. Хатта ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың егеттәр менән мөнәсәбәте аҙна-ун көнгә лә етмәй. Көслө хистәр менән башланып киткән мөхәббәт тарихы бик тиҙ тамамлана. Был осраҡта ҡыҙҙарҙың күбеһе сәбәпте көслө заттан эҙләй. Яҡшы яҡтарына ҡарағанда, киреһен күберәк таба. "Үҙеңдең яртыңды тапҡансы, йөҙ тәлмәрйенде үбергә тура килә", - ти инглиз халҡы. Беҙҙең башҡорт халҡында ла ошо юҫыҡтағы әйтем бар: "Бер һөйгәнем арҡаһында алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн". Бәхеткә юл еңел булмай ул, еңеллек эҙләргә ярамай.
Йәштәрҙең танышыу менән көнө-төнө бергә булыуҙары ла мөнәсәбәттәрҙең тиҙ һыуыныуына булышлыҡ итәлер. Бында сама белмәү ныҡ ҡамасаулай. Ҡыҙҙар үҙ ваҡытын тулыһынса егетенә бағышлай, осрашыу мөмкин булмаһа, иртәнән кискә тиклем телефондан аралаша, минут һайын яратыуын, һағыныуын белдереп, смс-тар яҙа. Бына шулай йәштәр бөтә ваҡытын бергә үткәрә һәм бер-береһенән тиҙ арый. Йәһүд халҡы шулай ти: "Көслө утҡа ҡуйылған кәстрүл тиҙ ҡайнап бөтә". Кеше тойғолары менән дә шулай. "Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа", ти беҙҙең халыҡ.
Бер-береһенән ялҡып киткәс, артабан йәштәр бер аҙ ял итеп алырға уйлай. Ваҡытын бушҡа сарыф итергә теләмәгән ҡыҙҙар башҡалар менән мөнәсәбәт ҡора башлай. Быны бөгөнгө замандың һөҙөмтәһе тип әйтергә урын бар, сөнки ваҡыт тиҙ үтә, бөтә нәмәгә өлгөрөргә кәрәк, ашыҡмаһаң, һуңлап ҡуйыуың да ихтимал...
"Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылыта" тигән аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Яратҡан кешеләр араһында ла ара һәм ваҡыт булырға тейеш. Шулай булғанда, киреһенсә, уларҙың хистәре йылыраҡ, нығыраҡ була.
Оло ҡатындар быны аңлай. Шуға ла улар тәүлек әйләнәһенә яратҡан кешеһенең муйынына аҫылыныуҙан ҡаса. Һөйөүҙән тыш, яратҡан шөғөл дә, эш тә булырға тейеш. Бер аҙ яңғыҙ ҡалып, уйҙарыңды тәртипкә килтереү ҙә яҡшы. Һөйгән кешеңде яратҡан әйберҙәренән, мауығыуҙарынан тартып алырға, унан бөтә ваҡытын һиңә арнауын талап итергә ярамай. Унан ғына хистәр нығынмай. Көслө зат һеҙҙең уға мөнәсәбәтегеҙҙе белһен, әммә донъя яулауын дауам итһен. Икенсе яртығыҙҙы нығыраҡ тоторға теләһәгеҙ, дилбегәне бушатығыҙ. Уны ҡыҫҡа арала тоторға теләгәндәр, киреһенсә, юғалта. Бына шундай ҡатын-ҡыҙҙы ир-егет нығыраҡ ярата.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 943

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru