Мәғариф һәм мәғрифәтселек. Был ике игеҙәк төшөнсәне айырып ҡарау һис мөмкин түгел. Мәғариф - дәүләт программаһына ярашлы шарттарҙа белем биреү учреждениеларында уҡытыу, стандарт белем биреүҙе аңлатһа, мәғрифәтселек - ул шулай уҡ белем биреү, ләкин ул ниндәйҙер диктат, ҡалыптарҙан азат булған ижади процесс, йәғни нигеҙ белемгә өҫтәп, яңыны өйрәнеү, берәй өлкәлә белемеңде, донъяға ҡарашыңды киңәйтеү, рухи кимәлеңде, зауҡыңды байытыу.
Шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүҙең ошо уҡ маҡсаттарын мәғариф өлкәһе лә тәьмин итергә тейеш, ләкин ул ҡәтғи программа менән сикләнгән һәм үҙенең методик һәм контроль ысулдары булған система. Ә мәғрифәтселек ул, һәр хәлдә, минең күҙ алдына ҡанатлы толпар йә булмаһа атаҡлы мәғрифәтселәребеҙ йөҙөндә Аҡмулла образында күҙ алдына килеп баҫа. Мәғрифәтселек, әйтеүемсә, ижади эшмәкәрлек, шул уҡ белем, тәрбиә биреү, ләкин ул әлеге система ҡалыптарынан азат. Шулай ҙа был мәғариф өлкәһендә лә ижад ҡомары менән эшләүҙе инҡар итмәй, киреһенсә, бөгөн беҙҙең ижади һәләткә эйә бик күп уҡытыусыларыбыҙ бар. Бына шунан айырып ҡара инде уларҙы!
Ошоға тиклем башҡа ла килмәгән был закон проектын, йәғни Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы законына индерелгән "Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге тураһында" төҙәтеүҙәрҙе, эш юҡта эш булһын, тигәндәй, Дәүләт Думаһының "Берҙәм Рәсәй" партияһы ҡабул итте. Улар фекеренсә, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы илдең дәүләт сәйәсәтенә һәм Конституция төҙөлөшөнә ҡаршы ихтимал булған пропаганда сараларынан ҡурсыу өсөн мәғрифәтселек эшмәкәрлеген "ҡулға алыу", йәғни хоҡуҡи көйләү кәрәк. Быны бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа көнө-төнө виртуаль донъяла йәшәгән йәштәр тәртибенән сығып аңларға ла була. Ләкин бит, уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлек төрҙәрен РФ Конституцияһына ҡаршы килгән ғәмәлдәр маҡсаттарында файҙаланыу былай ҙа ил закондары һәм Конституция тарафынан тыйылған. Бында мәғрифәтселек эшмәкәрлегенең ни ҡыҫылышы бар, тип яңы закон менән ризаһыҙлығын белдерә интеллектуаль йәмәғәтселек. Яңы закон, шулай итеп, һөнәре халыҡ алдында сығыш яһау һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән бәйле булған ғалимдарҙы, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәрен, журналистарҙы, юристарҙы, төрлө өлкәләр буйынса билдәле лекторҙарҙы, шәхси белем баҙары вәкилдәрен хәүефләндерҙе, борсоуға һалды. Эш бында хатта шундай көлкөлө миҫалдарға тиклем барып етте: шәхси мәктәптәр менән бергә был закон хәҙер дизайн буйынса онлайн курстар, сәләмәт йәшәү рәүеше, кулинария һәм хатта бәйләм бәйләү кеүек йорт хужабикәләренең эшмәкәрлегенә лә контроль булдырасаҡмы ни инде?..
Яңы закон хаҡында билдәле астрофизик, фәнде популярлаштырыусы ғалим Сергей Попов бына нимә ти: "Мәғрифәтселек иҫәбенә хәҙер бөтөн булған сайттар, youtube-каналдар, подкастар ҙа инәсәк. Фәнде популярлаштырыу - шул уҡ белем биреү һәм ул ижади ынтылышҡа нигеҙләнгән. Уны әлегесә сикләү саралары менән беҙҙең проекттарҙы юҡҡа сығарыу хәүефе янай: кемдер тышҡы йоғонто аҫтында эшләргә теләмәйәсәк, ә кемдеңдер яратҡан эшен дауам итеү өсөн лицензия юллау мәшәҡәттәренә көсөн сарыф иткеһе килмәйәсәк". Новосибирскиҙан крайҙы өйрәнеүсе Андрей Поздняков былай ти: "Тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, мин уларға лекциялар уҡыйым, ҡалабыҙҙың иҫтәлекле тарихи урындары буйлап экскурсиялар үткәрәм. Был да хәҙер контроль аҫтында ҡалыусы мәғрифәтселек эшмәкәрлеге иҫәпләнәме инде? Дөрөҫөн әйткәндә, был энтузиастарҙың барлы-юҡлы бизнес тәгәрмәсенә таяҡ тығыу ул".
Күпселек фекер алышыусылар уйынса, былай булһа, мәҙәни һәм ял үҙәктәре, дискуссия клубтары һәм майҙансыҡтары, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса секциялар, түңәрәктәр үҙ эшмәкәрлеген сикләйәсәк йә бөтөнләйгә ябыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, мәғариф (белем биреү) программаһынан тыш йәшәп һәм эшләп килгән бөтөн мәғлүмәт ресурстары: блогерҙар, сайттар, видеоматериалдар, постар яҙыу, интервью - бөтәһе лә контролгә алынасаҡ. Был йәһәттән аңлашылмаған нәмә лә бар: киң мәғлүмәт саралары шулай уҡ ошо закон йоғонтоһонда эшләйәсәкме? Улар ҙа бит белем һәм аң тарата, рухи ҡиммәттәребеҙҙе пропагандалай, тәжрибә уртаҡлаша, дөрөҫ, сәләмәт йәшәү рәүешенә йүнәлеш бирә һ.б. Улай тиһәң, был өлкәлә уның эшен көйләүсе һәм контролләүсе Матбуғат тураһындағы закон, цензура бар. Шуның кеүек, хәҙер мәғрифәтселек эшмәкәрлеге элеккесә үҙ ихтыярында түгел, ә дәүләт тарафынан ҡуйылған шарттарҙы үтәү тәртибендә һәм рәүешендә, даими контроль аҫтында алып барылырға тейеш.
Ошо йылдың 16 мартында Дәүләт Думаһы ҡабул иткән был закон өсөн фәҡәт "Берҙәм Рәсәй"ҙәр тауыш бирһә, коммунистар, ЛДПР һәм "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партиялары тулыһынса ҡаршы сығыш яһаны. Бынан тыш, мәғрифәтселек эшмәкәрлеге тураһында төҙәтеүҙәргә ҡаршы петицияға 238 мең кеше ҡул ҡуйған. Улар фекеренсә, кешенең интеллект йәһәтенән, шулай уҡ рухи, ижади һәм физик йә иһә һөнәри йүнәлешен үҫтереүсе, белем һәм тәрбиә биреүсе, рухи ҡиммәттәр йүнәлешен билдәләүсе мәғрифәтселекте сикләү булып тора был закон. Илдең фәнни берләшмәләре, шул иҫәптән Фәндәр академияһы ла ижади эшмәкәрлекте сикләү һәм бюрократия тыуҙырыусы был төҙәтеүҙәргә ҡаршы сыҡты. "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы етәксеһе Сергей Миронов Хөкүмәтте мәғрифәтселек эшмәкәрлеген көйләүҙе йомшартырға саҡырып әүҙем сығыш яһай. Сөнки, ти ул, мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән фәҡәт балиғ йәштәгеләр һәм ошо өлкәлә ике йыл стажы булғандар ғына шөғөлләнә ала. Ә инде ғалим, яҙыусы, артист йә башҡа билдәле шәхестәр осрашыуға, лекция уҡырға саҡырыла икән, ул иң тәүҙә бик күп белешмә һәм башҡа рөхсәт ҡағыҙҙары юллап йөрөргә, өҫтәүенә, медицина тикшереүе лә үтергә тейеш була. Бындай ҡәтғи тәртиптәр менән ризалашыусы мәғрифәтсе-энтузиастар, ай-һай, күп табылырмы икән? Сергей Миронов дөрөҫ әйтә: "Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге - ул белем биреү генә түгел, йәш быуынды тәрбиәләү сараһы ла. Әгәр беҙгә белемле, мәҙәни, илһөйәр йәштәр кәрәк икән, шуныһы йәл: министрҙар кабинетының ҡәтғи ҡағиҙә һәм шарттары был маҡсатҡа тотҡарлыҡ ҡына яһаясаҡ..."
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА