Башҡорт телендә нәшер ителеүсе баҫмаларҙың береһендә эшләгән коллегам менән һөйләшеп алдым. Эйе, уның зары менән килешәм: элекке, беҙ эш башлаған замандағы һымаҡ, үҙ һөнәреңә бирелгәнлек, ошо һөнәреңдә юғары камиллыҡҡа өлгәшергә ынтылыу юғыраҡ инде ул заман журналистарында. Ә беҙ һаман уларҙы үҙебеҙ, теге заманда ҡалғандар менән сағыштырабыҙ.
Үткер генә ҡәләмле, һәләтле коллегам да хәбәрен шул юҫыҡҡараҡ борҙо. Йәштәрҙең журналислыҡ һөнәренә еңел ҡарауына, яуапһыҙлығына, яҙа белмәүенә зарланды, үҙенең бына шундай даланһыҙ хеҙмәткәрҙәр араһында өҙгөләнеүе, хәлде бер нисек тә үҙгәртеп булмауы тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта уның үҙенең дә был хәлде төҙәтеү өсөн бер ни ҙә эшләмәүен аңлап ҡалдым. Баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырған, хәлде үҙгәртеүгә көс һалырға теләмәгән. Бына был инде бөгөнгө йәш коллегаларҙың беҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған сифаттарының бер сәбәбе - уларға журналислыҡ серҙәрен тапшырыр остаздар юҡ! Кемдән өйрәнергә тейеш һуң йәш кеше беҙҙең һөнәрҙең бер ниндәй юғары уҡыу йортонда ла алып булмаған нескәлектәренә? Беҙ бит үҙебеҙ ҙә редакцияларға бөтөнләй "сей" килеш килеп, оло быуын журналистары, баш мөхәррирҙәр кеүек көслө остаздар ҡулында шымарҙыҡ та баһа.
Минең, мәҫәлән, һәр остазымдың әйткәне хәтерҙә. Башҡорт дәүләт университетының бишенсе курсында уҡығанда "Башҡортостан ҡыҙы" журналына Рәми ағай Ғарипов ҡулы аҫтына эшкә килдем. Ул мине иң тәүҙә уҡыусыларға нисек итеп яуап хаттары яҙырға өйрәтте. Өйрәнеү өсөн Рәми ағайҙың өлкән авторҙарға, хатта йәш кешенең "Нисек шағир булырға?" йәки "Мөхәббәт бармы ул?" тигән һымағыраҡ һорауҙарына яҙған яуап хаттары өлгөләрен яҡшы әҫәрҙәй күреп уҡып сығыуым хәтерҙә. Артабан Рәми ағай мәҡәләне нисек ҡорорға, йәғни тәүҙә һөйләнәсәк һүҙеңдең еп осо булыр фекерҙе табып, шуны ваҡиғалар, диалогтар аша нисек үҫтереү, ослап ҡуйыу кеүек һабаҡтарын бирҙе.
"Башҡортостан" гәзитендәге баш мөхәрриребеҙ Абдулла Исмәғилевтың тыныш билдәләре ҡуйыуҙан башлап, һәр һүҙең, һөйләмең өсөн яуаплылыҡ ала белергә тиклем өйрәтеүе минең үҙемдең дә эш алымыма әйләнде. Артабанғы баш мөхәррирҙәрем - Мансур Әйүповтың һәр мәҡәләңдә елле фекер әйтергә, Тәлғәт Сәғитовтың иһә алтын урталыҡ тоторға өйрәтеүе - былар барыһы ла минең журналислыҡ һөнәренең нигеҙен тәшкил итте. Барыһына ла, яҙырға ғына түгел, журналист булараҡ үҙеңде нисек тоторға, кешеләр менән нисек һөйләшергә, геройҙарыңдың "телен" нисек сисергә, етәкселәр менән ниндәй мөнәсәбәт ҡорорға, ғөмүмән, журналист этикаһына ла ана шул Ғәтиәт Үзбәков, Аҡмал Саптаров, Әниф Бикҡолов, Ризуан Хажиев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Ислам Мырҙабаев, Заһир Исмәғилев, Юныс Әхмәҙиев, Дәүләт Мәһәҙиев, Абдрахман Баязитов, Абдрахман Йосопов, Сабир Шәрипов, Риф Тойғонов, Хәсән Назаров, Рәүеф Насиров, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәли Амантаев, Азат Байсурин, Фатих Абдуллин, Хәмит Шәрипов, Ильяс Иҫәнбаев, Айсыуаҡ Шәйхисламов кеүек оло ҡәләмдәш-остаздар йәлеп итте бит беҙҙе, йәш хәбәрселәрҙе. Бына шундай оҫталыҡ мәктәбе аша үткәнбеҙ беҙ һәм шуның менән бәхетлебеҙ ҙә, тип уйланыла. Ысынында, бөгөнгө йәш журналистарға бындай мәктәп тураһында хыялланырға ғына ҡала....
Эйе, бөгөн йәштәребеҙ һәр өлкәлә - халҡыбыҙ тарихындағы, шәжәрәләрҙәге, ғаиләлә олатай-өләсәй һәм ейән-ейәнсәр араһындағы быуындар бәйләнешен өр-яңынан тергеҙеү менән мәшғүл. Шулай уҡ ата-бабалар шөғөлләнгән, йән аҫраған шөғөл-кәсептәр ҙә онотола яҙған - был тәңгәлдә лә остаз булырҙай милләттәштәргә эш етерлек булыр ине. Мәҫәлән, бөгөн күптәр унар, йөҙәр башлап йылҡы аҫрай. Ошо мал йәнлелек - ул ҡан саҡырыуы аша яңынан тергеҙелгән шөғөл бит. Әммә ир-егеттәребеҙ атҡа бәйле кәсептәрҙе белмәй тиерлек. Ат еккеһе өсөн тәғәйенләнгән йүгән-ыңғырсаҡ, дуға-ҡамыт, эйәр-өпсөн эшләргә тотоноу ҡайҙа ти ул. Шул аттар менге, сабыш өсөн генә өйрәтелһә лә - ҡана ла һуң! Бында ла быуындар бәйләнешен өҙөүсе шул уҡ остаздар булмауы бәкәлгә һуға...
...14 июндә билдәләнәсәк Матбуғат байрамыбыҙ уңайынан ҡотлауҙарымды ҡәләмдәштәргә йүнәлтеп, ошо изге һанаған һөнәребеҙ артабан да йәшәһен, артабан да кешеләргә кәрәкле булһын тигән теләктә булайыҡ, оло быуын журналистары үҙ иңенән остазлыҡты һалмай, тәжрибә уртаҡлашһын, йәштәр иһә белемен дә, һәләтен дә камиллаштырыуға ынтылһын, тип кенә әйтмәксе инем. Байрам менән!
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА