«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР БАШҠОРТ ОҘОН КӨЙ БАШҠАРҺА, ТАРИХЫ ЮҒАЛМАЯСАҠ, КИЛӘСӘГЕ ЛӘ БУЛАСАҠ!
+  - 


Әгәр ҙә һин ысын башҡорт булһаң,
Йырлап күрһәт миңә "Урал"ды…
Назар Нәжми.

"Башҡорт халҡының милли характеры бигерәк тә оҙон көйҙә тәрән һәм тулы бирелгән, уның тормошо һәм яҡты киләсәк өсөн көрәше асыҡ сағылдырылған. Шуға күрә оҙон көй бер үк ваҡытта милли эпос та ул: башҡорт халҡы бай ваҡиғалар менән тулы тарихын үҙенең оҙон көйҙәрендә сағылдырып барырға тырышҡан. Халыҡтың уйҙарын, тойғоларын камиллашҡан формала кәүҙәләндереү һәм уның милли үҙенсәлектәрен дөйөмләштереү көсө, музыкаль һәм поэтик оҫталыҡ дәрәжәһенең юғары булыуы, шулай уҡ традицияларының хәҙерге көндә лә йәнле үҫеше - былар бөтәһе лә оҙон көйҙө башҡорт халҡының музыкаль-поэтик классикаһы тип атарға мөмкинлек бирә", - тип яҙылған "Башҡорт халыҡ йырҙары" (төҙөүселәре - Ә. Харисов, Х. Әхмәтов, Л. Лебединский. Өфө, 1954) йыйынтығының баш һүҙендә. Оҙон көйгә бынан да тулыраҡ һәм теүәлерәк баһа биреү мөмкин түгелдер ҙә: "Оҙон көй бер үк ваҡытта милли эпос та ул. Оҙон көй - башҡорт халҡының музыкаль-поэтик классикаһы".

Оҙон көй маһирҙарын ололап, йыраусы тигәндәр. 1907 йылда Вена ҡалаһында сыҡҡан "Яңы азат матбуғат" гәзитенең 24 ноябрь һанында ("Башҡортостандың ҡыҫҡа энциклопедияһы"нан килтерелә, 423-сө бит) шундай юлдар бар: "Башҡортостандың үҙенсәлеге - башҡорттоң яҙмышы, иҙелеүгә ҡаршы, азатлыҡ өсөн данлы көрәше тураһында һоҡланғыс поэтик юғарылыҡта әҫәрҙәр ижад иткән йыраусыларҙың күплегендә".
Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы борондан тарихи ваҡиғалар айҡанлы йыйынға йыйыла торған булған. Илгә дошман килһә, ҡулға ҡорал алып яу сабырға ҡарар ҡабул иткәндәр, ә инде яуҙа еңеп ҡайтҡан батырҙар хөрмәтенә ҡобайырҙар, көйҙәр, йырҙар сығарғандар, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр, сәсәндәр бәйгеләре үткәргәндәр. 1770 йылдарҙа Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән академик И.Лепехиндың (1740-1802) юлъяҙмаларынан (фольклорсы-ғалим Салауат Галиндың "Башҡорт халҡының йыр поэзияһы" китабынан килтерелә. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө - 1979 ): "Ул үҙенең ата-бабаларының данлы эштәре тураһында йырланы. Башҡорттар уларҙы батырҙар тип атай. Йырсы ата-бабаларының тормошондағы онотолмаҫлыҡ нәмәләрҙе йырлау менән генә сикләнмәне, ә тауыш һәм тән ҡыланыштары менән уларҙың бөтә хәрәкәттәрен: нисек итеп үҙҙәренең иптәштәрен өгөтләгәндәрен, нисек яуға кергәндәрен, нисек дошманды үлтергәндәрен, нисек яраланғандан һуң вафат булғандарын һүрәтләне. Быларҙың барыһын да йырсы ҡарт шул тиклем йәнле итеп күрһәтте, хатта күптәр иланы".
Тыныс тормошта ла бындай бәйгеләр үткәрелә торған булған. 1944 йылда Ғата Сөләймәнов мәшһүр ҡурайсы, йыраусы, бейеүсе Ғиниәт Ушановтан элекке бәйгеләр тураһында мәғлүмәт яҙып алған: "Тамьян-Ҡатай кантоны башлығы, үҙ кантонындағы ҡурайсы, йырсы һәм бейеүселәрҙе саҡырып, ярыш уҙғармаҡсы булған. Бының өсөн улыс башлыҡтарына хәбәр иткән, ә улыс башлыҡтары үҙ ҡарамағындағы ауылдарға ҡурайсы, йырсы һәм бейеүселәренә хәбәр иткән. Ярышта алдын сыҡҡан ҡурайсыға дүнән, йырсыға ҡонан ат, бейеүсегә һарыҡ тәкәһе бүләк ителәсәк, тип иғлан таратҡандар. Йыраусы башта үҙе теләгән көйҙө йырларға, унан тикшереп ултырыусылар әйткән бер көйҙө йырларға тейеш булған. Йырлаған ике көйҙө лә дөрөҫ башҡарһа, ул икенсе баҫҡыс ярышында ултырып ҡалған. Әгәр ҙә көйҙөң береһен дөрөҫ йырлап, икенсеһен яңылыш йырлаһа йәки белмәһә, тимәк, ул киләһе ярышҡа үтә алмай, тигән һүҙ. Икенсе баҫҡыстың шарты шул булған: тикшереп ултырыусылар бер көй исемен әйтә, башҡарыусы шуны вәзене, аһәңе менән йырларға һәм икенсе көйҙөң тарихын һөйләп бирергә тейеш. Йыраусы ошо талаптарҙың береһен үтәй алмай икән, ул ярыштан төшөп ҡала. Өсөнсө шарт: тикшереүселәр яңы ике көй йырларға һәм бер көйҙөң тарихын һөйләп бирергә ҡушыр, тауышы ел ыңғайына биш саҡрым ергә ишетелһә, тимәк, ҡонан ат уныҡы булыр..."
Ирекһеҙҙән һорау тыуа: бындай бәйгелә ҡатнашыр өсөн күпме йыр һәм күпме тарих белергә кәрәк!
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында 1987 йылда һоҡланғыс йыраусы Сәғиҙә Мәғәсүмованың йырҙарын тыңларға насип булғайны. 84 йәштә ине ул, күҙҙәре күрмәй, әммә ҡиәфәтенән, ғөмүмән, бөтә булмышынан яҡтылыҡ бөркөлә, йырынан йылы тулҡындар тарала. "Магнитогорскиҙа наркоз аҫтында операция яһағайнылар, уянып китһәм, әле генә операцияны тамамлағандар. Өҫтәлдә ултырып, иҫәнлегемә шатланып, йырлап ебәрҙем, шаҡ ҡаттылар", - тип һөйләгәйне. Йырлай-йырлай ҙа, 365 йырым бар, тип әйтеп ебәрә. Йыл буйы көн һайын йырлаһам да йырым етерлек, тигән һүҙ бит был...
...Башҡорт халҡының оҙон көйҙәренә, йыраусыларына урыҫ зыялыларынан шулай уҡ И.Георги (1720-1802), П.Кудряшов (1797-1827), В.Даль (1801-1872), И.Березин (1818-1896), Р.Игнатьев (1829-1886), С.Рыбаков (1867-1921) һ.б. күптәр һоҡланған, был турала үҙҙәренең хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған, бәғзеләре йыр йыйынтыҡтары баҫтырып сығарған. Уларҙың оҙон көйгә һәм йыраусыға ҡарата баһаһын күрһәтер өсөн бер миҫал етәлер: "Башҡорттарҙа шундай көйҙәр күп, уларға теләһә ниндәй композитор көнләшеп ҡарар ине", - тип яҙа күренекле тарихсы-крайҙы өйрәнеүсе, этнограф, фольклорсы, археолог Руф Игнатьев үҙенең "Сказания, сказки и песни, сохранившиеся в рукописях татарской письменности и устных пересказах у иногородцев-магометан Оренбургской губернии" тигән хеҙмәтендә. Заманында Париж консерваторияһында профессор Галеви етәкселегендә белем алған, Рәсәй һәм Көнбайыш Европа музыкаһының иң юғары ҡаҙаныштарында тәрбиәләнгән Руф Игнатьев 1858 йылдан 1865 йылға тиклем йәй мәлдәрендә Троицк өйәҙенең Туңғатар (хәҙерге Учалы районы) ауылында йәшәй, башҡорттар менән тығыҙ аралаша һәм башҡорт йырҙары тураһындағы һүҙен, белгес булараҡ, әлбиттә, тулы яуаплылыҡ менән әйтә. Әйткәндәй, был төбәк әле лә йыраусылары менән дан тота. Миңә, мәҫәлән, Ишкенә Батыршин, Зыяфат Әхмәтшина, Спартак Ильясов кеүек Руф Игнатьев тыңлаған йырҙарҙы һаҡлаған мәшһүр йыраусылар менән "Хазина" тапшырыуҙары әҙерләргә насип булды. Хәҙисә Күсәбаева, Хәнифә Латипова, Мәүзифә Уразова, Хөсәйен Көсөғоловтарҙы күреп өлгөрмәнем, магнитофон таҫмаһына яҙылған йырҙарын тыңлап иҫем китә. Спартак ағай, Аллаға шөкөр, иҫән әле, Хоҙай үҙенә оҙон ғүмер бирһен, минеңсә, ул боронғо йыраусылар бәйгеһенә сыға алыр ине.
...Мәғлүм булыуынса, 1897 йылда музыка белгесе, этнограф Сергей Рыбаковтың "Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта" тигән фундаменталь хеҙмәте донъя күрә. Китапта хәҙерге Учалы, Әбйәлил, Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында яҙып алынған ике йөҙҙән ашыу йыр һәм көй тупланған. Төплө белемле (С.-Петербург университетын һәм С.-Петербург консерваторияһын тамамлаған) этнограф һәм музыка белгесе Сергей Рыбаков башҡорт йырҙарының киңлегенә һәм фәлсәфәүи йөкмәткеһенә, импровизаторлыҡ һәләтенә эйә йыраусы, ҡурайсыларҙың күп булыуына һоҡлана, әммә йылдар үткәс кемдер, уның хеҙмәтенә һылтанма яһап, меңәр йыл буйы үҙ ерендә йәшәгән халыҡтың тамырын алыштырып маташыр, тип уйламағандыр ҙа инде. Мәҫәлән, Р.А. Исхаҡова-Вамба тигән автор "Народные песни казанских татар" (Казань. Татарское книжное издательство. 1976, 60-61-се биттәр) тигән хеҙмәтендә шулай тип үҙенсә фараз ҡыла: "К сожалению, гостевые песни в прежней форме почти не сохранились, и отголоски их можно найти то у крещеных татар, (...), то у обашкирившихся казанских татар. Речь идет о песнях 3-й Бурзянской волости Орского уезда, записанных С.Г. Рыбаковым и приводимых им в книге "Музыка и песни уральских мусульман...". Все особенности уклада жизни, говора и т.д., подмеченные С.Г. Рыбаковым у жителей этой волости, говорят о них не как о башкирах в собственном смысле этого слова, а как о татарах, притом городских. Что касается песен, то и они обнаруживают близость не с башкирскими песнями, а с песнями казанских татар. Так, первый куплет песни под №184 обнаруживает полное сходство с текстом, приводимым Н.Ф. Катановым в записи К. Насыри. Текст в записи С.Г.Рыбакова:
Мәсем генә ташы мәүләм таш,
Көмөш кенә йөҙөк мәрйен ҡаш.
Бармаҡҡайың ҡамыш, йөҙөң ҡояш,
Аҡылдарың камил, үҙең йәш.
Текст в записи К.Насыри:
Тәрәзә төбе асылташ
Алтын белән, жаный, аралаш.
Бармагың камыш, йөзең кояш,
Акылларың камил, үзең яшь.
Ясно, что это варианты одного и того же текста, а приводимые С.Г. Рыбаковым - более ранний, архаичный. В записях С.Г. Рыбакова много арабизмов, которые не были свойственны даже поэтическому языку песен крестьянской традиции у казанских татар, а больше характеризовали творчество горожан. Все это вместе взятое приводит к мысли, что 3-ю Бурзянскую волость населяли потомки татар-горожан, сохранившие их обычаи и песни..." Шулай итеп, 1894 йылда Серей Рыбаковҡа 3-сө Бөрйән улысы Мәндәғол һәм Кейекбай ауылдары (хәҙерге Бөрйән районы) йыраусылары Мәсемташта йәйләүҙә йырлаған йыр куплетының аҙаҡҡы ике юлының тап килеүенән сығып, Исхаҡова-Вамба бөрйән ырыуы башҡорттарын Ҡаҙан татарҙарына әйләндереп ҡуя. Шаҡ ҡатырғыс: ҡала татарҙарының ейәндәре (Р. Исхаҡова-Вамбаның ҡала ҡыҙы икәненә баҫым яһала - Ю.Ғ.) Мәсемташта йәйләүҙә ҡыуыш ҡороп, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып, оҙон көй йырлап яталар! С.Рыбаков үҙенең сәфәрендә йырҙарҙың нескәлектәрен ишеткән, тойған, иғтибарлы уҡырға ғына кәрәк. С.Рыбаковтың мәндәғолдарҙың, кейекбайҙарҙың холоҡ-фиғелдәрен тасуирлауында ла һис кенә Ҡаҙан татарҙарын шәйләп булмай...
Тағы бер татар авторы, Рәмзиә Шакирова, үҙенең китабында ("Татар халык жырлары", Ҡаҙан: Татар. кит. нәшр., 2014) шул уҡ Роза Исхаҡова-Вамбаның фекерләү ысулын ҡуллана, "Азамат" йырын үҙләштереү аша Ирәндек буйҙарын татар халҡының төйәге итеп ҡуя. Был ханым "Татар халыҡ аштары" (Ҡаҙан: Татар. кит. нәшр., 2013) тигән йыйынтыҡ та сығарған икән. Аш-һыу өлкәһендә, бәлки, белгестер ҙә, әммә башҡорт ир-егеттәренең йөрәк ҡаны менән һуғарылған "Азамат" йырын татар халыҡ йырына әйләндереүе хилафлыҡ. Был йыйынтыҡта, йомшаҡ әйткәндә, һорау билдәһе ҡуя торған урындар тағы бар, береһенә генә туҡталып үтәйек: "Эскадрон" исеме менән килтерелгән йыр. Йырҙың дөрөҫ исеме - "Зәки Вәлиди көйө". 1918-1920 йылдарҙа Башҡорт милли ғәскәре яугирҙарының яратып йырлаған йырҙарының береһе булған был йырҙың һүҙҙәрен Абдулҡадир Инан, көйөн Ғәлимйән Таған яҙған, һәм уны ла татар халыҡ йырына әйләндереү хилафлыҡ. Тағы бер миҫал. Татарстан ғалимы, филология фәндәре докторы Фәрит Йосоповтың "Сафакүл татарлары: үткәне һәм бүгенгесе" (Казань. 2013) тигән китабындағы ҡайһы бер урындарға ғына туҡталып үтәйек. "Урал төбәктәрендә йәшәүсе татарҙарҙың ҡыҫҡаса тарихы" тигән бүлектә Ф.Йосопов, "ул замандарҙа был территорияла йәшәгән татарҙарҙың бер өлөшө башҡорттар, ысын башҡорттар, яңы башҡорттар тип йөрөтөлә", тип яҙа. Был турала мәшһүр башҡорт тарихсыһы Әнүәр Әсфәндийәров бына нимә ти: "Ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә уларҙың авторҙары аҫаба һәм килмешәктәрҙең асылын боҙоп күрһәтә. Мәҫәлән, килмешәктәр файҙаланған ерҙәрен киңәйтә барып, йәнәһе, аҫаба була алған һәм улар башҡорттарға ҡушыла, уларҙың сафын тултыра барғандар; башҡорт аҫабаһы һәм аҫаба дәрәжәһенә ирешкән килмешәктәр бер үк хоҡуҡтар менән файҙаланған. Ысынында иһә, мишәр аҫаба хоҡуғы алған осраҡта ла башҡорт аҫабалары сафына күсмәгән, үҙ ҡатламында - хәрби мишәрҙәр рәтендә булыуын дауам иткән…" (Ә.Әсфәндийәров. "Олатайҙарҙың бар тарихы". "Китап", Өфө-1996, 209-сы бит). Быға шуны ғына өҫтәү кәрәктер: архив материалдарында, йәғни, халыҡты иҫәпкә алыу документтарында кем кем икәне аныҡ билдәләнә һәм теркәлә, алдашыуға юл ҡуйылмай, был яһаҡ күләме һәм ер мәсьәләләренә бәйле. Мәҫәлән, 1832 йылда сыҡҡан ер тураһында батша законы нигеҙендә аҫаба башҡорттарҙың һәр ир затына 40 дисәтинә ер биреү ҡаралһа, мишәрҙәргә, хәрби ҡатламда тороу сәбәпле - 30, ә типтәрҙәргә һәм татарҙарға 15 дисәтинә ер бүлеү күҙҙә тотолған (күрһәтелгән китап, 180-се бит).
…Һуңғы осорҙа, билдәле булыуынса, ТНВ-ла, айырыуса, интернетта күршеләр ҡурайға "хужа" булып алдылар. Күренекле шәхестәренә арналған телевизион тапшырыуҙарҙа, мәҫәлән, музыкаль фон сифатында ҡурай моңо яңғырай, беҙҙең яҙмаларҙы файҙаланалар, әммә титрҙа һылтанма юҡ. Ф.Йосоповтың китабына "ҡурайлы" йырҙарҙың индерелеүе лә ниндәйҙер дәрәжәлә ҡурайға хужа булырға ынтылыуға хеҙмәт итә. Ҡыҙ илатыу йырҙарынан (390-сы бит):
Атаҡайым өйөндә
Утыра ийем тәҙрә төбөндә.
Йат кешеләрҙең өйөндә
Утырамын ишек төбөндә.
Уй...
Мәғлүм булыуынса, сеңләү жанры үткән быуаттың аҙағында Силәбе, Ҡурған башҡорттарында һаҡланып килә ине, бәлки, әле лә онотмаған кешеләр барҙыр. Ф. Йосоповҡа, башҡорттоң хатта классик оҙон көйҙәрен үҙенең китабына индергән кешегә, сеңләү нимә генә инде ул, "ҡыҙ илатыу йырҙарынан" тип нарыҡлап ҡуйған. Оҙон көйҙәргә килгәндә, был китапҡа ҡарата нимә әйтәһең инде, ҡағыҙҙа нимәгә генә хужа булмаҫҡа мөмкин, ҡағыҙ түҙә: бихисап башҡорт халыҡ йырҙары варианттары менән "Сафакүл татарҙары"ның йырына әйләнгән. Был йырҙарҙың тарихы, ғөмүмән, тарихи ерлеге бөтөнләй иҫәпкә алынмай. Хәйер, Башҡортостан һәм уға күрше төбәктәрҙә йәшәүсе татарҙарҙың бер өлөшө башҡорттар тигән исем менән аталып йөрөтөлә, тип яҙған кешегә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы, әлбиттә, ҡамасаулай ғына. Сөнки беҙҙең оҙон көйҙәребеҙҙең тарихында башҡорт халҡының тарихы сағыла. Автор йырҙары булһа, судҡа бирергә мөмкин булыр ине, ә был осраҡта намыҫ, әҙәп төшөнсәләренә генә таянып була. Китаптың Республика традицион мәҙәниәтте үҫтереү үҙәгенең проекты буйынса сығарылыуы һағайта. Рухи байлыҡтарыбыҙға тағы ҡайһы йүнәлештә ҡурҡыныс янай икән?
...Шундай хәҡиҡәт бар: йыр йырланһа ғына йәшәй. Беҙҙеке, тип кем генә әйтмәһен, мәҫәлән, мин, 40 йылдан ашыу инде оҙон көйҙәребеҙҙе йыйған кеше, "Кәкүккәй"ҙе башҡа милләт кешеһе йырлаған осраҡты белмәйем. Был һүҙем теләгән кеше йырҙы отоп алыу ихтималлығын инҡар итмәй. Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһында йәшәүсе татар дуҫым, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара бәйгеһенең 1-се дәрәжә лауреаты Инсаф Исламовтың "Азамат"ты йырлауы арҡаһында дуҫтары ейәндәренә Азамат тип исем ҡушып бөттө. Хатта минең дә ейәнем тыуғас, Инсаф Исламов Азамат исеме тураһында иҫкә төшөрҙө - ҡыуанып ҡуштыҡ. "Азамат"ты ҡайҙа ғына йырламаһын, бер ҡасан да, татар халыҡ йыры, тип иғлан иттереү Инсаф ағайҙың башына ла килмәйәсәк. Азамат башҡортта ысын ир-егет тигән мәғәнәгә эйә, был йөкмәтке йырға һалынған, һәм уны Инсаф ағай һымаҡ ысын ир-егеттәр яратып йырлай...
...Әхнәф Харисовтың "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы" китабының 12-се битендә Исмәғил Рәмиевтың Туҡай тураһында иҫтәлегенән өҙөк килтерелә: "Шағирҙы күреп белеүем 1911-1913 йылдарға тура килә.
- Башҡорт балаһы, - ти торған ине ул миңә, гәрсә Уфа яғы Урал буйы типтәре булһам да, - "Ашҡаҙар"ҙы йырла әле.
Шағир үҙе лә йырға ҡушыла..."
Шунда уҡ уҡыйбыҙ: "…Туҡай "ысын башҡорт рухы вә башҡорт моңо менән йырланған йырҙар"ҙы тыңларға яратҡан… Өфөгә килгән сағында, мәҫәлән, Фаиз Дауытов йырлаған башҡорт халыҡ йырҙарынан Туҡай шул тиклем тәьҫирләнә, хатта "мин ундай йырсыны бөтә ғүмеремә тыңлар инем", ти. Һәм шунда уҡ: "Әгәр Фаиз әфәнде кеүек ысын башҡорт рухы вә башҡорт моңо менән йырланған йырҙар ҙа граммофондарға алынып ҡалһа, бының аҙмы әһәмиәте булыр ине!..." - тип, был хазинаға бер кемдең дә иғтибар бирмәүе өсөн ҡайғыра".
Тәржемәсеһеҙ аралашҡан күрше халыҡтың күңелеңә ятҡан, тойғоларыңа тап килгән йырын, йыр беҙҙеке, тип дәғүә белдермәйенсә лә йырлап була бит. Туҡай кеүек!
...Өйөңдәге хәлде күршеңдән бел, тигән һүҙ бар. 1990 йылда Японияла Эсаши ҡалаһында үткәрелгән "Ойвакэ" Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға насип булды. Ойвакэ - япондарҙың оҙон көйө, "йөк артмаҡланған атты ҡыуыусының йыры" тип тәржемә ителә. Япондар Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан халыҡтарҙың моңонда уртаҡлыҡ оҙон көйҙәрендә сағыла, тип һанап, бығаса үҙҙәренең йырсылары ғына ҡатнашып килгән фестиваль-конкурсҡа был юлы Кореянан, Монголиянан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостандан һәм Венгриянан халыҡ йырсыларын, музыканттарын саҡырған ине. Фестивалдә ойоштороу комитеты ағзаһы, ул саҡта Хоккайдо университетының ректоры, аҙаҡ Айны халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге директоры, исеме бөтә донъяға билдәле этномузыка белгесе, профессор Кадзуюки Танимото менән танышыу бәхете эләкте. Ни өсөн, бәхет, тием, Танимото әфәнде миңә, бәләкәйҙән оҙон көйҙәребеҙҙе тыңлап, уларға мөкиббән булып үҫкән кешегә, оҙон көй һабағы бирҙе. Беҙ уның менән 2009 йылда уның вафатынаса тығыҙ аралашып йәшәнек. Уның арҡаһында 2000 йылда Башҡортостандан "Урал хазиналары" фольклор төркөмө Японияла Осака ҡалаһында үткәрелгән "ВАШШОИ-2000" Бөтә Донъя фольклор фестивалендә ҡатнашты, 2003 йылда башҡорт моңо Японияла Саппоро ҡалаһында үткәрелгән "Евразия йыры" Халыҡ-ара музыка фестивалендә яңғыраны. Танимото әфәнде үҙе лә башҡорттоң оҙон көйҙәрен тыңлау, яҙып алыу маҡсаты менән 1998, 2000, 2004 йылдарҙа Башҡортостанға килеп ҡайтты. Тәүге килгәнендә мин уны Хәйбулла районына Һаҡмар Бүреһе ауылына һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа алып барҙым. Әйткәндәй, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев боронғо йыраусылар бәйгеләрендә ҡатнаша алырҙай мәшһүр йыраусы ине. Һаҡмар буйында тәбиғәт ҡосағында Мөхәмәтйән ағайҙың йырлауын тыңлағас, Танимото әфәнде иланы һәм, бөгөн минең иң бәхетле көнөм, тине. "Оҙон көй - ул Евразия халыҡтары традицион музыкаһының иң бөйөк ҡаҙанышы, - рәсми сығыштарында ла, былай һөйләшкәндә лә шулай тип ҡабатларға ярата ине Танимото әфәнде. - Һәм был мөғжизәнең эпицентры тап башҡорт халҡында. Шуға иғтибар иттем: башҡорт оҙон көй йырлағанда, үҙе йырламай, күңеле йырлай. Һәр башҡорт оҙон көйҙө башҡарһа, тарихы юғалмаясаҡ, киләсәге лә буласаҡ".
Оҙон көй һәм йыраусы тураһында әйтелгән был һүҙҙәргә аңлатма артыҡ.

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 421

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru