«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЯУҘАР МЕНӘН ЭШ ИТЕРЛЕК ӘЙТЕР ҺҮҘ, ИХТЫЯЖ БАР
+  - 


Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙға ябайҙан булмаған яҙмышлы милләттәшебеҙ, төп һөнәре - табип, вазифаһы буйынса күп йылдар дәүләт хеҙмәткәре булып эшләгән, йөрәк ҡушыуы буйынса - һәүәҫкәр рәссам Мөнир Риза улы ӘБҮБӘКИРОВ хаҡында һөйләмәксемен. Уның күңел донъяһы һәм йәшәү рәүеше башҡалар өсөн дә асыш булыр, тип уйлайым.

Мөнир Риза улы халҡыбыҙға тимерҙәй ихтыярлы полководец, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле шағир-импровизатор Салауат батыр менән бөйөк халыҡ шағиры Рәмиҙе биргән бәрәкәтле Салауат ерендә тыуып үҫә. Рәмиҙең шиғри юлдары менән әйткәндә, "Йүрүҙәнкәй аға бормаланып, бормалары һайын бер ауыл"дарҙың береһе - Арҡауылдан Мөнир Риза улы ла. Ошо факт үҙе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй булыр, ләкин бөйөктәр менән бер үк һыуҙы эсеп, бер үк һауаны һулап үҫеп килгән бала ошо ер бүләк иткән тәбиғи таланты хаҡында үҙе лә белмәй әле. Фәҡәт рәсем дәрестәрендә еңел генә һыҙмаҡлап төшөргән һүрәттәренә һоҡланып, уҡытыусыларының: "Сынъяһау кеүек эшләгәнһең бит!" - тип маҡтап-күтәрмәләп ебәреүҙәре малайҙың күңелен үҫтерә. Көндәрҙең береһендә Мөнир механизатор булып эшләгән атаһының да бер-ике генә һыҙмаҡлауҙан хасил булған әтәс һүрәтен күреп, ғәжәп ҡыла. Атаһының: "Һүрәтте бына ошолай эшләйҙәр!" - тигән һүҙҙәре бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә яңғырап киткәндәй. Кем белә, уҡыу эләккән булһа, Риза ағай ҙа, бәлки, билдәле рәссам булып китер ине. Хәйер, халҡыбыҙ - бөйөк ижадсы ул, һәр башҡорттоң күңел түрендә үҙе генә белгән хазина - бол яталыр, ләкин ул уны шарран-яра тышҡа сығарырға, башҡаларға белдерергә ашыҡмай. Эске хазина башҡортомдоң тышҡы тәбиғәтендә шулай ҙа барыбер һынлана, уның әҙәпле, кешелекле ғәмәлдәрендә күренә. Юҡҡа ғынамы ни, кеше психологияһы белгесе, һынсыл Толстой башҡорттарға эйәләгән, улар менән дуҫлыҡты юғары баһалаған.
...Арҡауыл урта мәктәбен тамамлап, медицина институты студенты булып киткәс тә әле йәш егет күңел түрендәге мая - һүрәт төшөрөү һәләтен ғәмәлгә ашырыу теләге менән янмай. Дөрөҫ, мәктәптә лә, институтта ла уның рәсем төшөрөргә оҫталығын күреп, стена газетаһы сығарыуға, башҡа төрлө яҙыу-һыҙыу эштәренә йәлеп итәләр. Ҡарышмай егет, ҡулы белгән шөғөлдө "һә" тигәнсе башҡарып та ҡуя. Хәҙер, үҙе әйтмешләй, ғүмер буйы ул ана шулай күңел биреп атҡара хеҙмәт бурысын. "Беҙ, ауыл балалары, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, уны еренә еткереп башҡарырға күнеккәнбеҙ, был беҙҙең ҡанға һеңгән", - ти Мөнир Риза улы. Асылындағы даланы институт тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайтҡас та үҙен әлегә әллә ни һиҙҙермәй. Хәйер, баштан-аяҡ эшкә сума йәш белгес, үҙен башҡа берәй шөғөлгә бүлгеләргә ваҡыты ла ҡалмаған булғандыр. Тәүҙә район санэпидстанцияһында табип булып эшләй башлай. Уның ойоштороу һәләтен тиҙ күрәләр һәм район Советы секретары, аҙаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, район депутаты итеп һайлайҙар. Хатта Һаҡлыҡ банкының район бүлексәһе идарасыһы булып та эшләргә өлгөрә. 1995 йылда өмөтлө йәш кадрҙы Өфөгә саҡыралар. Бында ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ойоштороу бүлеге белгесе, ике-өс йылдан БР Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный урынбаҫары булып, хаҡлы ялға киткәнсе эшләй.
- 55 йәштә тыуған көнөмә балаларым буяу-бумала йыйылмаһы, рамланған бер нисә киндер полотно бүләк иткәйнеләр, һүрәт төшөрөүгә ныҡлап тотоноуым шунан башланды ла инде, - тип һөйләй Мөнир Риза улы. - Әле хаҡлы ялда башкөлләй ижадҡа бирелеү өсөн форсат тыуҙы ла һымаҡ, ләкин миңә һаман ваҡыт етмәй, сөнки спортты ла ташлағы килмәй: волейбол, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнәм, ҡыш саңғыла йөрөйөм...
Әйткәндәй, етенсе тиҫтәне ҡыуыуына ҡарамаҫтан, әңгәмәсебеҙ һаман да йәштәрсә төҙ, еңел кәүҙәле, теремек ир азаматы. Күренеп тора: спорт күнекмәләре лә, ижад шөғөлө лә көс-ҡеүәт бирәлер уға. Хәйер, ижад итеү өсөн генә түгел, тәбиғи баҫалҡылығы менән әйтеп еткермәһә лә, һөйөклө ҡатыны Флорида ханым өсөн дә уның сәләмәт, позитив, көслө булыуы бик кәрәк. Ни өсөн тигәндә, 20 йылдан ашыу инде хәҙер Мөнир Риза улы аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булып, түшәктә ятҡан ҡатынының эргәһенән китмәй тәрбиәләй, бала ҡараған кеүек эскерһеҙ хәстәрлекләй. Ирле-ҡатынлы Әбүбәкировтарҙы бер-бер береһенә тоғролоҡло пар аҡҡоштар миҫалына хас легендаға тиңләге килә, ләкин яңғырауыҡлы һүҙҙәр улар өсөн түгеллеген дә аңлайым: көндәлек ҡаһарманлыҡ улар өсөн күптән ҡабул ителгән, күнегелгән тәбиғи күңел торошо. "Мөниргә рәхмәтлемен ғүмерем буйына. Хоҙай Тәғәлә ҡәҙерлемә артабан да көс-ҡеүәт өҫтәп, йәне-тәненә сәләмәтлек биреп торһон инде, тип теләйем. Ул - минең донъям, өмөтөм, ҡулдарым, аяҡтарым. Бындай кешеләр һирәк, улар алтынға бәрәбәр", - ти Флорида ханым.
Әбүбәкировтарҙың пар ҡанаттары булып үҫеп еткән ҡыҙҙары Элиза менән Алиса икеһе лә матур ғаилә ҡороп, ата-әсәләренә Мансур, Сәйет, Иҙрис, Кәрим, Әмир исемле тәүфиҡлы ейәндәр бүләк иткәндәр. "Кейәүҙәребеҙҙән дә уңдыҡ, - тип ҡыуана ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе. - Эсмәй-тартмайҙар, бына тигән эшмәкәр, булдыҡлы балалар. Элизалар ғаиләһе әле - Дубайҙа, Алисалар Төркиәлә контракт буйынса эшләйҙәр..."
Эйе, бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ, тимәк, күп йылдар күңелдә һаҡлап йөрөтөлгән хазинаны тышҡа сығарырға, киндергә төшөрөргә форсат тыуған күптән. Шулай итеп, өлгөрөп еткән күңел ихтыяжы үҙ емештәрен бер-бер артлы бирә башлай: камил теүәллектәге, профессиональ кимәлдәге картиналар ижад ителә. Тәүҙә үҙе өсөн эшләһә, тора-бара бик күп һүрәттәрен туғандары, дуҫтарына бүләк итә. Һәр бер полотно һайын оҫталыҡ та арта бара. "Күңелдә һәр ваҡыт буяуҙар менән киндергә төшөрөрлөк әйтер һүҙ, ихтыяж була", - ти рәссам. Пейзаж оҫтаһы булараҡ, уның әйтер һүҙе иһә, әлбиттә, тыуған еренә, күпте күргән Йүрүҙәненә, Ҡаратау һырттарына, ҡасандыр атаһы ҡара тирен һыпырып иген иккән баҫыу-ҡырҙарына, әсәһе менән бесән сапҡан сәскәле туғай-аҡландарына, тыуып-үҫкән ата йортона һөйөү һүҙе, уларҙы һағыныу тойғоһо.
- Һүрәт төшөрөү техникаһына, буяуҙар гаммаһын һайларға үҙаллы өйрәндем. Ә өйрәнер өсөн ҡат-ҡат эшләргә, төҙәтергә, ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе хатта юҡ итергә лә тура килде. Живопись серҙәренә төшөнөргә интернет та ҙур мөмкинлектәр асты, - тип һөйләй рәссам. - Үҙем яратҡан оҫталарҙың меңәрләгән картиналарын ҡабат-ҡабат ҡарап сығырға, анализларға тура килде...
Шуныһы ғәжәп: Мөнир Әбүбәкиров үҙ картиналарын күбеһенсә натуранан түгел, яттан, күңел һәм күҙ хәтеренән, бала саҡ иҫтәлектәренән сығып төшөрә. Мәҫәлән, "Ҡаратау урмандары" серияһынан пейзаждар, "Ҡаратауҙа яҙ", "Ҡылған", "Бейек үләндәр", "Ҡышҡы миләш", "Йүрүҙән буйында", "Күк әрем", "Көҙ", "Көнбағыштар", "Баҫыуҙа", "Алмағастар сәскәлә", "Ҡурай менән натюрморт", "Тыуған йорт" һәм башҡа картиналары ана шундай үҙенсәлекле ысул менән ижад ителгән. Был әҫәрҙәрҙә, әйтерһең дә, тыуған яҡ моңдары сыңлай, сәскәләр, яңы сабылған бесән еҫе аңҡый, күпте күргән Йүрүҙәндең тын ағышы ишетелгәндәй...
Рәссамдың ижад өлгөләре уның сәнғәтте баһалай белеүсе яҡташтары булышлығында тыуған Арҡауылында күргәҙмәгә ҡуйыла, "Башҡортостандың беҙ яратҡан рәссамдары" конкурс-проектында ҡатнашып, 2 меңдән ашыу картиналары ҡуйылған 108 рәссам араһында еңеүсе булып сыҡҡан алтау иҫәбендә Мөнир Риза улы иң күп тауыш йыйыуға өлгәшә. Онлайн форматта үткән был проектты миллиондан ашыу кеше ҡарай. Әлеге ваҡытта Мөнир Әбүбәкиров баш ҡалабыҙ Өфөлә шәхси күргәҙмәһен үткәреү мөмкинлеген эҙләй, ләкин беҙҙә һәүәҫкәрҙәргә юл ярыуы бик ҡыйын, күргәҙмә залдары һәм бөтөн иғтибар профессионалдар өсөн генә эшләй. Һәүәҫкәр ижадтың башҡа төрҙәре, әйтәйек, фольклор коллективтары, вокал һәм бейеү төркөмдәренә үҙ таланттарын күрһәтеү, оҫталыҡтарын камиллаштырыу өсөн тәғәйен ниндәй ҙә булһа майҙансыҡтар, мәҙәниәт һарайҙары, телепроекттар бар, ә бына һәүәҫкәр рәссамдар был йәһәттән дәүләт һәм йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр. Баш ҡалала уларҙы берләштергән берәй ижади ойошма төҙөлөп, шәхси күргәҙмәләр ойоштороу хәстәрлеген күреүсе, һәүәҫкәр рәссамдарҙың күргәҙмәләре өсөн зал табырға булышлыҡ итеүсе бағыусылар кәрәк ине. Был Мөнир Әбүбәкировтың ғына түгел, күп һәүәҫкәрҙәрҙең теләге. Тик уны кем ишетер?

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 319

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru