Балаҫ һуғыу - башҡорт халҡының боронғо һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән - һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған был кәсепте атҡарғанда. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы ярҙамында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, кейеҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән.
Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың затлыһы һәм ҡатмарлыһы - аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе булған. Һарыҡ йәки кәзә йөнөн иләп, буяп, билдәле бер орнамент, геометрик фигура менән аҫалап һуғылған балаҫ "аҫалы балаҫ" тип атала. "Аҫа" һүҙенең мәғәнәһе, бер яҡтан, балаҫ һуғыу ысулын аңлата, аҫалап, биҙәк һалып, ептәрҙе асалап-айырып, арҡыры йөн ептәрҙе үткәреп һуғыу менән бәйле кәсепте халыҡта "балаҫ аҫалау, аҫалап һуғыу" тип һөйләйҙәр. "Аҫа" һүҙе балаҫҡа ҡуйылған, йәғни һуғылған орнаментты, биҙәкте лә белдерә. "Биҙәк һалыу" мәғәнәһендә "аҫалау", "барсалау" тигән һүҙҙәр ҡул эше оҫталары телмәрендә йыш осрай. Шундай оҫталарҙың береһе - Сажидә Наил ҡыҙы Муллағолова менән таныштырабыҙ. Ул мәғариф өлкәһенә 39 йыл ғүмерен биргән, "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булған алдынғы ҡарашлы, тынғыһыҙ, гел алға әйҙәүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Әлеге көндә Өфөнөң 159-сы мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә.
Сажидә Наил ҡыҙы Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында 1963 йылдың 1 июнендә 5-се бала булып был матур донъяға ауаз һалған. Ғаиләлә иң кескәй бала булғас, уға наҙҙың да күберәге тейгән, әлбиттә. Атаһы менән әсәһе ғүмер буйы колхозда алдынғылар рәтендә эшләй. Сажидә 8-се кластан һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1984 йылда үҙенең һөйгән егете Дамирға кейәүгә сығып, 3 балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-береһен яратышып, ихтирам итеп оҙаҡ йәшәргә тура килмәй шул йәш ғаиләгә. Ире йөрәк сиренән вафат булып ҡала. Ауыр 90-сы йылдарҙа өс бала менән яңғыҙ ҡалған ҡатындың ата-әсәһе, туғандары һәр саҡ янында була, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итеп тора. Һуңыраҡ ул Мөҙәрис тигән ир менән таныша һәм уға кейәүгә сыға. Уның менән иңгә-иң терәшеп, балаларына ел-дауыл тейҙермәй үҫтерәләр.
Педагогик тәжрибәһен үҙенең тыуған ауылы Ҡотлобулатта башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлап ебәрә, һуңғараҡ Мәләүез ҡалаһының 1-се гимназияһында 13 йыл эшләй. Тынғыһыҙ уҡытыусыны Өфөгә эшкә саҡырып алалар. Бер ерҙә лә үҙен һынатмай Сажидә. "Альфа" мәктәбендә эшләгән сағында хатта Англияға барырға тура килә. Был мәктәп балалары йыл да өсәр аҙнаға ошо илгә тәжрибә тупларға бара. Был юлы мәктәп директоры Галина Николаевна балалар төркөмө менән сит илгә барырға класс етәксеһенә, Сажидә Наил ҡыҙына, тәҡдим яһай. Әлбиттә, инглиз телен белмәгән башҡорт теле уҡытыусыһы башта баҙап ҡала. Был илдә бер нисә мәртәбә булып ҡайтҡан һәм телде лә яҡшы белгән уҡыусылары класс етәкселәрен өгөтләп күндерәләр...
...Сажидә Наил ҡыҙы күптән түгел балаҫ һуғыу һөнәрен үҙләштерә башлаған. Уның ҡартнәнәһе сепрәк балаҫтар һуғыуға бик маһир кеше булған. Шуларҙы ситтән күҙәтеп үҫкән ҡыҙҙың да балаҫ һуғыу теләге тыуған. Әммә бәләкәй булғанлыҡтан, ҡартнәнәһе бәләкәй ҡыҙҙы был станокка яҡын да ебәрмәгән. Ә шулай ҙа был ҡыҙыҡһыныу йылдар үткәс тә үҙенекен итә: бынан алты йыл элек ул интернеттан беренсе өҫтәл станогын яҙҙыртып алып, эшкә тотона. Былай ҙа тынғы белмәгән ханым, төн йоҡоларынан яҙып, интернеттан сыҡмай. Барыбер яйлап был эшкә өйрәнеп китә. Әлеге ваҡытта элек балаҫ һуғыу оҫтаһы булған өлкәнәйгән ҡәйнәһенең аҡыллы кәңәштәре менән эш итә. Ҡәйнәһе өйрәнсек килененән бер ни ҙә йәлләмәй. Эшен дауам итеүсеһенә ҡылыстарын, көрөләрен бүләк иткән дә инде. Йөндө буярға элекке буяуҙарын да биргән. Епте нисек көрөнән үткәрергә лә Сажидә ханым ҡәйнәһенән өйрәнгән.
Сажидә быйыл тулаға туҡыма һуҡҡан. Заказға башҡорт шәле лә һуғып биргән. Бындай эштәргә тотоноу өсөн, әлбиттә, интернет ярҙамы ғына етмәй. Был ваҡытта бәләкәйҙән әсәһенең балаҫ һуҡҡанын күреп үҫкән тормош иптәше Мөҙәрис һәм әхирәте Гүзәл Мостафина уға ярҙамға килә. Бергәләп станокка еп тә үткәрәләр, төрлө техникалар ҙа өйрәнәләр. Сажида Наил ҡыҙының ҡыҙҙары ла әсәйҙәренең һуҡҡан балаҫтарына битараф түгел, тик әлегә станок артына ултырырға ваҡыттары юҡ, белем алыу юлындалар. Нисек кенә булмаһын, был һөнәр уларҙың ғаиләһендә юғалмаҫ, тип ышана Сажидә Наил ҡыҙы.
Фирҙәүсә ҒӘЗИЗОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА