Бынан алдағы аҙна ла Башҡортостан һәм башҡорт йәмәғәтселеге өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың береһе - башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса уҙғарылған фәнни сессия. Уның эшендә Рәсәй, Башҡортостан һәм Польша, Беларусь республикалары ғалимдары ҡатнашты. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы Игорь Кызласовты Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар советы түңәрәк ҡорға саҡырып, үҙҙәрен генә түгел, халыҡты, бигерәк тә башҡорттарҙы борсоған һорауҙарға яуаптар алды. Төп ҡыҙыҡһыныу, әлбиттә, боронғо Өфөнөң йәшен билдәләү тураһындағы мәсьәләгә ҡайтып ҡалды.
Башҡорт йәмәғәтселеген бөгөн тәү сиратта Өфө-II тип атап йөрөтөлгән боронғо ҡаласыҡтың аныҡ датаһын билдәләүҙе кисектерә килеү борсой. Ә инде был һорау үҙ артынан башҡаларын да тыуҙыра. Ғөмүмән, Өфө ҡалаһының нигеҙләнеүенә 450 йыл ғынамы, әллә уның тарихы тәрәндәрәкме?
- Был һорау элек тә күтәрелә килде, хәҙер ҙә күтәрелә һәм ҡаласыҡтың боронғолоғо, бер нисә быуат йәшәүе Өфө ҡалаһының тарихы менән бәйлеме, түгелме икәнлеге барыһын да ҡыҙыҡһындыра. Беләһегеҙме, бында бер ҡаршылыҡ бар: Өфө - ул ҡаланың хәҙерге атамаһы, ул документтарҙа һаҡланған, тәүҙә ҡәлғә булған, һуңынан ҡала барлыҡҡа килгән. Ә археологтар тапҡан ҡаласыҡ нисек аталған, уны шул осорҙа йәшәгәндәр нисек атап йөрөткән - беҙ быны белмәйбеҙ, сөнки ул йылъяҙмаларҙа юҡ. Йәғни ҡаласыҡ табылған, хәҙерге ҡаланың атамаһы шартлы рәүештә уға күсерелгән һәм Өфө-II тип атала башлаған. Әммә, уйлап ҡараһаҡ, хәҙерге ҡаланың тирә-яғында ете боронғо ҡаласыҡ бар бит! Өфө-II - ул техник атама, ул документтарҙа рәсми рәүештә шулай аталырға мөмкин, әммә музей булдырабыҙ тиһәк, уның археологтар өсөн генә бирелгән техник атамаһын алға сығарыу кәрәкмәҫ.
Ғөмүмән, боронғо Өфө ҡасан барлыҡҡа килгән?
- Ҡаласыҡтың беҙҙең эраның IV быуатында барлыҡҡа килеүе археологтар тарафынан раҫланған һәм уның бер үҙенсәлеген күҙ алдына килтерегеҙ: был бөйөк һәм бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ һәйкәл урынында IV быуаттан алып XIV-XV быуатҡа тиклем ҡала тибындағы биләмә булған. Ҡаласыҡ атамаһы ла ул археологик һүҙ, ҡаласыҡ ҡала түгел, шуға күрә Өфө-II ҡалаһын башҡа төрлө атама менән яҙыу (ҡаласыҡ, биләмә) - минең өсөн һәйкәлдең статусын түбәнәйтеү ул.
Эйе, хәҙерге Өфө ҡалаһына 450 йыл. Ул ошо атама менән теркәлгән. Ә уға тиклем 1150 йыл элек бында ҡала үҙәге икенсе булған, сөнки рустар буш урында ҡәлғә төҙөмәгән. Мин острогтар темаһы менән шөғөлләнәм һәм рустарҙың ҡалаларҙы элек яһаҡ түләгән урындарҙа төҙөүен беләм. Ул ғына ла түгел, Себерҙең беренсе административ бүленеше алда булған дәүләттең административ бүленешен ҡабатлай. Шуға ла Өфө ошо урында булған ҡала һәм административ үҙәктәрҙең законлы дауамы булып тора. Башҡорттарҙы күсмә һәм ҡырағай халыҡ тип һөйләүҙән туҡтаһындар өсөн беҙҙә шундай козырь - боронғо ҡала мәҙәниәте бар! Йылъяҙмаларҙа башҡорттар X быуаттан иҫкә алына һәм улар кәм тигәндә һуңғы мең йыллыҡта ошо мәҙәниәттең вариҫы булып тора. Эш нимәлә, аңлайһығыҙмы - X быуатҡа тиклем власть системаһы икенсе була, ә X быуаттан һуң ул милли башҡорт власть системаһына әйләнә.
Нияз Абдулхаҡ улы Өфөнөң 4 метрлыҡ мәҙәни ҡатламы менән ғорурлана ине...
- Эйе, Өфөнөң 4 метрлыҡ мәҙәни ҡатламы уҡ һәйкәлдең оҙаҡ ваҡыт һәм уның әүҙем тормош менән йәшәүен раҫлап тора. Ошо 4 метр 1-2 сантиметр тәшкил иткән йоҡа горизонталь ҡатламдар менән бүленгән. Ә был 1-2 сантиметр ҡатламдар нимә аңлата? Археологик күҙлектән ҡарағанда, беҙ улар аша билдәле бер быуаттың йыл миҙгелдәрен күрәбеҙ. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: беҙҙә ҡаҙыныу эштәре барышында миҙгелдәрҙе билдәләп булған һәйкәл башҡаса юҡ. Был йоҡа ҡатламдар балсыҡ-эзбиз ҡушылмаһын тәшкил итә һәм уларҙың йышлығы ер өҫтөндә балсыҡ йорттар тороуын, уларҙың тыш яҡтан эзбиз менән аҡланған булыу ихтималлығын күрһәтә. Ямғырлы миҙгелдәрҙә был ҡатлам һәм һыланған балсыҡ йыуыла, шулай итеп йоҡа пласт барлыҡҡа килә. Һәм был процедура даими ҡабатлана: кешеләр йорттарҙы тыштан һылай һәм аҡлай, ямғыр уларҙы ҡабаттан йыуып төшөрә.
Төрлө ҡалынлыҡтағы балсыҡ ҡатламдарын күреп, Нияз Абдулхаҡ улы мине саҡырҙы, сөнки был йүнәлеш буйынса Себерҙә тәүҙә атайым, һуңынан мин шөғөлләндем. Тәүҙә миңә лә бындағы материал кирбес булып күренде, әммә улай булмай сыҡты һәм шундай уҡ ҡаҙыныу эштәренең методикаһы үҙгәртелде, сөнки бындай ҡаланы көрәк тәрәнлегендә, ғөмүмән, көрәк менән ҡаҙырға ярамай, ә ҡатламдарҙы бысаҡ менән айырырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына ваҡыт ҡылыҡһырламаһын таба алабыҙ.
Өфө-II ҡалаһын ҡаҙығанда был биләмәнең нисек үҙләштерелгәнен, ундағы тормош циклын күреү - уникаль күренеш. Рәсәйҙә генә түгел, хатта Көнсығыш Европала башҡаса бындай һәйкәл юҡ һәм уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡламаһаҡ, башҡа булмаясаҡ та! Мәскәү ҡалаһына 800 йыл, әммә 800 йыл 1600 йыл түгел! Ҡаҙанға 1000 йыл тип билдәләнеләр, әммә уларҙың 4 метрлы археологик ҡатламы ҡайҙа? Юҡ! Бөйөк Новгород яҡшы тикшерелгән, унда 14 ҡатлам ағас менән түшәлгән урамдар бар, әммә уларҙа 1-2 сантиметр тәшкил иткән йоҡаҡ ҡатлам юҡ! Шуға күрә мин Башҡортостан өсөн был боронғо ҡаланы ата-олатайҙарҙан ҡалған бүләк, ҙур бәхет тип иҫәпләйем. Рәсәйҙәге башҡа бер генә ҡала ла бындай бай тарихлы, археологик-тарихи мәғрифәтселеккә эйә бүләк тураһында хыяллана ла алмай.
Ә шулай ҙа, ҡаламы, әллә ҡәлғәме боронғо Өфө?
- Рәсәй археологияһы легендаһы булған билдәле Отто Бадер мәктәбен тамамлаған Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов был тарихи һәйкәл тураһында уҙған быуаттың 50-се йылдары башында уҡ белгән, әммә ғүмеренең һуңғы йылдарында ғына уны һаҡлауға ҙур көс һала алды. Ни өсөн был эште алдан уҡ, хәбәрҙар булыу менән үк башламаған, сөнки һәйкәлгә бер кем дә теймәгән, уға юғалыу хәүефе янамаған. Был территорияла төҙөлөш башланып, уға бульдозерҙар инеү менән, үҙенең дәлилдәре менән ул ундағы эштәрҙе туҡтатыуға өлгәште. Тағы бер мәлгә иғтибар итер инем: Башҡорт дәүләт университеты бында ҡаҙыныу эштәрен декабрҙә башланы, сөнки төҙөлөш уларҙы ҡырға сығырға мәжбүр итте. Шундай шарттарҙа ла улар ҙур табышҡа юлыға - алтын эшкәртеү оҫтаханаһын таба! Хәҙер әйтегеҙ инде - айырым, һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән ҡиммәтле металдарҙы эшкәртеү ауылса ҡарашмы?
Бында шулай уҡ ҡара металлургия, бронза ҡойоу, һөйәк, көршәк эшләү һ.б. табыла. Ҡала диуары артындағы ҡала зыяраты? Унда ерләнеүселәр беҙҙең эраға тиклем IV-V быуаттағы Византия әйберҙәре менән ерләнгән. Табылған артефакттар хәҙер музейҙа һаҡлана. Был кешеләрҙең нисек вафат булғанын белә алмайбыҙ, әммә улар иртә Византия әйберҙәрен ҡулланған. Уларҙы бында кемдер килтергән икән, тимәк, ҡулланыусыһы ла булған. Әммә факт - ул бер нәмә, уға аңлатма табыу - икенсе, сөнки был турала беҙ бер ҡайҙан да уҡый алмайбыҙ. Шөкөр, археология йылъяҙмаларҙы төҙәтә, өҫтәмәләр индерә, хатта инҡар итергә мөмкин. Әгәр археологик материалдар йылъяҙмаға ҡаршы килә икән, ул ваҡытта нишләргә? Әлбиттә, йылъяҙманы үҙгәртергә. Археологияның мөһим үҙенсәлеге лә шунда: ул йылъяҙмаларҙа булмаған йәки хаталы булған тарихты табып бирә.
Эйе, был ҡала йылъяҙмаларҙа юҡ. Әммә ул билдәле булған, һәм ҡайҙа теркәлгәнен ҡасандыр кемдер өйрәнә башлар. Был мәсьәлә - ҙур проблема. Һәм һорауҙар быуаттарҙан-быуаттарға һуҙыла.
Ә йоҡа ҡатламдар менән эшләй башлағас, нимә таптыҡ? Урамдар араһындағы юлдарға ағас түшәлгән. Ни өсөн урамдар барлыҡҡа килә, сөнки йорттар ер өҫтөндә, берәү ҙә бысраҡтан йөрөгөһө килмәй, шулай итеп кварталдар, ҡала цивилизацияһы барлыҡҡа килә. Ҡәлғә түгел, ә тап ҡала! Бәлки, артабан ҡаҙыныу эштәре алып барһаҡ, һыу каналдарын да, йорттарҙың ҡоймаларын да, башҡаларҙы ла табырбыҙ, әммә әлегә туҡтап торорға һәм йыйылған материалды өйрәнергә кәрәк.
Ни өсөн ҡаҙыныу эштәрен туҡтатырға кәрәк?
- Тотош ҡаҙыһаҡ, беҙ был һәйкәлде юҡҡа сығарабыҙ. Миңә элегерәк Шүлгәнташҡа палеолитты өйрәнеүсе ғалимдарҙың килеүе, беренсе ҡатты ҡарап, ҡайһы бер оло йәштәгеләре икенсе ҡатҡа күтәрелә алмауы тураһында һөйләгәйнеләр. Кем менә алмаған, улар хатта икенсе ҡатҡа илткән баҫҡыс эргәһендә тороп илаған, сөнки билдәле мәмерйәне күрергә теләге шул тиклем көслө булған, әммә оло йәштә булғас, вертикаль баҫҡыстан күтәрелеү мөмкинлеге булмаған. Әгәр беҙ ҡаҙыныу эштәрен туҡтатмаһаҡ, Урта быуат ҡала археологияһы буйынса теләһә ниндәй белгес Өфө-II ҡалаһын күрмәһә, тәрән профессиональ яра аласаҡ.
Боронғо Өфөлә кемдәр йәшәгән?
- Ул ваҡытта бында бахмутин мәҙәниәтенә ҡараған төп халыҡ, урындағы аборигендар һ.б. йәшәгән. Урында эшләнгән көршәктәр ҙә быны раҫлай. Был - бер. Икенсенән, беҙ улар ер өҫтөндә төҙөлгән йорттарҙа йәшәгәнлеген белә инекме? Ғәҙәттә, Башҡортостандың символы итеп тирмәне күрһәтәләр. Ә ағас йорттар ҡайҙа? Башҡорт халҡының этнографияһы буйынса теләһә ниндәй этнографик эштә мин тирмәгә ҡарағанда ағас йорттар тураһында күберәк мәғлүмәт табам. Әлбиттә, мал көткәндә тирмәләр ҡулланылған. Ә ҡышын? Өфө-II эргәһендә Имәнҡаланы иҫкә алабыҙ. Ә Өфө-II-нең стеналары нимәнән? Ул - балсыҡтан. Уны төҙөүселәр ағас ҡырҡа белмәгәнме, әллә төҙөлөш өсөн тирә-яҡта имәндәр бөткәнме? Юҡ, был ҡала-ҡәлғәне ҡайҙалыр уҡып ҡайтҡан архитектор-фортификатор төҙөгән. Стенаһы балсыҡтан, башняһыҙ, зигзаг рәүешендә, йәғни бында кешеләр нығытма төҙөгән, ә өсмөйөш эсенән ике яҡ асыҡ күренә. Ағас нығытманан айырмалы - бөтөнләй икенсе төҙөлөш. Был ҡиммәтле һәйкәлдә тәжрибәле йәш археологтарҙы үҫтерергә мөмкин, шул уҡ ваҡытта төрлө ерҙәрҙән коллегаларҙы саҡырырға була - улар килеп, аптырап, ҡарап, өйрәнеп ҡайтасаҡ. Шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге конференция ойоштороу ҙа кәрәк.
Илнур Лоҡманов, "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы директоры: Музей проектының тәүге варианты ҡаласыҡ территорияһының яртыһын тиерлек алып тора ине, хәҙер унан баш тарттыҡ. 2018 йылда РФ Президентының Рәсәйҙә археологик материалдарҙы махсус һаҡлау урындары төҙөү буйынса ҡарары сыҡты, 2019 йылда Башҡортостан Башлығының депозитарий төҙөү буйынса Указы булды. Былтыр РФ Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса советында Рәсәйҙә биш депозитарий төҙөү тураһында белдерелде һәм төбәктәрҙән тәҡдимдәр йыйылды. Беҙ республика исеменән үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе ебәрҙек. Быйыл ҡаласыҡ территорияһының ҡаҙылған һәм төҙөлөш һөҙөмтәһендә емерелгән урынында тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрҙек һәм унда археологик мираҫ объекттарының булмауын асыҡланыҡ. Тап ошо урында депозитарий буласаҡ, уның ҡыйығында прогулка зонаһы урынлашасаҡ.
Төҙөлөш өсөн территория Өфө-II ҡаласығы объектын һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн булдырылған "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығына тапшырылған. Депозитарий артефакттарҙы һаҡлау урыны булараҡ түгел, ә экспозициялары булған музей комплексы итеп төҙөләсәк. Шулай уҡ мәҙәни ҡатламды күрһәтеү өсөн быяла стена формаһында археологик тәҙрә булдырыу күҙаллана. Музей комплексының майҙаны, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы билдәләүенә ярашлы, 3 мең квадрат метр, 2 йәки 3 ҡаттан торасаҡ.
- Ҡаршы яҡты ла үҙ территорияғыҙға индереүҙе һәм йорттарҙы алғанда, соҡорҙарҙы күмгәндә уларҙы тикшереүҙе проектҡа керетеүегеҙҙе һорайым. Беҙгә һуң ҡатламдар етмәй. Геосъемка үткәреп, иң бейек нөктәләрҙе билдәләргә һәм уларҙы ентекле өйрәнергә кәрәк, сөнки уларҙа 14-15-се быуат һаҡланыуы ихтимал. Сөнки тәңкәләр бар, ә мәҙәни ҡатлам юҡ. Иң мөһиме, территорияның икенсе яртыһын, соҡорҙо һәм диуарҙарҙың ҡалдығын да үҙегеҙгә алырға кәрәк - территория ла ҙурая, Пушкин урамы инеү урыны була, ә иң мөһиме - төҙөлөштән алда уларҙы тикшерергә кәрәк.
Кремлдә ҡаҙыныу урынын нығытып, күргәҙмә итеп эшләп ҡуйҙылар. Бында ике юл бар: беренсеһе, урындағы белгестәрҙе ошо техникаға өйрәтергә, уларҙы ҡала тибындағы боронғо һәйкәлдәрҙе реставрациялау һәм нығытыу курстарына ебәрергә; икенсеһе - ошо ысулды эшләгән Археология институтына мөрәжәғәт итергә. Әҙер ысул бар икән, ҡабаттан велосипед уйлап табыу кәрәкмәй. Шулай уҡ геологтарҙың карьерҙарҙың ҡомло бортын нығытыу тәжрибәһе бар. Әгәр ҡаласыҡты һаҡламаһаҡ, һуңынан, ә Боронғо Өфө-II ҡала һәйкәле ҡайҙа, тип һораһалар, нимә тип яуап бирербеҙ? Һыҙмаларҙы күрһәтергә була, әммә уларҙы үҙегеҙ эшләгәнһегеҙ, уйҙырма, тиеүҙәре лә ихтимал.
Боронғо ҡала соҡорона килгәндә, ул хәҙер сүп-сар соҡорона әйләнгән, әммә унда тәбиғи мәҙәни ҡатлам ағып төшкән. Беҙ уны ла өйрәнергә тейеш. Йәғни ул да баһалап бөткөһөҙ сығанаҡ. Тупраҡты өйрәнеүселәр, геофизиктар, биологтар үҙҙәренең йүнәлеше буйынса тикшеренеүҙәр үткәреп, йылдар буйынса булмаһа ла, тиҫтә йылдар буйынса шул осорҙағы климатты билдәләй ала. Бында тотош университет үҙәгенең иғтибарын тупларға мөмкин
Табылған артефакттар буйынса аныҡ датаны билдәләп булмаймы?
- Яҡшы шарттарҙа быуатын билдәләргә мөмкин. Әммә аныҡ датаны түгел. Археологик материалдар бит процесты күрһәтә: ҡасан башлана, ҡасан тамамлана. Ә уны баҫҡыстар буйлап һалып сығыу ауыр, уның ҡарауы, фәнни датировканы ҡуллана алабыҙ. Мәҫәлән, һөйәк таптыҡ икән, радиоуглерод анализына тапшырҙыҡ һәм датаны асыҡлайбыҙ. Әммә бының менән генә эш бөтәме? Алтын онтағы буйынса дата, дендрохронология буйынса дата... Шуныһы бәхәсһеҙ - Башҡортостанда боронғо ҡала мәҙәниәтенең (урбанизация) барлыҡҡа килеүенә 1600 йыл.
Рәсәй Президентының Өфө ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеү тураһында Указы бар һәм беҙ уны үҙгәртә алмайбыҙ, бәлки, ҡала мәҙәниәте барлыҡҡа килеүҙең 1600 йыллығын ошо ваҡиғаға бәйләргә кәрәктер?
- Минән һораһалар, мин 450 йыллыҡ сиктәрендә айырым секция итеп йәки айырым конференция итеп, ҡала мәҙәниәте барлыҡҡа килеүҙең 1600 йыллығын үткәрер инем. Өфө ҡалаһының 1600 йыллығын түгел, тап ҡала мәҙәниәте барлыҡҡа килеүҙең.
Һәм тағы шундай тәҡдим индерер инем: музей комплексының йәки музей-ҡурсаулыҡ комплексының атамаһы буйынса фекер алышҡанда, мин уға башта яңғыҙы ғына ҡаһармандарса көрәшкән, һуңынан оҙаҡ йылдар административ һәм башҡа ҡаршылыҡтарҙы үткән Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исеме бирелеүен һәм экспозицияның уның портреты, тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһындағы витриналарҙан башланыуын теләр инем. Кешегә археологик материалды аңлауы ауыр, ә уларҙы музейға ылыҡтырыу кәрәк. Нияз Абдулхаҡ улының йылмайып торған һүрәте уларҙы үҙе үк саҡырып торасаҡ.
Шулай итеп, тарих фәндәре докторы Игорь Кызласов ҡатнашлығындағы һөйләшеүҙән сығып һәм уның фекерҙәрен иҫәпкә алып, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын ойоштороу һәм үткәреү буйынса саралар планына түбәндәге тәҡдимдәрен еткерҙе:
- "Боронғо Өфө" музей комплексын төҙөүҙе тиҙләтергә;
- юбилей саралары сиктәрендә "Боронғо Өфө" ҡала мәҙәниәте биләмәһенең барлыҡҡа килеү тарихы буйынса фәнни секция ойошторорға һәм үткәрергә;
- Мәжитов уҡыуҙарын һәм "Боронғо Өфө" ҡала мәҙәниәте биләмәһенең барлыҡҡа килеү тарихы буйынса халыҡ-ара конференция үткәрергә. Шулай уҡ башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ға арналған архитектура ансамбле булдырыу, милли музыка ҡоралы ҡурайға, Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларға һәм суверенитетҡа нигеҙ һалыусыларға стела ҡуйыу тәҡдиме лә бер тауыштан хупланды.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Профессор Игорь Кызласовтың башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса уҙғарылған фәнни сессиялағы "Башҡорт геральдикаһы тамырҙары: иртә Урта быуат дәүләттәренең аҡһөйәктәр тамғаһы" тип аталған сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды. Уны ла уҡыусы иғтибарына тәҡдим итәйек:
- 1904 йылда сығышы менән Ырымбурҙан булған ғалим Дмитрий Соколовтың кешеләрҙең үҙҙәренең ниндәй йәмғиәткә ҡарағанын тамғалар менән күрһәткән китабы донъя күрә. Ул символдарҙың быуындар буйынса үҙгәреүен күҙәтә һәм уларҙың ырыу йәки ҡәбилә, хатта хәҙерге ваҡытта аталғанса, ғаилә тамғаһы ғына булмауын күрһәтә. Төп тамғаға һәр быуын нимәлер өҫтәй бара һәм был Себер, Көньяҡ Алтай материалдарында сағылыш таба. Бындай күренеште Монголиянан алып, Беларусь, Польшаға тиклем күрергә мөмкин.
Саян-Алтай тауҙары төрки телле халыҡтар иртә барлыҡҡа килгән берҙән-бер урын, быны тарихсылар ҙа, археология материалдары ла раҫлай. Беҙҙең эраға тиклем II быуат материалдарын ҡарағанда, яңынан-яңы мәҙәниәттәр өҫтәлһә лә, артабан урындағы мәҙәниәт быуаттар буйы үҙгәреш кисермәй һәм ошонан алып тамғаларҙың нисек үҙгәреүен күҙәтергә була. Ошондай мөмкинлекте файҙаланмау гонаһ булыр ине.
Таштых мәҙәниәтенә ҡараған һәм ҡаяла төшөрөлгән тамғаланған һүрәттә аттың янбашында ла, ҡулында ла тамға бар. Һәм улар бер-береһенән айырыла. Быуаттар буйы төрлө тамғаларҙың үҙгәреүен күҙәтеү шундай һығымта яһарға мөмкинлек бирә: береһе - янбаштағыһы, шәхси хужаны аңлатһа, ҡулындағы тамға хужаның хужаһы икәнен күрһәтә. Шулай уҡ бөркөт тамғаһы быуындан-быуынға күсеп, уның ҡойроғо ғына үҙгәрә бара. Шундай уҡ тамғалар Алтын Урҙа осорондағы алтын һауыттарҙа ла табыла һәм улар аҡһөйәктәр затына ҡарауҙы белдерә. Тағы ла ҡәбер ташы ҡуйып, унда мәрхүмдең ниндәй ырыуға ҡарағанын белдергән тамға төшөрөлөүе лә йыш осрай.
Соколовтың хеҙмәте сыҡҡанға тиклем минең атайым, Леонид Романович, бындай тамғаларҙы ҡәбер таштарынан йыя һәм уларҙың нисек итеп үҙгәргәненә иғтибар итә. Рюриктар нәҫеленең геральдикаһына иғтибар итһәк, уларҙа өс сатлы һәнәк (трезубец) булыуын күрербеҙ, бөгөн ул Украина гербы. Йәғни Рюриктар үҙенә геральдиканы алда килгән төрки дәүләтенән алған. Польша гербтарында ла тамға графикаһы сағылыш таба. Бындай аҡһөйәктәрҙең тамға традицияһы Себерҙә һәм Монголияла барлыҡ дәүләттәрҙә лә йәшәй һәм улар беҙҙең эра башында барлыҡҡа килә. Бынан ниндәй һығымта яһарға мөмкин: башҡорттарҙың беҙгә 1904 йылда Соколовтың китабы буйынса билдәле булған һәм өйрәнелгән тамғалары иртә төрки дәүләттәренең аҡһөйәктәре һәм хакимлыҡ итеүсе династиялары символикаһына барып тоташа.
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА