Һәр ҡайһыбыҙҙың мөғжизәле бала саҡ хәтирәләре уның исеме менән бәйле. "Ағиҙел" журналының сираттағы һаны килеүгә ғаилә ағзаларының иң йылғыры, иң өлгөрө йәһәт кенә баҫманы ҡулына эләктерә һалып, башҡалар күрмәгән урынға барып йәшенеп, унда баҫылған романды, повесты йә хикәйәне уҡырға тотона. Уҡып бөткәнсе баҫманы ҡулынан ысҡындырмай, үҙенә генә билдәле булған урынға йәшереп һалып ҡуя. Әҫәрҙә барған ваҡиғалар менән танышып сыҡҡандан һуң ғына ул журналды башҡалар таба алырлыҡ урынға һалып ҡуя. Бер нисә минуттан һуң журнал тағы бер нисә көнгә юғалып тора. Мөғжизә көтөү эстафетаһы ошо рәүешле дауам итә. Был саҡта ғаилә ағзаларын журналдың һанынан-һанына баҫылған романға бәйле шундай һорауҙар борсой булыр:
- Һөйгәне Карам артынан алыҫ Германиянан Башҡортостанға аяҡ баҫҡан Зильда-Заһиҙәне бында ниндәй тормош көтә, уны Карамдың туғандары нисек ҡаршы алыр, үҙ итерме?
- Төлкөсура Ахуновтың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Һеңлеһе Миңлегөл яҙмыш һынауҙарын нисек үтер? Ғилман Төлкөсурин башҡорт урмандарын һаҡлап ҡала алырмы?
Эйе, бында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Салауат Юлаев", "Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн", "Халыҡтар дуҫлығы" ордендары кавалеры Ноғман Мусиндың киң билдәле, уҡыусылар тарафынан тәү башлап "Ағиҙел"дә йылы ҡабул ителгән, әле булһын яратып уҡылған "Һайлап алған яҙмыш", "Мәңгелек урман" романдары хаҡында бара.
Быйыл Ноғман Сөләймән улы Мусин 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Урмандарыбыҙға хас имәндәр ныҡлығы, хәтер теүәллеге, фекер үткерлеге, хәҡиҡәт саялығы хас халыҡ яҙыусыһына. Уның бынан 50-60 йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы кисә, бөгөн, әле генә булған һымаҡ һәр бер деталенә тиклем иҫләп һөйләүенә һоҡланмай мөмкин түгел.
Ноғман ағай, нигеҙендә социаль тигеҙлек, намыҫлы хеҙмәт ятҡан ҡоролоштоң емерелеүе һөҙөмтәһендә беҙ күп нәмәне юғалттыҡ. Илебеҙ ҙә саҡ-саҡ емерелмәй ҡалды. Ғүмерегеҙҙең байтаҡ өлөшөн ХХ быуатта үткәргән, бала сағығыҙ һуғыш осорона тап килгән кеше булараҡ, һеҙ был үҙгәрештәрҙе нисек кисерҙегеҙ?
- Илебеҙҙең иң матур дәүерҙәрен юғалттыҡ, уларҙы кире ҡайтарып та булмаҫ инде. Атай-олатайҙарыбыҙ меңәр йылдар буйына туплаған тәжрибәһенә таянып йәшәү юлынан кинәт тайпылдыҡ. Боронғо менән хәҙерге араһында бәйләнеш юғалды. Тормошобоҙҙоң ниндәй генә тармағын алып ҡараһаҡ та, юғалтыуҙарыбыҙ табыштарҙан күберәк. Рәсәй әҙәбиәтендә лә, беҙҙең әҙәбиәттә лә шундай уҡ күренеш күҙгә ташлана. Әҙәбиәттә лә үткән менән хәҙерге араһындағы бәйләнеш юҡҡа сыҡты.
Ошолар хаҡында уйлайым да, 90-сы йылдарҙан һуң ҡулыма ҡәләм ала алмайым. Элеккегә ҡарағанда иркенерәк фекер йөрөтөргә мөмкинлек тыуған хәлдә дә яҙылмай. "Мәңгелек урман"ды яҙғанда ситтән килеп беҙҙең урмандарҙы яулаусылар хаҡында бик һаҡ яҙғайным. Шуға күрә ысынбарлыҡ менән әҙәби фекерләүгә күберәк иғтибар бирҙем. Хәҙер бөтөнләй башҡа ситуация, әммә әҙәбиәт, нисектер, тормоштан айырылды кеүек.
Хәҡиҡәтте әйтеп биреү йәһәтенән, тура һүҙле кеше булараҡ, һеҙгә уның ҡыйын һөҙөмтәләрен дә күп татырға тура килгәндер инде...
- Тура әйткән туғанына ярамаған, тиҙәр. Әммә кемдер берәү хәҡиҡәтте әйтергә тейеш бит инде. Миңә лә күп кенә тапҡырҙар тураһын әйтергә, бының кире һөҙөмтәләрен дә татырға тура килде. Салауат Юлаев премияһына дүрт тапҡыр тәҡдим ителеп, дүртенсеһендә генә ике кешегә бер премияны бүлеп бирергә, тигән ҡарар сығарып ҡуйҙылар. Тапшырған ваҡытта барып йөрөмәнем. Ишембайға юбилейыма ҡайтҡанда тапшырып ҡуйҙылар. Аҡсаһын да күпкә һуңлап алдым.
Тормош хәҡиҡәте менән художестволылыҡ нисбәте хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
- Һәр әҙип тормошто үҙе аңлағанса әҫәренә индерә. Ләкин тормош ысынбарлығы ҡайһылыр яғы менән яҙыусыны ҡалып эсенә индерә, кинәйәгә, образдар системаһына күсерә. Яҙыусының оҫталығы хәҡиҡәтте художестволылыҡ аша уҡыусыға еткереүенә ҡайтып ҡала. Хәҡиҡәтте туранан-тура әйтеп биреү генә әҙиптең оҫталығын аңлатмай.
Һуңғы ваҡытта арабыҙҙан киткән ҡәләмдәштәребеҙҙең үкенесле яҙмыштары, яҙылмаған әҫәрҙәре, баһаланмаған таланттары хаҡында бик йыш уйланам. Ана шундайҙарҙың береһе ине Мәүлит Ямалетдинов. Ул вафат булғас, өс көн буйына йоҡлай алманым. Тәбиғәттән килгән иҫ киткес талантлы, ҙур әҙип ине ул. Төрлө яҡлап асылды, барлыҡ әҫәрҙәрен дә уҡып барҙым. Уны Салауат Юлаев премияһына тәҡдим иткәстәр, комиссияға ла яҙып бирҙем. Гәзиттә лә мәҡәләм баҫылды. Әммә иғтибарға алманылар. Премияға иң лайыҡлыһы ул ине. Тәғәйен баһаһын ала алмай китте Мәүлит. Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар яҙыуы үҙе генә лә ни тора! Үҙе бөгөн үк сәхнәгә сығарырлыҡ сәсән, ҡурайсы һәм йырсы ине. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Әҙәби мөхиткә яҡыныраҡ булайым, тип ғаиләһе менән Өфөгә лә күсеп килде, төрлө урындарҙа эшләне. Ахыр сиктә, тыуған яғына кире ҡайтты.
Арабыҙҙа йөрөүсе яҙыусыларҙың ижадына ла битарафбыҙ. Барый Ноғоманов Силәбе өлкәһендәге Ҡыштым фажиғәһе булған урынға барып ҡайтҡас, унда кешегә оҡшамаған балыҡ башлы балалар тыуыуы хаҡында бынамын тигән ике повесть яҙҙы. Кешелеккә иҫкәртеү-һабаҡ булырлыҡ әҫәрҙәр ине улар. Иғтибар итмәнеләр.
Ғүмерем буйына башҡа яҙыусыларҙың бик күп әҫәрҙәрен уҡырға, уларҙы журналда баҫырлыҡ, китап итеп сығарырлыҡ кимәлгә еткерергә тура килде. Ҡайһы ваҡыт ул әҫәрҙәр үҙеңде лә ижадҡа сәмләндерә. Айырым әҫәрҙәр буйынса яҙыусы менән әңгәмәләшеп ултырыуҙың да үҙ ләззәте бар. Һуңғы йылдарҙа ҙур әҫәрҙәр уҡый алмайым, күҙем ауырта. Шулай ҙа хикәйәләр уҡыштырам. Яңыраҡ Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың "Ойоҡбаштар" тигән хикәйәһен уҡып һоҡландым. Шул тиклем камил әҫәр, теле йырлап тора. Яҙыусы булмаған, ауылда донъя көткәндәр араһында ла матур хикәйә яҙыусылар байтаҡ. Шуларҙы бергә туплап, китап итеп сығарырға ине, тип тә уйлап ҡуям.
Романдар уҡымайым, тиһәм дә, мөрәжәғәт иткәндәренекен уҡырға тырышам. Наил Ғәйетбайҙың "Бабич", Раят Вәлиевтың "Цех" романдарын уҡып, кәңәштәремде биреп, аҙаҡ улар "Ағиҙел"дә донъя күрҙе. Кемдәрҙең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанмын, барыһын да махсус дәфтәремдә теркәй барам. Унда хәҙер 70-ләп авторҙың әҫәрҙәре теркәлде.
Рәшит Солтангәрәевты юҡһынып йәшәйем. Шәп кеше, ысын яҙыусы ине ул. Эсендәге тышында булыуын ғына әйтмәйем, уның менән һөйләшеүе рәхәт, үҙе бер байрам һымаҡ булыр ине. Иҫән сағында уҡ халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡлы ине Рәшит Солтангәрәев. Тик беҙҙә әҙип был исемгә лайыҡлы булыр өсөн мотлаҡ рәүештә иҫән булырға тейеш.
Наил ағай Ғәйетбайҙың романы миңә Бабичтың образын яңыса асыу йәһәтенән оҡшағайны. Юғиһә, беҙ шағирҙы Вәлиди артынан эйәреп йөрөүсе, юлбашсының ауыҙына ҡарап шиғыр яҙыусы, тик сәйәсәт хаҡында ғына ҡайғыртыусы итеп күҙаллай инек. Бабич та бит дәрте ташып торған йәш егет булған, уның да яратылырға, яратырға, хаталанырға хаҡы бар. Ә инде Раяттың "Цех"ына килгәндә, цех романда заводтың, комбинаттың айырым өлөшө генә түгел, унда кешеләр һәм халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр цехы ла. Шулай бит?
- Тап шулай. Унда хатта бигерәк асыҡ һәм киң планда бирелгән мөхәббәт цехы ла бар. Мин ул өлөштәрен Раят туғаныма ҡыҫҡартырға ҡуштым...
Мөхәббәт, тигәндән, Ноғман ағай, үҙегеҙҙең ғүмерлек мөхәббәтегеҙ хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
- Ғүмерлек мөхәббәтем Фәимә инде ул. Беҙ уның менән Маҡар мәктәбендә 9-сы кластан алып бергә уҡыныҡ. Стәрлетамаҡ педагогия институтын бергә тамамланыҡ. Ул саҡта уҡыу йортон тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса эшләү мәжбүри ине. Фәимәне Бөрйәнгә, мине тыуған яғыма ебәрҙеләр. Шул арала мине армияға алдылар, яҙмыш буласаҡ кәләшем менән мине байтаҡ ваҡытҡа айырып торҙо. Һынауҙы икебеҙ ҙә лайыҡлы үттек, өйләнештек, ғүмеребеҙҙең ҡалған өлөшөн баш ҡалабыҙға бәйләнек. Фәрзәнә, Гөлшат исемле ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы.
Ноғман ағай, балта оҫтаһы булараҡ, үҙ ғүмерегеҙҙә барлығы нисә йорт һалдығыҙ?
- Етенсене бөткән йыл ун дүрт йәшемдә тәүге тапҡыр үҙаллы бура бураным. Уға тиклем өлкәндәргә ярҙам итешкәндәрҙе иҫәпкә алмағанда. Оло апайыма ла үҙ ҡулым менән йорт һалып бирҙем. Мин бураған мунса, аласыҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ инде ул. Өфөгә килгәс, үҙемә ике йорт һалдым.
Урман психологияһын яҡшы аңлаған кеше булараҡ, урманға ингәндә үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Нимә генә тимә, урман кешене ышыҡлай, һаҡлай бит инде...
- Үҙ донъяма, йортома барып ингәндәй тоям үҙемде. Донъялыҡтың меңәрләгән ваҡ мәшәҡәттәре шундуҡ онотола, күңелем тыныслыҡ, йәм таба. Урман кешеһенең холҡо ла тәбиғәттең үҙе шикелле тойола миңә. Мин урман кешеһен бер ауыҙ һүҙ әйтмәһә лә, шундуҡ таныйым, ул дала кешеһенән ныҡ айырыла. Урман кешене үҙе тәрбиәләй, үҙенә ҡарата һаҡ булыуыңды талап итә. Урман кешеһе уның эсенә барып ингәндән һуң һис ҡасан булмағанса фекер йөрөтә башлай. Тағы ла шуныһы: насар уй менән урманға барып инеүсене аҙаштыра ла ул урман.
Мин тағы ла бер хәлгә иғтибар иткәнем бар: дүрт яғынан да терәлеп һөрөлгән ялан ерендәге ауыл кешеһе йәшәр өсөн төрлө мөмкинлектәр эҙләп, йыш ғына сит яҡтарға китеп олағыусан. Ә инде өҫтөнә ағас ҡолап торған урман араһындағы ауыл кешеһе, тәбиғәт барыһын да биргәс, вайымһыҙыраҡ та. Һеҙгә ошо хәл нисек тойола?
- Булғандың ҡәҙере лә кәмерәк шул. Шулай ҙа тыуған ауылдарын ташлап китеүселәр араһында урман кешеләре әҙерәктер тип уйлайым.
Урманда айыу менән йөҙмә-йөҙ осрашҡанығыҙ булдымы?
- Бер тапҡыр ғына булды. Бер йылы декабрь айында ауылға ҡайттым. Ҡыш уртаһы булһа ла, һаман ҡар яумаған йыл ине. Шунда айыу һунарсылары мине үҙе менән ауға алды. Алама ғына булһа ла, мылтыҡ тоттороп ҡуйҙылар. Айыу өңөнән килеп сыҡҡайны, атып ебәрҙек. Мин дә тоҫмал менән тәтегә баҫтым.
"Мәңгелек урман" романығыҙҙың тәүге вариантында ауыр яҙмышҡа дусар булған Төлкөсураның һеңлеһе Миңлегөл үҙ-үҙенә ҡул һала. Артабанғы китабығыҙҙа Миңлегөл иҫән ҡала. Бының сере нимәлә?
- Элек тормош нисек кенә ауыр булмаһын, аҫылынып үлеү, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу бөтөнләй булмаған. Дини күҙлектән ҡарағанда ла Хоҙай биргән ғүмерҙе өҙөү иң ҙур гонаһ һаналған. Икенсенән, Төлкөсураның һеңлеһе Миңлегөл шул юлға барһа, азатлыҡ өсөн көрәшкән ҡаһарман йөрәкле ағаһын кәмһетер ине.
Бер әңгәмәгеҙҙә һеҙ Алдар батырҙы Салауат Юлаевҡа тиң шәхес тип әйтәһегеҙ. Бындай фекер буш урында ғына барлыҡҡа килмәгәндер инде.
- Салауат батыр шағир, старшина улы, ғәскәрен Пугачевҡа алып килеп ҡушылған көрәшсе. Ә Алдар батыр 1704-1711 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе генә түгел, ил кимәлендәге йәмәғәт эшмәкәре лә, сәйәсмән дә, илсе лә. Ни өсөн Алдар батыр ихтилалдан һуң иҫән ҡала? Әйтергә кәрәк, батша властары башҡорттар ҡуйған талаптарҙы үтәргә мәжбүр була. Был хәл шуны аңлата: Алдар батыр батшалыҡҡа ҡаршы көрәштә еңеүгә өлгәшә, әммә ҡарағалпаҡтарҙың һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың хыянаты арҡаһында ул ҡабыҙған ихтилал уты яйлап һүрелеүгә дусар ителә. Алдар батыр башҡорт халҡының батыры ғына түгел, Рәсәй геройы ла. Азов походында черкесты еңеп, оло батырыҡ күрһәтә һәм Петр Беренсе тарафынан бүләкләнә. Аҙаҡтан Ҡаҙағстанда Рус батшалығы вәкәләтлеген ойоштороуҙа ла туранан-тура ҡатнаша. Ҡараһаҡал яуы башланғас та, Алдар батыр уға ҡаршы төшә, был ихтилал башҡорт халҡының күпләп ҡырылыуына алып килерен әйтеп бирә.
Мин Алдар батырҙы данлап, Салауаттың тарихи ролен һис тә кәметергә теләмәйем. Батырҙарыбыҙ бик күп булған, уларҙың ҡайһыларының хатта, роман яҙыу түгел, исемдәрен дә телгә алмайбыҙ. Әйтәйек, Йосоп, Сәйет һымаҡ батырҙар...
Аҫылғужа ағай яҙа башланы ла, өлгөрмәне, хатта Салауатыбыҙ тураһында ла башҡорт яҙыусыһының романы юҡ бит, Ноғман ағай...
- Эйе, Степан Злобин яҙғаны менән генә ризалашабыҙ.
Мирас ағай Иҙелбаев Злобин романында ике генә факт дөрөҫлөккә тап килә, ти. Тәүгеһе - Юлай Салауаттың атаһы, икенсеһе - Салауат ғәскәрен Пугачевҡа алып барып ҡуша...
- Ғәли Ибраһимовтың тәүге ике китабы Кинйә Арыҫланов тураһында. Өсөнсө китабы Салауат Юлаев тураһында булырға тейеш ине. Өлгөрмәне. Батырҙарыбыҙҙы күтәреү һәр төрлө һөйләшеүҙән мең артыҡ булыр ине. Бөйөк Ватан һуғышында Шайморатовтан башҡа ла батырҙарыбыҙ күп булған.
90 йыллыҡ ғүмерегеҙҙең иң сағыуҙары ҡайһы йылдар һәм ни өсөн шулай?
- Дәртләнеп, донъяны онотоп эшләгән 70-се йылдар. Рәис Низамов "Ағиҙел"дең баш мөхәррире ине. Уға: "Бер айға яҙышыр өсөн ялға китәм", - тигәйнем, ул: "Атыу бөтөнләйгә кит, миңә кәрәгең юҡ", - тип яуапланы. Беренсе планға ижадыңды ҡуймайынса, яҡшы әҫәр яҙып булмай. Сабир Шәрипов үҙенең тыуған ауылы тураһындағы романын хатта телдән һөйләп йөрөй торғайны. Алтмышы тулғас: "Нишләп эшләп йөрөйһөң, яҙмайһың?" - тигәйнем, үҙ алдына нимәлер һөйләнде лә, яҙманы ла ҡуйҙы. Себер яғында йөрөүе хаҡында тағы бер роман яҙырға тейеш ине. Беҙ, яҙыусылар, эш урыны менән алданабыҙ, ижадты төп маҡсат итеп ҡуя белмәйбеҙ. Мин хатта ҡыш көнө баҡсаға барып, берәр ай ятып яҙыша торғайным.
Һеҙ Хәким ағай Ғиләжев менән дуҫ булғанһығыҙ бит инде. "Әҙәби Башҡортостан" журналына "Ағиҙел" исемен биреүсе лә, баҫманың тиражын арттырыусы ла ул булған...
- Эйе, мин Хәким ағайҙы бер ваҡытта ла ташламаным. Баҡсаға барғанда һунарға сыға инем. Берәй ҡуян атһам, Хәким ағайға алып бара торғайным. 1958 йылда журналдың тиражы 2800 дана ғына ине. Хәким ағай 44 мең итеп китте. Ғәли Ибраһимов ағай яуаплы сәркәтип булып эшләгәндә журнал йөкмәткеһен йәнләндереү буйынса ҙур өлөш индерҙе. Мин райондарҙа командировкаларҙа йөрөп, 1-се секретарҙарҙан материалдар ойоштора торғайным. Ул саҡта яҙыусы Ғәзим Аллаяров ағай Ҡырмыҫҡалы районында 1-се секретарь ине. Осрашыуҙа ул: "Хәкимгә әйт, журналды Ҡырмыҫҡалы ауылдарындағы барлыҡ йорттарҙа ла алдырасаҡтар", - тине. Шунан мине Илешкә ебәрҙеләр. Унда ла тираж күтәрелде. Подписка башланыр алдынан район гәзиттәрендә "Ағиҙел" сыға торғайны. Ғәли ағай Ибраһимов бер саҡ: "Кеше иң күп ҡулына алған нәмә шырпы, әйҙә, шырпы тышына "Ағиҙел"де ҡуяйыҡ", - тигән тәҡдим индерҙе. Барҙыҡ шырпы комбинатына, һөйләштек. Ике йыл буйына "Ағиҙел" шырпыһы сыҡты. Һөҙөмтәлә тиражыбыҙ 60 меңгә барып етте.
Хәтерегеҙҙе нисек нығытаһығыҙ? Үҙегеҙ шаһит булған ваҡиғаларҙы бәләкәй генә деталдәре менән нисек иҫләй алаһығыҙ?
- Теге йәки был ваҡиға, әҫәреңдәге сюжет линиялары тураһында ҡат-ҡат, туҡтауһыҙ уйланыуҙан нығыналыр ул хәтер? Әһәмиәте булмаған нәмәне шундуҡ онотаһыңдыр.
Хоҙай менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
- Минең диндән бер ваҡытта ла айырылғаным булманы. Әсәйем бай ҡыҙы булған, шул тиклем диндар кеше ине. Ҡөрьәнде ятҡа белде. Дини йола үтәүгә күп саҡырҙылар, әммә уларҙың бөтәһенә лә йөрөмәне. Уның өйрәткән доғаларын һәр ваҡыт ҡабатлап йөрөйөм.
Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә? Бының үҙегеҙгә генә хас ысулдары бармы?
- Иң беренсе нәүбәттә туҡтауһыҙ эш менән булыуымдалыр, тормошомдо дөрөҫ итеп ойоштороуымдалыр. Башҡарасаҡ ғәмәлемде изге ниәткә ҡороуомдалыр. Балаларыма таяныс була алыуымда, уларҙың миңә таяныс булыуында. Мин атайһыҙ етем үҫтем, һәр ваҡыт йәшәү көсөн үҙемдә уятырға, табырға тура килде. Шул һәләтем дә ҡартайған сағымда ярҙам итәлер. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Физик эшһеҙ тора алмайым. Баҡсаға сығып, бер биҙрә картуф ултыртыу ҙа миңә оло шатлыҡ.
Кеше мейеһенән башлап ҡартая, тиҙәр. Бәлки, һеҙгә уйланып йәшәү ярҙам итәлер?
- Һин әйткән нәмәне бер һүҙ менән вайымһыҙлыҡ тиҙәр. Вайымһыҙ кеше утыҙ йәштә лә ҡарт, вайымы булғаны 100 йәштә лә йәш. Ҡайһы ваҡыт уйҙарымдың осона сығып етә алмайынса, таң атҡанын да һиҙмәй ҡалам.
Ҙур кимәлдә алғанда йәшәүҙең мәғәнәһе лә юҡ һымаҡ. Балалар өсөн йәшәргә кәрәк, тиер инең, уларҙы ла һинең кеүек ғүмер ахыры көтә. Нимәгәлер өлгәшһәң дә, өлгәшмәһәң дә, финиш бер төрлө. Һеҙҙеңсә йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә?
- Мин дә ул хаҡта йыш уйланам. Әле туҡһандамын, әгәр ҙә йөҙгә тиклем барып етһәм, аръяғына нимә тип йәшәргә ҡала икән? Нимә эшләрмен икән? Картуф ултыртып йөрөрмөнмө? Нимә яҙырмын икән? Кемгә кәрәгем булыр ине икән?
Хәҙер мин барыһы хаҡында ла уйлайым. Фәимә ауырый башлағас, түшәктә туғыҙ йыл ятты. Уның янында ултырғанда тормош тураһында күп уйландым. Ҙур әҫәр яҙғанда бер эпизод шул тиклем ҡыҙыҡлы булыусан. Уны әҫәргә индереп тә, ташлап та булмай. Шундай сюжеттарымды дәфтәргә теркәй барғайным. Ана шуларҙы ҡайтанан ҡарап уҡып, ҡатыным янында ултырғанда ете хикәйә яҙҙым.
Ҡатынығыҙ һеҙгә ниндәй васыят һүҙҙәре әйтте?
- Һиңә ышанам, балаларға ауырлыҡ килтермә, тине. Хәҙер уның ҡәбере оло ҡыҙыбыҙҙыҡы менән бер зыяратта.
Әхирәттең, теге донъяның барлығына ышанаһығыҙмы?
- Дин бит уны инҡар итмәй, шуға күрә барҙыр тип уйлайым. Шулай уҡ параллель донъялар, икенсе ғәләмдәр ҙә бар. Теге донъяла йәшәү ҙә аң дәрәжәһендәлер тип уйлайым. Ҡөрьәндә лә кешенең йәне үлә тип яҙылмай. Теге донъяға барғас, белербеҙ тип уйлайым. Унан ҡайтҡан кеше юҡ, моғайын, унда насар түгелдер. Үҙем дә васыят яҙып һалып ҡуйғанмын: донъя ҡуйғас, тыуған ауылымда ятырға теләгемде белдерҙем.
Әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт Ноғман ағай, юбилейығыҙ ҡотло булһын!
ӘЙТКӘНДӘЙ...
90 йәшлек бер ҡарт өй ҙурлыҡ таш өҫтөндә ултыра икән. Уның хәлен, һаулығын һорашҡандар икән:
- Үҙемде 20 йәшлек үҫмерҙәй тоям, - тип яуаплаған ҡарт.
- Нисек инде 20 йәшлек үҫмер кеүек? - тип унан йәнә һорағандар.
- Бынау ташты 20 йәшемдә дә күтәрә алмай инем, хәҙер ҙә көсөм етмәй, - тигән ҡарт мут йылмайып.
Ә беҙҙең Ноғман ағайыбыҙ 20 йәшендә лә, хәҙер ҙә шул ташты күтәрә алыусылар тоҡомонан. Собханаллаһ!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА