Уның барлыҡ дәрәжәләрен һәм регалияларын һанап сығырға ғына ла оҙаҡ ваҡыт кәрәк булыр ине, моғайын. Әммә ул быға мохтаж түгел, хатта бары тик исем-шәрифен әйтеү ҙә етә - һәр кемдең күҙ алдына уның сағыу образы тып итеп килеп баҫа. Башҡортостаны өсөн бихисап матур эштәр башҡарған, меңәрләгән бала һәм уҡытыусы өсөн талапсан һәм һәр белем усағының проблемаһын күреп, уларҙы хәл итергә тырышҡан министр, юғары уҡыу йортонда белем биреү системаһына яңы һулыш өргән педагог, республиканың фән күгендә әллә күпме алтынға бәрәбәр хеҙмәттәр ҡалдырған һәм йәш кадрҙар тәрбиәләгән ғалимә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын үҙ артынан әйҙәүсе лидер, яҡындары өсөн өҙөлөп торған туған, яҡташтары өсөн ғорурлыҡ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, килендәре өсөн һөйөклө әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Быларҙың барыһы ла бер кешенең - филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВАның биографияһының ҡыҫҡа ғына бер өлөшө. Был юлы уның менән башҡорт теленең дәүләт статусы алыуына 100 йыл тулыу уңайынан башҡорт теле, уға бәйле мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Бөгөн һеҙ башҡорт тел ғилемендә ҙур урын алып торған шәхестәребеҙҙең береһе. Ошо һуҡмаҡҡа юлды кем һалды, туған телгә һөйөү сығанағы ҡайҙан башланды?
- Был сығанаҡ минең ғаиләм, ауылымдыр тип уйлайым, сөнки беҙҙең ауыл хәҙерге көндә Учалы, Белорет райондары һәм Силәбе өлкәһе территорияһының бер өлөшө килеп киҫешкән урында урынлашҡан. Ҡырҡты тауҙарының дауамы беҙгә килеп етеп, Киләй тауы буйында ултыра, ә беҙҙән артабан Силәбе яҡтарына ҡаҙаҡ далалары - боронғо Оло дала китә. Тауға һыйынып ҡына ултырғас, элек хәүеф-хәтәр булғанда тиҙ генә тауға ҡасып, шунан һөжүмде кире ҡаҡҡан халыҡ. Ысынлап та, беҙҙә һуғыштар күп булған. Үҙебеҙҙең археологтарҙы алып барып, ауыл эргәһендәге ҡурғандарҙы, ауыл эргә-тирәһен ҡараттырғайным, сөнки элек ямғыр яуып үтһә, беҙҙең ауыл урыны булған Һарыҡтүбә тигән ергә барып, мәрйен сүпләй инек. Һәм ауылдағы һәр ҡыҙҙың үҙҙәре эшләп алған ваҡ ҡына мәрйенле муйынсағы була торғайны. Халыҡ, беренсенән, төрлө ырыу-ҡәбилә һәм килгән килмешәктәр менән аралашып йәшәгән, тип уйлайым.
Тел күҙлегенән ҡарағанда, көнсығыш диалект менән көньяҡ диалект беҙҙә килеп тоташа. Шуға күрә ҡайһы бер атамалар беҙҙә бер төрлө, күрше ауылда икенсе төрлө, ҡайһы бер уртаҡ атамалар ҙа бар. Мин уларға бала саҡтан иғтибар иттем. Сөнки Рәхмәт ауылы - ул атайымдың, беҙҙең төп ырыу ауылы, ә ете генә километр арала шул уҡ күбәләк ырыуынан инәйемдең ауылы. Минең инәй тип әйтеүем шул ауыл менән бәйле, ә Рәхмәттә әсәй тип һөйләшәләр. Минең, һеңлемдең теле инәй тип асылған.
Тағы бер йоғонто: ауыл эргәһендәге тауға еләккә йөрөй торғайныҡ. Бер тына еләк йыйғас, беҙҙе эйәртеп алып сыҡҡан әбейҙәр ултырып алып тарих һөйләй торғайны. Улар менән бергә ҡаҙ бәпкәләре лә көтә инек. Ана шул әбейҙәр менән һөйләшеү беҙҙең өсөн тәрбиә мәктәбе булған, шул уҡ ваҡытта улар телебеҙгә һөйөү ҙә тәрбиәләгән. Башҡорт традицияһында атайҙар менән ҡыҙҙарҙың һөйләшеп ултырыуы бик юҡ, инәйем дә донъя көтөп, балалар ҡарап, беҙҙең рухи тәрбиәгә әллә ни тәьҫир итте тип әйтә алмайым. Ә бына өләсәйҙәр, ауылдың әбейҙәре был йәһәттән оло йоғонто яһағандыр, моғайын. Шул уҡ ваҡытта үҙемдә лә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ көслө булғандыр, гелән генә "Ниңә улай, ниңә былай?" тип төпсөшә торғайным. Телдең төбөнә төшөргә тырышыу, ҡыҙыҡһыныу шул ваҡыттарҙа уҡ барлыҡҡа килгәндер. Ә 8-се класты тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға барғас, төркөмөбөҙҙөң яртыһын тиерлек Инйәр буйы ҡыҙҙары һәм малайҙары тәшкил итте. Уларҙың: "Анта-мынта йөрөгәнтә, тараҡ, палта ҡулымта",- тип, "а" өнөн тамаҡ төбөнән сығарып, ә инде ялғауҙар һәм ҡушымталарҙың бөтәһенең дә яңғырау, һаңғырау варианттарында әйтелеүе беҙҙең өсөн бер тетрәнеү булды. Ошо үҙенсәлектәргә иғтибар итеү ҙә телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырғандыр тип уйлайым.
Ул заманда студенттар бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшә торғайныҡ. Бер әхирәтемә барғас, уның әсәһе: "Фирҙәүес, кәбәркәгә сығып, баҡырсаны индер әле", - тине. "Сығып" һәм "индер" тигәнен аңланым, ҡалғандарын аңламаным. Шунан ҡарап тороп-тороп йөрөп индем дә, әхирәтемдән: "Кәбәркә, баҡырса нимә була ул?" - тип һорайым. Башҡорт теленең диалекттарына шул ваҡытта ныҡ иғтибар иткәнмендер, ул шул тиклем минең күңелемә һалынғайны. Артабан БДПУ-ла уҡыған ваҡытта "Инйәр буйы һөйләше үҙенсәлектәре" тигән мәҡәлә яҙҙым, шул мәҡәләм менән Мәскәүгә барып, Николай Дмитриевтың юбилейына арналған конференцияла сығыш яһаным. Фәнни етәксем Рәйсә Халиҡова менән берлектә яҙылған ошо мәҡәләм буласаҡ остазым Әҙһәм Рәхим улы Тенишев ярҙамында, әлбиттә, төркиәтселәрҙең ул ваҡытта "Советская тюркология" тигән иң абруйлы журналында баҫылып сыҡты. Һәм артабан аспирантураға ингән ваҡытта Әҙһәм Рәхим улы шул теманы артабан үҫтерергә кәңәш итте. Кандидатлыҡ диссертациямды башҡорт теленең фонетикаһы буйынса яҡланым. Ошо темаға инеп киттем дә, ошо юл мине һуңынан дөйөм тел тарихына, этнографияға, мәҙәниәт, ил тарихына алып сыҡты.
Быйыл башҡорт теленең дәүләт статусы алыуына 100 йыл тулды. Һеҙ Башҡортостан мәғарифына ла, фәненә лә билдәле өлөш индергән, уҡытыу системаһының да уртаһында ҡайнап йөрөгән кеше булараҡ, әҙәби телде ҡабул итеүҙә ниндәйҙер эшләнеп бөтмәгән мәлдәр булған тип уйлайһығыҙмы?
- Әлбиттә, ул заманда бәхәстәр күп булған, төрлө диалекттар вәкилдәре үҙҙәренең үҙенсәлектәрен тәҡдим итергә тырышҡан һәм ниндәйҙер өлөштәрен индергән дә. Әммә ул ваҡытта барыбер дөрөҫ ҡараш булған һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул ителгән. Ни өсөн? Әгәр шул заманда бөгөн дә бик күп бәхәстәр тыуҙырған төньяҡ-көнбайыш диалектын телгә нигеҙ итеп алһаҡ, хәҙер телебеҙ татар теленә әйләнер, башҡорт телен бөтөнләй юғалтыр инек. Шул осор телселәре әҙәби телгә нигеҙ итеп татар теленән айырылған үҙенсәлектәрҙе алған. Шул ваҡыттарҙа уҡ башҡорт теле - татар теленең диалекты, тигән бәхәстәр барған. Хатта билдәле төркиәтселәр шулай тип яҙған. Шул заманда йәшәһәм, мин дә башҡорт әҙәби теле яҡлы булыр, уның үҙенсәлекле өндәрен, өндәр, морфологик системаһын күрһәтер инем.
Лексикаға килгәндә инде, башҡорт теленең лексикаһы бөтөнләй татар теленекенән айырыла. Беҙҙең икмәк-тоҙлоҡ ҡына һүҙҙәр уртаҡ, төпкә төшә башлаһаң, лексика бөтөнләй боронғо, сөнки беҙҙең менталитет, мәҙәниәт икенсе, шөғөлдәребеҙ, кәсептәребеҙ - бөтә нәмә айырым булған. Мин шул заман ғалимдарының тап телде айырып торған мәлдәрҙе һайлауҙарын дөрөҫ тип ҡабул итәм. Артабан, әлбиттә, телде байытыу буйынса эш барған, йәғни һәр диалекттан нимәлер алғандар, нимәлер төшөп ҡалған.
Бөгөнгө хәл-тороштан сығып фекер йөрөтһәк, башҡорт теле алдында торған проблеманы нисек хәл итергә: артабан да әҙәби телдә генә уҡытыуҙы ҡалдырырғамы, әллә төньяҡ-көнбайыш диалектта уҡытыуҙы ла индерергәме?
- Беҙҙә әҙәби һәм рәсми, дәүләт теле тип танылған башҡорт теле берәү генә. Әгәр ике әҙәби тел булдырабыҙ тиһәк, башҡорт теленең тамырына балта сабыу буласаҡ, сөнки әле бер әҙәби телде үҫтереүгә аҡса еткерә алмайбыҙ. Чиновниктарҙың юғары вазифалыһы ла, иң бәләкәйе лә бер генә яуап белә - аҡса юҡ. Мәҫәлән, "Башҡорт халҡы тарихы"ның бер томын сығарыу өсөн генә 1,5 миллион һум аҡса кәрәк булды. Хәҙер беҙгә ундай аҡсаны кем бирә? Шундай аҡса юҡ шарттарҙа аҡсаны бүлгеләү нимәгә килтеререн күҙаллау ҙа ҡурҡыныс. Бөгөн гранттарҙы дәүләттән аҡса алыусы бюджет ойошмаларына бирмәйҙәр, ә төрлө коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары - улар осраҡтан-осраҡҡа ғына эшләүселәр. Шуға мин икенсе әҙәби тел булдырыуға, беренсенән, иҡтисади йәһәттән ҡаршымын.
Икенсенән, минең күҙәтеүҙәрем буйынса, ике әҙәби телле халыҡтарҙың телдәре генә түгел, үҙҙәре лә юҡҡа сығып бара. Мәҫәлән, мордвалар - эрзә һәм моҡша. Беҙҙә бит уларҙағы кеүек ике генә түгел, 40-тан ашыу ырыу һәм һәр ҡайһыһының үҙ һөйләше. Мордвалар уртаҡ ҡарарға килә алмағанға күрә, ике әҙәби телдәре бар, бөгөн улар Волга буйы халыҡтарынан иң интенсив урыҫлашыу процесын кисерә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Алтайҙа Алтай теле грамматикаһының 100 йыллығына арналған ҙур конференция үтте. Шунда көнсығыш алтайҙарҙың төньяҡ алтайҙарға көньяҡ алтай телен көсләп тағыу мәсьәләһе буйынса фекер алышыу һәм бәхәс барҙы. Бер этнограф: "Үҙем төньяҡ алтай телен йөрөтөүсе. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә ике рәсми тел булдырыу ярамай. Беҙгә көньяҡ диалектҡа нигеҙләнгән әҙәби алтай теленән баш тартырға кәрәкмәй, юҡһа, былай ҙа бәләкәй халыҡбыҙ (60 мең самаһы), бөтәсәкбеҙ", - тип, төрлө дәлилдәр килтереп сығыш яһаны. Әммә Мәскәү ғалимдары ла хуплағас, телде телеут, чалҡан һ.б телдәргә бүлгеләнеләр һәм бөгөн уларҙа төньяҡ диалектта айырым дүрт рәсми тел барлыҡҡа килде, бишенсеһе - әҙәби тел. Бөгөн алтайҙар интенсив рәүештә телдәрен юғалта. Сөнки төньяҡ алтайҙар урман-тау араһында нисек теләгән - шулай йәшәгән, эргәһендә урыҫтар булһа - урыҫлашҡан, хакаслашҡан, бурятлашҡан. Әҙәби тел берәү генә булһа, бәлки, улай булмаҫ ине.
Әгәр ҙә беҙҙә лә төньяҡ-көнсығыш диалектын айырым әҙәби тел итһәләр, был берләшеүгә килтермәйәсәк, киреһенсә, айырасаҡ. Төньяҡ-көнбайыш диалекты бөгөн оло быуында ғына һаҡланған, ә йәштәр ул диалектты бөтөнләй белмәй. Баҙы йылғаһы буйында "бармаҙы, килмәҙе" тип һөйләгән кешеләр бөгөн юҡ. Ололар бар, әммә уҡытыу, уҡыу һәм бала-сағаға белем биреү, фекер һалыу татар әҙәби телендә алып барыла.
Диалект телдәре йәшәһен, улар һөйләү теле. Мин дә ауылыма ҡайтһам, улар мине ҡабул итһендәр, тип, ололар менән уларса һөйләшергә тырышам. Йәғни халыҡ һөйләшһен ул, диалект телдәрен мөмкин тиклем һаҡларға кәрәк, әммә уны рәсми әҙәби тел итеү - ул зыян. Диалекттың үҙенең урыны бар, әҙәби телдең - үҙ урыны. Бөтә уҡыу-уҡытыу, тәрбиә, матбуғат, мәҙәниәт теле - башҡорт әҙәби теле һәм ошо телебеҙҙе һаҡлау ғына түгел, байытыу кәрәк, әммә уның үҙенсәлеген юғалтыу ярамай.
Әҙәби тел берәү булырға тейеш тигәнегеҙ менән килешәм, әммә мәғариф өлкәһендә ҡабул ителгән яңы законға ярашлы һәр кем үҙенең телен уҡырға хоҡуҡлы. Хатта рус теле дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыла. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙҙәренең диалектында уҡырға теләүе - уларҙың хоҡуғы...
- Ә ни өсөн тик төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тураһында ғына һүҙ алып барыла? Улайға китһә, һәр диалектта, һәр һөйләштә уҡытырға кәрәк булып сығамы? Минең ауылымдың йәки Дим буйының "ҫыйыр ҫауам" йәки "анта-бынта" тигәндең дә һөйләше әҙәби телдә түгел. Беҙҙең үҙенсәлекле өндәребеҙ төньяҡ-көнбайыш диалектында ла бар, тик улар татарса уҡытыу һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. Татарстандың көнсығыш райондары башҡорттарын татарҙар "ҡыҙыл быҙаулар" ти. Йәғни уларҙа ла Ҙ бар. Һауаны һауа тиҙәр, сөнки татар әҙәби телендә лә һауа. Бөгөн төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшендәге үҙенсәлектәр юғалып бөтә яҙған, юғалып бөткән тип әйтергә лә була. Шуға бөгөн был төбәк өсөн эшләнгән әсбапты, күреп торорһоғоҙ, улар ҡабул итмәйәсәк, сөнки ул яһалма, уйлап сығарылған. Сөнки уларҙың нисәмә быуыны татар әҙәби телендә уҡыны, шуға хәҙер туған телебеҙ - татар теле тип йөрөйҙәр.
Башҡорт халҡының төп документтарының береһе булып шәжәрәләр тора. Улар ниндәй телдә яҙылған?
- Шәжәрәләр иҫке төрки һәм иҫке башҡорт телендә яҙылған. Тулыһынса төрки булған өлөшө бар, унда башҡорт элементтары юҡ. Мәҫәлән, юрматы шәжәрәһен алып ҡараһаҡ, унда иҫке башҡорт теле икәнлеген күрәбеҙ. Әгәр Ғ. Соҡорой, Ғ. Кейековтың китаптарын алып ҡарайбыҙ икән, уларҙа иҫке төркиһе лә, иҫке башҡорт теле лә бар. Әммә улар ошо осор теле, бөгөн ул телдәр юҡ.
Бөгөн башҡорт шәжәрәләрен башҡа төрки халыҡтар ҙа үҙҙәренеке тип күрһәтергә тырыша, йәнәһе, уларҙың теле башҡорт теле түгел...
- Ул ваҡытта, ул осорҙа ниндәй тел уҡытылған йәки белем бирелгән, шәжәрәләр ҙә шул телдә төҙөлгән, йәғни улар иҫке төрки телендә икән, тимәк, шул тел барлыҡ төркиҙәр өсөн дөйөм булған. Шулай уҡ ауылының, ырыуының тарихын яҙыусылар булған, улар барыһы ла иҫке төрки телендә яҙған. Әммә бынан ғына шәжәрә лә, ырыу ҙа, ауыл да башҡа милләттеке булып китмәй бит.
Боронғо төрки теле барлыҡ төркиҙәр өсөн дә дөйөм тел булып тора, әммә ни өсөн ҡулланылышта иҫке татар теле тигән термин бар, ә иҫке башҡорт теле тигән термин юҡ. Быны нисек аңлатырға?
- Иҫке татар теле тигән термин - ул иҫке әҙәби төрки теле. Шул осорҙағы иҫке башҡорт теле элементтарын индергән телде беҙгә лә иҫке башҡорт теле тип ҡабул итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға ҡайһы бер ғалимдар ҡаршы булды. Әҙәби тел эшләүселәр ҙә иҫке татар теле тигән терминды ҡулланды, ә иҫке башҡорт теле урынына төрки теле тип кенә йөрөттөләр, шуның касафаты ул. Мин үҙем, мәҫәлән, Мәскәүҙә сыҡҡан "Башкиры" тигән китапта иҫке башҡорт теле тип яҙҙым. Дөйөм тел бит тәүҙә төрки була, шунан һәр бер төбәк үҙенең элементтарын индерә һәм иҫке башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һ.б. телдәр барлыҡҡа килә. Үкенескә күрә, ошо терминды индермәү арҡаһында шундай хәл килеп тыуған һәм ошоноң буйынса ғына фекер йөрөтәләр. Әммә беҙгә был терминды ла ҡулланылышҡа индерергә кәрәк: иҫке башҡорт теле.
Беҙҙең әҙәби телебеҙ 20-се йылдарҙа ғына барлыҡҡа килгән әҙәби тел түгел. Ул иҫке башҡорт теле рәүешендә элек тә, 18-се быуатта, быуат башында, революцияға тиклем булған. Уға тиклем - төрки теле, унан алда - боронғо ҡомартҡылар теле булған. Был телдәр классификацияһы бар. Бына шуларҙы халыҡҡа еткерергә кәрәк. Әммә тағы бер проблема - халыҡҡа еткереп барыр өсөн кадрҙар, шул уҡ әҙәби тел, иҫке башҡорт теле һ.б. тураһында яҙырға кеше лә, ваҡыт та юҡ.
Беренсе әҙәби тел грамматикаһы - ул Дмитриевтыҡы. Икенсеһен беҙҙең институт Әхмәт Юлдашев етәкселегендә эшләй. Хәҙер өсөнсөһөн - башҡорт әҙәби теленә яңы ҡараштар менән яҙылған грамматика эшләргә кәрәк.
Һеҙ терминологик һүҙлектәр төҙөү һәм сығарыу буйынса ла ҙур эш башҡараһығыҙ. Әммә, айҙа ла таптар булған кеүек, ҡайһы бер атамаларҙың бер урында бер төрлө, икенсеһендә - икенсе төрлө яҙылыуы бик йыш бәхәстәр тыуҙыра. Ғөмүмән, уртаҡ фекергә килеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте менән хеҙмәттәшлек булдырылғанмы?
- Элек улар менән бик матур эшләнек. Үҙебеҙҙең һүҙлектәрҙе алып барып фекер алышыуға сығара инек. Кемдер өҫтәй, кемдер ниндәйҙер һүҙҙе алып ташларға тәҡдим итә. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы: мәҫәлән, нәшриәттәрҙең үҙҙәренең мөхәррирҙәре бар. Шулай уҡ мәғариф буйынса ниндәйҙер һүҙлек сыҡһа, министрлыҡтың үҙ комисияһы бар һәм улар үҙҙәренсә төҙәтеүҙәр индерә, һөҙөмтәлә шундай айырмалыҡтар килеп сыға. Ошо мәсьәлә буйынса Терминология хеҙмәтендә фекер алышыу ойошторорға тигән уй бар. Әлбиттә, был йүнәлештә эшләй торған эштәребеҙ бик күп. Дөйөм алғанда, телгә ҡағылышлы комиссияларҙың, советтарҙың, комитеттарҙың эшен күтәрергә лә күтәрергә әле. Элегерәк Хөкүмәттә тел мәсьәләһе бик йыш күтәрелә, муниципалитет башлыҡтарын баҫтырып ҡуйып кәрәктәрен бирәләр ине, бөгөн ундай талап та, тикшереү ҙә юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, комиссиялар тейешле кимәлдә эшләмәй.
Бөгөн тәржемә мәсьәләһе лә бик киҫкен тора, кем башҡортса белә - шул тәржемә эшләй, тигәндәй. Шуға тәржемәләрҙә лә хаталар күп, хатта уйламаған һүҙҙәр осрап ҡуя. Был проблема бер бөгөн килеп сыҡмаған, әммә һаман да берҙәм тәржемә үҙәге юҡ, йәғни уларҙы бер урында белгестәр эшләргә тейеш, әммә бының өсөн ниндәйҙер структура булыуы мөһим...
- Бер мәл Өфө ҡалаһы хакимиәте үҙенең тәржемәләрен беҙҙең институт белгестәренән тикшертеп ала торғайны. Әммә был өҫтәмә эш кеүек килеп сыға, сөнки махсус был эш менән шөғөлләнгән бүлек йәки белгес юҡ, барыһы ла эш араһында ғына эшләй ала. Ә тәржемә бит ул ябай ғына эш түгел, унда телдең, һүҙҙең үҙенсәлеген, хатта ниндәй объект, ниндәй контекста ҡулланылыуын белергә, тойорға кәрәк. Махсус тәржемә үҙәген асыу тураһында фекер күптән йәшәй һәм уны йә Башҡортостан Фәндәр академияһында, йә икенсе бер структурала ойошторорға мөмкин. Быны йәмәғәт башланғысында ҡалдырырға ярамай, сөнки ул бик ауыр, ҙур, яуаплы эш.
Заманында беҙ һәр бер ауылдың, ҡаланың урам исемдәрен, йылғаларын, тауҙарын, барлыҡ топонимияһын тәржемә итеп биргәйнек. Хәҙер уларҙы яңынан рәткә һалып, етешһеҙлектәрен иҫәпкә алып, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды өр-яңынан эшләй ала тип уйлайым. Сөнки хәҙер топонимия һүҙлеген яңыртырға, һәр ерҙә ауылдарҙан башлап район-ҡала кимәлендә атамаларҙы алмаштырырға кәрәк.
Бөгөн шулай уҡ тағы бер проблема бар - топонимдарыбыҙ юғалып бара. Белорет районындағы Өшөрә йылғаһы - Шураға, Мәләүез районындағы Һәргәй ауылы - Сергейға әйләндерелергә генә тора. Шундай хаталар булмаһын өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре урындарға сығып, тикшереп, төҙәтеп йөрөргә, урындарҙа үҙҙәренең вәкилдәрен ҡуйырға тейеш. Әлбиттә, бының өсөн эш урыны булдырырға, эш хаҡы түләргә кәрәк. Ул сағында һәр кем үҙ районының, ҡалаһының тарихи атамаларын һаҡлап ҡалырға, хаталарҙы төҙәтергә ярҙам итер һәм был эш бер осраҡтан икенсеһенә тиклем генә башҡарылмаҫ, ә даими алып барылыр ине.
Шулай итеп...
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының тырышлығы, ныҡышлығы һөҙөмтәһендә Башҡортостан башҡорт теленең 10 томлыҡ академик һүҙлегенә эйә булды. Унда һәр һүҙгә аңлатма бирелә һәм ул рус теленә тәржемә ителә. Ә инде баш һүҙе инглиз һәм төрөк телендә яҙыла, сөнки бөтә донъя төркиәтселәре барыһы ла төрөк телен белә.
Әкрәм Бейешевтың, диалектологтарҙың һүҙлектәре, диалектологик атлас, терминологик һүҙлектәр менән бер рәттән, был фундаменталь хеҙмәт тә тел ғилемендә лайыҡлы урын алды. "Хәҙер Этимологик һүҙлек эшләү ниәтем һәм планым бар. Беҙҙең һәм беҙҙән һуңғы быуын ғалимдары бик булмағанлыҡтан, коллегаларым барыһы ла йәш, шуға эш ауырыраҡ бара, сөнки йәштәр телде белмәй, дөрөҫөрәге, һөйләшеү телен беләләр, уның төбөн, мәҫәлән, "баш" һүҙенең 30 мәғәнәһен белмәйҙәр. Ошондай шарттарҙа ла, Алла бойорһа, яйлап үҫешеп, этимологик һүҙлекте эшләп сығырбыҙ тигән өмөттәмен. Башҡорт теленең этимологик һүҙлеге - ул тел ғилеменең иң-иң юғары нөктәһе буласаҡ", - тип киләсәккә уй-ниәттәре менән бүлеште тынғыһыҙ ғалимә. Алдына алған икән, тимәк, уны тормошҡа ашырасаҡ ул.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА