Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте - Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында иң абруйлы нәшриәттәрҙең береһе. Ул 1919 йылдың 16 октябренән бөгөнгө көнгә тиклем башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә ижтимағи-сәйәси, нәфис әҙәбиәт, балалар өсөн китаптар, дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу әсбаптарын сифатлы һәм үҙ ваҡытында сығарыу өсөн күп көс һала.
Китап - белем шишмәһе. Яҡшы китап - иң ғәҙел дуҫ. Уҡыған ил уңыр, уҡымаған ил туҙыр. Ташҡа баҫылған борондан килгән халыҡ мәҡәлдәрендә дөрөҫлөк ярылып ята. Ә хәҙерге заман өсөн улар актуалме? Интернет селтәре, юғары технологиялар үҫешкән мәлдә китап уҡыуға ваҡыт бармы? Ғөмүмән, китаптың әһәмиәте нимәлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы ЙӘНДӘҮЛӘТОВ яуап бирә.
“Бөгөн кеше китап уҡымай" тигән фекер нығынып бара. Шуның менән килешәһегеҙме?
- Бындай фекерҙе үҙе китап уҡымаған кеше генә әйтә ала. Китап уҡыу ул беҙҙе рухи яҡтан байыта, уй-фекерҙе тәрәнәйтә, башҡалар менән аралашыуҙы иркенәйтә. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, төрлө яҡлап үҫешкән, эрудициялы шәхестең формалашыуы өсөн китап алыштырғыһыҙ дуҫ. Урыҫ та бит: "Кто не читает книгу, тот перестает мыслить", - ти. Милләт ҡото - китап ул. Ә "Китап" нәшриәте - шул ҡотто һаҡлаусы, ҡурсалаусы, ишәйтеүсе. Һәр китап - авторҙың, уны баҫмаға әҙерләгән хеҙмәткәрҙәрҙең аҡыл һәм зиһен көсө, хыял ынтылышы, күҙ нурҙары тупланмаһы.
Мәшһүр Шәйехзада Бабич: "Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй, китап, баҡһам һиңә", - тигән. Әлеге мәлдә заман технологиялары алға киткән, кешеләр күберәк интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ултырған мәл. Әммә халыҡ интернетҡа сумды ла, китаптан баш тартты, тимәҫ инем. Китаптың йоғонтоһон бер нәмә лә алмаштыра алмай. Күпме генә электрон баҫмалар тәҡдим ителмәһен, барыбер ҡулыңа китап алып, уға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, уйланып ултырып уҡыуға бер ни етмәй! Барыбер ҙә шуны аңлай хәҙерге китап уҡыусы һәм беҙҙең нәшриәт тәҡдим иткән баҫмаларҙы һатып ала йәки китапханаларға барып уҡый. Бөгөнгө көндә бигерәк тә тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артты, улар өсөн тарихи әҫәрҙәр, повестар, хикәйәләрҙән торған йыйынтыҡтар нәшер ителә. Шиғриәт тә бушҡа ижад ителмәй ул. Беҙҙең халыҡ мөкиббән китеп шиғыр ярата. Бигерәк тә "Йөрәк һүҙе" проектынан һуң поэзияны үҙ итеүсе уҡыусыларыбыҙ бермә-бер артты, тип әйтә алабыҙ. Һәр кем үҙ зауығына тап килгән жанрҙағы китаптарҙы алып уҡый. Һәм беҙҙең нәшриәт уларҙың һәр төрлөһөн тәҡдим итә ала: проза, поэзия, фантастика, детектив, драма, комедия һәм башҡалар.
Замана уҡыусыһын ҡыҙыҡһындырыу өсөн ниндәй темалар, жанрҙар, китаптарҙың ниндәй форматы кәрәк?
- Китаптарҙы һәр кем үҙ зауығына ҡарап һайлай: кемдер шиғырҙарҙы бирелеп уҡый, кемдер проза йә башҡа жанрҙы һайлай. Һәр кем уҡығанынан үҙен борсоған һорауҙарға яуап табып, күңеленә дауа ала. "Минең һорауҙарыма яуапты шиғыр юлдарына һалған бит автор", тигәнде лә йыш ҡына ишетергә тура килгәне бар. Йәғни, һәр жанрҙың үҙ уҡыусыһы бар. Әлеге көндә "Китап" нәшриәте илдә һәм республикала барған мөһим ваҡиғалар айҡанлы китаптар сығарыуҙы дауам итә. Хөкүмәттең төрлө программаларына ярашлы, илдәге һәм республикабыҙ тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғаларға айырыуса иғтибар бирелә. "Ҡәрҙәшлек кәштәһе", "Мәктәп китапханаһы", "Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре", "Йәштәр тауышы" серияларында китаптар даими донъя күрә һәм тарала тора.
2011 йылдан нәшриәт электрон баҫмалар ҙа сығара һәм тарата башланы. Сайтыбыҙҙа һәр теләгән кеше яңы баҫмалар менән таныша, файҙалы мәғлүмәт таба ала. Китаптар ниндәй генә форматта сыҡһа ла, улар үҙҙәренең төп маҡсатына - кешеләргә аң-белем, изгелек орлоҡтары таратыуға булышлыҡ итә. Тарихи ерлеккә нигеҙләнеп яҙылған, ҡатмарлы тормошто төрлө яҡлап сағылдырған, донъяуи мәсьәләләрҙе фәлсәфәүи яҡтыртҡан романдар, күңел кисерештәрен, самими тойғоларҙы тәрәнтен һүрәтләп, саф, бөйөк хистәрҙе данлаған мөхәббәт хаҡындағы әҫәрҙәр, детектив, фэнтези повестар, хикәйәләр - һәммәһе лә уҡыусыға ят түгел.
Киләсәктә уҡыусыларын юғалтмаҫ өсөн уларҙы бөгөндән тәрбиәләү фарыз. Йәғни, әлеге мәлдә мәктәпкә тиклемге һәм мәктәптә белем алыусы уҡыусыларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү фарыз. Был тәңгәлдә нәшриәт ниндәй эштәр башҡара?
- Был фекер менән тулыһынса килешәм, һәм ул китап уҡыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Йәғни, беҙ балаларҙы улар тыуғандан алып маҡсатлы рәүештә туған телендә уҡыуға ылыҡтырмаһаҡ, һөйөү тәрбиәләмәһәк, киләсәктә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы уҡыусы кеше ҡалмауы ла ихтимал. Был тәңгәлдә "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында кесе йәштән балаларҙың аң-белемен, зирәклеген, отҡорлоҡ, тапҡырлығын үҫтереүгә ярҙам итерҙәй баҫмаларға өҫтөнлөк бирелә. Бары тик уларҙы таба һәм һайлап ала белергә генә кәрәк. Әлбиттә, балаһының һәр яҡлап үҫешкән шәхес булыуын теләгән ата-әсә, өләсәй-олатай башҡорт халыҡ ижадын, халыҡ педагогикаһын иркен ҡулланып, уға ерлек әҙерләй: сабый күңеленә изгелек, мәрхәмәтлек, туғанлыҡ, үҙ-ара ярҙамсыллыҡ, бер-береңә ҡарата шәфҡәтле булыу кеүек изге төшөнсәләрҙе бишек йырҙары, әкиәттәр, риүәйәттәр, һанашмаҡтар, йомаҡтар, шиғырҙар, тапҡыр һүҙҙәр, бәйәндәр аша һеңдерә. Сағыу һүрәтле, матур эстәлекле китаптар менән кесе йәштән таныштырылған балала китапҡа ҡыҙыҡһыныу, ынтылыш тыуа. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, сабыйҙың ошондай мәлен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Әгәр ҙә, башымды ҡайнатып йөрөмә әле, тип, бала ҡулына телефон тоттороп, йә телевизор, компьютер алдына ултыртып ҡуйһаң, зиһененә бер ниндәй файҙалы нәмә өҫтәмәй торған экран уны ылыҡтырасаҡ. Ылыҡтырыу ғына аҙ - күҙҙәренә зыян да килтерәсәк. Ультрафиолет нурланыш тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, беҙ ҙә балаларҙың нимәгә һәм ҡайҙа ынтылғанын, тартылғанын күреп-белеп, улар менән бер телдә аралашырға тейеш.
Заман менән бер ҡатарҙан атлау йәһәтенән беҙҙә бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән яңыса мультимедиалы китаптар баҫыла. Мәҫәлән, 2019 йылда "Хәйләкәр төлкө" башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп эшләнгән мобиль ҡушымталы китап сыҡты. Был баҫма шуныһы менән иғтибарҙы йәлеп итә: ундағы QR-код ярҙамында смартфонға йәки планшетҡа ҡушымтаны бушлай күсереп алып, әкиәттең башҡортса йә русса йәнһүрәтен ҡарарға мөмкин. Унда шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, әкиәтте үҙең теләгән телдә тыңларға һәм диктант яҙырға ла була. 2020 йылда "Өс дуҫ" исемле башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп эшләнгән мультимедиа китабы донъя күрҙе. Быйыл баҫмаға әҙерләнгән "Күк ат" тигән башҡорт халыҡ әкиәте лә ошо сериянан. Йәғни, бала ул китапта һүрәттәрен ҡарап йә тексын уҡып ҡына ҡалмай, ә ҡушымта аша "терелеп" киткән геройҙар менән бергә сәйәхәт итә, яңы кисерештәр аса, улар менән аралаша һ.б. Был китаптарҙың ике йәки өс телдә (башҡорт, рус, инглиз) сығыуы ла кескәйҙәргә телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур ярҙам.
Китап сығарыу - бер эш, ә уны уҡыусыға алып барып еткереү, таратыу өлкәһендә ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
- Авторһыҙ китап булмаған кеүек, китап уҡыусыларҙан башҡа автор ижады ла йәшәйешен юғалта. Беҙҙең нәшриәт автор һәм уҡыусы араһындағы бер күпер булып тора. Баҫманың китап уҡыусылар һорауы менән файҙаланыуы уның нисек нәшер ителеүенә генә түгел, уҡыусыға барып етеүенә лә бәйле. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең продукция менән һәр уҡыусыны таныштырып барырға, уға туранан-тура алып барып еткереү өҫтөндә эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, нәшриәттә донъя күргән баҫмаларҙы әлеге мәлдә республикабыҙҙың 92 һатыу нөктәһендә табырға мөмкин. Шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстанда, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Магнитогорск һәм Төмән ҡалаларында барлығы 17 урында һатыла улар. Республикабыҙҙың район, ҡалаларында, Рәсәй төбәктәрендәге күргәҙмә-йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, яҙыусыларыбыҙҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ижад һәм юбилей кисәләрендә сауҙа-күргәҙмәләр ойошторабыҙ.
"Китап" нәшриәте әлеге мәлдә "Читай-город" тип аталған һатыу селтәре менән хеҙмәттәшлек итә. Килешелгән шарттар буйынса, беҙҙә баҫылған китап продукцияһы республикалағы ошо селтәрҙең 8 магазинында һәм интернет-магазинында тәҡдим ителә. Сауҙа уңышлы барһа, селтәрҙең етәкселеге беҙҙең китаптарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә оҙатырға ниәтләй. Шулай уҡ нәшриәттең баҫма продукцияһын OZON.ru интернет-магазинының майҙансығында ла урынлаштырғанбыҙ. Әлеге көндә был майҙансыҡта китап һөйөүселәр иғтибарына барлығы 117 төр баҫма тәҡдим ителә. Йылдың аҙағынаса уларҙы 450 атамаға еткерергә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Был сайт аша беҙҙә сыҡҡан китаптарҙы илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һатып алалар.
Әлеге көндә нәшриәт баҫма продукция менән бергә электрон китаптар ҙа нәшер итә һәм тарата. Уларҙың һаны 102-гә етте. Беҙҙең рәсми сайтта ошо хаҡта белешмә алырға, яңы баҫмалар, каталог менән танышырға, файҙалы мәғлүмәттәр табырға була. Быйыл февраль айында "ЛитРес" ЯСЙ-һы менән килешеүҙең проектын ҡулға алдыҡ. Ошо килешеү нигеҙендә "ЛитРес" сервисында "Китап" нәшриәтенең айырым платформаһын төҙөү күҙаллана. Әлеге ваҡытта авторҙарыбыҙ менән шул юҫыҡта эшләү өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, улар менән авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында килешеүҙәр төҙөлә. Тиҙҙән был интернет-магазинда нәшриәттең айырым платформаһы барлыҡҡа килер һәм унда беҙҙең хөрмәтле авторҙарыбыҙҙың китаптары урынлаштырылыр, тигән өмөттәбеҙ. Электрон китаптың нимәһе яҡшы, уның тиражы сикләнмәгән һәм хаҡы ла күпкә арзан. Тик әлегә беҙҙең уҡыусыларҙың күпселеге китапты традицион, йәғни ҡағыҙ форматта уҡыуҙы хуп күрә. Был тәңгәлдә башҡараһы эштәребеҙ бихисап.
Республиканың абруйлы китап нәшриәте етәксеһе һәм үҙегеҙ ҙә әүҙем китап уҡыусы булараҡ, милләттәштәребеҙгә теләктәрегеҙ ниндәй булыр?
- Китаптан айырылмағыҙ, дуҫтар! Ниндәй генә заманда ла китап кешенең яҡын юлдашы булып ҡаласаҡ. Уларҙы уҡып, фәһем алып та, йыуанып та, тормоштоң күренмәгән серҙәрен асып та була. Әйҙәгеҙ, уҡыусы, уҡыған, уҡыясаҡ милләт булайыҡ! Бер быуатлыҡ тарихы булған "Китап" нәшриәте телде, мәҙәниәтте, милли әҙәбиәтте һаҡлауға һәм халыҡтың рухи байлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән берҙән-бер дәүләт ойошмаһы булараҡ, артабан да һеҙҙе матур, фәһемле, тәрән йөкмәткеле баҫмалары менән һөйөндөрөр.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА