«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (5-се бүлек)
+  - 


- Россияла йәшәй икән улар, Урал тауы тирәһендә. Борон-борондан уҡ һәм ян менән ҡоралланып, атҡа менеп һуғышҡа ла, һунарға ла, мал көтөргә лә йөрөгәндәр. Боронғо ғәҙәтен әле лә ташламайҙар икән. Уларҙы Александр Беренсе ҡоралландырмай, кейендермәй, ти, өйөнән ниндәй кейемдә сығып киткән, - шулай йөрөй бирә.
- Башҡорт тигәнегеҙ татармы ни?
- Юҡ, беҙ һорашҡан урыҫ офицеры улай тимәне.
- Урыҫтар Россияла йәшәгән халыҡты урыҫҡа һәм татарға ғына бүлә лә инде. Урыҫ булмағас, татар була инде.
- Теге офицер ҡабат-ҡабат башҡорт тип әйтте.
- Күпме инде улар?
- Бында килгәнеме, әллә барлығымы?
- Миңә беҙгә ҡаршы һуғышҡанының һаны кәрәк.
- Теге офицерҙан һорашҡайныҡ, белмәйем, тине.
- Ярар, тағы ла берәрһен табып, ныҡлабыраҡ һорашығыҙ. Башҡорттоң үҙенән һорау ала алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы булыр. Шунан миңә әйтерһегеҙ.
- Тыңлайым.
Башҡорттарҙан ҡурҡҡан өсөн, йә бүтән берәр сәбәп арҡаһында ҡыҙыҡһынманы Наполеон башҡорттар менән. Ғәҙәте шулай. Бер һорауға яуап эҙләргә тотонһа, шуны һәр ваҡ ҡына бөртөгөнә тиклем белмәйенсә, туҡтамай. Кис еткәс, теге һанат һаман һүҙ башламағас, Наполеон үҙе хәтерләтте быңа.
- Башҡорт тураһында белешеп бөттөгөҙме?
- Әллә ниндәй яңылыҡ аса алманыҡ, тәҡсир.
- Ниңә?
- Әсирҙәр араһында башҡорттар юҡ. Уларҙы әсиргә алып булмай, тиҙәр.
- Бөтөн халыҡты ла әсир итеп була, быларҙы юҡ, имеш. Әкиәт һөйләйһең.
- Нимә тип әйтһәгеҙ ҙә, әсирҙәр араһында башҡорт юҡ инде.
- Ярар.
Ҡараңғы төшә башлағас, һуғыш туҡтала, иртәгеһенә ҡараһалар, бер генә урыҫ яугиры юҡ: тереһе лә, үлеһе лә юҡ. Төн йөҙөндә ҡайҙалыр китеп бөткәндәр. Ике яҡ ғәскәре лә хәлһеҙләнгән, икеһенә лә ял кәрәк. Туҡтайҙар.
Иртәгеһенә һуғыш яңынан башланмай. Һәр яҡ та үҙенең юғалтыуҙарын һанай, халыҡсан итеп әйтһәң, һәр кем "яраһын ялап бәйләй". Рәсәй ғәскәре был алышта утыҙ мең кешеһен юғалта, француздар - егерме мең. Польшаға ингәне бирле Наполеон ғәскәре алтмыш мең кешегә кәмегән. Шуға ул йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә алыу тураһында яңы фарман бирә.
Бонапарт электән килгән үҙенең йолаһы буйынса, кисәге һуғыш яланын сығып ҡарай. Өҫтө-өҫтөнә тиерлек аралаш урыҫ һәм француз ғәскәренең үле һалдаттары ята, шуларҙың араһында үлә алмай ыңғырашҡан яралылар, аттар бар. Ҡабырғаһынан башы сығып торған уҡ күренеп торған бер атты шәйләп, Наполеон туҡтап ҡала. Был бит теге "төньяҡ амурҙарының" уғы. Атылған ҡорал аттың бер ҡабырғаһынан инеп, икенсеһенән килеп сыҡҡан Кәмендә өс-дүрт кешене тишеп сығыр ине, моғайын, бишәүҙе булмаһа. Бонапарт башын сайҡап торҙо ла артабан китте. Бындай уҡты атыусыны яҡындан күрергә ине, тип уйлап ҡуйҙы.
Ҡаты алыштан һуң бер көн уҙғас, Александр Наполеондың штабына кенәз Лобанов-Ростовскийҙы ебәрә. Һуғышты туҡтатыу тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Наполеондың да теләге шундай икәнде ул саҡта Александр белмәй әле. Солох тураһында килешеү төҙөлә ҡалһа, ти Рәсәй яғы, беҙҙең берҙән-бер шарт: Рәсәй бер генә ҡарыш ерен бирергә лә риза булмаясаҡ. Француздар Лобанов-Ростовскийҙы яҡшы ҡаршылай, һәйбәт һөйләшә. Рәсәйҙең ерен бүлеп алыу тураһында уйлап та ҡарамағандар. Рәсәй менән килешеү төҙөгәндә бер ниндәй өҫтөнлөккә, байлыҡ алыуға иҫәп тотмайҙар икән. Бынан тыш, ике яҡтан тағы ике илсе юғарыраҡ кимәлдә һөйләшеүҙәр уҙғара һәм ике яҡ та килешеү яҡлы икәнлектәрен белдерә. Тағы ла бер нисә көндән һуң ике ғәскәрҙе бүлеп аҡҡан Неман тигән ҙур йылғаның ҡап уртаһында ике яҡтың белгестәре ҡуҙғалмаҫ һал ҡора, уртаһына бик матур тирмә урынлаштыра. Иртәгәһенә иртәнге сәғәт ун берҙә ике ярҙан ике кәмә йөҙөп китә һәм урталағы һалға килеп төртөлә. Кәмәнән алдараҡ төшкән Наполеон Александрҙы ҡосаҡлап ала:
- Нимәгә һуғышып йөрөйбеҙ инде беҙ? - ти.
- Эйе шул, - ти Александр.
Улар бер-береһен арҡаларынан ҡосаҡлап, тирмәгә инә һәм ике сәғәттән дуҫтар рәүешендә кире сыға. Ҡан ҡойоп, бер-береһен күрә алмаған дошман булған был кешеләр, тип уйламаҫһың да. Тильзит килешеүе ошо рәүешле башлана һәм ике яҡтың да тулы ризалығы нигеҙендә шул ерҙә ҡорола.

* * *

Ошо хәлдән һуң егермеләп көн үткәс, Россия, Пруссия һәм Франция араһында әлеге һуғышты туҡтатыу һәм солох урынлаштырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. Рәсәй яғынан ғәскәрҙең баш командующийы Александр Беренсе император ҡул ҡуя, француздарҙан ғәскәрҙең баш командующийы, император Наполеон Бонапарт имзаһын һала.
Ҡағыҙҙарҙы өҫтәлдән йыйып алғас, Наполеон:
- Хөрмәтле император әфәнде, - тип өндәште Александр Беренсегә,- Һеҙҙең менән беҙ солох килешеүе төҙөнөк. Икенсе төрлө әйтһәң, беҙ хәҙер бер-беребеҙгә ҡан дошман түгелбеҙ. Шулай булғас, ҡайһы бер серҙәҙе асырға ла ярайҙыр? - Нимә тураһында һүҙ, хөрмәтле император?
- Һеҙҙең ғәскәрҙә хәҙерге заманға бик үк тура килеп бөтмәгән ҡораллы төркөмдәр бар. Беҙҙең һалдаттар уларға "төньяҡ амурҙары" тигән ҡушамат биргән. Кемдәр улар? Шулар менән яҡынданыраҡ танышҡанда, килешер ине.
Александр Беренсе тәүҙә һүҙҙең нимә тураһында барғанын төшөнөп бөтмәне, шуға янындағы генералдарға һораулы ҡарашын йүнәлтте.
- Башҡорттар тураһында һорай шикелле. Амурҙар уҡлы һәм янлы була бит. Шунан сығып әйтәләрҙер.
Александр тиҙ үк аңланы ла әлеге генералға йомошон да ҡушып өлгөрҙө:
- Башҡорттарҙан һәм иррегуляр ғәскәрҙәрҙән бер нисә кешене беҙ сәй эсеп бөтөрөүгә ошонда килтереп еткер. - Үҙе Наполеонға боролдо.
- Һеҙҙең ихтыярға амурҙарҙы килтерербеҙ. Әлегә йоланы үтәп, солох килешеүен сәй менән "йыуып" ҡуяйыҡ. - Иркен бүлмәләге ғәскәр етәкселәре икенсе бүлмәгә инеп китте.
Рәсәй ғәскәрендә иррегуляр әрменән өс төрлө халыҡ бар ине. Батшаның фарманын үтәргә йүгергән генерал шуларҙың ҡайһыныһын килтерергә икән, тип баш ватып торманы, өсөһөнән дә кешеләр килтерергә ҡушты.
- Башҡорттарҙан өсәү килһен, ҡалғандарынан икешәр. Солох килешеүен "йыуыусылар" кире залға сыҡҡанда баяғы генерал һәм йәнә ете кеше бер сафҡа теҙелеп тора ине.
- Кемдәрҙе килтерҙең, таныштыр,- тине батша генералға.
Тегенеһе алғараҡ сыҡты:
- Хөрмәтле йәмәғәт, һеҙҙең алда иррегуляр әрме һалдаттары тора. Һеҙ, хөрмәтле император, төньяҡ амурҙары тип атаған һуғышсыларҙың ике полк командиры Буранғол Ҡыуатов менән Айсыуаҡ Үҙебаев һәм полк муллаһы. Уларҙың янында ҡалмаҡ тигән халыҡ вәкилдәре һәм Дон казактарынан ике кеше.
Наполеон Ҡыуатов янына барып баҫты, тәүҙә баштан-аяҡ кейемен күҙҙән үткәрҙе. Башына ҡамсат бүрек, өҫтөнә биҙәкләп, һырлап сигелгән матур елән, аяғына күн итек кейгәйне Буранғол. Баш кейеменә ымлап, Бонапарт:
- Башығыҙға ниңә тиренән тегелгән бүрек кейәһегеҙ? Эҫе түгелме һуң? - тип ҡыҙыҡһынды.
- Йылы кейемгә өйрәнә ул тән. Уның ҡарауы, тире бүрек елкәне, муйынды ҡаплап тора һәм дошмандың ҡылысын кире ҡаҡлыҡтыра, баш һау ҡала.
Бонапарт тел шартлатты.
- Ҡоралдарығыҙҙы ҡарарға яраймы? - тип ян менән уҡ һаҙағына ымланы.
- Рәхим итегеҙ! - тине Буранғол французсалап.
- Оһо! - тине Наполеон. - Минең телемде лә беләһең икән. Ә мин һинекен белмәйем.
Шул арала былар янына тылмас килеп баҫты. Француздың ни әйткәнен урыҫсаға тәржемәләне. Ә Буранғолдоң полкынан килгән тылмас урыҫсанан башҡортсаға ауҙарҙы. Әлбиттә, бындай аралашыу оҙағыраҡҡа һуҙылды. Уның ҡарауы, Наполеон менән Буранғолдоң ни һөйләшкәне түкмәй-сәсмәй бер-берһенә генә түгел, быларҙы күҙәтеп торған бүтәндәргә лә еткерелә торҙо. Буранғол:
- Минең туған телем башҡорт. Беҙҙең халыҡ Урал тауҙары армыттарында йәшәй, Европа менән Азия тоташҡан ерҙә. Беҙҙең халыҡ унда мең йылдан күберәк тора инде. Бынауыһы ян тип атала, быныһы - уҡ. - Буранғол яу ҡоралдарын күрһәтә башланы. - Ә быныһы - ҡылыс. Быныһы - хәнйәр. Һәр һыбайлыла һөңгө бар әле.
- Амурҙың ҡоралы уҡ менән янды һеҙ күптән тотонаһығыҙмы?
- Үҙемде белә белгәне бирле. Миңә тиклем атай-олатайҙарым да шуларҙы йөрөткән. Уларға тиклем дә булған инде улар.
- Яңыраҡ бер һуғыштан һуң уҙған яу яланын ҡарап йөрөгәндә бер күренешкә юлыҡтым. Бер уҡ атты үтә тишеп сыҡҡан. Шул тиклем көс менән атыламы уҡ?
- Ул ғына нимә ул! Беҙҙең бер һуғышсы аттың иң ҡалын ере - түшен ярып сығарғансы ата.
- Хайран ҡалырлыҡ икән. Шуға беҙ һеҙҙе Төньяҡ амурҙары тип атайбыҙ ҙа инде. Үпкәләмәйһегеҙме был ҡушаматҡа?
- Юҡ. Ҡушаматҡа үпкәләп йөрөй торған бала-саға йәшенән уҙғанбыҙ бит инде. Өҫтәүенә, ҡушамат исем түгел, мәңгелеккә йәбешмәй.
Шулай тине лә ул Буранғол, тик был ҡушаматтың йөҙәр йылдар буйы башҡорттан юйылмаясағын ул ҡайҙан белһен инде...
Наполеон текләп торҙо ла Буранғолға ҡулын һондо. Тегенеһе лә бирҙе ҡулын. Ныҡ итеп ҡыҫыштылар, шунан Наполеон боролоп китте. Атлаған ыңғайы уң ҡулын һелкетә барҙы. Күрәһең, Буранғол тегене самаһыҙыраҡ ҡыҫып ташлаған инде. Ә Наполеон үҙенең подполковнигы менән булғанды ишетһә, йә күрһә, нимә тиер ине икән?
Был хәл Тильзит килешеүенә тиклемге яуҙың һуңғы көнөндә була. Француздар менән атыштан һуң урыҫтар яғына бер нисә әсирҙе алып киләләр. Берәүһе бигерәк мәрәкә хәлдә була. Хоҙай Тәғәлә тегеңә танауҙы үлсәүһеҙ биргән дә ҡуйған - бигерәк елле икән тын алғысы. Уның ҙурлығы бер хәл. Икенсеһе тағы ла ирмәгерәк. Бер башҡорттоң атҡан уғы тегенең танауына тейгән. Тейгән дә танауҙы үтә тишкән. Әммә уҡ шул урында тороп ҡалған. Килә француз аяғын саҡ һөйрәп, биленә етә яҙғансы башын эйеп. Уҡ тейгәнгә байтаҡ ваҡыт үткәндер инде, күрәһең, уҡ тейгән тишектән аҡҡан ҡан ҡатып бөткән. Ғәскәри имсе килеп, француздың танауына ҡарап торҙо ла, уҡты танау янынан ҡырҡып, һурып сығармаҡсы булды. Француздың көлкө күренешенә ҡарап, хахылдашҡандар араһында бер башҡорт та була. Теге француз менән имсегә текләп тора ла:
- Бәй, был минең уҡ табаһа. Бына тамғаһы бар,- тип күрһәтә. - Уҡты ни эшләтергә итәһең? - тип һорай имсенән.
- Ҡырҡам да шунан һурып алам.
- Бирмәйем. Минең уҡты ҡырҡмаҡсы булаһың, бирмәйем. Миңә кәрәк ул. Артабан француздың танауын ғына түгел, башын яра атам. Хәҙер үҙем матур ғына итеп тартып алам, уҡты һындырмау ғына түгел, сатнатмайым да.
- Һинең уғың бөтөн ҡалыр ҙа ул. Ә был танау ни эшләр икән һуң һин уҡты тартҡан саҡта,- тип һорай имсе.
- Эйе шул, - ти башҡорт.- Ярар инде, ҡырҡ уҡты. Был тиклем танауҙы ҡырҡһаң да булыр ине лә бит. Ярар инде, әйҙә, этләнмәһен француз, ул да кеше бит.
Ошо хәлде иҫенә төшөрҙө Буранғол Наполеондың усын һелкеткәнен күреп.

(Дауамы. Башы 31-34-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 348

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru