«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫНЫҢ АТАҺЫ
+  - 


(Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға ҡарата)

Августа билдәле башҡорт тел ғилеме, төрки телдәренең диалектология, лексикология, терминология һәм лексикография өлкәһендәге белгесе Таһир Ғәлләм улы Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулды.

Буласаҡ ғалим Өфө губернаһы Златоуст өйәҙендә, хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуа. Тәүге белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала, артабан рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Өс йыл ауыл мәҙрәсәһендә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, 1909 йылда Ватан алдындағы изге бурысын үтәргә китә, 9 йыл әрме хеҙмәтендә була. Иркутскиға артиллерия часына ебәрелә. Хәрби хеҙмәт уның өсөн рус телен һәм башҡа күп белемде өйрәнеү мәктәбе була. Ошонда уҡ хәрби фельдшерҙар мәктәбен тамамлай. Хәрби фельдшер булараҡ, Беренсе донъя һуғышында, рус армияһының Монголияға һәм Иранға хәрби походтарында ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә ул шулай уҡ Польшала, Латвияла, Литвала, Германияла, Грузияла, Әзербайжанда булырға өлгөрә, ундағы тормош-көнкүреш, мәҙәниәт менән генә түгел, 40 халыҡтың теле менән дә таныша. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшенә тотона.
1925 йылда ул Мәскәүҙә үткән Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезына делегат итеп һайлана. Саранан ҡайтҡас, улыстар буйлап йөрөп, съезд ҡарарҙары менән таныштырып, халыҡ алдында сығыш яһай. Һуңынан уны Мәсәғүт кантоны халыҡ мәғарифы бүлегенең инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Ярты йылдан һуң Таһир Ғәлләм улы Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы комиссариатының инспекторы итеп тәғәйенләнә. Наркомпроста эшләгән ваҡытында яңы дәреслектәр эшләүҙә һәм тәржемә итеүҙә, лингвистик экспедицияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Уҙған быуаттың 20-се йылдары уртаһынан Таһир Ғәлләм улы фәнни тикшеренеүҙәр менән етди шөғөлләнә башлай. 1931 йылдың көҙөндә К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер - Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенты булып китә. Юғары белемле белгес дипломы алғас, һуңынан Башҡортостандың М. Ғафури исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты итеп үҙгәртелгән Милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институтының тел секторы өлкән хеҙмәткәре булып эш башлай һәм бында 1957 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Был хаҡта ул автобиографияһында: "Яңы милли мәҙәниәт яралған ғына ул йылдарҙа башҡорт кадрҙары бигерәк аҙ һанлы булды, мин универсаль: балалар әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре, тәбиғәтте өйрәнеү, агрономия һәм география буйынса автор һәм авторҙаш булдым. Әлбиттә, башҡорт теленә терминдарҙы ла үҙемә уйлап табырға тура килде. Һуңынан улар әҙәби тел нормаһына инеп китте", - тип яҙа. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан, 1940 йылда, Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-ғәмәли институты Н. К Дмитриев ҡатнашлығында икенсе лингвистик конференция үткәрә, унда башҡорт теленең диалект системаһы тураһында доклад буйынса фекер алышына. Көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш диалекттарының булыуы тураһында тезис сығарыла.
1953 йылда Н.К. Дмитриевтың туранан-тура ярҙамында СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы фәнни семинарҙа көнбайыш диалекты тураһындағы мәсьәләне ҡабат көн тәртибенә сығара. Тап ошо сарала төньяҡ-көнбайыш диалект башҡорт теленең өсөнсө диалекты тип таныла һәм уны өйрәнеүҙе башларға тәҡдим ителә. Был тема Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми-тикшеренеү планына индерелә. 1954 йылда республиканың Асҡын, Балтас, Борай һәм Яңауыл райондарына Таһир Байышев етәкселегендә беренсе диалектологик экспедиция ойошторола. Һөҙөмтәлә фонетика, грамматика, лексика буйынса бай материал туплана һәм "көнбайыш диалект башҡорт халыҡ һөйләш теленең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора" тигән һығымта яһала. Әммә артабан төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшен өйрәнеү буйынса эштәр оҙаҡҡа өҙөлөп ҡала, ә экспедицияның бөйөк фән эшмәкәре Таһир Байышев тарафынан баҫмаға ентекле әҙерләнгән ҡиммәтле фәнни отчет архив ҡаҙанышы булып ҡала һәм бары тик ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс кенә донъя күрә.
Тарих биттәрен аҡтарып ҡараһаҡ, Таһир Байышевтың башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү буйынса 11 фәнни экспедицияла әүҙем ҡатнашыуын күрәбеҙ. Ул элекке Советтар Союзының башҡорттар йәшәгән барлыҡ төбәктәре буйынса тиерлек бай диалектологик материал йыя. Һуңынан 2500 биттән торған материал ентекле эшкәртелеп, системалаштырыла һәм аңлатма менән бирелә. Был эш ғалимға башҡорт теленең даилекттарын һәм һөйләштәрен төбөнә төшөп өйрәнеү, уларҙың таралыу сиген билдәләү һәм картаға индереү мөмкинлеген бирә. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә 1940 йылда башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәре тураһында "Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте" тип аталған йыйылма хеҙмәт донъя күрә. Һуңынан ул филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу өсөн диссертация эше булараҡ Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы кафедраһына тәҡдим ителә. Билдәле төркиәтсе, башҡорт тел ғилемен өйрәнеүсе Н.К. Дмитриев етәкселегендә башҡарылған был эштә Таһир Байышев башҡорт телендә өс диалект булыуын, башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙаллы, көнбайыш диалекты булыуын нигеҙләй. Уның был хеҙмәте 1955 йылда Мәскәү дәүләт университеты нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сыға һәм башҡорт тел ғилеме тармағында беренсе монографик тикшеренеү була. Билдәле диалектолог Нәжибә Мәҡсүтова бил-дәләүенсә, Таһир Байышевтың был хеҙмәте башҡорт диалектологияһы фәнен Бөтә Союз төркиәт аренаһына сығара.
Хеҙмәтендә Таһир Ғәлләм улы башҡорт диалекттары һәм һөйләштәрен классификациялай, уларҙың үҙенсәлектәрен һүрәтләй, таралыу территорияһын билдәләй, дөйөм лексик һәм морфологик үҙенсәлектәрен аныҡлай. Ғалим үҙе билдәләүенсә, лексик һәм синтаксик айырмалыҡтары һәм үҙенсәлектәре етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән, улар тураһында материалдар бик аҙ, һәм был материалдар буйынса уларҙың дөйөм һүрәтләнешен яҙыуға тотоноп булмаған. Бындай хәл-торош авторҙы диалекттарҙың фонетик, морфологик, лексик айырмалыҡтарын яҙырға, киләсәк өсөн уларҙың синтаксик айырмалыҡтарын яҙып ҡалдырырға мәжбүр итә лә инде.
Таһир Байышев дөрөҫ әйтә: һөйләш телендә фонетик һәм морфологик айырмалыҡтар һәр ерҙә лә асыҡ күренмәй, шуға уларҙың сиктәрен аныҡ билдәләү мөмкин түгел. Сик һыҙаттарындағы теге йәки был диалекттың үҙенсәлекле өндәре һәм аффикстары, ғәҙәттә, тотороҡһоҙ ҡулланыла. Уларҙың береһенән икенсеһенә күсеүе һөйләш телендә даими рәүештә һәм һиҙелмәй генә бара. Мәҫәлән, һ - с һәм ҫ фонетик үҙенсәлеген бер үк кеше бер үк һүҙҙә һ һәм ҫ итеп ҡуллана: "һыйыр" - "ҫыйыр" "һабын" - "ҫабын". Ә ҫ, ҙ һәм с булғанда фонетик үҙенсәлек сигендә ҫ - с, с - ч (йәки ш), ҙ - з менән сиратлаша йәки с, ч, з арауыҡ өндәре ҡулланыла. Фонетик үҙенсәлектәр осрашҡан урындарҙан ситтә был өндәр үҙ диалектында аныҡ әйтелә. Аффикстар менән дә шундай уҡ күренеш күҙәтелә.
Башҡорт теле диалекттарының өйрәнелмәүе ғалим алдына ҙур һәм ҡыҙыҡлы проблемалар ҡуя. Таһир Байышев башҡорт теленең төрки телдәре төркөмө араһындағы урынын билдәләй. Был эштең иң мөһим ҡаҙанышы булып ғалимдың башҡорт телендә көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының булыуын һәм уларға әй (һ-ҫ һөйләше), дим (ҫ һөйләше), һалйот (һ һөйләше), арғаяш (ҙ-ҫ һөйләше) төньяҡ-көнбайыш (с һөйләше), ҡариҙел (ҙ-з һөйләше), танып (ҙ һөйләше), урта һөйләш (п-т һөйләше) инеүен иҫбатлауы тора.
Таһир Байышевтың монографияһында башҡорт әҙәби теле мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелә, ул уның фонетик, морфологик үҙенсәлектәрен, лексик нормаһын һүрәтләй. Автор үҙе: "Әҙәби тел нормаһы нигеҙҙә әҙәби тел хеҙмәтләндергән барлыҡ башҡорттарҙың һүҙлек фонды һәм һөйләш теленең һүҙлек составына нигеҙләнә. Әҙәби тел һөйләш теле артынан бармай, ә уны ижади етәкләй - һөйләш теленең һәр һүҙе һәм терминын ул әҙәби эшкәртеүгә дусар итергә тейеш", - ти. Ғалим Башҡорт теленең ентекле диалектологик картаһын эшләй, унда башҡорттар йәшәгән барлыҡ территория индерелә һәм ул профессор Сергей Иванович Руденко төҙөгән һәм "Башҡорттар" монографияһында баҫылып сыҡҡан башҡорттарҙың этнографик картаһын ҡабатлай. Билдәле ғалимдар С. И. Руденко, Н. К. Дмитриев бик йыш Т. Байышев хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә.
1964 йылда билдәле совет тел белгесе, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ул ваҡытта эмиграцияла булған Николай Николаевич Поппе Таһир Байышевтың концепцияһын раҫлап, Блумингтонда (АҠШ) инглиз телендә нәшер ителгән "Башҡорт грамматикаһы" ("Bashkir manual") китабында башҡорт телендә өс территориаль диалекттың булыуы тураһында яҙа һәм өсөнсө диалект тип төньяҡ-көнбайыш диалектты атай.
Тормош иптәше, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мөшәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы менән дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр: Әхәт Таһир улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, полковник, "Баштелерадиобыттехника" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Сәғит Таһир улы - балет артисы, хәрби фельдшер, 1943 йылдың 16 июлендә һәләк була, Булат Таһир улы - техник фәндәр докторы, РФ-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, РАЕН-дың почетлы академигы, почетлы нефтсе, Минтопэнергоның почетлы хеҙмәткәре, Марат Таһир улы - геологоразведчик. Улар хәҙер яҡты донъяла юҡ инде.
1974 йылдың 4 ноябрендә Таһир Байышев Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай ҡасабаһында бер урамға уның исеме бирелгән. 2006 йылда, тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан ғалимдың иң билдәле "Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте" ғилми хеҙмәте ҡабаттан баҫылып сыға. Таһир Ғәлләм улы Байышев халыҡ хәтерендә изге, тәрбиәле кеше, ысын зыялы, ҙур аҡылға эйә ғалим, үҙенең бар ғүмерен туған башҡорт халҡының ихтыяжы өсөн көрәшеп үткәргән ысын патриот булып һаҡлана.

Луиза СӘМСИТОВА,
филология фәндәре докторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.21 | Ҡаралған: 448

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru