Балтас районында өр-яңы тарихи-мәҙәни үҙәк асыла. Маҡсаты бер - Башҡортостан мишәрҙәренең мәҙәни ҡиммәттәрен өйрәнеү, тергеҙеү һәм һаҡлау. Әйткәндәй, был төбәктә етмештән ашыу ауыл бар, уларҙың 14-дә мишәрҙәр көн итә, тип раҫлай әңгәмәсебеҙ.
Ә кемдәр һуң ул мишәрҙәр? Башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан айырмалыҡтары нимәлә? Ҡайҙа йәшәйҙәр? Был хаҡта яңы үҙәктең баш белгесе Айҙар Сираев һөйләне.
- Тарихтан мәғлүм булыуынса, 1812 йылда мишәрҙәрҙең башҡорт-мишәр полкы составында Парижғаса барғаны билдәле. Был полк 1798 йылдар тирәһендә ойошторолған. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 166 мең самаһы мишәр теркәлгән. Ә 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республика биләмәһендә 136 мең самаһы мишәр йәшәгән. 1939 йылдағы иҫәп буйынса иһә мишәрҙәр бөтөнләй теркәлмәгән. Нисек былай килеп сыҡҡан һуң? Белеүебеҙсә, был тарихи осорҙа Татарстан, Башҡортостан республикалары формалашыуҙы дауам иткән, шуға ла, бәғзе белгестәр билдәләүенсә, мишәрҙәрҙең теле татар теленә яҡын булыу сәбәпле, уларға тап ошо милләт вәкиле тип яҙылыу тәҡдим ителгән.
"Мишәр" һүҙенең тарихы тәрән, бер фараз буйынса ул "мадъяр", "маджар" һүҙҙәренә барып тоташа. Был халыҡ яугир булмышлы, ҡыйыу булған, мишәрҙәр - уларҙың тоҡомдары, тиҙәр. Икенсе фараз буйынса, Пенза, Түбәнге Новгород тарафтарында Мещера тигән төбәк булған. Батша власы был тарафтарҙан Рәсәй сиктәренә күсергән кешеләрҙе "мишәрҙәр" тип атаған. Был халыҡ батшаға бик тоғро булған.
Күптән түгел "Башҡортостан мишәрҙәре" тигән йыйынтыҡ донъя күргән. Авторҙары - тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин. Бында дәһшәтле осорҙа Башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән билдәле мишәрҙәр тураһында мәғлүмәттәр һәм башҡа тарихи материалдар бар, - ти Айҙар Сираев.
Ул мишәрҙәрҙең милли аштары тураһында ла телгә ала. Мәҫәлән, "майаш" тигән тәмлекәстәр беҙ күнеккән бауырһаҡтан бәләкәйерәк, ә сәк-сәктән ҙурыраҡ итеп яһала. Балан ҡатығы ла - үҙенсәлекле эсемлек. Уны эшләү өсөн баланды оҙаҡ ҡына ҡайнаталар һәм он менән ҡуйыртып, шәкәр ҡушып, татлы эсемлек яһайҙар. "Был - Балтас бренды. Баланды беҙҙә "малан" тиҙәр. Бындай эсемлекте бер ҡайҙа ла осратмаҫһығыҙ", - ти Айҙар Сираев.
Мишәр теленә килгәндә, Айҙар Сираев әйтеүенсә, улар "яңғырап торған "ч" хәрефе менән һөйләшә.
Әлеге ваҡытта мишәр ауылдары Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Дәүләкән, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙа урынлашҡан. Рәсәйҙә иһә улар Силәбе өлкәһендә, Сыуашстанда, Себерҙә һәм башҡа төбәктәрҙә таралған.
"Күңелебеҙҙә мишәр тигән үҙбилдәләнеш йәшәй. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Яңы асылған тарихи-мәҙәни үҙәктең маҡсаты - тарихыбыҙҙы асыҡларға, күберәк мәғлүмәт тупларға, милләтебеҙҙең вәкилдәрен берләштерергә. Ошо көндәрҙә ул рәсми асыласаҡ", - ти Айҙар Сираев.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|