Кескәй тамашасыларында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән һәм уларҙың күңелдәренә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклек кеүек мөһим орлоҡтар һалыусы, барыһын да мөғжизәгә ышандырған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы 90-сы юбилей миҙгелен асты. Ошо уңайҙан театр директоры Альберт ИМАМЕТДИНОВ менән әңгәмәләштек.
90-сы юбилей миҙгелендә театр коллективын һәм тамашасыларын ниндәй үҙгәрештәр көтә?
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 90-сы юбилей миҙгелен бик ашҡынып көтөп алды һәм пландарыбыҙ бик күп. Улар башлыса театр бинаһын яңыртыуға, ҙур төҙөлөшкә бәйле, әлбиттә. Сөнки ул ваҡытта театр ҙураясаҡ, беҙҙә Бәләкәй зал, ҡәһүәхана, ҡурсаҡтар музейы, балалар өсөн оҫтаханалар, тышҡы территорияла уйын майҙансыҡтары һәм башҡа заманса уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Былар беҙҙең ижади тормошҡа яңы һулыш алып килер, тип ҙур өмөттәр бағлап көтәбеҙ.
Ә инде коллектив эшенә һәм репертуарға килгәндә, тырышып, бик әүҙем эшләйбеҙ. Бер нисә йыл рәттән "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проектында ҡатнашып, гастролдәргә йөрөү өсөн уңайлы өс автобус алыуға өлгәштек. Театр яңыртылған осорҙа башҡа бинаға күсеп эшләргә, күберәк республиканың район-ҡалаларына гастролдәргә йөрөргә махсус бәләкәйерәк спектаклдәр әҙерләнек. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, алты йыл элек бында директор булып эш башлағанда иҫке генә "пазик"тан башҡа транспортыбыҙ юҡ ине, шуға саҡырған ергә лә бара алмай интегеп, башҡа театрҙарҙан транспорт һорарға тура килә ине. Шунда театрға реконструкция эшләп, транспорт алып, матди-техник базаны төрлө яҡтан яҡшыртып, яңы һулыш бирәм, тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Шуға бөтә көсөмдө, белемемде ошо Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын аяҡҡа баҫтырыуға һалам, республикабыҙҙың данлыҡлы бер театры итеп үҫтереп, данын арттырырға тигән маҡсат менән йәшәйем.
Театрҙы матди-техник йәһәттән яңыртыуҙан тыш, юбилей миҙгелендә тамашасыларыбыҙҙы өр-яңы сағыу спектаклдәр менән дә ҡыуандырырға ниәтләйбеҙ. Бына 4-се сентябрҙә Корней Чуковскийҙың әҫәрҙәре буйынса эшләнгән "Приключения Доктора Айболита и его друзей" тип аталған спектаклдең премьераһы булды. Сәхнәләштереүсе төркөмдә ҡуйыусы режиссер Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова, рәссам Наталья Бирюкова, хореограф Рөстәм Имамов, музыкаль яҡтан биҙәүсе Эдуард Исламов эшләне. Был спектакль беҙҙең театр өсөн бик үк традицион булмаған клоунада формаһында, шуның менән дә үҙенсәлекле ул. Режиссер Чуковскийҙың әҫәрҙәре менән танышҡандан һуң, ошо стилдә эшләргә тәҡдим иткәс, худсовет ризалыҡ биреп, июнь-июль айҙарында эш башлағайныҡ. Ниһайәт, отпускынан һуң әҙерләп бөтөп, яңы ғына үҙебеҙ ҡараныҡ һәм бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Спектакль ысынлап та бик матур килеп сыҡҡан, ул музыкаль яҡтан бай, костюмдар сағыу, артистар клоунада жанрын үҙләштереп, һөнәрҙәрен арттырған, пластика, бейеүҙәр, көлкө, тамашасылар менән йәнле аралашыу - барыһы ла бар. Спектаклдең йәш арауығын 0+ тип билдәләнек, уны бөтә тамашасыларға ла ҡарарға була. Иң кескәйҙәргә лә ҡыҙыҡ буласаҡ, ололар ҙа моңһоу көҙ миҙгелендә беҙҙең тамашанан йылы тәьҫораттар алып, театрҙан күтәренке кәйеф менән ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән, коллективыбыҙ менән йыл һайын алты яңы спектакль сәхнәләштерәбеҙ, тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Быны төҙөлөш барғанда ла дауам итергә ниәтләйбеҙ һәм әле "Кошкин дом" тигән спектакль өҫтөндә эшләйбеҙ, артабан "Незнайка и его друзья" көтә. Башҡортса спектакль ҡарарға теләгән тамашасыларыбыҙҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ: яҙға табан әҙерләргә ниәтләйбеҙ, әлегә атамаһын тәҡдим итәләр, эш башланып ҡына тора. Уны ғинуар айында төҙөкләндереү башланғас, икенсе бинаға күсеп урынлашҡас, бойомға ашырырбыҙ.
Ғәҙәттә, театрҙар яңы миҙгелде йәш артистарҙы эшкә алып ҡаршылай. Һеҙҙең коллектив яңырамы?
- Бүтән театрҙар менән ярышырлыҡ әмәлебеҙ юҡ, артистар эшкә ынтылып килә, тип әйтә алмайым. Сөнки аңлап тораһығыҙ, мөмкинлектәребеҙ самалыраҡ, артистарға урын тарыраҡ, гримеркаларҙа ла ҡыҫылыбыраҡ ултыралар, шундай хәл ителәһе ҡайһы бер мәсьәләләр бар. Шулай ҙа быйыл коллективыбыҙ ике йәш кеше менән тулыланды, беҙгә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында махсус ҡурсаҡ театры артистары әҙерләгән курста белем алып йөрөгән йәштәр Айнур Мәҡсүтов һәм Шамил Харрасов килде. Был курста йәмғеһе 7 егет һәм ҡыҙҙар уҡый, төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға барыһы ла беҙҙең сафтарға инер, тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, "Приключения Доктора Айболита и его друзей" спектаклендә йәш артистарыбыҙҙың дебюты булды.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 90 йыллыҡ тарихында тулы тамаша залдары йыйған спектаклдәр ҙә барҙыр. Уларҙы был миҙгелдә тергеҙеп, тамашасыларҙы үткәндәргә сәйәхәт иттерергә ниәтегеҙ юҡмы?
- Ҡыҙғанысҡа күрә, күп спектаклдәр ваҡыт үтеү менән матди яҡтан юғалтыуҙар кисергән. Театрҙың күп тамашалары ҡурсаҡтар, маскалар ярҙамында сәхнәләштерелгән һәм улар иҫкергән, күптәрен һаҡлау өсөн бик һаҡ ҡағылырға кәрәк. Шуға тарихи спектаклдәребеҙҙе тиҙ генә тергеҙеп, тамашасыларҙың бала саҡ хәтирәләрен яңыртыу, уларҙы шул осорҙоң тылсымлы әкиәт донъяһына илтер өсөн күп көс талап ителә.
Шулай ҙа беҙ бер нисә йыл элек театрыбыҙҙың Алтын фондына ингән "Һинд легендаһы" тигән спектаклде яңынан сәхнәгә күтәреүгә өлгәштек. Был сағыу әҫәр үткән быуаттың 80-се йылдарында режиссер Петр Мельниченко тарафынан сәхнәләштерелгән. Заманында спектакль СССР-ҙың Һиндостанға гастролдәре өсөн тәғәйенләнгән булған һәм айҙан ашыу илдең төрлө ҡалаларында сығыш яһап, театрҙың коллективы Джавахарлал Неру исемендәге премия алып ҡайтҡан. Бындай юғары наградаға Рәсәйҙә башҡа бер ҡурсаҡ театры ла лайыҡ булмаған. Әле лә Һиндостандан килгән ҡунаҡтар йыш ҡына шул "Һинд легендаһы"н иҫләп, беҙгә тамашаға килә. Беҙ был тарихи спектаклде ваҡыты-ваҡыты менән уйнайбыҙ, замандаш тамашасыларыбыҙ ҙа бик йылы ҡабул итә. Ә башҡа спектаклдәргә килгәндә, әле ҡәҙерләп кенә һаҡлап килгән ҡурсаҡтарҙы, кейемдәрҙе һәм башҡа әйберҙәрҙе театр бинаһы яңыртылғандан һуң махсус музейға урынлаштырырға уйлайбыҙ.
Тамашасыларығыҙға әйтергә теләгән һүҙҙәрегеҙ ниндәй булыр?
- Ысын әкиәт, мөғжизә ҡурсаҡ театрында ғына йәшәй. Бында балаларҙы һәм үҙенең һөнәрен яратҡан, эшенә тоғро кешеләр хеҙмәт итә. Бөтә күңелебеҙ менән бирелеп, барлыҡ оҫталығыбыҙҙы һалып, һәр тамашасының күңеленә үтерлек итеп эшләргә тырышабыҙ. Театрҙың 90 йыл эшләү дәүерендә йөҙәрләгән спектакль сәхнәләштерелгән һәм уларҙы ҡараған кескәй тамашасыларыбыҙҙың ҙур сәнғәткә юлы ошо тупһанан башланған. Бөгөн дә балалар гаджеттар, интернет менән нығыраҡ дуҫ булһа ла, ололар уларға ҡурсаҡ театрының мөғжизәле донъяһын күрһәтһен ине. Бында йәнле аралашыу, баланың күңелен үҫтереү, кешелеклек, рухи тәрбиә биреү кеүек етди мәсьәләләрҙә коллективыбыҙ күп көс һала.
Әйткәндәй, быйыл сентябрь айынан Рәсәй Хөкүмәте тарафынан булдырылған "Пушкин картаһы" тип аталған яңы проектҡа ҡушылдыҡ. Был проект шунан ғибәрәт: 14-тән 22 йәшкә тиклемгеләр "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша үҙенә электрон форматта "Пушкин картаһы"н теркәргә тейеш һәм уларға быйыл декабрь аҙағына тиклем тотоноуға 3 мең һум аҡса бүленә. Сумманы йәштәр театр, музей, филармонияларға йөрөүгә сарыф итә ала. Был үҫмерҙәр, студенттар, йәш ғаиләләр өсөн ҙур бүләк, минеңсә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ошо йәштәгеләр өсөн ең һыҙғанып репертуар әҙерләне һәм сентябрь айында күп кенә тамашаларыбыҙ нәҡ уларға тәғәйен буласаҡ. Барлыҡ тамашасыларҙы ла беҙҙең сағыу донъябыҙға саҡырып ҡалам.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 90-сы юбилей миҙгелен бына шулай дәрт-дарманы ташып, киләсәккә ҙур пландар менән башлап тора. Театрҙың йыл да репертуары сағыу, фәһемле спектаклдәр менән тулыланып тороуына күнегеп тә бөткәнбеҙ, тиерлек. Ә бына уның бинаһы яңыртылыуы һәм заманса төҫ алыуы, коллективтың иһә Башҡортостан буйлап гастролдәргә сығыуы бик ҡыуаныслы. Тимәк, быйыл баш ҡала халҡы ғына түгел, республиканың ҡала-ауылдарында йәшәгән кескәйҙәр һәм ололар ҙа әкиәт иленә сәйәхәт итә алыр.
Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА