Алты ярым миллиардтан күберәк кеше йәшәгән Ер шарында уларҙың барлыҡҡа килеүе тураһында ике уйҙырма бар. Беренсеһе - әҙәми заттың Алла, Бог һәм башҡа исем аҫтында йөрөгән иң бөйөк Ҡөҙрәт тарафынан тупраҡтан, балсыҡтан әүәләп яһалғаны тураһында. Икенсеһе - шул заттың уғаса Ер йөҙөндә булған йән эйәләренең миллионлаған йылдар дәүерендә маймылға, маймылдың тора-бара кешегә әүерелеүе тураһында фекер. Икеһе лә уйҙырма, сөнки икеһе лә иҫбат ителмәгән.
Әммә кеше Ерҙә йәшәй. Оҙаҡ торамы ул бында? Быныһын да белеүсе юҡ. Йөҙәрләгән йылдыр, бәлки, миллиардлағандыр. Әммә кеше үҙенең йәшәү тарихында ныҡ үҙгәреш кисергәнен бик күптәребеҙ белә. Был уның тән төҙөлөшөнә ҡағылмай, ә уйлау-фекерләү һәм шуның нигеҙендә барлыҡҡа килгән хәрәкәт менән бәйле. Тәндә иһә үҙгәрешкә ҡан һәм уның төҙөлөшөндәге матдәләр дусар. Шуға күрә кешенең кемгә һәм нимәгә бәйләнгәнен асыҡлар өсөн уның ДНК-һын тикшерәләр. Ер йөҙөндәге төрлө ҡитғалағы, төрлө илдәге кешеләрҙең ДНК-һын өйрәнеү уларҙың ҡайһы береһенең бик боронғо булыуын һәм әле төрлө төбәктәргә ныҡ таралып йәшәүен, икенселәренең тәүгеләренән күпкә һуң барлыҡҡа килеүен, өсөнсөләренең ара, ырыу, халыҡ булып йәшәй башлағанына ни бары йөҙ-йөҙ илле генә йыл икәнен күрһәтте.
Ғалим, социолог, тарихсы, инженер Йәҙгәр Бәширов, тап ошо һәм башҡа кире ҡаҡҡыһыҙ мәғлүмәттәргә таянып, башҡорт халҡы бик боронғо һәм ер йөҙөндә халыҡ булып ойошҡан иң тәүге ҡәүемдәрҙең береһе, тип белдерҙе. Өфөлә 2021 йылда баҫылған "Боронғо башҡорттар" китабы тап ошо тикшеренеүҙәргә һәм һығымталарға арналған.
Кеше нисек кенә яралмаһын, бөгөнгәсә уның үҫеше өс үҙәктә бара. Беренсеһе - аҡ кешеләр үҙәге Урал менән Европа араһы, икенсеһе һарыларҙыҡы - Көнсығыш Азия һәм өсөнсөһө ҡараларҙыҡы - Африка. Аҡтарҙың үҫешенә һәм таралыуына этәргес Урал тауҙарында булған, тип һанай Йәҙгәр Бәширов. Быға төп дәлил итеп бөгөнгө Башҡортостандың тап үҙәгендә ятҡан һәм тап башҡорт телендә бынан дүрт мең йылдан күберәк элек барлыҡҡа килгән Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм "Урал батыр" эпосын ала. Эйе, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге кеүек һүрәттәр төшөрөлгән ер аҫты тораҡтары Францияла һәм Испанияла бар. Әммә тарихи эпос менән мәмерйә икеһе бергә тик башҡортта ғына билдәле. Шуға күрә башҡортто иң боронғо ҡәүемдәрҙең береһе тип атай Йәҙгәр Бәширов һәм уға ҡаршы килеүсе табылмаҫ, тип уйланыла. Дөрөҫ, мәмерйәгә Шүлгәндең исемен биргән ҡәүемдең атамаһы "башҡорт" булған, тип раҫларға йыйынмайбыҙ. Сөнки ул ваҡытта кешеләр халыҡ булып ойошмаған һәм уларҙың әлеге атамалары ла булмағандыр әле. Был һуңғы мең йыллыҡтың күренеше. Бында ла тәүҙә ырыуҙар, ырыу-аралар була, шунан уларҙың ҡушылыуы нигеҙендә халыҡ, торараҡ милләт тыуа. Бөгөнгө француздар менән испандарҙың да үҫеш юлы башҡорттарҙыҡы һымаҡ. Уларҙың тағы бер оҡшашлығын билдәләп үтәйек: өс халыҡтың да нигеҙ ДНК-лары бер. Әгәр француз менән испандарҙың боронғолоғон берәү ҙә кире ҡаҡмай икән, башҡорттоҡон да ҡаҡмаясаҡ.
Дүрт мең йылдан ашыу элек тә, унан һуң да кешеләр донъяһында бик ныҡ үҙгәрештәр, тетрәнеүҙәр, уңыштар һәм ҡаҙаныштар булған. Себер-Урал-Европала фекерләү ҡеүәһе ныҡ үҫешкән һәм шуның нигеҙендә яңы ҡорал, яңы технология, яңы асыштар барлыҡҡа килгән һәм һуңғы ике мең йыл араһында ғына ла биш империя төҙөлөп, тарҡалған. Әҙәм балаһы ядро ҡоралын уйлап тапҡан, йондоҙҙарға осҡан, саҡрымдар тәрәнлегендә ятҡан диңгеҙ төбөндәге нәмәләрҙе өйрәнгән. Әммә ул бер ваҡытта ла меңәр йыл әүәл булған боронғолоҡто онотмаған һәм әле лә ошо бейеклектәргә күтәрелеү нигеҙендә шул боронғолоҡ ята, тип элеккеләргә рәхмәт әйтә.
Башҡорттоң боронғолоғо халыҡты бар иткән үҫәргән, таҙ, бөрйән, ҡыпсаҡ, ҡатай, гәрә, мең, меркет, кирәй, ҡаңлы, әйле, күҙәй, төрөкмән, ҡырғыҙ, кәлсер, йомран, дыуан, юрматы, уран һәм башҡа ырыуҙарҙан торған. Бөгөнгө башҡорт халҡын 49-лап ырыу бар итә. Йәҙгәр Бәширов ошо ырыуҙарҙың һәр береһенең тиерлек уҙған тарихын барлап сыға һәм халыҡты күтәреп тороуҙағы уларҙың урынын атап күрһәтә.
Башҡорт улай бик боронғо булғас, кешелектең үткән тарихында ни эшләп эҙ ҡалдырмаған һуң? Яҙма тарихта уның тураһында беренсе тапҡыр VII-VIII быуатта ғына телгә алалар бит, тип әйтер кемдер, һәм хаҡлы буласаҡ. Ошо һорауҙың бирелерен алдан уҡ тоҫмаллап, Йәҙгәр Бәширов боронғо башҡорттарҙың Туран осоронда мәсәғүт, Буртас батшалығында бүтән исем, кимерәйҙәр дәүерендә, ҡыпсаҡ һәм саҡ дәүләттәрендә тағы ла бер төрлө аталып, фарсы хандары ваҡытында нисек йәшәгәндәрен асыҡлай.
"Урал батыр" эпосын бик борон ижад итеп, әле лә хәтерендә һаҡлап йөрөткән халыҡ менән бер дәүерҙә кемдәр йәшәгән һәм улар тарихта ниндәй эҙ ҡалдырған һуң? Йәҙгәр Бәширов был һорауға ла үҙенсә һәм бик тулы яуап бирә китапта. Мәҫәлән, Сәсән хандар ҡулы аҫтында сәскә атҡан Фарсы донъяһын туҙҙырған Александр Македонский менән боронғо башҡорттар нисек осрашҡан һуң? Бәлки, күрешмәгәндер? Был һорауға ла яуап бирә Йәҙгәр Бәширов.
Яңы эраны төрлө ил тарихсылары төрлөсә атап йөрөтә. Христианды үҙ дине тип һанаусылар был эраны "беҙҙең эра" тип атай. Христиан булмаған күп кенә ил тарихсылары, христианға эйәреп, бигерәк тә Рәсәйҙә, урыҫ булмаған халыҡтар вәкилдәре лә "беҙҙең эра" тип һалдыра. Әлбиттә, улар "яңы эра" тип әйтергә тейеш ине. Яңы эрала башҡорттар һун осорон кисерә, төркиҙәрҙең үҙҙәренә йоғонтоһон башынан уҙғара, уйғырҙар ваҡытында ла боронғо илендә йәшәй башҡорт.
Үрҙә һанап кителгән тарихты бығаса белеүсе юҡ инеме ни? Әлбиттә, бар ине. Тик тарихсыларҙың күбеһе ун алтынсы быуаттан башлап егерменсе быуат бөткәнсе тиерлек был турала өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Сөнки Рәсәй батшаһы һынлы батшаға ҡаршы күтәрелергә баҙнат иткән башҡорт тураһында аламанан башҡа һүҙ әйтелмәне. Әйтһәң, һин дә яуыз башҡорт исемлегенә инәһең. Шуға күрә боронғо, яңы эра башындағы, урта быуаттар дәүерендәге башҡорттар тураһында һуңғы 30-40 йыл осоронда ғына дөрөҫөн яҙа башланылар. Тарихсы Нияз Мәжитов, унан һуңғы быуындар ғына башҡорттоң асылын тарихта һынландыра килә. Шуларҙың береһе, һис шикһеҙ, Йәҙгәр Бәширов. Ул беҙҙең халыҡтың үткәнен "Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтарҙың этник тамырҙары, ойошоуы һәм үҫеше", "Урта быуат хандары: Башҡорт хан", "Ҡол Ғәли һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында" тигән китаптарын сығарҙы.
Бына беҙҙең алда яҙыусы тарихсының яңы ҙур әҫәре. Рәхмәт уға. Әлбиттә, тарих менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла боронғо башҡорттар тураһында хәбәрҙәр ине. Тик бығаса китаптар эҙмә-эҙлекле рәүештә башҡорттоң үткәнен теҙеп күрһәтә алмағайны. Шуны Йәҙгәр Бәширов ошо баҫмаһында эшләне. Халыҡтың үткәненә кешеләрҙең күҙе асылған дәүерҙә уның баҫылып сығыуы бик яҡшы. Был хеҙмәттең баһаһы, һис шикһеҙ, бик юғары. Республикабыҙ Хөкүмәте лә уны оло баһаға лайыҡ тип һанар, моғайын.
Ғәлим ХИСАМОВ,
яҙыусы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА