Нимә һуң ул - эго? Телмәрҙә был һүҙ һирәк ҡулланыла. Ә бына уның тамырҙаш һүҙе - эгоизм беҙгә бик тә таныш. Шунда уҡ тик үҙен генә яратҡан тәкәббер кеше күҙ алдына баҫа. Эго һүҙенең мәғәнәһенә артыҡ төшөнөргә тырышып та тормайбыҙ. Ә кәрәк. Сөнки эго - ул "мин". Һин, йәғни һинең "мин"ең. Дөрөҫөн әйткәндә, эго - ул беҙҙең эске "мин"ебеҙ. Башҡалар өсөн билдәһеҙ "мин"ебеҙ. Был донъяла бөтәбеҙҙең дә үҙ урыны бар. Беҙ буш урын түгел, беҙҙең эгобыҙ бар! Төнөн йондоҙло күккә бағып уйланғанығыҙ барҙыр, моғайын. Уның сиге юҡ. Уйыбыҙ менән уның сигенә етә алмайбыҙ. Үҙегеҙҙең эске донъяғыҙҙың сиген тояһығыҙмы? Юҡтыр. Бына нимә ул - эго! Мәңгелек сикһеҙ йыһан уртаһында беҙҙең төпһөҙ, аңлап етмәҫтәй эгобыҙ бар. Башығыҙҙы бутаныммы? Улайһа, мәҡәләне ситкә ҡуйып, бер ябай ғына тест эшләп ҡарайыҡ.
Ҡағыҙ бите, ҡәләм алығыҙ ҙа ҡағыҙҙың ҡап уртаһына "Мин кем?" тип яҙығыҙ. Хәҙер, бағаналап, ошо һорауға 12 тапҡыр яуап бирегеҙ. Яуаптарығыҙ төп килеш (кем? нимә?) һорауҙарына яуап бирерлек булһын. 1 минут эсендә! Башланыҡ! Секундомерҙың тауышы ишетеләме?
60 секунд үтте! Күреп торам, белеп торам, күптәрегеҙгә ваҡыт етмәне. Ябай ғына һорау, эх һеҙ! Күрәһең, беҙ үҙебеҙгә был һорауҙы бирә һалып бармайбыҙ, былай ҙа беләбеҙ һымаҡ. Шулай ҙа тикшереп ҡарайыҡ. Башта яуаптарығыҙҙы 4 өлөшкә бүлегеҙ: 1-3/ 4-6/ 7-9/ 10-12.
Әҙәм балалары өсөн тәүге башланғыс нимә? Әлбиттә, кеше булыу. Мин - кеше, тип, беренсе өлөштә моғайын яҙғанһығыҙҙыр? Эйе, беҙ үҙебеҙҙе хайуандар донъяһынан айырып ҡарайбыҙ. Улар ҙа беҙҙең кеүек йән эйәләре, әммә беҙ башҡа! Академик Павловтың эттәр менән үткәргән тәжрибәләрен мәктәп программаһы буйынса иҫләйһегеҙҙер? Эткә ашарға бирәләр ҙә ҡыңғырауҙы шылтыраталар. Ашарға бирәләр ҙә ҡыңғырау төймәһенә баҫалар. Шулай күп тапҡырҙар дауам итәләр. Әлбиттә, ашарға биргән һайын эттең шайығы бүленеп сыға. Тәжрибәнең дауамында эткә ашарға бирмәйҙәр, ә ҡыңғырауҙы шылтыраталар. Ашарға юҡ, ә шайыҡ бүленә. Ни өсөн? Эйе, эттә шартлы рефлекс барлыҡҡа килде. Быны, йәғни шартлы рефлексты, Павлов беренсе сигнал система тип атай.
Шартлы рефлекстар тормош барышында барлыҡҡа килә. Ә бит тыуғанда уҡ һалынған тәбиғи инстинкттар ҙа бар әле. Мәҫәлән, үҙ-үҙеңде һаҡлау менән тоҡомдо дауам иттереүҙе иҫкә төшөрәйек. Хайуандар ҙа, кешеләр ҙә ғүмере өсөн көрәшә. Үлемдән ҡурҡыу тойғоһо ябай ғына йән эйәләрен дә ҡурҡыныс урындан алып ҡаса. Ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, бейеклектән ҡурҡа, икенселәр - һыуҙан. Ҡурҡа инде, сөнки ул тойғо беҙгә генетик код булып, тыумыштан уҡ һалынған. Шынаны шына ҡағып ҡына сығарып була, тигәндәй, төрлө фобияларҙан көслө ҡурҡытыу менән генә ҡотолоп була, тиҙәр. Мәҫәлән, йыландан ҡурҡҡан кешене ул тойғоһонан йыландар менән тар урында бергә йәшәтеп кенә. Тере ҡалһа инде! Ярай, быныһы икенсе мәсьәлә. Әле инстинкттар тураһында һөйләшәбеҙ. Тоҡомдо дауам итеү инстинкты шулай уҡ кешеләргә лә, хайуандарға ла хас. Тимәк, тестың беренсе өлөшөндә үҙегеҙҙең кеше икәнегеҙҙе иҫкә төшөрһәгеҙ, һеҙ үҙегеҙҙе хайуандар донъяһынан айырып ҡарайһығыҙ. Әлеге лә баяғы Павловтың раҫлауы буйынса кешеләрҙә, хайуандарҙан айырмалы рәүештә, икенсе сигнал системаһы бар. Ул да булһа - телмәр! Бала аңлы рәүештә һөйләшә башлаһа, ул икенсе сигнал системаға эйә булды, тип аңларға кәрәк. Һүҙҙәр ярҙамында беҙ аралашып ҡына ҡалмайбыҙ, фекерҙәребеҙҙе белдерәбеҙ, хис-тоғоларыбыҙҙы ярып һалабыҙ.
Әҙәм балалары өсөн икенсе башланғыс нимә? Эйе, енси айырмалыҡ. Гендерлыҡты әле бер кем дә юҡҡа сығармаған. Яуаптарығыҙҙың икенсе өлөшөндә бармы ошо айырмалыҡ? Булһа, бик шәп! Әлбиттә, ир менән ҡатын тип яҙмаһағыҙ ҙа, атай - әсәй, малай - ҡыҙ, ағай - апай, олатай - өләсәй, тип яҙһағыҙ, айырмалыҡ күренә бит инде.
Яуаптарығыҙҙың өсөнсө өлөшөндә социаль хәлегеҙ күренәме? Йәғни, мин - уҡытыусы, уҡыусы, агроном, начальник, эшсе һ.б. Был яуап һеҙ үҙегеҙҙе йәмғиәттең бер өлөшө итеп тояһығыҙмы, әллә юҡмы икәнде күрһәтә.
Дүртенсе өлөш иң мөһиме, ул да булһа - ижади башланғыс. Әҙәм балаһы был донъяға булдырыу өсөн тыуған, юҡҡа сығарыу өсөн түгел. Биреү өсөн - алыу һәм онтау өсөн түгел. "Бер йылға ла үҙ һыуын эсмәй, бер ағас та үҙ емешен ашамай, ҡояш яҡтырта һәм йылыта, әммә үҙ йылыһын ҡулланмай, бер сәскә лә хуш еҫен үҙе өсөн таратмай". Ниндәй матур һүҙҙәр! Яуаптарығыҙ араһында "мин - йылға, ҡояш, ағас, сәскә" һымаҡтары бармы? Булһа, һеҙ ижади кеше! Уңыштар һеҙгә! Башҡалар өсөн йәшәгеҙ, үҙ халҡығыҙға хеҙмәт итегеҙ, Аллаһҡа яҡынайығыҙ! Эгоист булмағыҙ! Ашар өсөн генә йәшәп, яйлап кеше икәнегеҙҙе онотоп ҡуймағыҙ.
Тестың интерпретацияһы бына ошолай. Мин кем, тигән һорауға бер тамсы ғына булһа ла аныҡлыҡ индерһәгеҙ, бик шәп.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Был дәрестә эгоның нимә икәненә яуап бирер өсөн тәүге генә аҙым яһаныҡ. Әле түбәнге аң тураһында һөйләшмәнек. Бәлки ул түбәнге түгелдер, ә төпкө, төптәге аңдыр? Киләһе дәрестә шул турала һөйләшербеҙ. Фекер туплағыҙ.
Радик ӨМӨТҠУЖИН.
КИРЕ СЫҒЫРҒА