«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮП ТЕЛДӘР ӨЙРӘНЕҮ...
+  - 

Рәсәйҙә милли аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтар күптән инде ике теллелеккә эйә, һәм күп милләтле Рәсәйҙә күп теллелекте үҫтереү өсөн донъяның башҡа илдәрендә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ ыңғай шарттар бар. Уларҙы ҡулланмау, хатта махсус ҡаршылыҡ күрһәтеү иң элек берҙән-бер рус теле менән генә хушһынған ҡәүемдәр өсөн уғата зыянлы.

Ғөмүмән, рус халҡының бер телле генә булып ҡалыуы ошо оло һәм бөйөк ҡәүемдең илаһи-ижади потенциалының тулыраҡ һәм киңерәк асылыуына аяуһыҙ тотҡарлыҡ итә. Бөйөк рус ғалимдары, яҙыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бер нисә донъя телдәрен бала саҡтан уҡ өйрәнеүен онотоп барабыҙ түгелме һуң? XIX быуатҡа ҡараған рус әҙәбиәте әҫәрҙәренән рус дворяндары ғаиләләрендә балаларға француз йәки немец телдәрен өйрәтеү өсөн махсус гувернерҙар тотолоуын, ә лицей һәм гимназияларҙың уҡыу пландарынан рус теленән башҡа, грек, латин, немец йәиһә француз телдәренең мотлаҡ уҡытыла торған предметтар булыуын беләбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ телдәрҙе бары аралашыу сараһы ғына, тип ҡарай башланыҡ, ә һәр халыҡ теле төбөндә ятҡан бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡтарҙы барлау хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле рус мәғрифәтсеһе, педагогик һәм психологик әҫәрҙәре менән бар донъяға билдәле булған К. Д. Ушинскийҙың ошо хаҡта әйткәне образлы ла, фәһемле лә: "Халыҡ теле - уның рухи тормошоноң иң гүзәл, бер ҡасан да шиңмәй торған, мәңге яңынан сәскә атыусы гөлө". Әлбиттә, баҡсаны төрлө матур гөл-сәскәләр биҙәгән кеүек, Рәсәйҙең рухи донъяһын да йөҙәрләгән халыҡ телдәре байытып тора. Ошо телдәрҙе ҡоротоуға булышлыҡ итеү донъябыҙҙы йәмләп торған халыҡтар гөлләмәһенең рухи тамырҙарын ҡоротоу түгелме ни?
Психологтар белдереүенсә, кеше мейеһенең мөмкинлектәре икһеҙ-сикһеҙ, әммә беҙ уның бик аҙ ғына өлөшөн файҙаланабыҙ. Беҙҙең тәбиғи ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙан яҙыуыбыҙ, донъя серҙәренә битараф булыуыбыҙ, башлыса, ғүмеребеҙ буйына матди байлыҡ артынан ҡыуыуыбыҙ, башҡа халыҡтарға өҫтәнерәк ҡарауыбыҙ, бөгөн төрлө милләттәргә айырылышҡан булыуыбыҙ арҡаһында боронғо ҡан-ҡәрҙәшлегебеҙҙе танырға теләмәүебеҙ, һуңғы сиктә ялҡаулығыбыҙ рухи йәшәйештең яңынан-яңы асыш-ҡыуаныстарынан мәхрүм итә. Был асыштарға тиҙерәк юлығайым, тиһәң, телдәрҙе күберәк өйрәнеү һәм белеү фарыз. XVIII быуатта үҙенең азат һәм ҡыйыу фекерләүе менән бар донъяға билдәле булған француз философ-мәғрифәтсеһе, яҙыусы һәм тарихсы Вольтер күп теллелекте донъяны танып белеү асҡысына тиңләй: "Күп телдәрҙе белеү - бер үк йоҙаҡ өсөн күп асҡыстарың булыу". Бөйөк немец шағиры Иоганн Вольфганг Гете ла башҡа телдәрҙе белеүҙе хуп күргән: "Кем сит телдәрҙе белмәй, шул кеше үҙ теле хаҡында ла бер ни ҙә белмәй".
Балаларҙы мәктәпкәсә йәштән шашка һәм шахмат уйнарға өйрәтһәң, уларҙың фекерләү ҡеүәһе тиҙерәк үҫешеүе хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Был осраҡта бала мейеһендә ошо уйын логикаһы менән бәйле нейрон бәйләнештәр системаһы барлыҡҡа килә, уны өр-яңы код-символдар эшмәкәрлеге тәьмин итә. Һәр яңы телде өйрәнеү ғәмәлдә ошондай уҡ тел коды, тел символдары системаһын барлыҡҡа килтерә. Яңы телде аңлап һәм теләп өйрәнеүсе уҡыусының интеллектуаль кимәле лә бермә-бер юғарыраҡ буласаҡ. Кем ошо психологик хәҡиҡәтте аңларға теләмәй, шул кеше балаһының шәхес булараҡ үҫеш юлындағы яңы мөмкинлектән үҙ теләге менән ваз кисә, тигән һүҙ был.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 356

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru