«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘСӘ ҮТҺЕН ТУЙҘАРЫБЫҘ!
+  - 


Байлыҡҡа мул көҙ, ап-аҡ ҡарлы ҡыш - дуғалап саҡырылған ҡунаҡтар, гөрләп үткән туйҙар мәле булған икән элек. Етмешенсе йылдарҙағы туйҙар - дуғаларына ҡыҙылдан бәйләнгән саналы аттарҙың ҡар борҡотоп сабышып урамға килеп инеүҙәре, уларҙы ҡаршылаусыларҙың шат тауыштары, ҡаршы алыусы төп ҡоҙаның өлтөрәп, йүгерә-атлай алдан килеүсе ҡоҙалар атына бүләген килтереп бәйләүе күҙ алдында әле. Ҡайһылай матур күренештәр йылдар артында ҡалып бара. Шулай ҙа беҙ, ағинәйҙәр, туй йолаларыбыҙҙы ла берәмтекләп иҫкә төшөрөп, тупларға тырышабыҙ. Йолаларҙы барлау - "Ағинәй мәктәбе"нең бер бурысы.

Былтыр ҡыш ватсаптағы ағинәйҙәр чатында башҡорт туй йолаларының "кейәү муҡсаһы", "килен ашъяулығы", "кейәү мунсаһы", "еңгәләр сәйе" тигәндәрен иҫкә төшөрөп алған инек. Ә ноябрҙә шул уҡ чат майҙанында "Туй йолалары" конкурсы ойошторҙоҡ. Унда ҡатнашыусы ағинәйҙәр белгәндәрен яҙҙырып ебәрҙе, сәхнәләштерелгән яҙмаларын һалды. Киленгә һыу башлатыу, килен төшөрөү, килен сәйе, никах күренештәре менән әллә күпме видеояҙмалар алдыҡ. Мәҫәлән, Таңсулпан Вассаф ҡыҙы 10 кешенән торған Мәҫкәү ауылы ағинәйҙәре төркөмөнөң ауыл мәсете имамы менән берлектә биш йыл эсендә 17 никах йолаһы үткәреүе тураһында хәбәр итте. Балбыҡ һәм Иҫке Байрамғол (Әүеш) ауылы ағинәйҙәренең беҙҙең төбәктәгегә һәм ағинәйҙәрҙең үҙҙәре килен булып төшкән осорҙағыға яраҡлаштырып үткәргән "Килен битен асыу" йолаһы видеояҙмаһы ла бик фәһемле булды.

Иҫке Байрамғол ауылының төп ағинәйе 72 йәшлек Рима Байрамғолова үҙен кейәүгә нисек оҙатыуҙары тураһында шуларҙы иҫкә алды: "Әсәйем билемә билбау бәйләне. Был әсәй кешенең ҡыҙын үҙенән айырыу билдәһе. Ә мин ишектән тура ғына сығып китмәй, ишек яңағына тотондом. Был ҡыҙ баланың атай йортонан китергә теләмәүен аңлата ине. Атайым шул саҡта миңә бер мал әйтте. Артабан ҡапҡа бағанаһына ла тотонғайным, атайым тағы бер һарыҡ әйтте. Арбаға ағайым, мал әйтеп, күтәреп ултыртты. Күтәреп ултыртыу өс тапҡыр ҡабатланды. Ҡайны йортона еткәс, киленгә таяныс малы кәрәк, тинеләр һәм бер ҡайнаға тейеш кеше быҙау әйтте. Арбанан төшкәс, еңгәләр, ҡыҙҙар баш аша шаршау ҡаплап ҡына ҡәйнә йортона индерҙеләр. Йортҡа инеп, кейәүҙең бәләкәс туғандары ярыша-ярыша үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәткәс, араларынан иң оҫтаһы билемдәге тауарҙы сисеп алды. Был уға бүләк булды. Үҙем дә бала саҡта Ялсығол ауылына килен булып төшкән бер еңгәнең билендәгеһен йыр йырлап алғайным..."

Хима апай Лоҡманова ла белгәндәре менән уртаҡлашты: "Билбауҙы сискәс, егет яғы апайҙары киленгә күрмәлек тәңкә бирәләр. Был тәңкәләрҙе килен ике яурынбашына тегеп ҡуйырға тейеш була. Мине йорттан оҙатҡанда уҡ бөркәнсек ябындырып оҙаттылар. Тәүҙә ошо бөркәнсек менән күрше-күләнгә йөрөттөләр, күрше апайҙар, еңгәләр ошо бөркәнсеккә тәңкәләр, төрлө суҡтар текте. Ҡәйнә йортона килгәс, ҡәйнәм "Бит астырыу" йолаһын үтәне. Ошо йола үтәлгәнсе бөркәнсек менән генә йөрөттөләр. Беҙҙең яҡта, шулай итеп, килен битен асыу, килен һөйөү йолаһы үтәлгән, киленде яратып теләктәр әйтелеп, бүләктәр бирелгән..."

Ҡоҙаш ауылынан Илзидә Шәймәрҙәнова үҙенең 70-се йылдарҙа үткән туйы тураһындағы яҙмала ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште: "Ауылдың икенсе осона ғына килен булып төшһәм дә, туйға егеүле аттарҙа килделәр. Йола буйынса, иң матур биҙәлгән һәм алдан килгән аттың дуғаһына бүләк бәйләнде. Башҡа ҡунаҡтар егелгән аттарҙа сабышып килделәр. Йортҡа инеп урынлашҡас, атайым ҡоҙалар менән таныштырып, үҙенең яғынан килгән һәр кемгә бер дуға уҙаҡ беркетте. Был уҙаҡлашыу була. Һәр кем туй барышында үҙенең уҙағын ҡарай, үҙ йортона ҡунырға алып ҡайта, һыйлай, бүләккә күлдәктәр кейҙерә. Икенсе көн егет яғынан килгән туй һарығы һуйыла. Ул һарыҡты ла кейәү яғы, мөгөҙҙәренә ҡыҙыл таҫмалар бәйләп, байрамға биҙәп килтерә. Иртә менән ҡыҙ яғынан ҡоҙалар (улар алдан билдәләнеп ҡуйыла) ошо туй һарығын һуялар. Туй һарығы һуйыу - үҙе бер мәрәкә тамаша була, тик еренә еткереп үтәргә кәрәк. Ике аҙна үткәс, ҡыҙ яғы кейәү яғына туйға барҙыҡ. Туй һарығынан бер өлөш, ҡаҙан төбө лә алып барҙылар. Ике яҡта ла ошо рәүешле ҡунаҡлашыу үткәрелгәндән һуң, бер ай үткәс, мине ҡәйнә йортона оҙаттылар. Ҡәйнәм ҡаршы алғанда матур итеп биҙәлгән һыйыр малына ике ҡулым менән таяндырҙы. Йортҡа ингәс, бер еңгә менән күрештерҙе лә: "Морондоҡ инәйең булыр", - тине. Мин уға күлдәклек бүләк иттем, ул миңә бер пар өйрәк әйтте. Ошо морондоҡ инәйем миңә тормош юлымда ҙур ярҙамсым булып торҙо. Һыу башлатыу хәҙергесә күмәк халыҡ ҡатнашлығында булманы. Ҡәйнәм кистән иртәгә иртә менән, кеше аяғы һил саҡта ғына һыуға барасағыбыҙҙы әйтеп, оҙатып барасаҡ бикәсемде күрһәтте. Иртән ҡәйнәм бисмиллалап: "Шәп бул, ҡотло бул, өйөң эсе туҡ булһын, - тип, теш араһына көмөш тәңкә ҡыҫтырҙы. - Тәңкәне ҡойоноң кеше күрмәгәнерәк урынына төшөрөрһөң, таң һыуы менән битеңде сайып алырһың. Һыуҙан ҡайтҡанда артыңа боролоп ҡарама, һыуҙы сайпылтма. Йортҡа ингәс, биҙрәләреңде һыуы сәсрәп киткәнсе ултыртһаң да була. Сәсрәгән һыу ырыҫҡа ғына буласаҡ", - тигән кәңәштәрен биреп оҙатты. Мин алып ҡайтҡан таң һыуынан сәй ҡайнаттылар. Оҙатып килгән әсәйем дә ҡайтмаған ине әле..."
Шулай итеп, конкурс барышында бына ошондай бик файҙалы мәғлүмәттәр бирелде. Уйлап ҡараһаң, туй йолаларының һәр ғәмәлендә матур итеп туғанлашыу, йәштәрҙең берегеп йәшәп китеүенә булышлыҡ итеү, уларға ипле генә итеп ҙур яуаплылыҡ күндереү, күрше-күлән менән дә ипле генә итеп таныштырыу кеүек бик мәғәнәле төшөнсәләр һалынған бит. Әле иҫкә төшөргәндәрҙе бөгөн дә туй һәм никах мәжлестәренә индереп ебәрергә булыр ине. Юҡһа, туйҙарҙы алып барыусылар нисек тә кеше көлдөрөрлөк итеп, нимә генә уйлап сығармай бит хәҙер. Тамада ауыҙына ғына ҡарап ултырырға тура килгәс, туйҙарҙан ҡоҙалар бер-береһен белмәй ҙә таралыша. "Ҡыҙ йәшереү" тигән матур ғына бер йола, ниңәлер, выкуп булып китте һуңғы ваҡытта. Шуның менән бергә "йыртыш", "кейәү көсөгө", "ҡушҡан еңгә", " еңгәләр сәйе" кеүек һүҙҙәребеҙ ҙә онотолоп бара. Мәҫәлән, беҙҙең яҡта кейәү егете ҡыҙ йәшерелгән йортто тапҡас, ҡыҙҙар, еңгәләр менән һатыулашып бөткәс, ишек төбөндә ике еңгә тотоп торған тауарҙы йырта баҫып, ҡыҙ янына инә. Шул йыртыш тип атала инде. Ҡыҙҙың әсәһе алдан әҙерләп биргән был тауарҙы ошо ике еңгә үҙҙәренә бүләк итеп ала. "Кейәү көсөгө" кейәүҙең яҡын дуҫы булып, кейәү менән бергә килә, йәшерелгән ҡыҙҙы эҙләшә. Уны шулай "көсөк" тип таныштыралар. Кейәү көсөгө өсөн йылғыр ҙа, уяу ҙа, һүҙгә үткер ҙә егет һайлана. Кейәү баҙап ҡалған осраҡтарҙа ул төп ярҙамсы, әллә күпме "кәртәләрҙе" үтеп, ҡыҙ янына имен-аман индереп ебәреү ҙә уға йөкмәтелгән була. Шаян еңгәләр алдан таҫма тағып әҙерләнгән һөйәкте кейәү көсөгөнөң муйынына тағып ҡуялар. Ҡайтҡансы һөйәге менән йөрөй ул, йолаһы шулай булғас, үпкәләш-фәлән юҡ.
Әлеге конкурс барышында мәсеттә үткән никахҡа ҡайһы бер ҡыҙҙарыбыҙҙың стилләштерелгән милли кейемдә килеү осраҡтарын күреп тә ҡыуандыҡ. Тамсы тама, боҙҙо тишә, ти бит халыҡ. Милли кейемде тергеҙеү өсөн юҡҡа ғына тырышлыҡ һалмағанбыҙ икән. Киләсәктә туйҙар ҙа үҙебеҙсә генә, үҙебеҙҙекенә генә нигеҙләнеп үтһен ине, тип тә теләйбеҙ. Һәр районда урындағы халыҡтың үҙенсәлекле генә туй йолалары бар, бик бай бит халҡыбыҙ йолаларға. Бәлки, мин яҙғандарҙы дауам итеп, фекер алышыу ҙа булыр әле яратҡан гәзитебеҙ битендә.

Булып үткән конкурстан Иҫке Балбыҡ ауылы ағинәйҙәренең "Килен битен асыу" йолаһы сценарийын тәҡдим итәйем әле, файҙаланыусылар ҙа булыр, бәлки.
Килен төшкәс, килендең билен сисеү, һыу башлатыу ғәмәләдәрен үтәп, ул килтергән һыуҙан сәй эсергәс, киленде ауыл халҡына күрһәтеү йолалары үтәлә.
Зилә: Һыуҙан ҡайтҡанда килен бик ипле генә баҫып, һыуын сайпылтмай ғына атлап ҡайтты, уңған булыр киленебеҙ.
Барыһы: Эйе, эйе, килен уңған күренә!
Рәмилә: Килендең сәйен эскәндә, беҙ уға төрлө һорауҙар бирҙек, йомаҡ ҡойҙоҡ. Төплө, аҡыллы яуаптарын бирҙе киленебеҙ, зирәк булмаҡсы!
Рәфилә: Әйҙәгеҙ, килендең битен асайыҡ инде. Ауыл халҡына, күрше-күләнгә күрһәтәйек.
Рәзилә: Туҡтағыҙ әле, тәүҙә күрнис алайыҡ. Ҡәйнә кеше таратһын әле килененең күрнисен.
Барыһы ла: Эйе шул, Нәжибә апай, тарат килен күрнисен.
(Нәжибә апай күрнис итеп түшелдеректәр тарата, рәхмәт әйтеп алалар).
Рәмилә: Әйҙәгеҙ инде сығарып күрһәтәйек киленде, килен битен асайыҡ.
(Киленде бөркәнсеге менән алып инәләр, уртаға ултырталар)
Зилә: Килен килде, күрегеҙ, күрмәлеген бирегеҙ. Килен битен асабыҙ, өлөшөн әйтеп инегеҙ, килен битен асабыҙ. Әүхәлеңде әйт килен, килен,
Буҫағаһынан, уң аяҡтан ин, килен.
(Киленгә алъяпҡыс бүләк итә).
Рәмилә: Түлле бул, түлле бул, бүҙәнәләй түлле бул! Иренмәһәң, игеҙ тап, йыбанмаһаң, йыл да тап! Минән йөҙөк булыр бүләккә.
Рәзилә: Ҡолон, ҡолон, ҡолонсаҡ, бына булдың киленсәк. Минең кеүек зирәк бул, минең кеүек һирәк бул. Минән ошо таҫтамалды ҡабул итеп ал, килен.
Рәсилә: Килен, килен, киленсәк. Аллы төйөн төйөнсәк. Ауыҙ-мороноң сусаңдап, һүҙ йөрөтмә, киленсәк. Апһындарға бирешмә, ҡәйнәң менән ирешмә. Минән көмөш беләҙек.
Рәфилә: Ирең ҡушҡан һәр эште еренә еткер, киленсәк. Кеше һыйыр һауғанда, йоҡлап ятма, киленсәк. Бына минән һырғалар.
Ҡәйнә: (килененә мамыҡ шәл яба) Юлың тәңкәле булһын, һыйырың һөтлө булһын. Ҡаҙың бәпкәле булһын, йылҡың йылғыр булһын. Алдың тулы бала булһын, артың тулы мал булһын. Минең улым һиңә ир, иреңде балалай ҡара, һәр даим иреңә яра.
Зәһинә: Был һебә ебе тип атала. Таратам һәр берегеҙгә. Тегеп ҡуй, йоғоносо булһын, һалып ҡуй, йыуанысы булһын...
Киленде таҡмаҡ әйтеп бейетеп алалар. Һуңынан таҡмаҡлап өгөт-нәсихәттәрҙе дауам итәләр.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 628

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru