Тырышты Идеал. Оҙаҡ ышҡыны "бабай"ҙың гимнастеркаһын. Кер киптергес бүлмәһенә элде лә уны, серем итергә генә ятып торҙо. Көнө буйы физик әҙерлек, стройҙа йөрөү күнекмәһе, хужалыҡ эштәре менән арманһыҙ булған, быға тиклем ауыр эш күрмәгән егерме йәшлек егет урынына иҫһеҙ ауҙы. Эргәһендә бомба шартлаһа ла уянмаҫ ине. Сафроновтың үкереүе уятты. "Бабай" бомбанан да яһилыраҡ шул йәш һалдат өсөн. Бомбанан боҫоп ҡотолоп ҡалырға мөмкин, ә "бабай"ҙан - юҡ. Ул эргәңдә, һинең менән һәр саҡ. Йоҡлағанда ла, ашағанда ла...
- Салабон, ҡайҙа минең… Ә-ә-ә!… Форма-а-а… Ә-ә-ә!... - шул тиклем үте ташҡайны Сафроновтың, әйтергә теләгәнен дә әйтә алмай, тик үкерә генә.
Идеалдың йоҡоһон һыпырып алдылармы ни, аяғын да, ҡулын да тойманы, ваҡытты туҡтатып тороу һәләте уянды тиерһең. Ул форманы алып килеп еткергәндә, Сафронов һаман "ә"һен һуҙа ине.
- Кем үтекләй? Үлтерәм!..
Быныһына ваҡыт ҡалманы. Үтекләргә лә, үлтерергә лә...
- Форма одежды номер два! Зарядкаға сығып теҙелергә! - рота командиры үҙе килгәйне иртәнге күнекмәләрҙе үткәрергә. Йәш һалдаттар менән бергә "бабай"ҙар ҙа тышҡа, плацтағы теҙелеү урынына атылды.
Күнекмәләр кросс йүгереү менән тамамланды. Идеал башҡаларҙан күпкә ҡалып, саҡ килеп баҫты сафҡа.
- Сафронов, салбарыңды һыйыр сәйнәнеме әллә? Йәштәргә өлгө күрһәтеү урынына, йолҡоштай тораһың сафта, - командирҙың был һүҙҙәре Сафроновтан бигерәк Идеалға нығыраҡ ҡағылды, йөрәген телеп үтте. Күҙ ҡырыйы менән "бабай"ҙың уны ашарҙай булып ҡарап тороуын күрҙе.
Казармаға инеп, командирҙың күҙенән юғалыуҙары булды, артына тибеүҙән мәтәлләп барып осто Идеал. Торорға ынтылғайны, яңағына тейгән йоҙроҡтан кире иҙәнгә һылашты.
- Тағы мине хурға ҡалдырһаң, үлтерәм, - тине лә Сафронов, китеп барҙы.
Йоҡо Идеалға Сафронов нарядта булғанда ғына тейҙе. Егет тамам йонсоно. Казарма тормошоноң беренсе айы тамамланып килгәндә, билдән сисенеп физик әҙерлек күнекмәләре үткәргән мәлдә, рота командиры Идеалға иғтибар итте:
- Һин, боец, шау тарамышһың бит. Йәнең ҡайһы ереңдә эленеп тора? Медкомиссия доходягаларҙы нишләп үткәрә? Свалаталар! План тултыралар, йәнәһе. Автомат күтәрерлек хәле бармы был баланың? - Идеалға текләп, бер килке туҙынып торҙо капитан. - Старшина, боецты санчаска оҙат. Яңынан тикшерһендәр, ҡайҙан килгән, шунда кире ҡайтарһындар. Бик булмаһа, берәр ай ашатһындар. Ятып үлһә, кем яуап бирә. Хәҙер үк оҙат, кисектермәй!
Идеал Сафроновтың ҡоһоронан ҡотолоуҙы ишетте командирҙың һүҙҙәрендә. Ҡайтарһындар, бер ай ашатһындар, тиеүенең мәғәнәһе аҙаҡтан ғына барып етте уға. Ҡалай ҙа бер аҙға казарма михнәттәренән ҡотола! Тантана итте егет, йәшәгеләре килеп китте.
Санчаста бер ай тотҡас, уны округ госпиталенә оҙаттылар. Тикшерә торғас, ашҡаҙанында сей яра табылды. Оҙаҡламай, аҡ билет биреп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Яҙ башында Идеал атай йорто ишеген асты.
Йәшлек үҙенекен итте. Әрмене, ҡурҡыныс төш күргәндәй, аҙна-ун көн иҫенән сығара алмай йөрөнө лә, ҡайһылыр бер мәл ҡапыл онотто. Өҙә һуҡҡандай хәтеренән юйҙы ла ҡуйҙы. Тик бер көн, йәшлегенән һәм хөрриәттән кинәнеп йөрөгәндә, урамда һалдат формаһы кейеп үтеп барған егетте осратты. Күргән барлыҡ михнәттәре кисә генә булған, тиерһең, күҙҙәре алдынан үтте: сержант, мал бүлешкәндәй, йәш һалдаттарҙы өләшеп алыу, Сафронов, ауыр кирза итек һөйрәп йүгереүҙәре, үлеп йоҡоһо килеүҙәре... Был хәтирәләр йөрәген урынынан ҡуптарҙы. Сырхауҙарҙы ла сафҡа кире баҫтырырға закон сығып, армияға алып китеп бармаһалар ярар ине, тигән йүләр уй үтте башынан. Булмаҫ тимә, Афғанда һуғыш барған осор бит.
Болоҡһоуы оҙаҡ булманы. Үтеп китте шунда уҡ ят һалдат менән бергә. Әрме тағы онотолдо. Артабанғы тормошонда уның тураһында йылына бер тапҡыр иҫенә төшөрөп торасаҡтар - егерме өсөнсө февралдә.
Байрам көнө башҡалар һалдат йылдары тураһында һүҙ башлаһа, ул ситкә китеүҙе хуп күрә - һин ҡайҙа, нисек хеҙмәт иттең, тип һорап ҡуйыуҙарынан ҡурҡа. Хәйер, ундай хәл килеп сыҡҡандай булһа тип, ул легенда әҙерләп ҡуйған. Имештер, үкенескә ҡаршы, уның хеҙмәте дүрт айға ғына һуҙылған. Афғанға оҙатырға әҙерләгән саҡта, полигонда, эргәһендә мина шартлап, контузия алған, ҡайтарып ебәрергә мәжбүр булғандар. Ҡалырға рапорт яҙып ҡараған, ләкин военврач үҙ һүҙендә ныҡ торған, рөхсәт итмәгән...
2
-Эшкә төшөргә кәрәк, улым. Беҙҙең мәктәптә урын бар, директор менән һөйләштем, - тине әсәһе, Идеал айға яҡын өйҙә ятып киткәс. Эшләмәү оло гонаһ һаналған Совет заманы балаһы әсәһенең һүҙен йыҡманы.
Ике айға яҡын госпиталдә дауаланыу, һәйбәт ашау, өйҙә ҡунаҡ күреп һыйлауҙары эҙһеҙ үтмәне. Һөйәктәренә ит ҡунып, күрмәлекле егет ҡиәфәтен алғайны Идеал. Буйы ла тәбәнәк түгел дә баһа. Һәр хәлдә, күҙгә ташланмай. Тик, нишләптер беләктәре ябыҡ, ҡаҡ һөйәк килеш ҡалды. Шул арҡала Идеал бер ваҡытта ла ҡыҫҡа еңле күлдәк кеймәй. Йәйге селләлә лә хатта костюм ташлай иңенә.
Тыуған йортта стеналар ҙа ярҙам итә, тигәндәй, яңы эш урынында үҙен ышаныслы тотто. Уҡыусылар менән араны көйләргә өйрәнде: эҫендермәне уларҙы, билдәле сиктән үткәрмәне, үҙенә яҡынлатманы. Ауыҙын үлсәп асты, бөтөнләй тауыш күтәрмәне, Аллам һаҡлаһын, ҡулдарына ирек бирмәне. Әйтеп бөтөлмәгән һүҙ, асылмаған ҡумта һәр саҡ һағайта, серлелеге менән арбай. Идеал мәктәптә эшләгән осорҙа уҡыусылары өсөн шул ҡумта булып ҡалды. Унан ни көтөргә белеп булмай, шуға сығарылыш синыф малайҙары ла йәш уҡытыусылары менән тәртипле тотто үҙҙәрен.
Нәҡ ошо мәлдә ул артабан гел уңыштар килтергән үҙ стиленә нигеҙ һалды. Кейемгә, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороуға, һүҙ әйтеүгә, йәмәғәт алдына сығып баҫыуға, атлап йөрөүгә бәйле сифаттарын өҫкә сығарҙы… Уның көйәҙ кейенеүен коллегалары ла, уҡыусылары ла билдәләй килде. Һәр саҡ килешле костюм, төҫтәре бер-беренә һуйып япҡандай күлдәк-галстук, ялтырап торған туфлиҙар…
Мәктәптә икенсе йыл эшләп йөрөгән сағы. Сығарылыш кисәһендә уҡыусыһы Сәриә: "Идеал Салютович мәктәптә иң стильный уҡытыусы", - тине, дөйөм фекерҙе белдереп. Артабан ошо маҡтаулы һүҙҙәрҙе Идеал ғүмере буйына ишетте. Эш башлауының икенсе айында уҡ уға ҡала мәғарифе бүлегенең маҡтау ҡағыҙы тейҙе. Уҡыусыһы олимпиадала һыҙма фәненән беренсе урын алды. Был уңышта Идеалдың өлөшө самалы ине, сөнки төплө белемде уға тиклем эстәгәйне уҡыусыһы. Уның ҡарауы, бәйге алдынан һуңғы ҡул ул булды, олимпиада үткән мәлдә бала менән йөрөнө. Директор дөйөм линейкала барлыҡ ғәм алдында тапшырҙы шөһрәтнамәне. Дандың ҡыҫҡа ғына ләззәтле миҙгелен кисерҙе Идеал шул ваҡыт. Әсәһе лә башын ғорур күтәреп, бик ҡәнәғәт торҙо башҡа уҡытыусылар араһында.
Уҡыусы, студент сағында алған маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тураһында Идеал әллә ҡасан онотҡайны, уларҙың өйҙәге ҡайһы шкафтың ҡайһы кәштәһендә ятҡанын да белмәй ине.
- Әсәй, минең элекке, теге грамоталарым ҡайҙа ул? - тип һораны эштән ҡайтҡас.
- Нимәгә улар?
- Бергә ятһындар тигәйнем, - ошо мәлдән үҙенә дан-шөһрәт артынан ҡыуыу ене ҡағылғанын Идеал белмәй ине әле.
- О-һо, ҡайһылай күптәр, - тине ул тос ҡына папкалағы ҡағыҙҙарҙы барлай-барлай.
- Шулар ярҙамында уҡырға инеп киттең бит... Оноттоңмо ни?
- Беләм, иҫләйем. Бер балл өҫтәгәйнеләр, конкурстан үтә алдым.
- Бала сағың үткән дә киткән, тигәндәй, бутамайыҡ беҙ хәҙергене үткәндәр менән. Былары иҫтәлек булып ятһын, балаларыңа күрһәтерһең. Яңынан айырым йыя башларға кәрәк бәҫле был ҡағыҙҙарҙы. Уларҙың ныҡ файҙаһы тейә үҫеү, күтәрелеү өсөн. Мына мәғариф булегенеке эләкте үҙеңә. Ошо ҡағыҙың булмаһа, һин ҡаланыҡын ала алмайһың. Ҡаланың үҙенеке лә әллә нисә төргә бүленә: башҡарма комитеттың, ҡала Советы президиумының рәхмәт, маҡтау ҡығыҙҙары. Ҡаланыҡын алып бөткәс, министрлыҡтыҡы һәм республиканыҡы тураһында уйлай башларға мөмкин. Унан Мәскәүҙекенә дәғүә итергә хоҡуғың тыуа. Тағы ла бит, маҡтаулы исемдәр, орден-миҙалдар бар. Һәр награданың янында аҡсаһы ла йәнәш йөрөй. Иртәгә белешәм әле, күпме премия яҙғандар икән тәүге маҡтау ҡағыҙың өсөн. Атҡаҙанған уҡытыусы исемен алыуы анһат бирелмәне миңә, һоранып та йөрөргә тура килде. Шунһыҙ булмай... Һәйбәт эшләйһең, лайыҡлыһың, тип бер кем дә һине хәстәрләп бармай. Эшен дә күрһәтергә кәрәк, тейешлеһен иҫтәренә төшөрөп, талап итеп, аңламаһалар - ялыуын да яҙып, баһаһын алып барыу зарур. Атҡаҙанған исем өсөн пенсияға өҫтәп түләйҙәр. Һин йәшһең әле. Шулай маҡталып хужаларҙың күҙ уңында йөрөһәң, директор ҙа булып китерһең бер заман...
Уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы директор ҡул ҡуйған мәктәптең маҡтау ҡағыҙы тейҙе тағы Идеалға. Әлеге лә баяғы олимпиадала еңгән уҡыусыһының мәнфәғәтен күрҙе. Яңы уҡыу йылы башында, беренсе сентябрҙә, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн билдәләнеләр. Халыҡ алдында ҡулын ҡыҫып бүләкләү өсөн артабан тағы ла бер нисә тапҡыр сәбәбе сыҡты.
***
Мәктәптә биш йылдан ашыу эшләп ташланы Идеал Хөбөтдинов. Ниһайәт, ҡаланың маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ тип таптылар үҙен. Ғорурланып йөрөнө хеҙмәтенә бындай юғары баһа биргәндәре өсөн. Маҡтау ҡағыҙҙарын үҙенең класс кабинеты стенаһына элеп ҡуйыуҙы ғәҙәт итеп алды: күрһендәр, белһендәр, баһалаһындар!
Бер көн, дәрестәр тамамланыуға, класҡа таныш булмаған фырт ҡиәфәтле ир килеп инде. Иң тәүҙә ул да күҙгә ташланырлыҡ урында эленеп торған баһаламанамәләргә иғтибар итте:
- Хуп, бик хуп!.. Ҡаҙаныштарың матур... Тимәк, яңылышмағанмын адрес менән. Күҙгә-күҙ генә һөйләшә торған һүҙ бар, Идеал Салютович, - тине ул танытмаһын күрһәтеп.
"Исчурин Валерий Айдарович, капитан комитета государственной безопасности СССР", - тип яҙылғайны ҡыҙыл кенәгәлә. Идеал баҙап ҡалды - шундай етди ойошманан кешене юҡҡа юллап йөрөмәйҙәр. Ҡайҙа, ҡасан, ниндәй эш боҙоуын иҫләргә тырышты. "Әллә ярамаған урында берәй артыҡ һүҙ ысҡындырҙыммы икән?" - тип үртәләнде. Тулҡынланыуҙан йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, устары тирләне.
- Борсолмағыҙ, бер ниндәй ҙә хафа юҡ. Һөйләшеп кенә алаһы ине. Уртаҡ һүҙ табырбыҙ, тип ышанам, - капитан Идеалдың тулҡынланыуына ишараланы.
- Ни хәжәтем тейҙе икән һеҙгә - шул башыма һыймай, - егеткә иҫ инде.
- Һеҙ, Идеал Салютович, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡанһығыҙ. Ротала Сафронов кеүек яһил "дед" эләкмәһә, бәлки, ике йылды тултырырға ла нисип булыр ине. Хәйер, һалдат һурпаһын татығанһығыҙ, ҡорал тотоп дәүләткә тоғро хеҙмәт итергә ант биргәнһегеҙ икән, тимәк, һеҙгә ышанып була. Хәҙер һеҙҙе уҡыусылар анһат ҡына шкафка бикләп тә ҡуя алмаҫ. Ана бит, ҡәҙимге мыҡты кәүҙәле ир булып киткәнһегеҙ. Ит ҡунған һөйәктәрегеҙгә, - капитан Идеал тураһында барыһын да белә ине.
(Дауамы. Башы 3-4-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА