1979 йылда булды ул хәл. Колхозда эшләп йөрөгән сағым ине. Рәми Ғарипов тигән шағирҙы тәүге тапҡыр уның "Йондоҙло уйҙар" тигән шиғыр китабы аша белдем. Баймаҡ ҡалаһындағы китап магазинынан һатып алғайным китабын.
Бер көн Һаҡмарға һыу инергә төштөм дә, ҡомда ҡыҙынып, китаптағы йондоҙло уйҙарға сумып ятам. Ауылдашым, күршем Рәйес Түләк әрменән ҡайтып, колхозда тракторсы булып эшләп йөрөй ине, ул да һыу инергә килеп, сисенергә тотондо. Ҡулымдағы китапты күреп ҡалды ла: "Ниндәй китап ул?", - тип һораны. "Рәми Ғариповтың "Йондоҙло уйҙар" китабы", - тинем. Күршем китапты уҡырға алып торҙо ла, шул уҡ кисте мине өйөбөҙҙән саҡырып сығарып, китапҡа баһаны тик беҙҙең ауылдағыса итеп биреп, һоҡланыуын йәшерә алмайынса: "Ух әй!" - тине. Беҙҙеңсә был һүҙҙәр иң юғары баһаны ла аңлата булыр.
Шулай итеп, был көндән бала сағыбыҙ баррикадаларының ике яғында бер-беребеҙгә ҡаршы "һуғышып" йөрөп, ара-тирә ауылыбыҙ эдисондары Сәмиғулла Нәүширбанов менән Хәйҙәр Ғәйетбаевтың усаҡлыҡтарында араларыбыҙ йылына башлаған Рәйес менән мине Рәми Ғарипов ғүмерлеккә дуҫлаштырып, шиғриәт тигән бер һуҡмаҡтан йәнәш атлатты. Баҡтиһәң, Рәйес тә минең кеүек үҙе өсөн генә йәшереп шиғырҙар яҙа икән. Шул уҡ төндө шағирҙың йондоҙло уйҙары баҙлауында зиһенебеҙ асылып, киләсәгебеҙҙе лә яҡтыртҡандай тойолдо. Ауылыбыҙҙан Өфө тигән оло донъяларға сығып китеүебеҙгә лә шул уҡ "Йондоҙло уйҙар" сәбәпсе булды.
Әммә баш ҡала беҙҙе Рәми Ғариповһыҙ ҡаршыланы. Уның ҡарауы, шағирҙың дуҫтары, шәкерттәре Рауил Бикбаев, Динис Бүләков, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Аҫылғужа Баһуманов беҙгә дуҫлыҡ ҡулдарын һуҙҙы. Уларҙың усында Рәми Ғариповтың ҡул йылылығы ла бар ине.
Йыш ҡына Рәйес менән шул хаҡта ла һөйләшеп алғаныбыҙ булды. Әгәр ҙә теге саҡта Һаҡмарҙа һыу ингәндә минең ҡулда Рәми Ғариповтың "Йондоҙло уйҙар"ы булмаһа, артабанғы яҙмышыбыҙ нисек килеп сығыр ине икән? Әйтеүе ҡыйын. Үҫмер саҡта кем генә шиғыр яҙмай ҙа, кем генә романтик хыялдарға бирелмәй, йондоҙло уйҙарға суммай икән!
Достоевский хаҡлы рәүештә: "Беҙ барыбыҙ ҙа Гоголдең "Шинел"енән сыҡтыҡ", - тигән. Был аңлашыла ла, "иң бәләкәй чиновник" Акакий Башмачкиндың, үҙебеҙсә әйткәндә, билен биштән быуып, аслы-туҡлы, яланғас тиерлек йөрөп, туплаған аҡсаһына тектергән шинелен урамда бандиттар һалдырып алыуы барса халыҡ туплаған байлыҡҡа айырым кешеләр эйә булған егерменсе быуатҡа ла ишаралай түгелме ни? Гоголь был әҫәрен 1841 йылда яҙған. Достоевский хаҡлы, Гоголдең үлемһеҙлеге лә тотош быуаттарҙы алдан күрә һәм һүрәтләй алыуында.
Ә беҙ иһә, Рәйес тә, мин дә, барыбыҙ ҙа, Рәми Ғариповтың "Туған тел"енән бар булдыҡ. Беҙҙән һуң да тағы ла бер нисә быуын әҙиптәре шул шиғыр йоғонтоһонда формалашты. Артабан да шулай барасаҡ. Һәр бер башҡорт өсөн йәшәү программаһы, Рух Конституцияһы булырлыҡ ул шиғыр. Барыһынан бигерәк мине шиғырҙың һуңғы ике юлы тетрәндерә:
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ...
Эйе, беҙ атай-олатайҙарыбыҙ рухына тоғро булһаҡ ҡына, ейән-ейәндәребеҙгә милләтебеҙ эстафетаһын тапшыра алһаҡ ҡына, башҡорт булһаҡ ҡына, кеше тип аталырға хаҡлыбыҙ! Иншаллаһ!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА