«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ КИТАПҠА ИЗГЕ КҮҢЕЛ МЕНӘН ТОТОНАЙЫҠ!
+  - 


Мосолман донъяһында изге нәмәләр һәм төшөнсәләр күп түгел. Аллаһы Тәғәләнән һуң беҙ изге тип Ҡәғбә ташын, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙе, Ҡөрьән китабын һәм уларға бәйле ҡайһы бер нәмәләрҙе һанайбыҙ. Изге - тимәк, "йөрәк түрендә һаҡлана торған, иң ҡәҙерле, бөйөк, мөҡәддәс; дингә бөтә күңеле менән бирелеп хеҙмәт иткән, дин рухы менән йәшәгән, гонаһһыҙ, саф..."("Башҡорт теле һүҙлеге", Мәскәү, "Русский язык", 1993). Изге төшөнсәһенең һүҙлектә күрһәтелмәгән тағы бер яғы: уға бер кеше, бер йән эйәһенең дә ҡул менән дә, һүҙ менән дә тейергә ярамағанлығы. Ул нисек бар, шул көйөнә йөҙәр, меңәр йыл буйына үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш. Был бигерәк тә Аллаһы Тәғәлә Ергә төшөргән китап - Ҡөрьән Кәримгә ҡарата әйтелә. Шуға ла изге Ҡөрьән бына инде мең ярым йылға яҡын дәүер элек боронғо ғәрәп телендә нисек яҙылған булһа, шул көйө һаҡлана килә. Ә бүтән телдәргә уны тәржемә итеү - уны үҙгәртеү, йә боҙоу һаналмай. Тәржемә - Ҡөрьәнде башҡа телдә аңлатыу, тәфсирләү генә. Транскрипциялау, йәғни Ҡөрьәндең боронғо ғәрәп телендәге яңғырашын хәҙерге ниндәйҙер тел нигеҙендәге өндәр әйтелешендә ҡабатлап биреү - шулай уҡ тәфсир.

Изге Ҡөрьәнде башҡорт телендә тәфсирләп аңлатырға ынтылыу ХХ быуат башынан алып яһала. Әммә уға 1993 йылда ғына өлгәшелде. Ошо йылда Башҡортостан "Китап" нәшриәте Ҡөрьәнде боронғо ғәрәп телендә, башҡортса транскрипцияла һәм башҡортсаға тәржемәлә баҫып сығарҙы. Шулай итеп Ер йөҙөндәге Ҡөрьән тәфсирҙәре тағы ла икегә артты. Әммә был һуңғыһы түгел ине. Китапты уҡыусылар башҡортсаға тәржемәлә күп етешһеҙлек тапты һәм тәржемәне филология фәндәре кандидаты, башҡорт һәм ғәрәп телдәрен яҡшы белгән Әкрәм Бейеш өр-яңынан башҡарҙы. Транскрипцияны Нурмөхәммәт Сөйәрғолов та ҡабат эшләне һәм ике тәфсир ҙә фән юғарылығы дәрәжәһенә күтәрелде. Н. Сөйәрғоловтың тәфсирен күп телселәр (ғәрәп, ҡаҙаҡ, үзбәк, тыва, татар тел белгестәре) хәҙерге замандың иң яҡшы транскрипцияһы тип атаны. Нурмөхәммәт Сөйәрғолов әлеге транскрипция менән тәржемә тәфсирҙәрен ентекләп аңлатты һәм уларҙың башҡорт тел ғилемендә бығаса булмаған ҡанундар барлыҡҡа килтереүен раҫланы. Ошо рәүешле әлеге ике хеҙмәт фән өлгөһө тип танылды, ә уны күрһәткән ғалим филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен алды. Рәсәйҙә эшләгән 66 фән докторы, Сөйәрғоловтың асыштары бик юғары баһаға лайыҡ, тине. Башҡортостандағы юғары комиссия транскрипция менән беренсе тәржемәне Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип тапты.
Ҡөрьән-Кәрим боронғо ғәрәп телендә, башҡортса транскрипцияла, башҡортсаға тәржемәлә 2009, 2012, 2014 йылдарҙа йәнә донъя күрҙе һәм бик тиҙ арала башҡортса уҡыған мосолмандар араһында таралып бөттө. Шуны күргән "Китап" нәшриәтенең етәкселәре уны ҡабатлап баҫырға ҡарар итте һәм ул 2018 йылда тағы донъя күрҙе.
Күренеүенсә, барыһы ла яҡшы. Әммә нәшер итеүселәрҙән ҡайһы бер кешеләр изге Ҡөрьәндең бөйөклөгө менән ҡуша тыйыуы ла бар икәнен әллә белмәгән, әллә инде уға тейергә ярамағанлығы тураһындағы дин ҡанунын һәм Рәсәй Федерацияһының авторлыҡ закондарын һанға һуҡмаһаң да була, тип уйланы инде. Йыйынтыҡта тупаҫ хаталарға юл ҡуйылған булып сыҡты. Китапта "Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим (Мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле Алланың исеме менән)" һүҙбәйләнеше 228 тапҡыр ҡабатлана. Транскрипцияның авторы уны әле алдағы һөйләмдә нисек бирелгән - шулай яҙған. Ә 2018 йылда сығарылған китапта иһә "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" тип алынған. Һуңғы һүҙбәйләнеш ғәрәпсә лә, башҡортса ла мәғәнәһеҙ өндәр теҙмәһе. Быныһын нәшриәттең ниндәйҙер "аҡыллы башы" уйлап сығарған һәм 228 тапҡыр хата яһаған, өҫтәүенә, был транскрипцияның авторы Нурмөхәммәт Сөйәрғолов исеменән башҡарыла. Ә Сөйәрғолов был хаҡта белмәй ҙә ҡала.
Төҙөлөшө яғынан 2018 йылда сығарылған Ҡөрьән-Кәрим 2009, 2012, 2014 йылғы китаптарҙы ҡабатлай. 2018 йылғыһында ҡайһы бер биттәр урынынан шылған һәм ғәрәпсә яҙма эрерәк хәрефтәр менән бирелгән, ҡалғандары - элеккене ҡабатлау. Быуат башындағы китаптарҙы төҙөүсенең исеме китаптарҙа күрһәтелгән һәм был турала уларҙа һылтанма бар. Ә 2018 йылдағыһында төҙөүсеһе күрһәтелмәгән, йәғни китап, йәнәһе, үҙенән-үҙе төҙөлгән.
Ошо рәүешле Ҡөрьән-Кәримдең тәфсирҙәрен башҡортса сығарыуға бик күп көс һалған кешеләр ғәйепһеҙҙән ғәйепле булып ҡалды. Улар үҙҙәренең исемдәрен аҡлар һәм юҡтан тағылған ғәйептән ҡотолор өсөн "Китап" нәшриәтен судҡа бирҙе. Уларҙың ғаризаһын тәүҙә Өфөнөң Совет район суды, шунан республиканың Юғары суды ҡараны. Ике кимәлдәге суд та дәғүәселәрҙең ғаризаһын урынһыҙ тип тапты.
Тағы бер суд тикшереүе булды. Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Ю.Псәнчин "Китап" нәшриәте директорына: 2009, 2012, 2014 йылдарҙағы Ҡөрьәндең транскрипцияларында бик күп хата яһалған, баяғы "Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим" һүҙбәйләнеше лә дөрөҫ түгел, ә 2018 йылғы баҫма - дөрөҫ, тип хат яҙған. Етмәһә, Сөйәрғолов "тупаҫ хата" яһай, тип тә раҫлаған. Институт директоры менән ризалашмайынса, Сөйәрғолов уны судҡа бирҙе, үҙенең ғәйебен таныуҙы үтенде. Өфөнөң Октябрь район суды Сөйәрғолов менән килешмәне, Башҡортостандың Юғары суды траскрипция авторын хаҡлы тип ҡарар сығарҙы һәм уның хоҡуғын боҙған өсөн аҡса түләргә ҡушты.
Ҡөрьән айҡанлы ыҙғыштар ошо рәүешле бара. Ошоноң менән уларға нөктә ҡуйылдымы, юҡмы - билдәһеҙ. 2021 йылдың һуңында Сөйәрғоловҡа "Китап" нәшриәте яңы тәҡдим яһаған: 2018 йылғы баҫмалағы бөтөн хаталарҙы ла төҙәтәбеҙ һәм 2022 йылда Ҡөрьәндең яңы баҫмаһын эшләйек. Был Сөйәрғоловтың һәр яҡтан да хаҡлы икәнен тулыһынса таныу булды.
Әлеге тарихты һөйләп, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, бер мөһим һығымта яһарға кәрәктер: Ҡөрьән Кәрим мосолман өсөн иң изге китап, уны үҙгәртергә, яңы тәфсирҙәр яҙырға тотонор алдынан мең ҡабат уйларға, шунан ғына ниндәйҙер ғәмәл башҡарырға кәрәк. Бығаса яһалған тәфсирҙәрҙе эшләүселәр бик ныҡ әҙерлекле, бик күпте күргән, бик күп утты, һыуҙы кискән кешеләр бит. Изге китап менән эшләп, үҙҙәренең күңелдәрен дә сафландырған улар. Саф күңелгә саф ҡул менән йоғонайыҡ. Беҙҙең атай-бабайҙарыбыҙ тап шулай эшләгән бит - изгелеккә изгелек менән яуап биргән һәм беҙгә лә шуны васыят иткән. Әгәр тәфсирҙәрҙең нимәһелер оҡшамай икән, әйтегеҙ уларҙы яһаусыларҙың үҙҙәренә. Моғайын, һеҙҙе аңларҙар, эшләгәндәрен яҡшыртырға тырышырҙар, хаталары булһа, төҙәтерҙәр. Изге Ҡөрьәнгә изге күңел менән тотонайыҡ.

Ғәлим ХИСАМОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.22 | Ҡаралған: 395

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru