«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТТА ЛА, ТӘРТӘЛӘ ЛӘ, ЙӘКИ КӨСЛӨ ЗАТТЫҢ КӨСҺӨҘ БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ
+  - 


Мин алтмыш бишенсе йәш менән барам. Үҙем иҫ белгәндән алып илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғы мәсьәләһе бер ҡасан да күҙ уңынан төшөп ҡалғаны юҡ, тип хәтерләйем. Советтар Союзы осорон да әле онотмағанмын. Ул саҡтағы үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо гел генә ҡасандыр булған батшалыҡ ҡоролошо заманы менән сағыштыра инек. Ислам дине ҡануниәте буйынса йәшәгән боронғо ата-бабаларыбыҙҙы "наҙан башҡорттар" тип атап, ҡатын-ҡыҙҙың, йәғни, өләсәйҙәребеҙҙең бөтөнләйгә хоҡуҡһыҙ булып, "ирҙәренән иҙелеп ғүмер иткәнлеге" хаҡында ла һәр саҡ туҡып ҡына торҙолар. Шул уҡ ваҡытта, "Бөйөк Ленин партияһы етәкселегендә илдә батшаны ҡолатып, капиталист, бай-кулактарҙы, динде бөтөргәс, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ азатлыҡ алды ла, хәҙер гүзәл заттарыбыҙ барыһы ла ирекле, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы…" тип аңыбыҙға һеңдерҙеләр.

Әммә бәғзе ғаиләләрҙә борон замандарҙа бөтөнләй булмаған эскелектең сәскә атыуы, шулай уҡ, ир-егеттең ғаиләләге абруйы төшә, "Ир - ғаилә башлығы" тигән төшөнсәнең әкренләп мәғәнәһен юғалта башлауы ла һиҙелә ине. Әлеге эскелек арҡаһында йә икенсе берәй сәбәптән ир-ҡатын араһындағы талаш-тартыштар ҙа әленән-әле килеп сыҡҡылай торғайны. Партия, комсомол һымаҡ ижтимағи-сәйәси органдар, әлбиттә, тик ятманы, шундай ғаиләләргә ныҡ ҡына иғтибар бүлә ине. Ғаиләлә янъял сығарыусы йә иһә, өйөндә әҙәпле генә булып та, "һулаҡай яҡҡа" йөрөргә яратҡан ҡайһы бер "тәртипһеҙ" партия ағзаларын йыйындарҙа тикшергеләгән саҡтарҙы иҫләйем (ысын коммунист ғаиләлә лә өлгө булырға тейеш ине бит инде). Ҡатынының ғаризаһы буйынса партия йыйылышына саҡыртылған ир хатаһын башҡаса ҡабатламаҫҡа "ысын коммунист һүҙен" бирә. Партйыйылышта шелтә алып өйөнә ҡайтҡан был ирҙең хәләл ефетенә ҡарата тәрән ихтирам тойғоһо уянамы-юҡмы, уныһы, әлбиттә, билдәһеҙ… Ә инде берәй гүзәл зат "тәртип боҙған" осраҡта (ундайҙар ҙа була торғайны) ир кешенең партия ойошмаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнен хәтерләмәйем. Ул заманда ла "ирлек намыҫы" тигән нәмә булғандыр инде, күрәһең. Шуға күрә лә, үҙ өйөндә үҙе тәртип урынлаштырырға маташҡан ирҙең хәлен аңлайым… Әммә, әлеге әйтмешләй, ҡатынын үҙаллы "тәрбиәләргә" йөьрәт иткән бындай ир тағы партком сәркәтибе алдына барып баҫа! Ҡыҫҡаһы, урыҫ әйтмешләй, "порочный круг" тигән нәмә килеп сыға… Бер ир үҙенең шундайыраҡ ҡатынына нисек тәьҫир итергә лә белмәй: "Их, әгәр ҙә мин КПСС ағзаһы булып тормаған булһам, күрмәгәнеңде күрһәтер инем!" - тип асыуланғас, уның һөйөклөһө: "Слава КПСС! Слава КПСС!"- тип шатланып ҡысҡырған имеш, тигән бер лаҡап та йөрөй торғайны…
Әле үҙәртеп, ҡабаттан капиталистик һымағыраҡ дәүләт төҙөй башлағандан алып та барыбер ошо турала һөйләшеүҙән бушанғаныбыҙ юҡ. Һуңғы осорҙар ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау тураһындағы айырым закон хаҡында һүҙ алып барыуҙар тағы йышайҙы. Хөкүмәт органдарында ултырған зыялыларҙың был ниәте ифрат та яҡшы, тип һанайым. Бындай мәсьәләне хуплаусылар, шул уҡ ваҡытта, тәнҡитләүселәр ҙә етерлек. Ҡайһы берәүҙәр хатта быға ҡаршы булыуын да йәшермәй… Мин быға һис кенә лә ҡаршы түгелмен, әммә ошо хаҡта, ғәҙәтемсә, бер аҙ стандарт булмаған рәүешле фәлсәфә ҡороп алырға ниәтем. Бәғзе ғаиләләрҙә булғылай торған "һауыт-һаба шылтыратыуҙар" илдә ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаусы махсус закондың булыу йәки булмауынан торһа, беҙҙең яҡта әйтмешләй, ҡалай шәп булыр ине лә бит… Ифрат яҡшы маҡсатты күҙ уңында тотҡан бындай закон, минеңсә, барыбер ғаилә татыулығына артыҡ үҙгәреш индермәҫ һымаҡ. Ни өсөн? Иғтибар итәйек: бик күптәр ундай ҡанунды белмәгән көйөнсә лә ғүмер буйы татыу ғына йәшәй ҙә баһа. Ә икенселәр, белә тороп та, уны үтәмәүе мөмкин.
Бына шундай хәлде күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Властар ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә, әйтәйек, бөтөнләйгә күҙ йомдо икән, ти. "Теләһә ни эшләгеҙ", тигән һымағыраҡ. Ир-егеттәр шунда уҡ дәррәү рәүештә ҡатындарын туҡмай башлар инеме икән? Ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ бөтөнләйгә яҡлауһыҙ ҡалыр инеме? Минең ныҡлы инаныуымса, бөгөн кемдең ғаиләһендә ниндәй мәнсәбәт булһа, ул шулай уҡ ҡаласаҡ. Бисә туҡмап ғүмер иткәндәр барыбер үҙҙәренең эшен эшләйәсәк, әлбиттә. Ә инде ир-егеттәрҙең тыныс холоҡлолары (хатта, әйтәйек, көс ҡулланыуға рәсми рөхсәт булған хәлдә лә!) барыбер ҡатын-ҡыҙҙы ҡыйырһытмаясаҡ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, ғаилә хәле тик ир менән ҡатындың үҙҙәренә генә бәйле, тимәксемен. Бала саҡтан миһырбанлы булып, ата-әсәһенең бер-береһенә ҡарата хөрмәтен күреп үҫкән малай, үҫкәс, бер ваҡытта ла ҡатынын буштан-бушҡа йәберһетмәйәсәгенә иманым камил.
Шулай уҡ миҙалдың икенсе яғын әйләндереп ҡарау ҙа кәрәктер ул, йәмәғәт! Бик күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙың үҙенән дә торалыр, тимәксемен. Бола башлығы итеп һәр саҡ ир-атты ғына күреп ғәҙәтләнгәнбеҙ түгелме? Бәлки, күптәргә сәйер ҙә тойолоуы бар, әммә бер ҡыҙыҡ миҫалды килтермәк булдым әле шулай ҙа. Әҙәм балалары менән сағыштырыу өсөн. Телевизор ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренең хәтерендәлер: бер нисә йыл элек, һәр көн һайын тиерлек, яңылыҡтар программаһында бер юлбарыҫ йәшәгән һәм кәртәләп алынған заповедник биләмәһен күрһәтәләр ине. Заповедникта күпмелер ваҡыт уның менән бергә бер кәзә лә йәшәне. Ҡасандыр шул кәзәне аҙыҡ итеп йыртҡыс янына индергәндәр, әммә, ниндәйҙер сәбәп менән, юлбарыҫ был хайуанға теймәгән! Ул ғына ла түгел, хатта дуҫлашып та киткәндәр. Уларҙың йәнәшә ятып йоҡлауҙарын күреп кенә лә хайран ҡалырлыҡ. Кәзә үҙенә бирелгән бесәнде ашай, һис бер нәмәнән ҡурҡмай, ҡайғыһыҙ ғүмер итә. Бер нисә көндән шуны ла күҙәтә башланым: янында тик кенә ятҡан юлбарыҫҡа был мөгөҙлө хайуан тиктомалға килеп төкөп-төкөп ала. Тегенеһе нәҡ ҙур бер бесәй һымаҡ, йомшаҡ ҡына баҫып, икенсе урынға күсә һалып ята. Мин хатта был юлаҡлы януарҙы бер аҙ йәлләй ҙә башлағайным…Тик бер көндө шундай кадрҙы күрһәттеләр: тыныс ҡына йөрөгән әлеге юлбарыҫты буштан-бушҡа осло мөгөҙө менән сираттағы мәртәбә һөҙгөләй башланы был хайуан. Ә йыртҡыс үҙенән бер нисә мәртәбә кәүҙәгә бәләкәсерәк булған кәзәнең елкәһенән кинәт кенә тешләп алып, әллә ҡайҙа быраҡтырап та ебәрҙе. Был хәлдең нимә менән бөткәнен белмәйем, башҡаса уларҙы күрһәтмәнеләр. Нишләптер, миндә ана шул кәзәгә ҡарата йәлләү тойғоһо артыҡ ныҡ уянманы. Ни өсөн был ике хайуандың мөнәсәбәтен бәйән иткәнем бер аҙ һуңғараҡ аңлашылыр…
Гәзит-журналдарыбыҙҙа хикәйә, повесть-маҙарҙан да бигерәк, тормошта ысын булған хәлдәрҙе һөйләгән мәҡәләләр уҡырға яратам. Күп кенә авторҙарыбыҙ төрлө ғаиләләге бәғзе ир-егеттең насар ҡыланыштары тураһында яҙырға ярата. Ә икенселәре ҡайһы бер гүзәл заттарыбыҙҙың да "китапҡа һыймаҫ" яҡтары хаҡында аптырарлыҡ итеп һөйләй. Шундай мәҡәләләрҙе уҡып, ҡатын-ҡыҙҙы ғына түгел, ә ҡайһы бер ир кешене йәлләргә лә мәжбүр булаһың. "Балалар хаҡы өсөн генә" тип, ҡатынынан ниндәй генә ғәҙелһеҙ, әсе һүҙҙәр ишетеүенә ҡарамаҫтан, ғаиләлә түҙеп йәшәгән ирҙәр ҙә була ул. Шундай ир-егеттең хәленә инеп, уны аңларға тырышып ҡарайыҡ әле, шулай ҙа. Әйтәйек, был көслө зат (физик яҡтан, ысынлап та көслө), хәләл ефетенән айырмалы, телгә лә әллә ни оҫта түгел, һүҙ байлығы ла самалы (ә бер аҙ телдәрерәк икән, ҡатыны шунда уҡ "бисә тел" тип, бындай ир-аттың ауыҙын яптыра...). Әлеге аңлашылмаусанлыҡ, бәхәс-фәлән килеп сыҡһа, шул мәлдә ул үҙен нисек тоторға, ерле юҡҡа "сытырҙап, өҫтөнә менеп, бөрөп алып барған" йәнкиҫәгенә нимә тип әйтергә тейеш? Шундай осраҡтарҙа ир-ат үҙен яҡлашырға тейешме икән? Физик яҡтан ғына көслө булыуы был осраҡта уға бөтөнләйгә ярҙам итмәй… Ҡул көсө ярҙамында, дөрөҫөн генә әйткәндә, ул тик үҙенең шул уҡ ҡатынын, балаларын ситтәрҙән яҡлаша ала, ғаиләһенә ашарға таба. Ә үҙен яҡлаша алмай! Нәҡ элегерәк күрһәткән "Чапаев" фильмындағы крәҫтиән һымаҡ: "Куда деться бедному мужику?.. Аҡтар килһә - талай, ҡыҙылдар килһә - талай…" Бындай ир-егеткә яратҡан балаларын ташлап, өйҙөң ишеген шарт ябып сығып китергә, берәй тыныс ҡатын табып, башҡа ғаиләгә "эмиграцияға" күсергә генә ҡала… Кемдер әйтмешләй, "батып барыусыны ҡотҡарыу - уның үҙенең эше" тигән һымағыраҡ хәлдәге бындай ир сараһыҙҙан, үҙенең көҫһөҙ генә хәләл ефетен әлеге юлбарыҫ һымаҡ ажарланып, "тешләп алып быраҡтырып" ҡуймағайы! Бына нимә!
Үҙем шәхсән яҡындарым, таныштарым араһында ҡатынын туҡмап ғүмер иткән ир-атты әллә ни күп белмәйем. Ике ғаиләнән башҡа. Берәүҙәре йәш сағында бер-береһен ныҡ һөйөшөп ҡауышҡан. Апай кеше ауылында иң һылыу ҡыҙ булған (ағай уның хаҡында шулай тип һөйләгәйне). Башҡа егеттәрҙе иш итмәй, ҡыҙ ҙа был ағайҙы ғына һайлаған. Әммә, ҡыҙғанысҡа, мин уларҙың тик ыҙғышып йәшәгәндәрен генә күрә торғайным. Башҡа кешеләргә алсаҡ, мөләйем булған апайҙың күҙ төбө күгәреп йөрөгән мәлдәрендә уны гел генә йәлләгәнем хәтеремдә. Ағай үҙе лә күңелсәк, кешегә ярҙамсыл, эшлекле ир ине… Үҙем бер аҙ үҫә биреп, егет ҡорона еткәс, был ағайҙан һораным: "Икегеҙ ҙә шундай пар килгәнһегеҙ. Фәлән ағай, һин бит хатта себен үлтерергә лә йәлләй торған кешеһең. Нисек ана шул һылыуҙарҙан һылыу еңгәйгә ҡулың күтәрелә ул?" "Эх, ҡустым, - тине ул, - барыһы ла яҡшы булыр ине. Тик бер генә нәмә татыу йәшәргә бирмәй - еңгәңдең теле…" "Ул телгә генә түҙергә була ла баһа! Уның ҡарауы, ниндәй сибәр ҡатынды эләктереп алғанһың!" "Балаларымды уйлап, түҙергә тырышып йөрөгән булам да ул, ҡустым. Ҡайһы берҙә үҙемде тотоп ала алмайым…" Был ағай менән апай хаҡында уйлай башлаһам, тағы ла әлеге кәзә меҫкен иҫкә төшә. Кәзә - кәзә инде, аҡылһыҙ мал. Ә тел сарларға яратыусы ҡатын-ҡыҙ аңра кәзә түгел бит, үҙенең "көсһөҙ зат" икәнлеген бер аҙ ғына таныһа, үҙе өсөн үк яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Физик яҡтан көслө ир ҡаршылаша башлауы ла ихтимал, тип уйлап, телен бер аҙ тыйып торһа, бәлки, ир кешенең дә уға ҡулы күтәрелмәҫ ине… Ғөмүмән, балалары үҫеп етеп бөткәс, олоғайған көнөндә улар барыбер башҡалаштылар. Уларҙы иҫләгән һайын мин, ни өсөндөр, апайҙы ғына түгел, ағай кешене лә йәлләйем…
Ә икенсе бер таныш ғаиләлә ир кеше йәш сағында ныҡ ҡына "төшөрөргә" яратты. Иҫереп ала ла, һис бер урынһыҙ ҡатынын ҡыҙғанып, йә башҡа сәбәп табып, болара башлар ине. Шул арҡала хатта айырылышыу хәленә барып етә яҙҙылар. Әммә күпмелер ваҡыттан ир кеше кинәт кенә хәмер менән мауығыуын ҡуйҙы. Ошо көнгә тиклем уларҙы беләм. Хәҙер инде олпат йәшкә еткән был ағай менән апай бала-саға, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, хатта бер-береһен маҡтап, хуплап, гөрләтеп тормош көтә. Ире ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай тиерлек…
Эскелек, ғаилә болалары хаҡында, әлбиттә, әле лә ишеткеләп йөрөйөм. Хатта таныш ике ирҙең ҡатындары тарафынан үлтерелгәне хаҡында ла ишетеп тетрәнгәйнем. Ә бер ир ҡатынын быуып үлтергән… Оҙаҡ ваҡыттар ситтә йәшәүем сәбәпле, был кешеләрҙең үҙ-ара нисек йәшәгәнен белмәйем. Әлбиттә, ал да гөл булмаған инде ул. Кемеһе хаҡлы булғаны хаҡында ла һүҙ йөрөтә алмайым. Әммә, ни генә булыуына ҡарамаҫтан, был парҙарҙың эскелек менән булышыуы һис шикһеҙ! Иҫерек кеше ниндәйҙер бер закон хаҡында уйларлыҡ хәлдә лә булмай… Кемеһе генә ғәйепле булыуына ҡарамаҫтан, әҙәм ғүмерен ҡыйыуҙы һис кенә лә аҡлап булмай инде ул. Шунлыҡтан, ғаиләләрҙә тыныслыҡ булыуын теләһәк, иң беренсе нәүбәттә, алкоголизмға ҡаршы көрәште көсәйтеү кәрәк. Ә хәмерҙән бөтөнләйгә ҡотолоуҙың иң ышаныслы юлы - халҡыбыҙҙың иманға килеүе.
Иман хаҡында, ғөмүмән, динебеҙ тураһында һүҙ сыҡһа, бәғзе берәү шунда уҡ, баштараҡ әйткәндәй, Ислам динендә ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙлығы хаҡында һөйләнә башлай. Йәнәһе лә, нәфис заттарыбыҙҙы дин "ҡыҫа". Был хәбәрҙәр - барыһы ла динебеҙҙе белмәгәнлектән килә. Аллаһ илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм ҡатын-ҡыҙҙы йәберләүҙе тыйған. Бер мосолман ир ҡатыны менән бәхәсләшеү осрағында ни эшләү кәрәклеген һорағас, Бәйғәмбәр с.ғ.с. "Асыуыңды тый", тип әйткән. "Әгәр ҡатын хаҡ булмаһа?.." тигән артабанғы һорауына ул тағы: "Асыуыңды тый!" тип ҡабатлаған. Шәриғәт, шулай уҡ айырым осраҡтарҙа, айырылышыуҙы ла рөхсәт итә, әммә никах тарҡатыуҙы Аллаһ Тәғәләнең яратмауы хаҡында риүәйәт бар. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың (байҙарының) динебеҙ ҡанундары рөхсәтенә ярашлы хатта бер-нисә (дүрткә тиклем) ҡатын алып та йәшәүен беләбеҙ. Әммә хәҙерге күҙлектән сығып ҡарап, быны дөрөҫ аңлай алырлыҡ хәлдә булғандар, әлбиттә, бик аҙ. Әммә динде яҡшы белгән ҡартатай һәм ҡәртәсәйҙәребеҙ үҙҙәренең тормошонан зарланмай, Аллаһ Тәғәләгә, Уның яҙған тәҡдиренә һәр саҡ риза булып, һин дә мин йәшәп ятҡандар. "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә - ҡатын" тигән әйтем дә юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Ир кеше "ут" булған саҡта ла уға ҡаршы "һыу" була белгән беҙҙең өләсәйҙәребеҙ. Ә инде, әлеге әйтмешләй, эскелек, шуға бәйләнгән айырылышыу, боларышыу һымаҡ нәмәләр борон бөтөнләйгә булмаған. Раббыбыҙ халҡыбыҙҙың дини асылына ҡайтыуын насип ҡылһын, барыбыҙҙың йөрәктәребеҙгә ныҡлы иман күндерһен. Амин.
Ә үҙемә килгәндә, хәләл ефетем менән инде 45 йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ. Уға тырнаҡ осо менән дә тейгәнем булманы. Ғаиләлә дүрт малай үҫтек. Иң оло ағайым һикһәнен ҡыуып бара, иң кесе ҡустыбыҙ алтмышты аша атланы. Барыбыҙҙың да ҡатындарыбыҙ - йәштән алған кәләштәребеҙ. Беребеҙ ҙә "бисә туҡмап" ғүмер уҙғармайбыҙ, әлхәмдүлиллаһ. Атайым да бер ҡасан да әсәйемде ҡыйырһытманы. Ә әсәйемә килгәндә, ул ғәжәп аҡыллы, тыныс, баҫалҡы ҡатын ине…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 291

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru