Буласаҡ ғалим, тикшеренеүсе Михаил Ломоносовтың төрлө ылауға эләгеп-һағып, ун туғыҙ йәшендә Мәскәүгә уҡырға килеүе тураһындағы тарихты беҙ мәктәп йылдарынан яҡшы беләбеҙ. Был иғтибарға лайыҡ ваҡиға, әлбиттә. Ә шулай ҙа башҡорт тарихында үҙҙәренең тәүәккәллеге, бала сағында яһаған ҡыйыу аҙымы менән аптыратҡан да, һоҡландырған да, уйландырған да шәхестәр барлығын беләбеҙме икән? Һүҙем шундай шәхестәрҙең береһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар тураһында булыр.
Буласаҡ шағир бәләкәйҙән әҙәбиәткә мөкиббән булып үҫә. Китапхана - уның серҙәше лә, кәңәшсеһе лә, рухландырыусы дуҫы ла була. Бер заман Хәсән атлы малайҙың ҡулына Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесы килеп эләгә. Ундағы мажараларҙы иҫе китеп, йотлоғоп уҡыған малай, тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә хат яҙып ебәрә. Был хатты, әлбиттә, авторға тапшыралар. Бына шунан алып яҙыусы менән уҡыусы араһында хатлашыу башлана. Зәйнәб апай маҡсатлы баланы Өфөгә килергә саҡыра, уны интернатҡа уҡырға индереү тураһында ла уйлай. Бишенсе класта уҡып йөрөгән Хәсән Назаров бер ниндәй дөкәмитһеҙ-ниһеҙ баш ҡалаға юллана. Ул замандарҙағы транспорт хәлен үҙегеҙ беләһегеҙ, тура бәйләнеш юҡ. Хәсән Ырымбур өлкәһендәге Ҡыуандыҡ ҡалаһына барып, поезға ултыра һәм Силәбе аша Өфөгә килеп етә. Барып таба ул Зәйнәб Биишеваны. Зәйнәб апай уны интернатҡа уҡырға юллап ҡарай, ләкин документһыҙ баланы баш ҡалала кем алырға ризалашһын? Зәйнәб апай уны Стәрлетамаҡҡа юлламаҡсы итә, ләкин Хәсән Назаров баш тарта һәм кире тыуған яғына ҡайтып китә. Ләкин әҙәбиәт уның тотош донъяһына әйләнә, артабан яҙмыш ҡайҙа йөрөтһә лә, әҙәбиәткә хыянат итмәй. Ғүмер аҙағына тиклем Зәйнәб апай ҙа уны үҙенең яҡын дуҫы итеп күрә. Маҡсат артынан бишенсе класс уҡыусыһының оло юлға тәүәккәллек итеүе - үҙе бер феноменаль күренеш, сөнки Хәсән ағай һайлаған изге юлынан тайпылмай.
Рәми Ғарипов менән ижадташ дуҫлыҡ тураһында ла әйтергә кәрәк. Ун йыл дауам иткән аралашыу береһенең дә тормошонда эҙһеҙ үтмәгәндер. Мин Хәсән ағайҙан: "Һеҙ үҙегеҙҙе уның уҡыусыһы йәки шәкерте, тип атайһығыҙмы?" - тип һораным. Хәсән ағайҙың яуабы һәр ваҡыттағыса теүәл һәм аныҡ булды: "Яһалмалыҡтан ҡасыу, ысынбарлыҡты сағылдырыу һәм шиғри һүҙгә талапсанлыҡ йәһәтенән өлгө алдым. Ләкин уҡыусыһы тип әйтмәҫ инем, кемдеңдер уҡыусыһы булып ҡына үҫеү мөмкин түгел. Кеше үҙендә булған талантты үҫтерә".
Хәсән ағай тарихыбыҙ тураһында бик мәғлүмәтле. Халыҡ шағиры менән ижади командировкаларҙа булыу бәхете лә тейҙе. Ул бер ҡайҙа ла үҙенең сығышын ҡабатламай. Һәр урында шағир ауыҙынан яңы һүҙ һәм төплө фекер ишетәһең. Бер мәл Аҡмулла тураһындағы күңелгә һеңдерерлек сығышын тыңлағандан һуң һорамайынса булдыра алманым: "Ҡайҙан һеҙҙә шундай мәғлүмәт, фекер?" Хәсән ағай уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы: "Үҙем дә белмәйем. Ҡайҙандыр күңелдән сыға".
Эйе, Хәсән ағайҙы юҡҡа ғына "сәсән" тип йөрөтмәйҙәрҙер шул, ошо тапҡырлығы халыҡ алдында сығыш яһағанда айырыуса асыҡ күренә. Шағирҙың илһамлы күңел донъяһы киң. Унда йыр-моң сәнғәте айырым урын биләп тора. Йәш сағында Хәсән ағай йырлаған, имеш, тигәнде ишеткәнем бар ине. Уның йырлағанын хәҙер хәтерләүселәр юҡтыр. Шулай ҙа миңә ағайҙы тыңлау насип булды, мәгәр. Халыҡ йырҙарын башҡарған йырсыларыбыҙ тураһында күпме мәҡәләләр яҙҙы ул. Хәсән ағай талантты талант тип атай һәм уны күтәрә лә белә. Халыҡ йырсыһы Фәриҙә Ҡудашева менән һәр саҡ аралашып йәшәнеләр. Фәриҙә апай тураһында альбом сығыуында Хәсән Назарҙың хеҙмәте тос.
Романтик рухлы шағирыбыҙ Рафаэль Сафинға иғтибар кәмеүенә борсолоу белдереп: "Ул ҙур ижадсы. Ҙур шәхес. Иҫкермәй торған шиғырҙар яҙҙы, уларҙы йыл да яңғыратырға кәрәк", - тип әйтә килә.
Таланттарҙы баһалай, һәм уларҙың хәленә инә белгән Хәсән Назар журналист, шағир Ғәбиҙулла Зарипов ҡаты сиргә дусар булып, тыуған яғына ҡайтып китергә мәжбүр булғас, уның хәлен яҡшыртыу буйынса хәстәрлек күрергә тырышты. Салауат районына бер осрашыуға барғанда туп-тура район башлығына инеп, бик ҡәтғи итеп ошо мәсьәләне күтәргәйне.
Теге йәки был мәсьәләгә үҙенең мөнәсәбәтен асыҡ әйтә алған тура һүҙле әҙип, әлбиттә, бөтә кеше өсөн дә уңайлы түгелдер. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар, был иһә күпселектең фекере менән тура килмәүе ихтимал. Ләкин ғәҙел уның әйткәндәре. Хәсән Назар үҙ инаныуы менән көслө. Ошо ғәҙеллек һәм талапсанлыҡ, намыҫлы булыу, киң күңеллелек уның емешле ижады булып күҙаллана. Йөрәктән ярып сыҡҡан һүҙ йөрәккә барып етә. Һәм әҙип йөрәгенән сыҡҡанды еткерә килә үҙенең уҡыусыһына. Яһалмалылыҡ уға ят төшөнсә.
Мәүлит ағай Ямалетдин халыҡ шағиры Хәсән Назар тураһында ҡасандыр "Уйы тәрән, рухы юғары" тигән мәҡәлә яҙғайны. Назар ижадының, ғөмүмән, тормошоноң төп асылын әйтеп биргән юлдар бит былар. Донъяға берсә сабыйҙар сафлығы, берсә ир-уҙаман, аҡһаҡалдар аҡылы, хикмәте менән баҡҡан талант эйәһенең ижады иҫ киткес бай, төплө, йөкмәткеле. Йәш ижадсыларҙың ошо талант эйәһенең башҡорт рухын айырым бер тәрәнлектә аңларға ярҙам иткән поэмаларына иғтибар итеүҙәрен теләр инем, унда үҙҙәре өсөн әллә күпме илһам осҡоно табасаҡ улар. Шундай бай кеше ул халыҡ шағиры Хәсән Назар! Ә уның сере "Ғүмер һәм дәүер" китабында яҙылған:
Кешем! Байлыҡ - иман түгел,
Иманың үҙе - байлыҡ.
Фәрзәнә ФӘТИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА