оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар
Шулай уҡ боронғо башҡорт ырыуҙарынан булған һеңрән ырыуы хаҡында ла тарихи сығанаҡтар күп түгел. Уларҙың ата-бабаларының рус дәүләтенә тиклемге тарихын, нисек итеп башҡорт халҡы составына ҡушылыуын аныҡлаусы мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Ҡайһы бер тарихи документтарҙа һеңрәндәрҙе урман халыҡтарынан булған коми-зыряндар менән тиңләү сағылыш тапҡан. Күрәһең, рус дәүләте чиновниктарына башҡортса яңғыраған "һеңрән" атамаһы русса "сенгрян/сенрян" формаһында яҙылып алынып, уларға билдәле булған "зырян" атамаһы менән бер иш тойолғандыр. Шуға күрә XVII - XVIII быуаттарға ҡараған рәсми документтарҙа һеңрән ырыуы башҡорттары "сырянцы", йә иһә "зырянцы", тип теркәлә.
Ырымбурҙағы рус администрацияһы чиновнигы, тарихсы П.И. Рычков та үҙенең яҙмаларында Ҡаҙан даруғаһында "Зирян юрты" тип билдәләнгән башҡорт биләмәһен иҫкә ала. Этнограф Р.Ғ. Кузеев быны заманында Тарихи Башҡортостандың көнбайышында, Ыҡ йылғаһы буйында һәм унан көньяҡтараҡ һеңрән ауылдары булыуы менән аңлата. Шул уҡ Ыҡ йылғаһы буйында Һеңрән (Сынгряново) исемле ауыл әле лә бар. Күрәһең, был яҡтарҙа әле ошо территорияла тороп ҡалып, башҡа ырыуҙар составына ҡушылып киткән боронғо һеңрән ырыуы вариҫтары йәшәй. Р.Ғ. Кузеев билдәләүенсә, коми-зыряндарҙы башҡорт һеңрәндәре менән бутау бары тик лингвистик аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында ғына килеп сыҡҡан. Коми халҡы иһә үҙен "зырян" тип тә атамай: уларҙың үҙ атамалары "коми-войтыр" һәм "коми-морт" рәүешендә әйтелә. Зырян атамаһы ситтән бирелеп, экзоним булып һанала. Бында тағы ла бер фактҡа иғтибар итеү фарыз: коми-зыряндарҙан бөтөнләйгә ситтә көн иткән тамъян ырыуы башҡорттарында һеңрән исемле ара (аймаҡ) булыуы билдәле.
Бәғзе бер дәлилдәргә таянып, Р.Ғ. Кузеев түбәндәге һығымталарға килә: "Ҡарамаҡта булған материал һеңрән ырыуы тарихында ошондай моменттарҙы дәлилле тип иҫәпләргә мөмкинлек бирә:
а) һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тәү төйәге Бәләбәй ҡалҡыулығында һәм көньяҡ-көнбайыш Урал алдында була, бында уларҙың XX быуат баштарына тиклем боронғо ырыу атамаһын һаҡлап ҡала алған ырыуҙаштары йәшәй; б) һеңрәндәр көньяҡ-көнбайыш Урал алды территорияһында ҡатай һәм һалйоттар килгәндән күпкә алдараҡ йәшәгән һәм, моғайын, боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ҡатышҡан. Тамъяндарҙың һеңрән этнонимияһы һәм, бәлки, һеңрән атамаһының морфологик төҙөлөшө ошо бәйләнештең эҙемтәһе булып торалыр; в) XIII - XIV быуаттарҙа һеңрәндәр төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан йүнәлтелгән оло хәрәкәткә ҡушылып китә. Ул заманда көслө булған ҡатайҙар һәм һалйоттар йоғонтоһо аҫтында ҡалып, күсеп китеү барышында улар хәрәкәт иткәнсә - көньяҡ-көнбайыш Башҡортостандан төньяҡ-көнсығышҡа табан булған маршрутты ҡабатлай. Етерлек тиклем материал булмағанлыҡтан, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының төркиләшкән уғырҙарҙан йә иһә Бөгөлмә ҡалҡыулығының һәм уның периферияһының сармат-аландарынан, йә булмаһа сығыштары менән үк бөрйәндәрҙе, үҫәргәндәрҙе, тамъяндарҙы, түңгәүерҙәрҙе һәм башҡа боронғо башҡорт ҡәбиләләрен тыуҙырған ҡатмарлы, әммә башлыса төрки донъянан икәнлекте асыҡлап булмай".
Себер даруғаһы башҡорттары биләгән аҫаба ерҙәрҙә заманында бәкәтин этнонимы менән аталған ҡәүем була, рус хакимиәте документтарында ошо исемдәге олоҫ та теркәлә. Бәкәтин ырыуының килеп сығышы менән бәйле сығанаҡтар юҡҡа иҫәп, әммә ошо ырыуҙы нигеҙләүсе төп бабаның исеме Әйлеләр шәжәрәһендә сағылыш тапҡан, ул - Бәкатун. Әлбиттә, башҡорт шәжәрәләрендә ҡан-ҡәрҙәшлекте хуплау, дөйөм башҡорт берҙәмлеген нығытыу мәсьәләһе һәр саҡта ла мөһим урын биләгән. Шул уҡ легендар Бәкатун байтаҡ ҡына башҡорт ырыу-ҡәүемдәренең төп бабалары исемлегенә индерелгән. Мәғрифәтсе, дин белгесе, яҙыусы Тажетдин Ялсығол (1768 - 1838) үҙенең "Тарих нама-и булгар" исемле әҫәрендә ошо хаҡта бына нисек яҙған (иҫке төрки яҙмаһында бирелә): "Бу Иштәкдән чуҡ уғланлар улды. Түб йорты Аму-Дарйасында ирде. Олуғ уғлы Тамйан, андан кечесе Үсәргәндүр, андан кечесе Күбәләк, андан кече Бәкатун, андан кечесе Сарт, андан кечесе Тырнаклы, андан кечесе Түбәләс, андан кече Дувандур. Бу халайыҡларның хәбәр бирмәге анларның нәселенәндүр. Әммә бу Иштәк уғланларындан безгә баба Бәкатундур. Әммә бу Бәкатун ғайәт үфкәлү адәм ирде. Йерне ташлаб бәләд шимал тарафуна баруб, Миач дарйасына килде. Анда мәҡам әйләб, туҡсан йыл ғүмер әйләде. Ануң уғланлары чуҡ улды. Олуғ уғлы Әйледүр, андан кечесе Йурми, андан кечесе Байлар, андан кечесе Байҡы, андан кечесе Ирәктә, андан кечесе Салджут. Бунлар һәр бересе шаһ улуб, атраф ғаләмә йәйелделәр. Халайыҡларның хәбәр бирмәге анларның нәселенәндүр. Безгә түб баба олуғ уғлы Әйледүр. Әммә Бәкатун насрани динендә иде".
XIX быуатта киң таралыу тапҡан тәүарих жанрындағы китаптарҙа, башлыса, шәжәрәләргә ҙур иғтибар бирелә, ырыуҙар шәжәрәләренә индерелгән боронғо, күп осраҡта легендар булған шәхестәр барса башҡортҡа ҡарата уртаҡ баба, тип ҡарала. Шул уҡ легендар Иштәк бер үк ваҡытта бәғзе бер төрки халыҡтарында башҡорттарҙың экзонимы (ситтән бирелгән атамаһы) сифатында ҡулланыла. Бәкатундың Иштәк улы булыуы ошо бабанан таралған ырыуҙарҙың боронғолоғона ишара.
Тажетдин Ялсығол тарафынан халыҡҡа еткерелгән башҡорт генеалогияһын башҡа бер мәғрифәтселәр ҙә үҙ итә, уны үҙҙәренең тарихи әҫәрҙәрендә ҡуллана. Мәҫәлән, суфый шәйехе, шағир Мөхәмәтғәли Соҡоройҙоң (1826 - 1889) улы Ғарифулла Кейеков үҙенең тарихи яҙмаларында шул уҡ шәжәрә мәғлүмәттәрен ҡуллана. Тажетдин Ялсығолдан айырмалы, Ғарифулла Кейеков төҙөгән Табын һәм Ирәкте шәжәрәһендә ошо ырыуҙарҙың төп бабаһы итеп һаналған Майҡы бей Бәкатун баба улдары иҫәбенә индерелә.
Бында бына нимә үтә ҡыҙыҡлы: Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш зонаһында заманында ҡеүәтле сәйәси этник берләшмә төҙөгән әйлеләр Бәкатун бабаның туранан-тура вариҫы итеп күҙаллана. Шәжәрәүи тарихнамәләрҙә байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙарының килеп сығышы (шул уҡ тамъян, үҫәргән, табын, әйле, күбәләк, бәкәтин, һарт, тырнаклы, түбәләҫ, дыуан, һалйот һ.б.) Алтай - Урта Азия территорияһы менән бәйле бәйән ителә: иртә урта быуаттар осоронда уҡ ошо географик ареал башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең тәү төйәге, тип иҫкә алына.
Әйле башҡорттарының риүәйәттәрендә уларҙың ата-бабаларының Бохара тарафтарында, ул яҡтағы Башҡорт тауҙары итәгендә йәшәгәнлеге хаҡында һөйләнелә. Ысынлап та, Көнсығыш Бохарала Пашхурд тауҙары, ә Амударъя буйында Пашхурд ауылы ла бар. Йәнә, ошо Пашхурдтан алыҫ түгел урынлашҡан Байсун ҡалаһы районында үзбәктәрҙең айынны ырыуы вариҫтары йәшәй, ошо ырыу атамаһы башҡорт әйлеләре исеменә тура килеүе беленеп тора. Ошо фактта билдәле бер этнологик һығымта эшләрлек ерлек булыуын фаразларға була. Этнолог Р.Ғ Кузеев та әйлеләрҙең тарихи сығышын боронғо уғыҙҙар менән бәйләп аңлатыуҙы нигеҙле, тип тапҡан. Был фаразды ғалимдың ғилми фантазияһы ғына итеп ҡарарға ярамайҙыр: ҡытайҙарҙың Суй-шу тарихи хроникаһына ярашлы (VII б.), уғыҙҙарҙың этник берләшмәһенә ингән ырыу-ҡәбиләләр исемлегендә башукили (ҡытай телендә "р" өнө булмауына иғтибар итеү фарыз) ҡәүеме лә иҫкә алына. Көньяҡ Уралда дөйөм башҡорт исеме менән билдәле булған ырыуҙар берләшмәһе менән Ҡытай, Үҙәк Азия халыҡтары тарихында иҫкә алынған иштәк-башҡорттарҙың бер үк боронғо ҡәүем булыуын хәҡиҡәти факт, тип ҡабул итергә кәрәктер.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 12-14-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА