«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПАРИЖДА - 1
+  - 


Еңеүтуй

Еңеүсе хәрби көстәрҙең Парижға инеп урынлашыуына аҙна самаһы уҙғас, полковник Ҡудашев бер яңғыҙы ғына Париж урамдары буйлап сығып китте. Бүтән офицерҙар һәм генералдар менән "еңеүҙе йыуа-йыуа" ла ялҡып бөттө. Шуға былай ғына, эшһеҙлектән урам тапарға булды. Арыу уҡ ер үтеп, таш йорттарҙы ҡарап, берәй күләгәлә ултырып ял итәйем әле, тип китеп бара ине, ҡаршыһына аттарын етәкләгән икәү килә. Бәй, таныштар һымаҡ та былар. Тегеләр үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә атлай, Ҡудашевҡа боролоп та ҡарамайҙар. Хәрби тәртип буйынса офицерға сәләм бирергә тейештәр ҙә бит, Париж буйлап йөрөгән офицер эт тубығынан тиерлек, уларҙың һәр береһенә сәләм бирә башлаһаң... Шуға күрә Ҡудашевтың үҙенә һүҙ өндәшергә тура килде:
- Әссәләмәғәләйкүм, егеттәр!
Тегеләр ят ҡалала үҙҙәренең телендә өндәшкәнде ишетеп, аптырап ҡалды. Береһе алданыраҡ айнып китте:
- Вәғәләйкүммәссәләм...
- Кемдәр һеҙ? Ни эшләп йөрөйһөгөҙ?
- Беҙ ни башҡорт казактары, ат эсерергә тип йылғаға китеп барабыҙ.
- Исемдәрегеҙ кем?
- Мин Әбделғәле Әбдрәшов булам. Ул Бикҡол Әлембәтов.
- Ә мин полковник Ҡудашев.
- Һине беләбеҙ, Мәскәү эргәһендә "Маладис"ты йырларға саҡырғайныҡ.
- Үәт рәхмәт, онотмағанһығыҙ икән. Унан һуң күпме ғүмер үтте, һыу аҡты, тигәндәй.
- Үҙебеҙҙең кешеләр онотола теймени?
- Һеҙҙең командирығыҙ кем хәҙер?
- Элеккесә майор Ыласынов.
- Ул ҡайҙа?
- Ана анауында Булон урманында, ҡыуышта ята.
- Мине шунда алып барығыҙ әле.
- Әйҙә. Беҙгә ни. Барыбер әллә ниткән эш юҡ. Аттарҙы һуңынан һуғарырбыҙ әле.
Бер аҙҙан яугирҙар ҙур бер сиркәү янында ҡоролған ҡыуыш янына килеп туҡтаны.
- Бына ошонда ул,- тине Әбделғәли.- Майор Ыласынов, - тип ҡысҡырып та ебәрҙе.- Һиңә полковник килгән.
Шуны ишетеү менән аяғына итеген кейә-кейә күлдәксән Ыласынов килеп тә сыҡты. Үҙе итек ҡунысын тарта, үҙенең ике күҙе килеүселә. Күрҙе лә ҡысҡырып та ебәрҙе:
- Ҡудашев ағай, әйҙүк. Эй, күргем килгәйне. Хоҙай үҙе әшкәрткәндер инде.
Ирҙәр ҡосаҡлашып күреште, шунан ҡыуышҡа инделәр. Ҡудашев тар ғына ҡыуышты ҡарап алды ла:
- Яныңда ғына ниндәй ҙур сиркәү тора. Шунда инеп урынлашмай ни. Нисәмә йыл буйына ҡыуыштан ялыҡҡанһыңдыр инде.
- Ҡыуыш бит үҙебеҙҙеке. Үҙеңдеке ялҡытмай ул. Сиркәү бит Алла йорто. Унда ятып йөрөү килешмәй.
- Эй, бер ҡатлы башҡорт. Парижды алһаң да һаман яп-ябай әҙәм булып ҡалаһың инде.
- Полковник ағай, һин бит ҙур кешеһең, миңә бүтән аҡыл бир әле.
- Ниндәй?
- Беҙ бында башҡорттарҙан биш атлы полк кешебеҙ. Өҫтәүенә, йәйәүлеләр, типтәрҙәр, мишәрҙәр полктары бар. Шулар бергәләшеп һабантуйы... һабантуй түгел инде, шуның кеүек итеп Парижды еңгән өсөн байрам яһайыҡ тигәйнек. Хатта уның исемен дә уйлап сығарҙы бер егет - Еңеүтуй. Шуны ойоштороп, бейеп, йырлап, ҡурай, ҡумыҙ тартып, ашап-эсеп, бер күңел асып алайыҡ, тигәйнек.
Ҡудашев:
- Ат сабыштырып, көрәшеп, йүгерешеп, һикереп, тип тә өҫтә.
- Эйе, бәйгеһеҙ ниндәй байрам була ти инде. Шуға һеҙҙең кеүек үҙебеҙҙең иң яҡын командирҙарҙы саҡырайыҡ тигәйнек.
- Мәҫәлән?
- Мәҫәлән, генерал Платов, Денис Давыдов, генерал Шушпанов...
- Дөрөҫ уйлайһың. Үҙегеҙ менән һуғыш юлын үткән командирҙарҙы саҡырып, байрам күрһәтеп, ҡунаҡ итһәгеҙ, тап беҙҙеңсә була. - Ҡудашев саҡ ҡына шым торғандан һуң өҫтәне.- Императорҙың үҙен саҡырғанда ла яҡшы булыр ине. Юҡһа, күргән һайын "Башҡорттар нишләй анда?" тип һорай ҙа тора, тип һөйләй торғайны генерал Платов. Үҙ күҙҙәре менән күрер ине башҡорттарҙы.
- О-о! Һин, ағай, бигерәк елленән ебәрҙең. Император беҙҙең янға килер тип уйлайһыңмы?
- Әллә. Беҙҙән саҡырыу, ҡалған яғын үҙе ҡараһын.
- Ярар һуң. Тик саҡырыу мәшәҡәттәрен һинең үҙеңә алырға тура килер. Беҙгә әҙерлек эштәре лә баштан ашҡан буласаҡ. Батшаһыҙ табын бер төрлө, батшалыһы - бөтөнләй икенсе.
- Эйе, мәшәҡәт күп буласаҡ.
Ҡудашев был һөйләшеүҙе тормошҡа ашырыр өсөн иң алдан Платов янына барҙы. Беренсе Башҡорт полкында булған хәл тураһында һөйләп биргәс:
- Генерал, - тип өндәште Ҡудашев, - император менән яҡын әшнә булмаһаң да, уның янында булғылайһың бит.
- Эйе, кәңәшмә кеүек хәрби советтарҙа ҡатнашам.
- Шуға күрә һиңә үтенес: императорҙы күреп, башҡорттарҙың саҡырыуын еткерергә ине. Мине һанаттары ул тирәгә яҡын да юллатмаясаҡ бит.
- Дөрөҫ самалайһың. Батша янына ингәнсе, Алла эргәһенә барыу еңелерәк, тиҙәр.
- Шуға, генерал әфәнде, башҡорт яугирҙары исеменән үтенеп һорайым.
- Башҡорттар исеменән урыҫ кешеһенең йөрөүе килешеп бөткән эш түгелдер, моғайын. Шуға күрә, әгәр һағауылдары үткәрһә, беҙ ғали йәнәптәре янына икәүләп барайыҡ.
- Ярар.
Императорҙың ҡарауыл башлығы генерал менән полковниктың үтенесен батшаға еткерерҙән алда, уның янына инергә теләүселәрҙең кемлеген, ни эшләп йөрөгәндәрен ҡат-ҡат тикшерҙе. Үҙҙәре янына Ҡудашевты ике тапҡыр саҡырҙылар. Һорашмаған нәмәләре, ныҡышмаған һүҙҙәре ҡалманы тиерлек. Шунан ғына ҡарауыл етәксеһе былар тураһында Александр Беренсегә еткерҙе.
- Кемдәр улар минең янға инергә теләүселәр? Генерал Платовмы? Платовты бер аҙ беләм. Ул нимәһен ҡарап башҡорт исеменән йөрөгән була һуң? Ә-ә, башҡорт полктары менән һуғышта идара иткән өсөн инде. Башҡорттар яҡшы һуғыша, тип ул һөйләй торғайны бит әле. Ә икенсеһе кем? - Император ҡарауыл етәксеһе биргән икенсе ҡағыҙ битен асты. - Полковник Ҡудашев. Үҙе башҡорттан икән. Нимә-нимә? Батшалыҡтың милләттәргә мөнәсәбәте менән килешеп бөтмәйме? Ә нисек һуғыша был полковник? - Император һаҡсылар башлығына текәлде.
- Яҡшы һуғыша, тиҙәр. Ҡайһы берҙә ҡул һуғышына ла инеп киткеләй икән. Бер яуҙа ике французды ҡылыс менән сабып үлтергән.
- Ярар, милләт мәсьәләһенә әлегә инмәй торорбыҙ. Беҙ бит әлегә байрам итәбеҙ. Саҡыр Платов менән Ҡудашевты.
Генерал менән полковник император алдына баҫып, тураҡатҡайны, Александр:
- Байрам иткегеҙ киләме?- тине.
- Байрам беҙҙән бигерәк башҡорт казактарына кәрәк. Өс йыл туҡтауһыҙ һуғыштылар бит. Яугирҙарҙың атаһы - императорыбыҙ ҙа уларҙың араһында булһа, һуғышсыларҙың күңеле үҫеп китер ине, - тип теҙҙе генерал.
- Күңеле үҫер ине, тиһең инде. Ниндәйерәк байрам инде ул?
Генерал һөйләй генә башлағайны, император уны бүлдерҙе.
- Был һорау полковникка. Милли байрамды ул яҡшыраҡ беләлер, тип уйлайым.
- Ғали йәнәптәре, башҡорттар яҙ көнө эш бөткәс, һабан туйы үткәрә. Дошманды ҡыйратҡандан һуң яугирҙар - элекке игенселәр бит инде - еңеү байрамын көҫәйҙәр. Һабантуй кеүегерәк итеп еңеү туйы яһағанда, мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалыр ине. Әгәр унда ғали йәнәптәре ҡатнаша алһа, тарихи ваҡиға булыр ине был байрам.
- Ярар, мин һеҙҙең туйҙа ҡатнашырмын. Тик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
Һабантуйҙарҙа мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн махсус тирмә ҡуйыла, ярыштарҙы ҡарар өсөн тирмә алдына йәтешләп урын яһайҙар. Тик Парижда император өсөн ҡуйырлыҡ тирмәне ҡайҙан алаһың да, күп ҡунаҡ өсөн ниндәй генә урын яһайһың? Уйлаштылар-уйлаштылар ҙа, тирмәгә оҡшатып, таҡтанан ҡоролма яһарға һәм шунда уҡ уңайлы ултырғыстар ҡуйырға булдылар. Ҡоролманың иҙәненә ҡалын кейеҙ менән келәм йәйҙеләр, ултырғыстарҙы йомшаҡ тире менән көпләнеләр. Еңеү туйын башларға бар нәмә лә әҙер булғас, Булон урманы болонона бер төркөм һыбайлы килеп инде. Иң алда Рәсәй императоры Александр Беренсе, янында Пруссия короле Фридрих-Вильгелм Өсөнсө, саҡ ҡына ҡалыбыраҡ маршалдар, генералдар теҙелгән. Болондоң башында уларҙы һыбай полковник Ҡудашев ҡаршыланы. Үҙе менгән аттың башы Александрҙыҡы менән тиңләшкәс:
- Ғали йәнәптәре императорыбыҙ Александр Беренсе, - тип башланы Ҡудашев. - Һеҙҙең тоғро яугирҙарығыҙ Беренсе, Икенсе, Дүртенсе, Бишенсе, Туғыҙынсы Башҡорт полктары һуғышсылары Парижды алыу айҡанлы ойошторолған еңеү туйына әҙер. Шул уҡ мәлдә борғо уйнап ебәрҙе һәм Ҡудашев атын кире яҡҡа борҙо, Александрҙың аты уның хәрәкәттәрен ҡабатланы һәм юртып барып, байрам ҡоролмаһы янына туҡтаны. Шуны ғына көткән байрамса кейенгән башҡорт егеттәре, йүгерешеп килеп, аттарҙың башынан алды. Һыбайҙар ергә һикереште һәм император артынан иҙәненә келәмдәр йәйелгән ҡыйыҡ аҫтына инделәр. Былар затлы ултырғыстарҙан урын алыуы булды, Ҡудашев император алдына баҫты.
- Ғали йәнәптәре, Еңеү туйына бөтөнөһө лә әҙер. Башларға рөхсәт итегеҙ! - тине.
- Башлағыҙ! - тине Александр.
Ҡудашев күтәрелгән ҡулын төшөрөүе булды, ҡоролма алдына теҙелеп өлгөргән ҡурайсылар уйнап та ебәрҙе. Улар тыныу менән уртаға ап-аҡ елән, башына ҡыҙылдан осло бүрек кейгән егет сыҡты:
- Һеҙҙең алдығыҙҙа ғәскәребеҙҙең ҡурайсылары "Париж маршы"н башҡарҙы. Көйҙө кисә генә ҡурайсыларҙың етәксеһе Ҡаһым Мырҙашев сығарған. Ҡурайсылар араһында торған Ҡаһым баш эйҙе һәм ҡоролма янында торған дөмбөрсөләр ер һелкетеп, ҡоралын ҡаға башланы. Күп тә үтмәне, улар нисек ҡапыл башлаған, шулай туҡтаны һәм майор Ыласыновтың тауышы яңғыраны:
- Полктар! Тураҡат! Бер, ике, өс. Йөҙөң һулға! Ныҡ баҫ!
Ыласыновтың артынан Беренсе полк китте, шунан ҡалған дүртәү үтте. Ғәскәр император ғали йәнәптәре алдынан күҙҙән юғалғас, иғлансы һүҙ алды:
- Хәҙер һәр полктан берәр кеше ҡылыс сабыу оҫталығын күрһәтәсәк, еңеүсегә һарыҡ!
Биш рәт итеп теҙеп ҡаҙалған сыбыҡтар араһына тәүҙә Беренсе полк ҡылыссыһы сыҡты. Аты сабып барған ыңғайға ике яҡта теҙелгән ағас ботаҡтарын сабып өҙә башланы, ләкин бер-ике сыбыҡ "ялтанып ҡалды". Икенсе полктан уның старшинаһы Аралбай Аҡсулпанов атын сыбыҡтар рәтенең башына туҡтатты ла:
- Батша хәҙрәттәренә әссәләмәғәләйкүм! - тип ҡысҡырҙы һәм ҡапыл атының бөйөрөнә типте. Тегенеһе үрәпсеп китте һәм баҫҡан еренән ҡушаяҡлап саба башланы. Старшина шул ыңғайға тәүҙә һулдағы сыбыҡтың осон сабып өҙҙө, шунан уң яҡтағыһын һәм китте лә китте. Аҡсулпанов рәт буйлап барып, һуңғы сыбыҡты ҡырҡты ла "тирмә" алдына килеп туҡтап, баш эйҙе һәм ситкә китте.
Ҡалған өс полктың ҡылыссылары оҫта ине, әммә Аҡсулпановҡа еткерә алманылар. Шуға һарыҡты уртаға сығарып ҡуйғас, туйҙы алып барыусы:
- Кемгә? - тип һораны.
Бындай ярышты императорҙың күргәне булдымы икән, бәлки, берәйһе һөйләгәндер, һәр хәлдә, һорау бирелгәс тә яуап рәүешендә ике бармағын өҫкә күтәреп, ҡулын сөйҙө. Бүтәндәр шуны ҡабатланы. Тимәк, һарыҡ икенсе булып сығыш яһаған Аҡсулпановтыҡы. Ул йүгереп сыҡты ла, ҡунаҡтар яғына ҡарап,
- Император ғали йәнәптәре, һеҙҙе еңеү һарығының ашына саҡырам, - тине һәм йәлп иттереп һарыҡты үҙенең елкәһенә һалды һәм йүгереп сығып та китте.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 299

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru