«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮМӘКЛӘГӘН - ЯУ ҠАЙТАРҒАН, ЙӘКИ КҮМӘКЛӘГӘН - ШАХМАТТА ЕҢГӘН!
+  - 


Был хәл күптән, сәүит заманында булды. Өлкән быуын иҫләйҙер. Ул ваҡытта төрлө йыйылыштар күп була торғайны. Ил ҙур. Хәл итәһе һорауҙар күп. Бына шул һорауҙарҙы йыйылып хәл итә торғайныҡ. Илдең төрлө төбәгенән бер урынға йыйылабыҙ, бейек трибунаға сығып, хәбәр һөйләйбеҙ, дөйөм фекергә киләбеҙ, ҡарар ҡабул итәбеҙ, ҡыуанышып таралышабыҙ. Күңелле саҡтар булған икән, тип уйлап ҡуям мин ҡайһы саҡ.

Бына бер мәл ошондай оло йыйылышта миңә лә ҡатнашырға насип булды. Профсоюз өлкәһендә әүҙем эшләгәндәрҙе илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү йыйып алды. Беҙгә оло хөрмәт күрһәтеп, ҙур ҡунаҡхананан урын бирҙеләр. Бер бүлмәгә биш кеше урынлаштыҡ. Бөтәбеҙ ҙә башҡорттар. Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан беҙ. Поезда уҡ танышып бөткәйнек. Шуға бер бүлмәгә шатланып тигәндәй урынлаштыҡ.
Мәскәүҙәге бер нисә көнлөк командировка сиктәрендәге эштәр, осрашыуҙар, фекер алышыуҙар башланып китте. Һөйләйһе хәбәр был эштәргә түгел, ә киске ял итеүҙәр мәленә бәйле. Моғайын да күптәр, кис булғас ней, сәй-мәйгә бәйлелер инде, тип уйлап ҡуйғандыр әле. Төптө генә яңылышаһығыҙ. Спорт төрөнә бәйле был ваҡиға. Кистәрен кемдер баш ҡала менән танышырға сығып китә, кемдер үҙ эше менән булыша. Күптәр шахмат уйнай. Эйе, эйе, шахмат уйнай. Баҡтиһәң, ошо ҡунаҡхананың хужаһы ваҡытында үҙе шахматта шәп уйнаған икән. Кеше һөйләүе буйынса, хатта бер мәл ил чемпионы булырға әҙ генә мәрәй етмәгән уға. Ул оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман ошо уйын менән мауыға икән. Хатта ҡунаҡхананың ял итеү бүлмәһен тотош шахмат уйынына бағышлаған. Мин был бүлмәгә барып ингәс, хатта бер аҙ аптырап торҙом әле. Әллә яңылыштан музейға килеп индемме, тип саҡ кире боролоп сығып китмәнем. Бик матур эшләнгән ине шул был бүлмә. Стеналарҙа ил-донъя чемпиондарына бағышланған мәғлүмәттәр эленгән. Кәштәләрҙә - эреле-ваҡлы кубоктар. Һәр чемпионға арналған ҡупшы ғына фотоальбомдар. Уйындың нескәлектәрен аңлатҡан мәғлүмәттәр. Зауыҡ менән эшләнгән өҫтәлдәр. Матур-матур ултырғыстар. Ҡыҫҡаһы, иҫ китмәле. Ә бына өҫтәлдәрҙең өҫ яғы шахмат таҡтаһы һымаҡ эшләнгән. Баҡтиһәң, фигуралары ла бар икән. Улары өҫтәлдең аҫҡы тартмаһында ята. Фигуралар матур. Ҡырып-һырлап эшләнгән.
Бына бер көндө үҙенән-үҙе төрлө төбәктәр араһында шахмат ярыштары башланып китте. Тәүҙә бер аҙ һүлпән генә башланған был сара аҙаҡҡа табан күпкә ҡыҙа төштө. Ипләп кенә ҡарап йөрөйөм. Ҡайһы бер өҫтәлдәрҙә ярыш үтә сәмле бара. Ә нишләп үҙең уйнаманың, нишләп ҡарап ҡына йөрөнөң, тип әйтеүселәр булыр. Ә мин уйнап ҡараным. Шуныһы көрһөндөрә. Минең уйын еңел-елпе, юҡтан ҡоҙағый, тигән кимәлдә генә икән. Мин үҙемде, апаруҡ уйнайым, тип йөрөгән булам бит әле. Ә бында кем менән уйнауға ҡарамаҫтан, мине шунда уҡ тар-мар итәләр ҙә ҡуялар. Минең һымаҡ ошолай "шәп" уйнағандар ярыштан шунда уҡ төшөп ҡалдылар. Тора-бара уртаса уйнағандар ҙа һүрелде. Аҙаҡҡа табан ни бары ике кеше генә тороп ҡалды. Якутиянан һәм Башҡортостандан улар. Шуныһы бер аҙ үкендерә. Гүзәл Башҡортостанымдың данын мин яҡланым, тип күкрәк һуғып булмай (минең ҡайһы райондан икәнде аңлағанһығыҙҙыр, моғайын). Ярай, быныһы артыҡ мөһим түгел. Иң мөһиме, яҡут һәм башҡорт шәп уйнай, уларҙы еңеп булмай, тигән даны ни тора!
Эйе, беҙҙең Хәйбулла шәп уйнай булып сыҡты. Маладистан башҡа һүҙ юҡ уға. Ә шулай ҙа иң шәп уйнағаны яҡут бит, әй. Былар икәү-ара нисәмә көн уйнайҙар инде. Тик беҙҙә еңеү тантанаһы юҡ. Хәйбулла кис һайын, еңәм мин уны, тип ҡәһәтләнеп сығып китә. Беҙ уны өмөтләнеп оҙатып ҡалабыҙ. Әммә ул, эх, яңылыштым бит шул урында, тип танауы төшөп ҡайтып инә. Әммә бирешмәй. Былай йөрөһәм, нисек булыр ине лә, ә тегеләй йөрөһәм, нисек булыр ине, тип үҙ хаталары өҫтөндә даими эшләй. Төшөндөм, хата бит ошо урында киткән, иртәгә мотлаҡ еңәм мин уны, тип май ҡояшындай балҡып йоҡлап китә. Ә иртәгәһен кис еттеме, уттай янып сығып китә. Әммә күгелйем генә төтөн ебәреп быҫҡып ҡалған торомбаш һымаҡ ҡайтып инә. Бер кис Әбйәлил әйтә ҡуйҙы.
- Былай булмай, егеттәр, нисек кенә булһа ла еңер кәрәк был яҡутты!
Әйтерһең дә, беҙ ошо һүҙҙәрҙе көтөп кенә торғанбыҙ. Кемуҙарҙан аяҡ-ҡулдарҙы һелтәй-һелтәй һөйләй (хатта, ҡысҡыра) башланыҡ. Эйе, эйе, тап шулай, еңер кәрәк уны, күрмәгәнен күрһәтер кәрәк, ҡабат башҡорт менән уйнайым тип ауыҙын да асырлыҡ булмаһын, фәлән дә фәсмәтән. Эстәге "эҫе парҙы" шулай сығарҙыҡ та, бер-беребеҙгә ара-тирә ҡараш ташлап, тынып ҡалдыҡ. Ә нисек еңергә? Бына ошо һорауға яуап юҡ. Яҡуттың аяҡ-ҡулын бәйләп, бына һин ошолай йөрөйһөң, ибет, тип көсләп йөрөтөп булмай ҙа инде. Шунан Бөрйән егете (юҡ, уның аҫыл егете) әйтә:
- Егеттәр, минең башҡа төйөрөм генә бер фекер килде.
Баймаҡтар теле менән әйткәндә, уның башына елле генә уй килгән, сөнки беҙҙең башта, далалағы һымаҡ, гел ел генә уйнап тора. Шуға ла гел елле уйҙар килә. Ярай, ситкә тайпылмайыҡ. Бөрйәнде тыңлайыҡ. Төйөрөм генә фекере тарҡалып китмәһен берүк. Әммә ул фекерен әйтмәне. Ә ошолай тине.
- Тәүҙә яҡуттың уйынын күмәкләп барып ҡарайыҡ. .
Ымһындырҙы, өмөтләндерҙе Бөрйән, ә ни уйлағанын әйтмәне. Барыбыҙ ҙа көрһөнөп ҡуйҙыҡ. Уйынды әйтәм, уның нимәһен барып ҡарарға инде. Яҡуттың шәп уйнағаны былай ҙа билдәле. Әммә беҙгә Бөрйәнде тыңлауҙан башҡа сара юҡ. Сираттағы киске уйынға бишәүләп сығып киттек. Хәйбулла уйнай, ә беҙ уйынды ситтән күҙәтеп ултырабыҙ. Һүҙ юҡ, яҡут шәп уйнай. Бушҡа ғына спорт мастеры исемен йөрөтмәй икән. Хәйбулла алып барып ҡыҫҡан да һымаҡ. Хатта мин ауыҙ сите менән көлөмһөрәй биреп ҡуям. Ә һөҙөмтәлә барыбер якут еңә лә ҡуя. Бер көн ҡарап ултырҙыҡ. Икенсе көн ҡарап ултырҙыҡ. Ә өсөнсө көн... күмәкләп еңергә булдыҡ. Ысынлап та, Бөрйәнгә бик төйөрөм фекер килгән икән шул. Ул Хәйбуллаға ҡырҡа әйтә: - Беҙҙең дөйөм фекерҙе белмәйенсә, фигураға теймәйһең. Һәм йөрөмәйһең. Беҙҙән ризалыҡ булғас ҡына йөрөйһөң!
Шунан беҙгә әйтә:
- Ә беҙ һәр йөрөүҙе күмәкләп тикшерәбеҙ! Дөйөм фекергә килгәс кенә йөрөйбөҙ!
Беҙ бер аҙға тынып ҡалабыҙ. Вәт, әй, минең башҡа килә торған елле уй нисек уның башына килде икән. Ә шул арала ошо һорау беҙҙең алға килеп баҫа. Ә уйынды нисек тикшерәбеҙ? Нисек дөйөм фекергә киләбеҙ? Иң мөһиме, ниндәй фигура менән нисек йөрөргә икәнен Хайбуллаға нисек аңлатабыҙ? Бына ошоларға баш етмәй. Баҡтиһәң, Бөрйән эштең был яғын да ныҡлап уйлап ҡуйған икән.
- Башҡортса ғына һөйләшәбеҙ! Һәр фигураға башҡортса исем бирәбеҙ! Король - олатай, ферзь - атай, фил - бабай, офицер - ағай, ат - һыбайлы, ә пешка - малай була!
Бына бит Бөрйән ниндәй шәп "этлек" уйлап тапҡан!
Кис етте, уйын башланып китте. Яҡут бер аҙ һауалы ғына (бәлки, миңә шулай ғына тойоғандыр) уйынды башлап ебәрҙе. Күренеп тора. Хәҙер Хәйбулла бик оҙаҡ "уйлай". Өтәләнеп абайламаҫтан фигураға тотонһа, утлы табаны тотҡандай, төҙәтеп ултыртам, тип уны урынына кире ҡуя һала. Беҙ яҡуттың һәр йөрөшөнән һуң үҙ-ара ғына кәңәшләшеп алабыҙ.
- Тәк-тәк-тәәк, ҡара малай беҙҙең һыбайлыға һөжүм итергә уйлай бит...
- Ә беҙ аҡ ағайҙы былай шылдырһаҡ, тегенең ҡара һыбайлыһының ҡасыр урыны ҡалмай түгелме...
- Аҡ олатайҙы һаҡлау сараһын күрер кәрәк, ҡара бабай бик ҡурҡыныс ҡарап ултыра, етмәһә, уға ҡара ағай ярҙам итергә әҙер генә тора...
- Аҡ һыбайлыны артҡа алыу кәрәктер... Ҡара бабай алға шылһа...
- Улай була ҡалһа, уның ағайы һөжүмгә күсәсәк бит...
- Тегенең маңҡа малайын шул урында уҡ тәкмәстерә һуғыр кәрәктер...
- Йә, ярай, бисмилла итеп өсөнсө рәттә ултырған малайыңды алға эт...
Уйын ошолай һәүетемсә генә бара. Яҡутты әйтәм, беҙҙең һөйләшеүҙәрҙең тиккә түгел икәнен һиҙә, буғай. Әммә үҙ көсөнә ныҡ ышаналыр инде. Шуға күрә өндәшмәй. Уйын яйлап бара. Уның барышында беҙҙекеләрҙең күптәре яу яланында "мәрхүм" булды. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә "дошмандың" күптәрен "күмеп" ҡуйҙыҡ. Шуныһы һәйбәт. Беҙҙекеләрҙең береһе лә яу яланында тиккә генә "башын" һалманы. Һәр береһе оло еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Эйе, эйе, оло еңеүгә, тигән урында яңылыш ишетмәйһегеҙ! Бына бер мәл яҡут ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Көрһөнөрлөк тә шул. Сөнки уның олатаһына ҡасыр урын ҡалманы. Беҙҙең ағай, бабай, һыбайлы һәм малай уны мөйөшкә алып барып ҡыҫтаны. Яҡут олатаһын улай ҡасырып ҡараны, былай йәшереп маташты. Әммә хәле мөшкөл ине уның. Ней атаһы ярҙамға килә алмай, ней һыбайлыһы, тигәндәй. Ахырҙа, яҡут үҙ еңелеүен таныны. Һәм еңеү менән ҡотлап, Хәйбулланың ҡулын ҡыҫты. Дөрөҫөрәге, ҡыҫырға мәжбүр булды!
Бүлмәгә ҡайтыу менән ҡыҫыҡ күҙҙәре шарҙай булған Хәйбулланы Йылайыр менән Бөрйән ай-вайына ҡуймай, ҡалаға алып сығып китте. Беҙ Әбйәлил менән бер аҙ аптырашып бүлмәлә тороп ҡалдыҡ. Тиккә булмаған икән. Ярты сәғәт ваҡыт үттеме-юҡмы, бүлмә ишегенә берәү һаҡ ҡына туҡылдатты. Һәм беҙҙе аптыратып, яҡут килеп инде. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй, бер аҙ ыҡ-мыҡ итеп торҙо. Шунан һорай ҡуйҙы.
- Мин, ней, тағы уйнарға тип килгәйнем.
Бына бит нимәгә алып сығып киткән икән Бөрйән менән Йылайыр Хәйбулланы! Маладис, Бөрйән! Эштең ошолай буласағын һәм нимә эшләргә кәрәк икәнен алдан уйлап ҡуйған бит! Эх, улар ҡалаға сығып китте шул, тип көрһөндөк беҙ. Хатта бер аҙ үкенгән кеше булдыҡ. Ярай, ҡайтыуҙары менән әйтерһегеҙ, тип сығып китте яҡут. Әйтербеҙ, әйтербеҙ, әйтмәгән ҡайҙа инде ул, әйтербеҙ, ҡайтыуҙары менән әйтербеҙ, тип йыуатып оҙатып ҡалдыҡ беҙ уны. Ә икенсе көндө... төштән һуң Өфөгә ҡайттыҡ та киттек. Сөнки икенсе көн төш мәленә беҙҙең саралар тамамланды. Бөрйәндең аҫыл егете эштең был яғын да уйлап ҡуйған бит, әй. Поезға инеп ултырғас ҡына яҡут тураһында һөйләнек. Шуныһы ҡыҙыҡ, Өфөгә еткәнсе Хәйбулла беҙҙе ҡыуандырып, ә үҙе ихлас ҡайғырып ҡайтты.
- Бушҡа ғына ҡалаға сығып киткәнмен! Яҡуттың тағы берҙе ауыҙын йыра инем! Күрмәгәнен күрһәтә инем мин уның!
Мәйтәм, Хәйбулланан бигерәк яҡут ныҡ ҡайғырғандыр инде. Шулай булмай ней. Нисәмә көндәр буйы еңеп кил, кил дә, һуңғы кистә еңелеп ҡайтып барсы әле. Ә шулай ҙа, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип халыҡ бик тапҡыр әйткән икән. Сәйлек-тоҙлоҡ белгән килеш был уйындың тоҙон ашаған оҫтаны күмәкләп еңдек бит!

Һөйләүсенән Әғләм ШӘРИПОВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 305

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru