«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛЛЫ БУЛ, БАЛАМ!
+  - 


Һәр ата-әсә үҙ балаһының тәртипле, тыңлаусан булып үҫеүен теләй. Был тәбиғи хәл. Әммә уның кире яҡтары ла юҡ түгел. Һәр ваҡыт аҡыллы булырға тырышып тороу балала бик күп комплекстар тыуҙыра, байтаҡ кәртәләр, ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килтерә, шул арҡала ул тормошта үҙен таба алмай йонсой. Уңға боролһа ла, һулға боролһа ла, ата-әсәйҙең "Аҡыллы бул"ы мейеһен быраулап торғанлыҡтан, нимәнелер үҙе теләгәнсә эшләүҙән, яңылышыуҙан, үҙ хатаһы арҡаһында яҡын кешеләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереүҙән ҡурҡа. Ул һүҙгә тағы ла "кеше алдында оятҡа ҡалдырма" кеүегерәге килеп ҡушылһа, тағы ла ҡурҡынысыраҡ.

Һүҙ ҙә юҡ, тыңлаусан бала тәү сиратта үҙе өсөн түгел, ә ата-әсәһенә ҡулай. Сөнки уның өсөн оялырға тура килмәйәсәк. Ул бала һәр ваҡыт тәртипле булғанға күрә, йән дә тыныс. Аҡыллы бала үҫтергән атай-әсәйҙең тәрбиә мәсьәләһе лә шау "бишле" нән торған көндәлеккә аҙна йә ай аҙағында ҡултамға ҡуйыуҙан уҙмай. Ә инде шул "биш"тәр араһында ни сәбәптәндер бер "дүртле" килеп сыҡһа, өйҙә оло ғауға ҡуба. Нисек инде, тип асыулана атай кеше, һин мине мәсхәрәләп, дүрт алып ҡайттың? Әсәй кеше иһә, бындай хәлдән бөтөнләй һушын юя.
Ә уйлап ҡараһаң, мәктәптә гел "бишле" гә генә уҡығандар күп осраҡта һуңынан юғалып ҡала, сөнки улар тормоштоң үҙенән дә тик юғары билдәләр генә көтөп йәшәй. Ул донъяның мәктәп партаһы менән генә сикләнмәүен аңлай алмай. Бындай бала киләсәктә үҙенең хаҡлы икәнен белһә лә, ауыҙ асып һүҙ әйтә алмай, дөрөҫлөктө иҫбатлай алмай ыҙалана, ул ғүмере буйы бер урында эшләргә мәжбүр, сөнки башҡа эште "дүртле" гә йә "өслө" гә башҡарыуҙан ҡурҡа, йылдар буйы бер ерҙә тапана. "Отличник" үҫтергән ата-әсә баланың йылына бер алған "дүртле"һе өсөн ҡайышҡа үрелә, уҡытыусыға, директорға барып етә. Баланы иһә был түбәнһетә, сөнки ул үҙен белә һәм ни өсөн "дүртле" алғанын да яҡшы аңлай. Тап шундай ата-әсәләр баламдан иҙән йыуҙырғанһығыҙ, туҙан һөрттөргәнһегеҙ, тип ғауғалап мәктәп юлында йөрөүҙән дә тартынмай.
Ә бына мәктәптә "өслө" гә уҡыған, тәртибе лә насарыраҡ булғандар киләсәктә үҙ эше менән шөғөлләнгән бизнесмендар, билдәле кешеләр булып китә. Ни эшләп шулаймы?
Сөнки улар тормошта ла, мәктәптәге кеүек, насар билдәләр алыуҙан, шелтәләр эләктереүҙән ҡурҡмай, шуға ла әле бер, әле икенсе өлкәлә үҙен һынай, емерә, төҙәтә, ҡыҫҡаһы, яңылышыуҙар, хаталар аша үҙенә юл яра. Уны "Кеше ни әйтер?" тигән уй ҙа артыҡ борсомай, сөнки ата-әсәһе уны ирекле итеп үҫтергән һәм көндәлектәге билдәләре, аҡылы өсөн түгел, бары тик булғаны өсөн яратҡан, нисек бар, шулай ҡабул иткән. Ул тулы тормош менән йәшәй: иҙәнен дә йыуа, ҡар ҙа көрәй, эш тә боҙоп ала, ғөмүмән, һәр нәмәгә яраҡлашып үҫә.
Улар кемдәндер шелтә алыуҙан да, эш урынын алмаштырыуҙан да, бар тапҡанын юҡҡа сығарып, яңынан күтәрелеүҙән дә ҡурҡмай, төшөнкөлөккә лә бирелеп бармай.
Ә артыҡ аҡыллы, атай-әсәй өсөн "уңайлы" балалар ни эшләргә ҡушһаң, шуны эшләй, телләшмәй, үҙ фекерен яҡлап йонсотмай. Балаң да тәртипле, йәнең дә тыныс. Ул яңылыш ҡына берәй эш боҙһа, өҫтөнә "эшкинмәгән", "башһыҙ" кеүек һүҙҙәр яуырын көтөп кенә тора. Аҙмы ни арабыҙҙа өҫтәлгә сәйен түккән өсөн генә лә балаһын сәғәттәр буйы мөйөшкә баҫтырып тотҡандар? Улар шул ваҡыт эсендә баланың психикаһына ниндәй зыян килеүен күҙ алдына ла килтермәй, сөнки үҙҙәре тураһында ғына уйларға күнеккән.
Аҡыллы бул, тимәй генә нисек бала үҫтереп булһын, тиеүселәр табылыр. Тәү сиратта, баланы тыңлай һәм ишетә белеү, фекерҙәре менән иҫәпләшеү, хыялдарын уртаҡ итеү, күңелен үҫтереү мотлаҡ. "Башың йәш әле быны белергә", "Аптыратма" тип ҡанатын киҫкәнсе, ваҡытында уның һорауҙарына яуап бирергә йә булмаһа, саҡ ҡына үҫкәс, һинең менән мотлаҡ был һорауға әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип аңлашырға кәрәк. Баланың ҡыҙыҡһыныуҙарын, мауығыуҙарын иҫәпкә алып, артабан дөрөҫ йүнәлеш биреү, уның "икеле", "өслө" ләрен ҡабул итеп, шул рәүешле юлында осраясаҡ проблемаларҙы дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтеү ҙә ата-әсәнең төп бурысы. Һәм иң мөһим бурыс - уны үҙеңә кәрәккәнсә итеп түгел, ә ул үҙе теләгәнсә итеп үҫтереү. Ни өсөн ул беҙ табип йәки уҡытыусы итеп күрергә теләгән өсөн генә шул һөнәрҙәрҙе һайларға тейеш? Беҙгә ултырырға ҡушһаң - ултырып, баҫырға ҡушһаң -баҫып торған балалар кәрәккәнгә генә, ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡурҡып торған ҡурҡаҡ, аҡылһыҙ булып күренеүҙән оялып, беҙ һыҙған тура юлдан ғына йөрөп күнеккән, аныҡ маҡсатһыҙ, ҡыйыуһыҙ кешеләр үҫергә тейеш һуң? Яңылыш ҡына насар һүҙ ысҡындырып, ауыҙына атай йоҙроғо эләктергән, шул арҡала тәрән тетрәнеү кисергән һәм тотлоғоп ҡалған баланы беләм. Ул әле булһа тормошҡа яраҡлаша алмай, үҙен таба алмай ыҙалана.
Үҙе белем алған мәктәптә әсәһе директор булып эшләгәнгә күрә генә мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, абруйлы ойошмала етәксе булып эшләгән танышым да бар. Әммә… былар барыһы ла әсәйҙең теләге, уның ҡаҙанышы. Афарин, тип әйтер инем ул әсәйгә, балаһы өсөн тырышҡан, уға киләсәккә юл ярған, кеше араһында абруйын күтәргән, ләкин шул түрәнең тормошҡа ашмай ҡалған күпкә юғарыраҡ баласаҡ хыялдары барлығын беләм. Тик ул әле булһа тәүәккәлләүҙән, яңылышыуҙарҙан ҡурҡып, күңеле ятмаған эштә йөрөй, һәр иртә үҙен һөйрәп тигәндәй шунда алып бара. Былар барыһы ла әсәнең уны түрә итеп күргеһе килгән өсөн, кеше араһында әллә кем булып, маҡтанып йөрөр өсөн кәрәк.
Бөтмәҫ тыйыуҙар артында тормошҡа ашмай ҡалған хыялдар, шуларға бәйле аяныслы яҙмыштар ята. Бер ниндәй өгөтләүһеҙ, ата-әсә тырышлығынан башҡа ла тик "бишле" гә уҡыған, күңеле теләгән юлды һайлап, шул юлда үҙ хаталары аша уңыштар яулаған, маҡсаттарына ирешкәндәр ҙә юҡ түгел. Тик был инде бөтөнләй башҡа тема…

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 314

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru